Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Научно исследовательская работа "Родники"

Научно исследовательская работа "Родники"



  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының урта белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы 3-сө һанлы Борай ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе













Ғилми-тикшеренеү эш

Һыу – йәшәү сығанағы





Башҡарҙылар :“Тамсылар”

төркөмө ағзалары

Етәкселәре : Минһажева Д.Ф.

Ғәйнетдинова Л.Р.

Йәғәфәрова З.Ә

Борай 2015

Йөкмәтке

Инеш.

I. Һыу – йәшәү сығанағы.

II. Тәбиғәткә йән индереүсе шишмәләр.

III. Ауылым йәмле, һыуҙары тәмле.

Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

Ҡушымта. “Сылтыр-сылтыр аға шишмәләр (Шишмәләргә

бағышланған сценарий)

Фотоматериалдар





















Инеш

Халыҡ элек-электән һыу сығанаҡтарын изгегә һанаған. “Һыуһыҙ ергә йорт ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма”, тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Тирә-яҡтағы ҡайһы ғына ауылды алһаҡ та, улар да шулай уҡ йылға буйына урынлашҡан. Тимәк, беҙҙең боронғо бабаларыбыҙ йылға, һыу буйҙарына урынлашырға тырышҡандар, сөнки һыу булған урында тереклек йәнләнә. Кешегә тормош итеү өсөн иң мөһиме – һыу кәрәк. Беҙҙең яҡтарҙа ла бик күп һыу сығанаҡтары – шишмәләр, ҡойолар, йылғалар, инештәр, күлдәр бар.

Йылдар үткән һайын кешеләрҙең тормошо яҡшыра. Хәҙер байлыҡ, мал – мөлкәт туплау йоғошло сиргә әүерелә бара. Шишмәләр онотола. Һыуы ҡороған ҡойолар, һыуы тәмһеҙләнгән йылғалар, һыуы ҡасҡан шишмәләр бар. Улар янындағы ағастар киҫелә, яндырыла, тирәһен мал – тыуар тапай.

Шуның өсөн беҙҙең тикшеренеү эшебеҙҙең темаһы “Шишмә – йәшәү сығанағы” бик актуаль.

        Тыуған яҡтың шишмәләрен өйрәнеү – эҙләнеү эшенең маҡсаты булып тора. Үҙеңдең тыуып үҫкән ереңдең тәбиғәтен өйрәнеү– бик ҡыҙыҡлы, файҙалы, кәрәкле эш. Маҡсатҡа ирешер өсөн түбәндәге бурысты үтәнек: шишмәләр буйынса факттарҙы табыу һәм системалаштырыу, үҙебеҙҙең яҡтағы шишмәләрҙе өйрәнеү.

Эҙләнеү обьекты: шишмәләр.

Эҙләнеү эшенең методтары:

  • Библиография менән эшләү. Эште башҡарғанда шишмәләр тураһында материалдар ҡулланылды.

  • Әңгәмә. Материал туплағанда ауыл кешеләре менән һөйләшеү булды.

  • Эҙләнеү. Материалдарҙы (төрлө мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр) йыйыу һәм өйрәнеү.

  • Анализлау. Эҙләнеү нигеҙендә шишмәләрҙе тергеҙеүҙең мөһимлеге тураһында һығымта яһалды.

Эҙләнеү эше бер нисә этаптан торҙо:

1. Тема буйынса әҙәбиәт өйрәнеү.

2. Тема буйынса материалдар туплау.

3. Ауыл кешеләре менән әңгәмә үткәреү.

4. Материалды системаға һалыу.

5. Эҙләнеү эше буйынса папка булдырыу.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:

     Йыйылған материалдар артабан тыуған яҡты өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.

Структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт  исемлегенән һәм  ҡушымтанан тора.

     













  1. Һыу – йәшәү сығанағы.

Тәбиғәт байлыҡтары араһында һыу айырым урын алып тора. Әйтәйек, металды пластмасса менән алмаштырырға мөмкин. Ғалимдар, хатта яһалма ҡояш та яһап була, тиҙәр. Ә бына һыуҙы бер нимә лә алмаштыра алмай.

Һыуҙан башҡа тереклек тә була алмай. Беҙҙең организмдың 2/3 өлөшө һыуҙан тора. Бөтә тәнгә туҡлыҡлы матдәләр таратыусы ҡан составында ла һыу бар. Тире аша парға әйләнеп, һыу беҙҙең тән температураһын көйләп тора, ул шулай организмға үҙенән һәртөрлө зарарлы матдәләрҙе сығарыу өсөн дә кәрәк. Түбәндәге миҫалдар да шуны раҫлай:

  • кеше 70 йыл эсендә 80000 кг яҡын һыу ҡуллана;

  • бер тәүлектә кеше бөйөрө аша 100 кг шыйыҡлыҡ ҡыуыла;

  • кешенең ашҡайнатыу органдары дөрөҫ эшләһен өсөн дә һыу кәрәк. Унан башҡа беҙҙең ашаған ризығыбыҙ эшкәртелә алмай. Бының өсөн организмда барыһы көнөнә 6 кг һыу тотола.

Был миҫалдарҙан күренеүенсә, кеше һыуһыҙ йәшәй алмай, организмдағы һыуҙың 20-25 % юғалтҡан осраҡта, ул үлергә мөмкин.

Һыу – йәшәү сығанағы. Кеше өсөн дә, үҫемлек, хайуан, балыҡ, ҡош-ҡорттар өсөн дә, ғөмүмән, бөтә тереклек өсөн йәшәү сығанағы ул. Халыҡ телендә шуға һыу тураһында бик күп мәҡәлдәр ҙә һаҡланып килә:

  • Ағым һыуҙан таҙа булмаҫһың.

  • Кескәй шишмәләрҙән ҙур йылғалар була.

  • Үҙең эсәһе ҡойоға бер ваҡытта ла сүп һалма.

  • Эсмәм тигән ҡойонан өс әйләнеп һыу эсерһең.



  1. Тәбиғәткә йән индереүсе шишмәләр

Кешегә тормош итеү өсөн иң мөһиме – һыу кәрәк. Беҙҙең яҡтарҙа ла бик күп һыу сығанаҡтары – шишмәләр, ҡойолар, йылғалар, инештәр, күлдәр бар.

Элек-электән кешеләр һыуҙы шишмәләрҙән эскән. Улар йә тау араһынан, йә тау итәгенән ағып сыҡҡан. Шишмәләр кескәй генә булһалар ҙа, тәбиғәткә йән индереүселәр. Йылға , инеш, диңгеҙ һәм океандарға тормош өрөүсе.

Шишмәләр… Көмөш, йүгерек , саф һалҡын һыулы шишмәләр… Улар быуаттар буйына нисәмә-нисә быуын кешеләргә йәшәр өсөн көс һәм сихәт биреп тора.

Шишмәләр – таҙалыҡ , сафлыҡ билдәһе лә. Киң күңелле, ғәҙел кешене, ғәҙәттә, шишмә һыуының сафлығына тиңләйҙәр. Сит ерҙәрҙә йәшәгән һәр кеше үҙ тыуған яғын ярата, һағына, тыуған яҡ тәбиғәте, тыуған нигеҙ тупрағы уны үҙенә тарта. Һағынып ҡайтҡан кеше өсөн тыуған яғының һалҡын шишмәһенән һыу алып эсеү ҙә ҡәҙерле бит. Ауыртҡан йөрәктәргә шифа, һағынған күңелдәргә дауа булған шишмә һыуҙарын нисек изге һыу тип әйтмәйһең.

Шишмәләрҙең һыуы һәр ваҡыт саф, таҙа булһын өсөн уларҙы һаҡларға, һәр ваҡыт ҡарап, таҙартып торорға ла кәрәк.

Һыҙылып атҡан йәйге ауыл таңын сәләмләүсе шишмәләр йыры кемдең генә күңел ҡылдарын тибрәтмәй икән? Һәр шишмәнең үҙ тарихы, үҙ моңо, үҙ ағышы, үҙ юлы бар. Беҙҙең ауыл тирә-яҡта үҙенең шишмәләре менән дан тота. Исемлеләре, исемһеҙҙәре бар уларҙың. Шишмә тип әйтеүгә беҙ иңдәренә көйәнтә-силәк аҫып һыуҙан ҡайтыусы ғәзиз әсәйҙәребеҙҙе, апай-һеңелдәребеҙҙе күҙ алдына килтерәбеҙ. Шишмәләр – таҙалыҡ, сафлыҡ билдәһе лә.

  1. Ауылым йәмле, һыуҙары тәмле.

Тыуған яҡтың шишмәләрен өйрәнгәндә беҙ Мулла ауылы мәктәбендә тарих фәнен уҡытып хаҡлы ялға сыҡҡан Әлфит Хәбипйән улы Муллахановҡа мөрәжәғәт иттек. Ул ҙур теләк менән беҙгә шишмәләр тураһында белгәндәрен һөйләне.

Һыу – йәшәү сығанағы, унһыҙ кеше йәшәй алмай, - тип һүҙен башланы Әлфит Хәбипянович. Хатта әкиәт геройҙары ла тере һыу эҙләп юлға сығалар. Һушын юғалтыусыларға ла һыу һибәләр.

Ата-бабалар һыуҙы йылғаларҙан да эскәндәр. Осрашҡанда, сит кешенең кем икәнен белергә теләһәләр, “Һеҙ ниндәй һыу эсәһегеҙ?” – тип һорағандар.

Ул ваҡыттар үткән инде. Йылғаларҙан түгел, таҙартылмаған шишмәнән дә эсеп булмай һыуҙы.

Элек, яҙғы ҡыр эштәре башланыр алдынан , ауыл старостаһы тирә-яҡтағы барлыҡ шишмәләрҙе таҙарттырған. Эсә торған һыуҙарҙы тәртиптә тотоу хөкүмәт ҡарамағында булған. Совет осоронда ла бындай эштәр 50-60-сы йылдарға тиклем дауам иткән. Йәйге эҫе, оҙон көндәрҙә ҡыр эштәрендә халыҡ күп ҡатнашҡан. Шишмәләрҙең таҙа булыуы мөһим роль уйнаған. Шишмәләргә уны ҡаҙыған йәки таҙартҡан кешеләрҙең исемдәрен ҡушҡандар.

Ерҙән сыҡҡан бәләкәй һыу сығанаҡтарын шишмә йәки кизләү тиҙәр. Киҙләү – ул Мулла ауылы кешеләре өсөн шишмә йәки Мәсет тауы аҫтынан , тәрәндән сыҡҡан һыу сығанағы ғына түгел, тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. “Киҙләү һыуынан сәй эстем”, “Киҙләү буйына барып килдем” – тиҙәр . Киҙләү буйына кешеләр һыу кәрәк өсөн генә түгел ( ауылда күп йылдар һыуүткәргес эшләй), ә күңелдәге ниндәйҙер бушлыҡты тулыландырыу өсөн киләләр. Мин был шишмә исеменең этимологияһын өйрәндем. Киҙләү – төрөк һүҙе “күҙләү “ (“һыу күҙе”) тигәнде аңлата.

Ауылдаштарҙы яҙмыш сит ерҙәргә алып китә. Иҫән-һау булғандары әйләнеп ҡайтҡас, Киҙләү буйына киләләр, уның көмөш һыуын эсеп, биттәрен йыуып, был изге шишмәгә үҙҙәренең ихтирамын белдерәләр, көс, сафлыҡ, тән сихәттәре алып, быуын-ырыу, ата-бабаларын иҫкә алалар. Донъялар ҡайһы яҡҡа үҙгәрһә лә – Киҙләү һаман шул, үҙгәрешһеҙ, һыуы элеккес ә саф, һалҡын.

Шуныһы һөйөнөслө: бер нисә йыл элек үткәрелгән шишмәләрҙе тергеҙеү , төҙөкләндереү программаһы беҙҙең һыу сығанаҡтарыбыҙҙың яҙмышын үҙгәртте. Халыҡ тарафынан онотолоп барған емерек хәлдәге шишмәләр тәбиғәт ҡомартҡыларына әйләнде. Беҙҙең Киҙләү шишмәһе лә төҙөкләндерелде. Мулла ауылы халҡы был изге эшкә күп көс һалған яҡташыбыҙ , район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, район китапханаһы мөдире Миләүшә Янгироваға сикһеҙ рәхмәтле.

Мин һеҙгә тағы ла бер шишмә тураһында һөйләп киткем килә. Ул – Ибрай шишмәһе. Был шишмәнең шундай тарихы бар.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың икенсе көнөндә ағайым Вәсбирахманды һуғышҡа алып киттеләр”, - тип һөйләй 89 йәшлек Рәйлә әбей. Улар Мулла ауылында “Шәфи йыйыны” тигән урамда йәшәгәндәр. Аталары Нурмөхәмәт ҡартты ауылда “Тәтү ҡарт” тип иҫкә алалар. Ул мейес сығарыу һөнәре менән донъя көткән.

1941 йылдың йәйе эҫе ине, - ти Рәйлә әбей. Йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙ, бала-сағалар баҫыуҙа эшләй. Әсәй менән мин ураҡ урабыҙ, ә Ибраһим ағай – үҫмер егетте һыу ташырға ҡуштылар. Йыраҡ ике һаҙлыҡ аша үтеп, Туҡтар (Махый) шишмәһенән алып килгән һыуҙы кешеләр эсеп бөтөрә баралар. Аш-һыуҙы ла баҫыуҙа шул ағайым ташыған һыуҙан бешерәләр.

Бер көн Ибраһим бик һуң ҡайтты, бөтә кейемдәре бысранып бөткән, үҙе бик арыған ине. Мин уның әсәйгә һөйләгәнен ишеттем: “Әсәй, кешеләргә әле һөйләмә, мин “Сағанлы ҡул” буйында, яҡында ғына шишмә ҡаҙыным, һыуы күп кенә сыҡты, иртәгә тағын ҡарарбыҙ, нисек булыр”, - тине. Иртәгәһен баҫыуға барғас, ни күҙҙәре менән күрһендәр – көмөштәй һыу шишмәнән ағып ята, ти. Кешеләр һыуҙы эстеләр ҙә, үҙҙәре менән дә алдылар, рәхмәттәр уҡып, “Ибрай шишмәһенең һыуы бигерәк тә тәмле”, - тинеләр.

Ауылдаштарға хеҙмәт итеп Ибраһимдың шишмәһе генә ҡалды, ә үҙен йәше лә тулмаҫтан һуғышҡа алып киттеләр. Уларҙы оҙатҡанда хәрби комиссариатта: “ Һеҙ башта йәш һуғышсылар курсын үтәрһегеҙ, һуғышта хәлдәр бик ауыр, дошманды туҡтатырға кәрәк”, - тип әйткәндәр.”

Шулай итеп, йәш кенә Мулла ауылы егете ил алдына килгән иң ауыр минуттарҙа ҡулына ҡорал алып дошмандарға ҡаршы һуғышҡа китә. Беренсе Армияның 24-се уҡсылар полкы составында Ибраһим Нурмөхәммәтов улы Сәйфетдинов ил өсөн барған ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша.

1943 йылдың авгусында бер-бер артлы ике хаты килә, йөкмәткеләре бер-береһенә яҡынса оҡшағандар ине. “Беҙ ҡамалышта ҡалдыҡ, бынан иҫән ҡалыу мөмкин түгел, сигенмәҫкә приказ килде, башҡаса күрешә алмаясаҡбыҙ, бәхил булығыҙ”, - тип әйтелгән ине ул хаттарҙа”, - тип һөйләне Рәйлә әбей.

Украина ерҙәре өсөн барған ҡанҡойғос көрәштә 1943 йылдың 23 авгусында Ибраһим геройҙарса һәләк була. Уның кәүҙәһе үҙҙәре оборона тотҡан Харьков өлкәһе Йылан ( Змеевский) районы Моховка хуторының төньяҡ-көнсығышында урманда ерләнә.

Һуғыштан һуң күп ваҡыттар үтте. Ибрай шишмәһе ағыуын дауам итте. Уның һалҡын һыуын ҡырҙа эшләүселәр, еләк йыйыусылар, көтөүселәр эсеп, көс-ҡеүәт алып, тәндәрен һәм йәндәрен сихәтләндерҙеләр. Эшләгән изгелектәр ерҙә ятып ҡалмай, улар кешеләр күңелендә һаҡлана. Был Ибрай шишмәһе миҫалында асыҡ сағыла.

Йылғалар, шишмә-һыуҙар ерҙең ҡан тамырҙары кеүек. Ни ҡәҙәр беҙ һыуҙарын таҙартып , ҡәҙерләп торһаҡ, һыу атамаларының тарихын белеп ҡәҙерләп тотһаҡ, ер ҙә беҙгә шул тиклем рәхмәтле булыр”, - тип өгөт-нәсихәт менән тамамланы үҙенең һүҙен Әлфит ағай.



Йомғаҡлау

Ә бөгөн шишмәләргә ҡараш ниндәй? Һүҙ ҙә юҡ, ҡайһы бер ауылдарҙа зауыҡ менән төҙөкләндерелгәндәре бар. Был эште ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Ә бит булғанына әһәмиәт бирмәүселәр, хатта юл буйында ҡуйылған ял итеү өсөн яһалған махсус урындарҙы яндырып китеүселәр ҙә осрай. Быныһы инде — вәхшилек, тәрбиәһеҙлек.
Бөгөн күпселек шишмәләр иғтибарһы
ҙ ҡалған. Беседкалар, ихаталар тирә-яғы сүп-сар, төрлө шешә, ҡағыҙ киҫәктәре менән тулы. Тәбиғәт ҡосағында хозурланып ял иткән өсөн рәхмәт билдәһе ошомо икән? Шишмә бит – йәшәү сығанағы. Ысынлап та, беҙ эсер һыуһыҙ бер көн йәшәй алмайбыҙ.
Шишмә – изге урын. Йәш килендәр
ҙе элек-электән «һыу юлы башларға» шунда алып килгәндәр. Был йола күпселек ауылдарҙа йәшәй әле. Ғөмүмән, тәбиғәткә, шишмәгә мөхәббәт мәктәп тупһаһынан башланһын, уларға булған ҡараш иғтибар үҙәгендә булһын ине.

Тыуған яғыбыҙҙың саф һыулы шишмәләрен, йылға, күлдәрен, таҙа һауаһын, урмандарын ысын күңелдән яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ. Ҡаты күңелле, таш йөрәкле булмайыҡ!




















































Автор
Дата добавления 10.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров204
Номер материала ДВ-047415
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх