Инфоурок Другое КонспектыМәүлит Ямалетдиновтың "Ҡыҙыл итек" хикәйәһе буйынса сценарий.

Мәүлит Ямалетдиновтың "Ҡыҙыл итек" хикәйәһе буйынса сценарий.

Скачать материал

Мәүлит Ямалетдиновтың «ҠЫҘЫЛ  ИТЕК”  ХИКӘЙӘҺЕ  БУЙЫНСА СЦЕНАРИЙ.

 

Искәндәр  ауыр итеп уянып китә,аңҡы-тиңке килә.Саҡ-саҡ тороп ултыра.Башын баҫа.Бысраҡ өҫтәлдә бер ни юҡ,ашарлыҡ.Буш шешә,ҡатҡан икмәк,ҡатҡан һауыт-һаба. Арыраҡ ҡыҙы үҙ алдына уйнап ултыра.

Искәндәр:  - Их,эсергә берәй нимә булһын ине! Ҡалай  баш ауырта ! МММ –ххх

(Бесәйҙе күреп ҡала ла,енләнеп китә һәм тибеп осора.Һары бесәй имәнес тауыш сығарып, әллә ҡайҙа осоп китә.)

Ҡыҙыҡай: - Атай,ниңә бесәйҙе улайттың? Өләсәйем бесәйҙе рәнйетергә ярамай,ти,ҡарғышы яман була,ти.

(Үҙе бесәйҙе эҙләй башлай: Бес-бес –бес.)

Искәндәр: - Өләсәйем,имеш,дура һинең өләсәйең!Аҡылы булһа,улымдың башы ауыртмаймы икән тип,күптән килеп етер ине.

-Эй,һин! (йоҡлап ятҡан ҡатынының ҡабырғаһына төртөп)

Вәсилә: Ни-мә,таң менән  баш ҡатыраһың???

Искәндәр: Таң,атаң башы.Төш етеп килә.Тор! Ҡайҙа,ҡалманымы шунда эсергә берәй нимә?

Вәсилә:  Ҡалыр һинән! Булғанын эсеп бөтмәй ятһаң,исемең юғалыр!

Айсулпан: Бесәй әллә ҡайҙа булды,юҡ! Атай,һөт эсәһеңме? Эсһәң,ҡойоп бирәм..

Искәндәр: Юҡ,һөттө һинең кеүек бәләкәй ҡыҙҙар ғына эсә ул.

Айсулпан: Һыйырҙы бөгөн дә өләсәйем һауҙы ла көтөүгә ҡыуып ебәрҙе. Һеҙҙең өсөн эй көйҙө,эй көйҙө..Үҙе бесәнем йыйылмай ята тип,бесәнгә йүгерҙе. (Үҙе их минең  итектәрем матур тип ҡыуанып икенсе яҡҡа сығып китә)

Искәндәр: Вәсилә,магазинға барып кил әле,башым ауырта бит.

Вәсилә: Мин ҡалайтайым.Мин дә ауырыйым.

Искәндәр: Һуң тап берәй нимә!

В: Аҡса бир,табам.

И: Шешәләрҙе алып бар!

В: Бөгөн шешә тапшыра торған көн түгел!

И: Үлтермә инде,Вәсилә,бер әмәлен тап!

В: Үҙең тап,һин ир түгелме ни! (Үҙе арҡыс –торҡос баҫып сығып китә)

(Искәндәр тороп ултыра.Етди төҫ  менән  ҡыҙына ҡарап тора торғас,уның итектәрен күреп ҡала.)

И: Ҡыҙым,кил әле бында. (Үҙе итектәрен ҡапшап ҡарай.)Ҡыҫмаймы,таманмы?

Айсулпан: Юҡ.тап-таман.Өләсәйем дә шулай ти.

И: Ҡайҙа әле,ҡайҙа! Баш бармаҡтарың төртөп тора түгелме һуң? Төртә шул! Үҙеңә кейҙереп ҡарап алмағас шулай була инде ул. Ишшү етмәһә әле үҫәсәкһең! Ҡайҙа сис.магазинға алып барып ҙурырағына алмаштырып килтерәйем.Бәләкәй булғас ни йә тишелеп сығыр.

Айсулпан: Юҡ,атай,мин тишмәй генә кейермен.Бына күрерһең.

И: Сис тигәс ,сис! ( Ҡыҙсыҡ теләр теләмәҫ кенә сисеп,итектәрен атаһына бирә)

Икенсе күренеш.

Искәндәр магазинға барып инә.

Фәрхәнә: Нимә кәрәк? ( яҙыуынан айырылмай ғына )

И: Ней,Фәрхәнә апай,ней,анау көндө алған итектәр Айсулпанға бәләкәй булып сыҡтылар бит.Баш бармаҡтары төртөлөп тора.Алҡымы ла тар икән...

Ф: Шунан??? ( туп-тура ҡарап)

И: Шунан тип ни,кире тапшырайым тигәйнем.Аҡсаһын алайым тигәйнем...

Ф: Их,Искәндәр,Искәндәр.Бөтөнләй оятыңды юйғанһың икән..Мин һине белмәйемме инде! Айсулпандың размерын белмәйемме? Кемде алдарға уйлайһың?

И: Ярай,инде.Башым емерелә бит .

Ф: Оятһыҙ һин,Искәндәр! 5 йәшенә еткән ҡыҙың ниндәй шатлыҡ,ниндәй тәрбиә күргәне бар? Кеше балалары йөрөй гөлдәй итеп кейенеп,ә һеҙҙеке? Инде килеп,шул сабыйҙың шатлыҡтарын һатып эсергә булдығыҙмы? Төртә,имеш!

И: Нишләтһәң дә ризамын,тик үлтермә генә!

Ф:Үҙең йәл түгел,ҡыҙың йәл миңә.Бер яртыны үтескә яҙып бирәм.Атай икән берәү.Һинең кеүек атайҙарҙың булғанынан булмауы яҡшыраҡ.

Искәндәр көтөлмәгән шатлыҡтан башы әйләнеп сығып китә.Рәхмәт тә әйтмәй.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Мәүлит Ямалетдиновтың "Ҡыҙыл итек" хикәйәһе буйынса сценарий."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Садовод

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 588 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 08.06.2017 750
    • DOCX 16.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хужина Гульназ Наиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хужина Гульназ Наиловна
    Хужина Гульназ Наиловна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12819
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой