Инфоурок Другое Другие методич. материалыИсследовательская работа «Сказочный медведь»

Исследовательская работа «Сказочный медведь»

Скачать материал

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ презентация садиуллин .pptx

Скачать материал "Исследовательская работа «Сказочный медведь»"

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по связям с общественностью

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • Әкиәт айыуыБашҡарҙы:Яңауыл ҡалаһыМБДББУ И.Ш.Мөҡсиновисемендәге гимназ...

    1 слайд

    Әкиәт айыуы
    Башҡарҙы:
    Яңауыл ҡалаһы
    МБДББУ И.Ш.Мөҡсинов
    исемендәге гимназияның
    4-се а класы уҡыусыһы
    Садиуллин Фидан



    Етәксеһе:
    Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы

  • Эшебеҙҙең маҡсаты -Жәлил Кейебаевтың  айыу тураһындағы әкиәттәр...

    2 слайд

    Эшебеҙҙең маҡсаты
    -Жәлил Кейебаевтың айыу тураһындағы әкиәттәре менән танышыу;
    -айыу тураһында мөмкин тиклем күберәк материал туплау;
    - айыуҙың тәбиғәттәге ролен асыҡлау.

  • Айыу образы  хәҙерге  ваҡытта  ла актуаллеген  юғалтмай.       Эҙләнеү эшебе...

    3 слайд

    Айыу образы хәҙерге ваҡытта ла актуаллеген юғалтмай.

    Эҙләнеү эшебеҙҙең гипотезаһы

  • Жәлил Кейекбаев «Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?»

    4 слайд

    Жәлил Кейекбаев
    «Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?»

  • Айыуҙарҙың төрҙәреҘур панда
Күҙлекле айыу
Гризли
Кадьяк
Гималай айыуы
Барибал...

    5 слайд

    Айыуҙарҙың төрҙәре
    Ҙур панда
    Күҙлекле айыу
    Гризли
    Кадьяк
    Гималай айыуы
    Барибал
    Аҡ айыу
    Губач
    Малайский

  • Әкиәт айыуы-һоро айыуУлар хайуандарҙың итенән тыш, көртмәле, ҡурай еләге, мил...

    6 слайд

    Әкиәт айыуы-һоро айыу
    Улар хайуандарҙың итенән тыш, көртмәле, ҡурай еләге, миләш, балан һәм башҡа емеш-еләк менән дә туҡлана, бигерәк тә бал ярата. Ж.Кейекбаев та уның тәмле бал яратыуы арҡаһында ҡойроҡһоҙ ҙа ҡалыуын бәйән итә.

  • Айыу символы гербтарҙаНовгородНорильскЕкатеринбургРеспублика Карелия...

    7 слайд

    Айыу символы гербтарҙа
    Новгород
    Норильск
    Екатеринбург
    Республика Карелия
    Республика Марий Эл
    Пермский край

  • Айыу символы  гербтарҙаПермь ҡалаһының гербында көмөш айыу төшөрөлгән. 
Ул б...

    8 слайд

    Айыу символы гербтарҙа

    Пермь ҡалаһының гербында көмөш айыу төшөрөлгән.
    Ул был яҡтарҙың тәбиғәт байлығы булған тоҙҙарҙы,төрлө металдарҙы һәм урман байлыҡтарын һәм шул иҫәптә ундағы һанһыҙ йәнлектәрҙе күрһәтә.

  • Айыу символы  гербтарҙаЯрославль ҡалаһы гербында ул-   һаҡсыллыҡты һәм көстө...

    9 слайд

    Айыу символы гербтарҙа

    Ярославль ҡалаһы гербында ул- һаҡсыллыҡты һәм көстө аңлата.

  • Айыу символы  гербтарҙаБөрйән районы гербында ул  халыҡтың батырлығын,...

    10 слайд

    Айыу символы гербтарҙа
    Бөрйән районы гербында ул халыҡтың батырлығын, рухи байлыҡты, ирек яратыуҙы, яғымлылыҡты аңлата

  • Айыу символы  гербтарҙа  Мишкә  районы гербында   ул       ерҙең  хужаһы  тиг...

    11 слайд

    Айыу символы гербтарҙа
    Мишкә районы гербында ул ерҙең хужаһы тигәнде аңлата.

  • Социологик тикшереү

    12 слайд

    Социологик тикшереү

  • 13 слайд

  • Ҡулланылған әҙәбиәт1. Толомбаев Х. А. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең  3-сө...

    14 слайд

    Ҡулланылған әҙәбиәт
    1. Толомбаев Х. А. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.Өфө: Китап, 2009.
    2. Интернет ресурстар:
    http://ba.wikipedia.org
    http://info-bear-world.narod.ru/
    http://yanshishma.ru/
    http://yeshlek-gazeta.ru

  • Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

    15 слайд

    Иғтибарығыҙ өсөн
    рәхмәт!

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Выбранный для просмотра документ Әкиәт айыуы docx.docx

Башҡортостан  Республикаһы

Мәғариф министрлығы

Яңауыл районы  муниципаль районы

И.Ш.Мөҡсинов исемендәге гимназия

 

 

 

 

 

Эҙләнеү-тикшеренеү эше:

« Әкиәт айыуы»

әлил Кейекбаевтың әкиәте буйынса)

 

 

                                                                           

                                                 Башҡарҙы:Яңауыл ҡалаһы

                                                        МБДББУ И.Ш.Мөҡсинов исемендәге

                                                         гимназияның 4-се а класы уҡыусыһы

                                                         Сәдиуллин Фидан

                                                         Етәксеһе: Яңауыл ҡалаһы

                                                         МБДББУ И.Ш.Мөҡсинов исемендәге

                                                        гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте

     уҡытыусыһы Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы

 

 

Яңауыл-2013

 

Йөкмәткеһе

 Инеш өлөш                                                                                                         3                                                                               

I Айыуҙың көндәлек тормошта  кәүҙәләнеше                                            4- 5                                     

1.1.Айыуҙың төрҙәре                                                                                        5-6

1.2 Һоро айыу- Башҡортостандың иң көслө хайуаны                        7-8

1.3. Айыу символы-гербтарҙа                                                                  8-9

Йомғаҡлау                                                                                                          9-10

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре                                                               11

Ҡулланылған әҙәбиәт                                                                                      12

Ҡушымта

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Инеш

Аҫрамай ҙа умарта, 
Бал
ды бик-бик ярата. 
Ҡышын ярата  йоҡоно, 
Я
ҙғаса тормай ята.

Был нимә? Әлбиттә –айыу. Башҡорт теле дәресендә Жәлил  Кейекбаевтың  “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?” әкиәтен уҡығас,беҙҙең был  ҡырағай  хайуан  тураһында  ҡыҙыҡһыныуыбыҙ  артты һәм эҙләнеү эшенә тотондоҡ.

Эшебеҙҙең актуаллеге.  Беҙҙең көндәлек тормошобоҙға көндән-көн яңы информацион технологиялар инә бара. Хәҙер  күп уҡыусылар әкиәттәрҙе  электрон вариантта ғына уҡый.Был,беҙҙең уйлауыбыҙса , һүҙлек запасын һайығайта ,шуға күрә тиҫтерҙәребеҙҙә әкиәт менән ҡыҙыҡһыныу уятыу иң актуаль  мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Эшебеҙҙең маҡсаты итеп ошолар тора:

-Жәлил Кейебаевтың  айыу тураһындағы әкиәттәре менән танышыу;

-айыу тураһында мөмкин тиклем күберәк материал  туплау;

- айыуҙың тәбиғәттәге  ролен  асыҡлау.

Эҙләнеү эшемдең объекты булып ҡырағай хайуан-айыу тора.

Эҙләнеү предметы: айыуҙың йәшәү рәүеше,уның ҡылыҡтары,көндәлек тормошта айыу образының ҡулланышы.

Маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн ошондай бурыстар алдыҡ:

-айыу һүҙенең килеп сығышы;

-уның төрҙәрен асыҡлау;

-айыу образының тағы ҡайҙа ҡулланыуын асыҡлау.

Эҙләнеү эшебеҙҙең гипотезаһы : айыу образы хәҙерге ваҡытта ла актуаллеген юғалтмай.

Практик әһәмиәте.Был эҙләнеү эшен башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кисәләрҙә ҡулланырға була.

Айыуҙың көндәлек тормошта  кәүҙәләнеше

Айыу (лат. Ursus) — Ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек. Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла. Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хайуан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һунарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә  кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй. [3]

Әгәр Сергей Иванович Ожеговтың һүҙлегенә күҙ һалһаҡ, “ Медведь - Крупное хищное млекопитающее с длинной шерстью и толстыми ногами”,- тиелә. [4]   Ә  инде  Владимир  Иванович  Даль  һүҙлегендә айыу һүҙенең мәғәнәһе ошолай асыҡлана: “Медведь - на юге ведмедь (т. е. медолюб).  На  Руси  их  два вида: белый,  ледовитый,   и бурый,   этому дано  много  бранных  и  почетных  кличек : бирюк  (чаще зовут так волка) симб. аю, аев (татарск.), зверь,черный”.  [4]                                                                                          “Айыу” һүҙе Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың  “Синонимдар һүҙлегендә” ошолай яҙылған: хужа, салыш аяҡ, тайыш табан, тайыш. [4]   Русса “Синонимдар һүҙлегендә” тағы ошолар өҫтәлгән:Топтыгин,Михайло Иванович.[4]                                                                                   Ф.Ғ.Хисаметдинованың  «Мифологический словарь башкирского языка” йыйынтығында былай тиелгән:“ Айыу. Медведь; мифологизированное животное, имеет человеческое происхождение, сожительствует с человеком; первопредок, прародитель, покровитель человека и домашних животных, дух леса, хтоническое существо; имеет мужское начало, символизирует силу, здоровье, доброту; почитаемое животное у горных башкир, особенно охотников; табуируется название медведя, мифологизировано все, что с ним связано. Айыу кеше затынан, шуға уның итен ашарға ярамай (З. Мостафин). – Медведь из человеческой породы, поэтому нельзя есть его мясо. Мифологические представления, связанные с культом медведя, встречаются у многих тюркских, финно-угорских и славянских народов. Словоайыу восходит к общетюркскому аdϊγ~aduγ~ajϊγ ‘медведь’”.[2]

 “Символдар һүҙлегендә” айыу һүҙенең мәғәнәһе : “Рус халҡында айыу –яңынан тыуыуҙы,яҙ көнө балаһын эйәртеп өңөнән сығыуҙы,яңы тормош башлауҙы аңлата”- тиелә. Америка индеецтарында ул сихри көстө,сыҙамлыҡты,өйөрмәне аңлатһа, ҡытай халҡында- көстө,ҡыйыулыҡты,япон халҡында- яҡшылыҡ теләүҙе, батырлыҡты аңлата.Айны халҡында айыу-мәҙәниәтле герой һәм алла илсеһе булһа,ә инде шамандарҙа ул – урман сихырсыларының илсеһе тип ҡабул ителә.

Шулай итеп , айыу – иң көслө хайуан.

1.1.Айыуҙың төрҙәре

Айыуҙарҙың төрҙәре:һоро айыу,аҡ айыу,панда,Гризли айыуы һәм юғала барған йәки бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан айыуҙың төрҙәре: Күҙлекле айыу,Гималай айыуы,Кадьяк,Барибал,Аҡтүш,Берибач,Флориданың мәмерйә айыуы,Атлас,Мексика,Колифорния,Ҙур мәмерйә айыуы.[2]

Һоро айыуҙар заманында тотош Европала, Англияла һәм Ирландияла йәшәгән. Көньяҡтан Африканың төньяҡ-көнбайыш (Атлас тауҙары) өлөшөндә лә булған. Көнсығышҡа табан Себер һәм Ҡытайға, хатта Японияға барып еткән. Белгестәрҙең иҫәпләүенсә, бынан 40 мең йыл элек был төр айыу Азиянан Берингов ҡултығы аша Төньяҡ Америкаға барып сыҡҡан һәм Алясканан алып Төньяҡ Мексикаға тиклем еткән.
Хәҙер иһә күп ерҙә ул юғалған йәки юғалыу алдында тора. Был, әлбиттә, кешенең «тырышлығы»на бәйле. Көнбайыш Европала Альп, Апеннин, Пиренея, Кантабри утрауҙарында ғына һаҡланған. Скандинавия, Финляндияла осрай. Азияла Фәләстанда, төньяҡ Ираҡ менән Иранда, төньяҡ Ҡытай һәм Корея ярым-утрауҙарында бер аҙ йәшәй. Японияның Хоккайдо утрауында бар. Төньяҡ Америкала һоро айыу «гризли» исеме менән билдәле. Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөнән тыш, бөтә урманлы зонала ла бар.
Һоро айыуҙың төрҙәре бик күп – ҡасандыр хатта 80-гә еткән. Хәҙер иһә бөтәһен бер төргә ҡаратып, тик географик һәм башҡа шундай атамалар менән генә йөрөтәләр. Мәҫәлән, ябай Европа айыуы, Калифорния гризлийы (Калифорния флагында һынландырылған, был төр айыу 1922 йылда үлеп бөткән), Гималай төрө, Тибет һоро айыуы (бик ҙурҙар, уны ғалимдар «ҡар кешеһе» – йетиҙың прототибы тип иҫәпләй) һәм башҡалар.
Иң ҙур һоро айыу Аляска менән Камчаткала йәшәй. Уның ауырлығы 300 килограмға етә, хатта 600 – 800 килограмға тиклем тартҡандары билдәле. Ә Кодьяк утрауында Берлин зоопаркы өсөн махсус тотолған айыу 1134 кг ауырлығында булған. Ябай Европа айыуының оҙонлоғо – 1,2 – 2 м, бейеклеге 1 метрға етә. Гризли иһә ҙурыраҡ – артҡы аяҡтарына баҫһа, 2,8 – 3 м була. Рәсәйҙә йәшәгән һоро айыуҙың уртаса ауырлығы 300 – 400 кг.«Животный мир Башкирии» (1977) тип аталған китапта яҡынса һанына ҡарап, айыуҙарҙы бөтөп барыусы йәнлеккә тиңләгәндәр.

Аҡ айыу, йәки төньяҡ айыуы, йәки поляр айыу, йәки диңгеҙ айыуы – иң ҙур йыртҡыс хайуандарҙың береһе.Уның кәүҙә оҙонлоғо 3 метрға тиклем  етә. Ауырлығы 800 килограмға етә.Ул һоро  туғанынан аҡ туны менән айырыла. Тиреһе аҫтындағы ҡалын май ҡатламы уны һыуыҡтарҙан  һаҡлай.Ҙур булыуға ҡарамаҫтан ул шәп йөҙә, сума ала. Һыуҙа тиҙлеге 5,4 км/сәғ. етә ала.Аҡ айы ау менән  туйына: нерпа, диңгез ҡуяны, морж һәм башҡа диңгеҙ  хайуандарын аулай. Ау ваҡытында уға  еҫ тойоу, күреү һәләте, аҡ туны ярҙам итә.Һоро  айыуҙан айырма булараҡ, ҡышын 50-80 көнгә инә айыуҙар ғына йоҡоға ята.Декабрь-ғинуарҙа улар 1-2, һирәгерәк 3 бала туҙыралар һәм яҙға бергә өңдән сығалар. Балаларын инә  айыуҙар 2 йәшкә тиклем тәрбиәләй.


                    1.2 .Һоро айыу- Башҡортостандың иң көслө хайуаны

Башҡортостанда айыуҙар республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Урал тауҙарының көньяҡ сиктәренә тиклем йәшәй. Улар ашауға талымһыҙ йыртҡыстар рәтенә инә: еләк, сәтләүек, һутлы йәшел үләндәрҙе лә үҙ итә, балыҡ ярата, ваҡ йәнлектәрҙе (сысҡан, йомран һ. б ) үләкһәләрҙе лә ситкә ҡуймай. Улар хайуандарҙың итенән тыш, көртмәле, ҡурай еләге, миләш, балан һәм башҡа емеш-еләк менән дә туҡлана, бигерәк тә бал ярата. Ж.Кейекбаев та уның тәмле бал яратыуы арҡаһында ҡойроҡһоҙ ҙа ҡалыуын бәйән итә .Урмандарҙа эре тояҡлы хайуандарға, ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә. Йәйен бөжәктәр, һөйрәлеүселәр, ҡырмыҫҡалар менән дә туҡлана. Шуныһы билдәле, Алыҫ Көнсығышта һоро айыуҙар Гималай айыуҙарына һәм юлбарыҫтарға ла һөжүм итә икән. Ғәҙәттә, ҡар яуыу менән өңдәренә инеп яталар һәм апрель урталарына тиклем йоҡлайҙар.Йоҡолары ноябрь – апрель айҙарына тура килә. Өндәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡоралар. Аҫтарына нәҙегерәк ҡоро-һары ботаҡтар, япраҡтар түшәйҙәр. Уларҙың 1 – 4 балаһы тыуа. Улар һуҡыр, тешһеҙ, «бейәләй» ҙурлығында ғына була. Ә өндәренән сығыуға 5 – 6 килограмға етәләр. Инә айыуҙар йыл һайын балаламай. Етлегеү осорҙары – 3 – 4 йәш. Шулай ҙа улар 10 йәшкәсә үҫергә мөмкин. Тәбиғи шарттарҙа 20 – 30 йыл йәшәүҙәре билдәле. Ғалимдар, ҡулға эйәләштерелгән, зоопарктарҙағы айыуҙарҙың 47 – 50 йәшкә етеүе мөмкин, тип иҫәпләй. 

    Әле айыу­ҙарҙың ас һәм ҡышҡылыҡҡа май туплай торған мәле. Һирәкләп кеше ашаусылары ла килеп сыға. Бынан бер нисә йыл элек районда бер айҙа дүрт кешене юҡ иткән йыртҡыс тураһында әле лә онотмайҙар. Урал айыуҙарының ауырлығы ярты тоннаға етә. Балалары ҡышҡыһын тыуа. Әйткәндәй, был хай­уандар өңдәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡора. Аҫтарына ҡоро япраҡ, ваҡ ботаҡтар йәйәләр. Һунарсылар әйтеүенсә, айыу балалары тыуғанда бейәләй ҙурлыҡ ҡына, күҙҙәре йомоҡ, ҡолаҡтары ишетмәй, тешһеҙ була икән. Ә яҙын уяныуға 5 –6 килограмға етәләр. [2]

Йыртҡыстарҙың ҡурҡыныс ваҡыты – табышы эргәһендә булған һәм балаларын эйәртеп йөрөгән саҡтары. Урман хужаһын атыу башҡортта борондан тиерлек билдәле булған. Һәм был һунарсы хөрмәтле кеше һаналған. Элек тә, хәҙер ҙә айыуҙы тиреһе, ите, бигерәк тә дауаланыуға майы, үте өсөн ҡыралар. Йәйен уны тәбиғәттә атһалар, ҡышын өңдәренә һунар итәләр.Ғөрөф-ғәҙәткә килгәндә, төрлө халыҡ уны төрлөсә ҡабул иткән һәм был  мифологияһында ла асыҡ сағыла. Берәүҙәр яуыз кешенең албаҫтыға – айыуға әйләнеүен һүрәтләһә, икенселәр иһә тайыш табандың аҡылына, көслө булыуына һоҡланып, балаларына айыуға бәйле исем ҡушҡан. Мәҫәлән, рустарҙың  Медведевтары, башҡорттарҙың Айыухановтары быны иҫбатлап тора. Әйткәндәй, күп ваҡыт был һәм «айыу»ҙан сыҡҡан исемдәр, фамилиялар тәүҙә ҡушамат булған. [2]

Айыу символы  гербтарҙа

        Айыу бик күп ҡалаларҙың гербында ла урын алған.

Рәсәйҙең  18  ҡалаһынының, сит илдәрҙең 8 ҡалаһында, Рәсәйҙең 15 регионы гербында (шул иҫәптән Башҡортостандың 2 районында) айыу символы төшөрөлгәнлеген асыҡланыҡ.

Мәҫәлән,Берлин,  Берн, Брюгге, Екатеринбург, Новгород, Норильск, Пермь, Сыктывкар,Хабаровск, Южно-Сахалинск, Ярославль һ.б. ҡалаларҙың гербында  айыу  төрлөсә  һүрәтләнгән.Бер нисәһенә аңлатма биреп китәйек.

Пермь ҡалаһының гербында көмөш айыу төшөрөлгән. Файл:Герб Perm.svg

Ул был яҡтарҙың тәбиғәт байлығы булған тоҙҙарҙы,төрлө металдарҙы һәм урман байлыҡтарын һәм шул иҫәптә ундағы һанһыҙ йәнлектәрҙе күрһәтә.

Ярославль ҡалаһы гербында ул-   һаҡсыллыҡты һәм көстө аңлата.                          

Coat of Arms of Yaroslavl (1995).png 

Ә инде Республикабыҙҙың Бөрйән районы гербында (1-се һүрәт)     ул  халыҡтың батырлығын, рухи байлыҡты, ирек яратыуҙы, яғымлылыҡты аңлатһа,  Мишкә  районы гербында   (2-се  һүрәт)                              ул       ерҙең хужаһы  тигәнде аңлата.

    1-се һүрәт     http://www.asmo-rb.ru/engine/data/upimages/burzan.jpg               http://mishred.narod.ru/foto/gerb.jpg       2-се  һүрәт                                     

Йомғаҡлау

    Йыртҡыс хайуан булһалар ҙа, айыуҙар  дәүләт тарафынан һаҡлана. Рөхсәтһеҙ һунар иткән, атҡан өсөн ҙур күләмдә штраф һалына. Ситтән ҡарағанда аҡрын, яй күренгән айыу ысынында бик етеҙ, һығылмалы. Ул ат кеүек шәп йүгерә, оҙаҡ итеп һыуҙа йөҙә ала. Ә тырнаҡтары шундай осло. Алғы аяҡтары ныҡ үҫешкән. Бер һуғыуҙа оло кешенең умыртҡа һөйәген һындыра ала. Ҙур хайуандың ҡабырғаһын аҡтарып килтереп сығарыу йәки баш һөйәген онтау уға бер ни тормай, тиҙәр. Бына ниндәй көслө, ҡурҡыныс йыртҡыс ул. Юҡҡа ғына ла Жәлил Кейекбаевтың әкиәттәрендә ул  ҙур урын биләмәй икән.Эҙләнеү эшебеҙҙә үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап таптыҡ,ҡуйған маҡсаттарға  ирештек.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре

Класташтарымдың  айыу тураһында нимәләр беләләр икәнлеген белгебеҙ  килде һәм социологик  тикшереү үткәрҙек  һәм ошондай һорауҙар бирҙек.

-Нимә ул айыу?

-Һеҙ уларҙың ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?

-Улар нимә менән туҡлана?

-Айыу образы булған ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Яуаптарға анализ яһап класташтарымдың 89% айыуҙар тураһында күп  белә.Ә инде айыу образы ингән әкиәттәрҙе һанағыҙ тигән һорауға

40%-  икенән күберәк ,    50% -биштән күберәк  ,10%-етенән күберәк әкиәт һананы.

Социологик тикшереүҙә  30   уҡыусы ҡатнашты.

40%- 12 уҡыусы

50%-15 уҡыусы

10%- 3 уҡыусы

Айыу һәм бал ҡорттары

Айыу менән бабай

 

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

Айыу менән бабай

Айыу менән Маша

Айыу менән ҡатын

Балыҡсы айыу

Айыу ниңә табанын имә?

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?

Айыу менән бабай

Айыу менән Маша

Айыу менән ҡатын

Балыҡсы айыу

Айыу һәм бал ҡорттары

Айыу менән төлкө

 

Һорау

Һөҙөмтә

1

Һеҙ айыу исеме ингән ниндәй кәнфиттәр беләһегеҙ?

“Мишутка”

 

 

12  уҡыусы

“Мишка косолапый”

6  уҡыусы

“Мишки в лесу”

2   уҡыусы

“Озорной мишка”

17 уҡыусы

2

Һеҙ айыу символы  төшөрөлгән ниндәй олимпиада беләһегеҙ?

Олимпиада айыуы «Олимпиада – 1980»  Мәскәү ҡалаһы

http://i830.photobucket.com/albums/zz230/kubik-rubik-store/kitchen/18_1980_2.gif

 

 

13 уҡыусы

 

 

 

Олимпиада  поляр айыуы «Олимпиада – 2014» Сочи ҡалаһы

http://content.podarki.ru/goods-images/5a7a6e2c-07dc-414f-ba86-f475321e52b5.jpg

30 уҡыусы

 

 

 

Айыу образы бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмауын белдек. Эшебеҙҙе  киләсәктә  лә  дауам  итергә  уйлайбыҙ.

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.     Толомбаев Х. А. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең  3-сө  класында уҡыусы башҡорт балалары  өсөн дәреслек.Өфө: Китап, 2009.

2.     Хисамитдинова Ф.Ғ. Мифологический словарь башкирского языка -М.: Наука,2010,11-се бит

 3. Интернет ресурстар:

http://ba.wikipedia.org

http://info-bear-world.narod.ru/

http://yanshishma.ru/

http://yeshlek-gazeta.ru

4. Интернет һүҙлектәр:

В.И.Далдең аңлатмалы һүҙлеге   -           http://slovardalja.net/

С.И.Ожеговтың аңлатмалы һүҙлеге -    http://slovarozhegova.ru/

Русса  синонимдар  һүҙлеге -                   http://slova.zkir.ru/

З.Ғ. Ураҡсиндың аңлатмалы һүҙлеге-  http://mfbl.ru/mfbl/rusbash

Хисамитдинова Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка-

http://www.upyr.net/assets/files/hisamitdinova-2010.pdf

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа «Сказочный медведь»"

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

"Выдержка из материала:

Йөкмәткеһе Инеш өлөш 3 I Айыуҙың көндәлек тормошта кәүҙәләнеше

Айыуҙың төрҙәре 5-6 1. 2 Һоро айыу- Башҡортостандың иң көслө хайуаны

Айыу символы-гербтарҙа 8-9 Йомғаҡлау 9-10 Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре 11

Ҡулланылған әҙәбиәт 12 Ҡушымта Инеш Аҫрамай ҙа умарта, Балды бик-бик ярата. Ҡышын ярата йоҡоно, Яҙғаса тормай ята. Был нимә? Әлбиттә –айыу. Башҡорт теле дәресендә Жәлил Кейекбаевтың “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?” әкиәтен уҡығас,беҙҙең был ҡырағай хайуан тураһында ҡыҙыҡһыныуыбыҙ артты һәм эҙләнеү эшенә тотондоҡ. Эшебеҙҙең актуаллеге.

Беҙҙең көндәлек тормошобоҙға көндән-көн яңы информацион технологиялар инә бара. Хәҙер күп уҡыусылар әкиәттәрҙе электрон вариантта ғына уҡый.

Был,беҙҙең уйлауыбыҙса һүҙлек запасын һайығайта ,шуға күрә тиҫтерҙәребеҙҙә әкиәт менән ҡыҙыҡһыныу уятыу иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Эшебеҙҙең маҡсаты итеп ошолар тора: -Жәлил Кейебаевтың айыу тураһындағы әкиәттәре менән танышыу; -айыу тураһында мөмкин тиклем күберәк материал туплау; айыуҙың тәбиғәттәге ролен асыҡлау. Эҙләнеү эшемдең объекты булып ҡырағай хайуан-айыу тора.

Эҙләнеү предметы: айыуҙың йәшәү рәүеше,уның ҡылыҡтары,көндәлек тормошта айыу образының ҡулланышы.

Маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн ошондай бурыстар алдыҡ: -айыу һүҙенең килеп сығышы; -уның төрҙәрен асыҡлау; -айыу образының тағы ҡайҙа ҡулланыуын асыҡлау. Эҙләнеү эшебеҙҙең гипотезаһы айыу образы хәҙерге ваҡытта ла актуаллеген юғалтмай. Практик әһәмиәте.

Был эҙләнеү эшен башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кисәләрҙә ҡулланырға була. Айыуҙың көндәлек тормошта кәүҙәләнеше Айыу (лат. Ursus) Ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек. Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла.

Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хайуан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һунарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин.

Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй. [3] Әгәр Сергей Иванович Ожеговтың һүҙлегенә күҙ һалһаҡ, Медведь Крупное хищное млекопитающее с длинной шерстью и толстыми ногами”,- тиелә. [4] инде Владимир Иванович Даль һүҙлегендә айыу һүҙенең мәғәнәһе ошолай асыҡлана: “Медведь на юге ведмедь (т. е. медолюб).

На Руси их два вида: белый, ледовитый, и бурый, этому дано много бранных и почетных кличек бирюк (чаще зовут так волка) симб. аю, аев (татарск. ), зверь,черный”. [4] “Айыу” һүҙе Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың “Синонимдар һүҙлегендә” ошолай яҙылған: хужа, салыш аяҡ, тайыш табан, тайыш. [4] Русса “Синонимдар һүҙлегендә” тағы ошолар өҫтәлгән:Топтыгин,Михайло Иванович. [4] Ф. Ғ.

Хисаметдинованың «Мифологическийкультом медведя, встречаются у многих тюркских, финно-угорских и славянских народов.

Словоайыу восходит к общетюркскому аdϊγ~aduγ~ajϊγ ‘медведь’”. [2] “Символдар һүҙлегендә” айыу һүҙенең мәғәнәһе “Рус халҡында айыу –яңынан тыуыуҙы,яҙ көнө балаһын эйәртеп өңөнән сығыуҙы,яңы тормош башлауҙы аңлата”- тиелә. Америка индеецтарында ул сихри көстө,сыҙамлыҡты,өйөрмәне аңлатһа, ҡытай халҡында- көстө,ҡыйыулыҡты,япон халҡында- яҡшылыҡ теләүҙе, батырлыҡты аңлата.

Айны халҡында айыу-мәҙәниәтле герой һәм алла илсеһе булһа,ә инде шамандарҙа ул урман сихырсыларының илсеһе тип ҡабул ителә. Шулай итеп айыу иң көслө хайуан.

Айыуҙың төрҙәре Айыуҙарҙың төрҙәре:һоро айыу,аҡ айыу,панда,Гризли айыуы һәм юғала барған йәки бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан айыуҙың төрҙәре: Күҙлекле айыу,Гималай айыуы,Кадьяк,Барибал,Аҡтүш,Берибач,Флориданың мәмерйә айыуы,Атлас,Мексика,Колифорния,Ҙур мәмерйә айыуы. [2]

Һоро айыуҙар заманында тотош Европала, Англияла һәм Ирландияла йәшәгән. Көньяҡтан Африканың төньяҡ-көнбайыш (Атлас тауҙары) өлөшөндә лә булған.

Көнсығышҡа табан Себер һәм Ҡытайға, хатта Японияға барып еткән. Белгестәрҙең иҫәпләүенсә, бынан 40 мең йыл элек был төр айыу Азиянан Берингов ҡултығы аша Төньяҡ Америкаға барып сыҡҡан һәм Алясканан алып Төньяҡ Мексикаға тиклем еткән.

Хәҙер иһә күп ерҙә ул юғалған йәки юғалыу алдында тора. Был, әлбиттә, кешенең «тырышлығы»на бәйле. Көнбайыш Европала Альп, Апеннин, Пиренея, Кантабри утрауҙарында ғына һаҡланған. Скандинавия, Финляндияла осрай. Азияла Фәләстанда, төньяҡ Ираҡ менән Иранда, төньяҡ Ҡытай һәм Корея ярым-утрауҙарында бер аҙ йәшәй.

Японияның Хоккайдо утрауында бар. Төньяҡ Америкала һоро айыу «гризли» исеме менән билдәле. Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөнән тыш, бөтә урманлы зонала ла бар. Һоро айыуҙың төрҙәре бик күп ҡасандыр хатта 80-гә еткән.

Хәҙер иһә бөтәһен бер төргә ҡаратып, тик географик һәм башҡа шундай атамалар менән генә йөрөтәләр. Мәҫәлән, ябай Европа айыуы, Калифорния гризлийы (Калифорния флагында һынландырылған, был төр айыу 1922 йылда үлеп бөткән), Гималай төрө, Тибет һоро айыуы (бик ҙурҙар, уны ғалимдар «ҡар кешеһе» йетиҙың прототибы тип иҫәпләй) һәм башҡалар. Иң ҙур һоро айыу Аляска менән Камчаткала йәшәй.

Уның ауырлығы 300 килограмға етә, хатта 600 800 килограмға тиклем тартҡандары билдәле. Кодьяк утрауында Берлин зоопаркы өсөн махсус тотолған айыу 1134 кг ауырлығында булған. Ябай Европа айыуының оҙонлоғо 1,2 2 м, бейеклеге 1 метрға етә.

Гризли иһә ҙурыраҡ артҡы аяҡтарына баҫһа, 2,8 3 м була. Рәсәйҙә йәшәгән һоро айыуҙың уртаса ауырлығы 300 400 кг. «Животный мир Башкирии» (1977) тип аталған китапта яҡынса һанына ҡарап, айыуҙарҙы бөтөп барыусы йәнлеккә тиңләгәндәр.

Аҡ айыу, йәки төньяҡ айыуы, йәки поляр айыу, йәки диңгеҙ айыуы иң ҙур йыртҡыс хайуандарҙың береһе. Уның кәүҙә оҙонлоғо 3 метрға тиклем етә. Ауырлығы 800 килограмға етә. Ул һоро туғанынан аҡ туны менән айырыла.

Тиреһе аҫтындағы ҡалын май ҡатламы уны һыуыҡтарҙан һаҡлай. Ҙур булыуға ҡарамаҫтан ул шәп йөҙә, сума ала. Һыуҙа тиҙлеге 5,4 км/сәғ. етә ала. Аҡ айы ау менән туйына: нерпа, диңгез ҡуяны, морж һәм башҡа диңгеҙ хайуандарын аулай.

Ау ваҡытында уға еҫ тойоу, күреү һәләте, аҡ туны ярҙам итә. Һоро айыуҙан айырма булараҡ, ҡышын 50-80 көнгә инә айыуҙар ғына йоҡоға ята. Декабрь-ғинуарҙа улар 1-2, һирәгерәк 3 бала туҙыралар һәм яҙға бергә өңдән сығалар.

Балаларын инә айыуҙар 2 йәшкә тиклем тәрбиәләй. 1. 2. Һоро айыу- Башҡортостандың иң көслө хайуаны Башҡортостанда айыуҙар республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Урал тауҙарының көньяҡ сиктәренә тиклем йәшәй.

Улар ашауға талымһыҙ йыртҡыстар рәтенә инә: еләк, сәтләүек, һутлы йәшел үләндәрҙе лә итә, балыҡ ярата, ваҡ йәнлектәрҙе (сысҡан, йомран б үләкһәләрҙе лә ситкә ҡуймай.

Улар хайуандарҙың итенән тыш, көртмәле, ҡурай еләге, миләш, балан һәм башҡа емеш-еләк менән дә туҡлана, бигерәк тә бал ярата. Ж. Кейекбаев та уның тәмле бал яратыуы арҡаһында ҡойроҡһоҙ ҙа ҡалыуын бәйән итә. Урмандарҙа эре тояҡлы хайуандарға, ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә. Йәйен бөжәктәр, һөйрәлеүселәр, ҡырмыҫҡалар менән дә туҡлана.

Шуныһы билдәле, Алыҫ Көнсығышта һоро айыуҙар Гималай айыуҙарына һәм юлбарыҫтарға ла һөжүм итә икән. Ғәҙәттә, ҡар яуыу менән өңдәренә инеп яталар һәм апрель урталарына тиклем йоҡлайҙар. Йоҡолары ноябрь апрель айҙарына тура килә. Өндәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡоралар.

Аҫтарына нәҙегерәк ҡоро-һары ботаҡтар, япраҡтар түшәйҙәр. Уларҙың 1 4 балаһы тыуа. Улар һуҡыр, тешһеҙ, «бейәләй» ҙурлығында ғына була. өндәренән сығыуға 5 6 килограмға етәләр. Инә айыуҙар йыл һайын балаламай.

Етлегеү осорҙары 3 4 йәш. Шулай ҙа улар 10 йәшкәсә үҫергә мөмкин. Тәбиғи шарттарҙа 20 30 йыл йәшәүҙәре билдәле. Ғалимдар, ҡулға эйәләштерелгән, зоопарктарҙағы айыуҙарҙың 47 50 йәшкә етеүе мөмкин, тип иҫәпләй.
 Әле айыу¬ҙарҙың ас һәм ҡышҡылыҡҡа май туплай торған мәле. Һирәкләп кеше ашаусылары ла килеп сыға.

Бынан бер нисә йыл элек районда бер айҙа дүрт кешене юҡ иткән йыртҡыс тураһында әле лә онотмайҙар. Урал айыуҙарының ауырлығы ярты тоннаға етә. Балалары ҡышҡыһын тыуа. Әйткәндәй, был хай¬уандар өңдәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡора.

Аҫтарына ҡоро япраҡ, ваҡ ботаҡтар йәйәләр. Һунарсылар әйтеүенсә, айыу балалары тыуғанда бейәләй ҙурлыҡ ҡына, күҙҙәре йомоҡ, ҡолаҡтары ишетмәй, тешһеҙ була икән. яҙын уяныуға 5 –6 килограмға етәләр. [2]

Йыртҡыстарҙың ҡурҡыныс ваҡыты табышы эргәһендә булған һәм балаларын эйәртеп йөрөгән саҡтары. Урман хужаһын атыу башҡортта борондан тиерлек билдәле булған. Һәм был һунарсы хөрмәтле кеше һаналған. Элек тә, хәҙер айыуҙы тиреһе, ите, бигерәк тә дауаланыуға майы, үте өсөн ҡыралар.

Йәйен уны тәбиғәттә атһалар, ҡышын өңдәренә һунар итәләр. Ғөрөф-ғәҙәткә килгәндә, төрлө халыҡ уны төрлөсә ҡабул иткән һәм был мифологияһында ла асыҡ сағыла.

Берәүҙәр яуыз кешенең албаҫтыға айыуға әйләнеүен һүрәтләһә, икенселәр иһә тайыш табандың аҡылына, көслө булыуына һоҡланып, балаларына айыуға бәйле исем ҡушҡан. Мәҫәлән, рустарҙың Медведевтары, башҡорттарҙың Айыухановтары быны иҫбатлап тора. Әйткәндәй, күп ваҡыт был һәм «айыу»ҙан сыҡҡан исемдәр, фамилиялар тәүҙә ҡушамат булған. [2] Айыу символы гербтарҙа Айыу бик күп ҡалаларҙың гербында ла урын алған.

Рәсәйҙең 18 ҡалаһынының, сит илдәрҙең 8 ҡалаһында, Рәсәйҙең 15 регионы гербында (шул иҫәптән Башҡортостандың 2 районында) айыу символы төшөрөлгәнлеген асыҡланыҡ. Мәҫәлән,Берлин, Берн, Брюгге, Екатеринбург, Новгород, Норильск, Пермь, Сыктывкар,Хабаровск, Южно-Сахалинск, Ярославль һ. б. ҡалаларҙың гербында айыу төрлөсә һүрәтләнгән.

Бер нисәһенә аңлатма биреп китәйек. Пермь ҡалаһының гербында көмөш айыу төшөрөлгән. Ул был яҡтарҙың тәбиғәт байлығы булған тоҙҙарҙы,төрлө металдарҙы һәм урман байлыҡтарын һәм шул иҫәптә ундағы һанһыҙ йәнлектәрҙе күрһәтә.

Ярославль ҡалаһы гербында ул- һаҡсыллыҡты һәм көстө аңлата. инде Республикабыҙҙың Бөрйән районы гербында (1-се һүрәт) ул халыҡтың батырлығын, рухи байлыҡты, ирек яратыуҙы, яғымлылыҡты аңлатһа, Мишкә районы гербында (2-се һүрәт) ул ерҙең хужаһы тигәнде аңлата. 1-се һүрәт 2-се һүрәт Йомғаҡлау Йыртҡыс хайуан булһалар ҙа, айыуҙар дәүләт тарафынан һаҡлана. Рөхсәтһеҙ һунар иткән, атҡан өсөн ҙур күләмдә штраф һалына.

Ситтән ҡарағанда аҡрын, яй күренгән айыу ысынында бик етеҙ, һығылмалы. Ул ат кеүек шәп йүгерә, оҙаҡ итеп һыуҙа йөҙә ала. тырнаҡтары шундай осло. Алғы аяҡтары ныҡ үҫешкән. Бер һуғыуҙа оло кешенең умыртҡа һөйәген һындыра ала.

Ҙур хайуандың ҡабырғаһын аҡтарып килтереп сығарыу йәки баш һөйәген онтау уға бер ни тормай, тиҙәр. Бына ниндәй көслө, ҡурҡыныс йыртҡыс ул. Юҡҡа ғына ла Жәлил Кейекбаевтың әкиәттәрендә ул ҙур урын биләмәй икән.

Эҙләнеү эшебеҙҙә үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап таптыҡ,ҡуйған маҡсаттарға ирештек. Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре Класташтарымдың айыу тураһында нимәләр беләләр икәнлеген белгебеҙ килде һәм социологик тикшереү үткәрҙек һәм ошондай һорауҙар бирҙек. -Нимә ул айыу? -Һеҙ уларҙың ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ? -Улар нимә менән туҡлана? -Айыу образы булған ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Яуаптарға анализ яһап класташтарымдың 89% айыуҙар тураһында күп белә. Ә инде айыу образы ингән әкиәттәрҙе һанағыҙ тигән һорауға 40%- икенән күберәк 50% -биштән күберәк ,10%-етенән күберәк әкиәт һананы.

Социологик тикшереүҙә 30 уҡыусы ҡатнашты. 40%- 12 уҡыусы 50%-15 уҡыусы 10%- 3 уҡыусы Айыу һәм бал ҡорттары Айыу менән бабай Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Айыу менән бабай Айыу менән Маша Айыу менән ҡатын Балыҡсы айыу Айыу ниңә табанын имә?

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Айыу менән бабай Айыу менән Маша Айыу менән ҡатын Балыҡсы айыу Айыу һәм бал ҡорттары Айыу менән төлкө Һорау Һөҙөмтә 1 Һеҙ айыу исеме ингән ниндәй кәнфиттәр беләһегеҙ?

“Мишутка” 12 уҡыусы “Мишка косолапый” 6 уҡыусы “Мишки в лесу” 2 уҡыусы “Озорной мишка” 17 уҡыусы 2 Һеҙ айыу символы төшөрөлгән ниндәй олимпиада беләһегеҙ?

Олимпиада айыуы «Олимпиада 1980» Мәскәү ҡалаһы 13 уҡыусы Олимпиада поляр айыуы «Олимпиада 2014» Сочи ҡалаһы 30 уҡыусы Айыу образы бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмауын белдек. Эшебеҙҙе киләсәктә лә дауам итергә уйлайбыҙ.






Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 676 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.12.2013 1798
    • ZIP 2.5 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Фаршатова Альфия Анваровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Фаршатова Альфия Анваровна
    Фаршатова Альфия Анваровна
    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 28942
    • Всего материалов: 17

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Мини-курс

Экономика и управление

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Toolbox классического проектного менеджмента

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные медиа: экономика, системы и технологии

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе