Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Открытый урок "Кисер мине, әсәй"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Открытый урок "Кисер мине, әсәй"

библиотека
материалов

«Кисер мине 9с9й, 19ф7 ит.»


«Кешег9 й5к й5км9терг9 к9р9к.

Ауыр й5к – 72е яуаплылы3, кешене 76тер9.»


Маҡсат. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ фекереңде әйтергә, ҡарашыңды яҡларға өйрәтеү; әсәләргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Магнитофон, аудиокассета, һүрәттәр.

Әсә күңеле — балала,

Бала күңеле — далала.

(Халыҡ мә6әле)

Дәрес барышы

I. Ойоштороу. (Ғ. Иҙрисов һүҙҙәре, Р. Хәсәнов көйөнә "Кисер мине, әсәй, ъәфү ит " йыры яңьырай.)

Уҡытыусы. Уҡыусылар, был йырҙа ни 2с2н бала әсәһенән ғәфү үтенә? (Вәъәҙә итеп тә, ваҡытында ҡайта алмаъан 2с2н.)

Әсәйҙәргә бағышланған тағы нин­дәй йырҙар беләһегеҙ? ("Әсәйҙәр бит я4 кеүек " (Г. Юнысова һүҙҙәре, Д. Кәримова көйө), "Минең әсәй гөл ярата ине" (Р. Ханнанов һүҙҙәре, Р. Хәсәнов көйө), "Әсәй " (Р. Миңнуллин һүҙҙәре, С. Сади­ҡова көйө).)

Әсәләр бөйөклөгө шағирҙар ижа­дында данлана, йырҙарҙа маҡтала, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә һүрәтләнә. Әсә һөйөүе хаҡында халҡыбыҙ хәтерендә тиҫтәләрсә легендалар һаҡлана. Бөгөнгө дәрес әсәләргә, уларҙың баланы ҡәҙерләү, һөйөү хисенә, фиҙаҡәрлегенә бағышлана.

Яҙыусы Т. Ғиниәтуллиндың "Әсә һәм бала" хикәйәһенең йөкмәткеһе буйынса һеҙ өйҙә эшләп килтергән һүрәттәр дәрес барышында ҡулла­нылыр.


I. Төп өлөш.


1. Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар:

Әҫәрҙә ниндәй осор сағылдырыл­ған?

Хикәйә нисек башланып китә? (Автор тыуъан ауылына ҡайтҡан һайын өлкән йәштәге, һуъыш ауырлыҡтарын уҙ елкәләрендә татыъан кешеләрҙең берәм-берәм фани донъяны ҡалдырыуы ту­раһында әйтеп тора ла шуларҙың береһе — Сафия апай тураһында хикәйәләүгә күсә.)

Ни 2с2н әҫәрҙең төп геройына "Ир Сафия" тигән ҡушамат тағылған? (Ул һуъыш йылдарында ауыр эштәр баш­ҡарып, ил иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы үҙенең нескә яурындары менән күтәрешә.)

ҫәрҙән өҙөк уҡыла.)

Берҙән-бер улы ниндәй кеше булып үҫә, әсәнең өмөтөн аҡлаймы? Ейәндәре уны өләсәй тип таныймы? (Ҡәҙерле улы елъыуар, әсә ҡәҙерен белмәгән кеше булып үҫә, 8 үҙ ъүмерендә бер кайтҡан килене менән еиәндәре уны үҙ итеп ҡабул итмәй.)

Уҡытыусы. Улы әсәһен ерләргә ҡайтмай. "Уны көттөләр, ике көн ҡар­сыҡтың мәйете үҙ өйөндә ятты, көтөп ятты, әммә улы ҡайтманы", ти ҙә автор, "Ә бит уның булмауы ла ихти­мал ине...", тип уҡыусыла ҡыҙыҡһы­ныу уята. Артабан яҙыусы беҙгә ниндәй ваҡиғаны бәйән итә?

2. Уҡыусыларҙың, үҙҙәре төшөргән һүрәттәргә таянып, хикәйәнең сюжет һыҙығын билдәләүе. #үрәттәрҙең те­матикаһы:

^ Сафияның кескәй балаһы менән госпиталдә ятҡан ире эргәһенә барырға әҙерләнеүе.

^ Уның беренсе тапҡыр тимер юл вокзалын, паровозды, вагондарҙы күреүе.

^ Башҡорт кешеһенең поезға улты­рырға ярҙам итеүе.

^ Сафия һәм улы — поезда.

^ Сафияның улы — сит кешеләр ҡу­лында.

^ Сафия, сит ҡатын, уның ире һәм милиционер.

^ Бала яҙмышы 2с2н хәл иткес көрәш.

^ Баланы Сафияға кире биреү.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, ә ни 2с2н пассажирҙар ҙа, проводницалар ҙа, ми­лиционерҙар ҙа Сафияға ышанма­йынса, нәзәкәтле, матур ханымға ышаналар? (Үткер ҡатын һәм уның дә­рәжәле ире башҡалар4а күберәк ышаныс уята, сөнки, беренсенән, Сафия, русса һөйләшә белмәү сәбәпле, хәлде аңлатып бирә алмай. Икенсенән, барыһы ла, матур кейенгән, үҙҙәрен интеллигент­тарса тотҡан ҡатын менән ир алдашыръа тейеш түгел, тип уйлай.)

Яҙыусы был ике ҡатындың төҫ-баштарындағы һәм рухи булмыштарындағы ҡапма-ҡаршылыҡты нисек күрһәтә? ҫәрҙән өҙөк уҡыла.)

һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни 2с2н был көрәштә Сафия еңеп сыға? (Ул ысын әсәй, үҙ ъүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, балаһы 2с2н ҡаһармандарса көрәшә.)

Уҡытыусы. Әҫәрҙең кульминацияһында яҙыусы эскерһеҙ, саф күңелле, мәкер-хәйлә, алдашыу­ҙың ни икәнен белмәгән ауыл ҡатынының балаһын ҡайтарып алыу 2с2н ти7һеҙ көрәшкә ташланыуын һәм еңеүен һүрәтләй. Автор әсә һөйөүенең тетрәткес оло тойғо икәнлеген күп төрлө психологик һүрәтләү саралары аша еткерә. Иҫ киткес физик һәм рухи көс талап иткән көрәштә әсә яңғыҙы еңә. Әммә улын юғалта яҙыу ҡур­ҡынысы уның йөрәгенә мәңгегә инеп оялай. Уғры ҡала ҡатыны сабыйын урлай алмаһа ла, Сафияның ъүмерлек йән тыныслыъын ала. Әсә үҙе кеймәһә кеймәй, ашамаһа ашамай, балаһына ел-дауыл тейҙермәй, бер мохтажлыҡ күрһәтмәй үҫтерә. Шуның 2с2н улы эгоист, кешелекһеҙ, выжданһыҙ булып үҫә. Был уғрылар һуңлап булһа ла үҙ эштәрен эшләй: әсә улын "юъалта ".

Сирләп киткәс, ул һуңғы көнөнә тиклем улын көтә, әммә улы ҡайтмай. "Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала" тигән халыҡ мәҡәле был осраҡта дөрөҫ булып сыға.

3. Әҫәрҙең идеяһын асыҡлау. (Эк­ранда һорауҙар яҡтыртыла.)

^ Хикәйәнең аҙағында яҙыусы ниндәй һүҙҙе ҡат-ҡат ҡабатлап, улы­ның әсәгә булған ғәмһеҙ, мәғәнәһеҙ ҡыланышына ҡаршы ҡуйып, хикәйәне эмоциональ-экспрессив яҡтан кө­сәйтә?

^ Әҫәрҙең төп идеяһы нимәлә? (Ба­лалар ъумер биргән әсәләренә ҡарата би­тараф булырьа тейеш түгел. Бала тәр­биәләүҙә лә иътибарлы булырьа кәрәк.)

Уҡытыусы. Эйе, әсә баланы яратырға тейеш, шул уҡ ваҡытта уны артыҡ иркәләтмәйенсә ысын кеше итеп үҫтерергә лә бурыслы.

4. Әңгәмә.

- Әсә булараҡ, Сафияның ғәйебе бармы, әгәр булһа, нимәлә? (Уның ъзйебе улына тейешле тәрбиә бирә ал­мауҙа, артыҡ ныҡ яратыуҙа, ауырлыҡ­тарҙан ҡурсалауҙа.)

- һеҙ Сафия урынында булһағыҙ, баланы нисек тәрбиәләр инегеҙ? Тор­мошта ошоға оҡшаш хәлдәр бармы? ҡыусыларҙың яуаптары, һыъымта.)

Әгәр һеҙ яҙыусы булһағыҙ, әҫәр­ҙең ҡайһы ерен һәм нисек үҙгәртер инегеҙ? (Яуаптар төрлө. Мәҫәлән, "Мин Сафия апайҙың һуңъы көндәрендә улын ҡайтартыр инем, ваҡытында ҡайта алмаъан 2с2н ъәфү үтендертер инем", "Улының һуңлаъан үкенестәрен күрһәтер инем ".)

Ни 2с2н автор хикәйәне тап ошо­лай итеп тамамлай? ҡыусы йәки тыңлаусыъа көслөрәк тәьҫир итеү, тәрбиәүи йөкмәткеһен тәрәнәйтеү 2с2н .)

5. Мәҡәл-әйтемдәрҙе уҡыу, мәғә­нәләрен асыҡлау.

^ Ожмах — әсәләрҙең аяҡ аҫтында.

^ Бал татлы, балдан бала татлы.

^ Бала саҡта — һөйҙөрә, үҫә килә — көйҙөрә.

^ Алһыу таңды Сулпан уята,

Әсә күңелен бала йыуата.

^ Ҡояш янында — яҡтылыҡ,

Әсә янында — йылылыҡ.

^ Баланың бармағы ауыртыр,

Әсәнең йөрәге ауыртыр.

^ Балаһыҙ ғүмер — һүнгән күмер.

III. Йомғаҡлау.

Яҙыусы Т. Ғиниәтуллиндың "Әсә һәм бала" хикәйәһе әсәй ҡәҙерен бе­лергә, хөрмәт итергә өйрәтә.

("Кисер мине, әсәй, ъәфү ит " йыры ишетелә.)

Уҡыусылар, был йыр Сафия апай­ҙың күҙ төбәп үҫтергән, ят тарафтарға китеп олағып, донъяла ғәзиз әсәһенең барлығын онотҡан улы һәм уның ише­ләрҙең ғәфү үтенеүе булып яңғыраһын. Бауыр ите — балалар ҡартайған көндә­рендә үҙ әсәләрен яҙмыш ҡосағына ташламаһын!

Юлъа сыъам, әсәй, ҡайтыр юлъа,

Утыңды һүндермәй, мине көт.

Был юлы ла әгәр оҙаҡлаһам,

Кисер мине, әсәй, ъәфү ит!


Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 18.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров66
Номер материала ДБ-366561
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх