Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Разработка урока "Үлтер улым, фашисты"
  • Другое

Разработка урока "Үлтер улым, фашисты"

библиотека
материалов





Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!”

поэмаһында илһөйәрлек тойғоһоноң

сағылышы.



hello_html_63c7c98.jpg















Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа№8

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан



Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының

8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

бюджет учреждениеһы












Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!”

поэмаһында илһөйәрлек

тойғоһоноң сағылышы.

(проект технологияһы)











Үтәне: Рәхмәтуллина Гөлнәзирә

Рәхимйән ҡыҙы, башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы





Мәләүез - 2016

Маҡсат: 1) Поэманың йөкмәткеһе менән танышыу, анализлау. Проект төҙөү, йыйынтыҡ сығарыу.

2) Бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, үҙ позицияңды яҡлап сығыш яһау оҫталығын арттырыу.

3)Тыуған илгә, ғәзиз ергә һөйөү, ғорурлыҡ хисе һәм Р.Ниғмәти өлгөһөндә илһөйәрлек, лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

Йыһазлау: Р.Ниғмәти тураһында мәғлүмәт, “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” 5-се том, “Утлы йылдар ауазы” китабы, К.Әхмәтйәнов “Әҙәбиәт теорияһы”, “Земля Мелеузовская” китабы, гәзит-журналдарҙан мәҡәләләр ( “Йәшлек” гәзите, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдары), компьютер, экран, проектор. Әҙәбиәт йылына арналған китаптар күргәҙмәһе.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. Дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙың коммуникатив эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыу.

- Хәйерле көн ҡәҙерле уҡыусылар, ҡунаҡтар! Бөгөнгө дәрестә беҙ Р.Ниғмәтиҙең ижадын өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Һәм тағы ла мин һеҙгә, “йыйынтыҡ” сығарырға тәҡдим итәм. Бының өсөн шартлы рәүештә , әҙәбиәтселәр, тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр һәм журналистар төркөмдәренә бүленәйек. Мин редактор ролен үтәрмен һәм һеҙгә ярҙам итермен, төҙәтмәләр индерермен.

II. Белемдәрҙе актуалләштереү. Яңы материалды үҙләштереү өсөн өйрәнелгән эшмәкәрлек юлдарын актуалләштереү.

Өй эшен тикшереү: Үткән дәрестә Р.Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады тураһында һөйләшкән инек. Ул ниндәй тормош юлы үткән? Ошо һорауҙарға яуап алыу өсөн бәләкәй генә тест үткәрәйек (Слайд)

Тест үткәреү. ( Контроль-үлсәү линейкалары таратыла; һорауҙар, яуаптар, баһалар экранда сыға, уҡыусылар экрандағы дөрөҫ яуаптар буйынса үҙҙәрен үҙҙәре баһалай)

Баһа: Хата юҡ – 5; 1 хата - 4; 2 хата – 3; 3,4 хата – ҡабатларға (Слайд)



Уҡытыусы: Уҡыусылар, тағы ла өй эше булараҡ әҙерләп алып килгән материалдарығыҙҙы дәрес барышында ҡуллана алаһығыҙ. Ошонан сығып күҙаллайыҡ әле: “Бөгөн уҡыясаҡ әҫәр ниндәй темаға ҡарай икән?” ( Бөйөк Ватан һуғышы темаһы).

Эйе, бөтә илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән осорҙа дәресебеҙҙең темаһы бик актуаль яңғырай.

  1. Яңы теманы проблемалы аңлатыу. Яңы теманы проблемалы

аңлатыу өсөн эпиграф һайлау. Дәфтәргә числоны, теманы яҙыу. (Уҡыусыларҙың уҡытыусы менән фекер алышыуы)

... Мин барыбер ҡорал тотҡан килеш,

Үҙ халҡымды даулап үлермен...”

Йәки:

...Атҡайҙарҙы менеп яу сабырмын

Ил өҫтөнә ҡайғы килгәндә...”

Йыйынтыҡтың исемен һайлау. (Тәҡдим ителәсәк исемдәр: “Ватан саҡыра”, “Батырҙар мәңге иҫтә”, “Бөйөк Еңеүегеҙҙе тарих онотмаҫ”

Уҡытыусы: Р.Ниғмәти поэзияһында кешеләрҙе үҙ илен һаҡлау өсөн көрәшкә саҡырыусы, дошманға ҡаршы нәфрәт хисе тәрбиәләүсе өгөт-нәсихәт лирикаһы өҫтөнлөк итә.

Яңы белемде үҙләштереүгә мотивация булдырыу: Поэманы уҡыр алдынан бер мәғлүмәт менән уртаҡлашмаҡсымын. ( фронтовик яҙыусы К.Мәргәндең артист Зәйтүнә Бикбулатованың һалдаттар алдында “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһын һәр береһенең йөрәгенә үтеп инерлек итеп уҡыуы тураһындағы яҙмалары).

Әҫәрҙе уҡыу.

  1. Нығытыуҙың тәүге этабы. Яңы эшмәкәрлек төрҙәрен үҙләштереү.

Уҡытыусы: ҡәҙерле коллегалар, поэма нисәнсе йылда яҙылған? Был йылдар тарихта нимәһе менән билдәле? Әйҙәгеҙ, тарихсыларҙы тыңлайыҡ.

Тарихсы: Р. Ниғмәти был әҫәрен 1942 йылда яҙған. Тарихтан билдәле булыуынса, 1941 – 1945 йылдар - Бөйөк Ватан һуғышы йылдары. Немец фашистары илебеҙгә һөжүм итә. 1942 йылда Сталинград өсөн ҡаты алыш була....

Уҡытыусы: Поэманың йөкмәткеһен үҙләштереүҙе дауам итәйек. Урал үҙенең приказында дошманға ниндәй характеристика бирә?

Әҙәбиәтсе: (мәкерле, ҡара эсле, аяуһыҙ.... китаптан табып уҡыйҙар)

Ҡанһыҙ

Ҡара эсле

Мәкерле

Һалҡын ҡанлы







Уҡытыусы: Башҡорт яугирҙарының Дон далаларындағы патриотик тойғолары нисек һүрәтләнгән?

Әҙәбиәтсе: Беҙҙең Ватан берәү: ҙур Россия,

Һәм Дон Урал менән бер туған!

- тиҙәр Дон далаларында дошман менән һуғышыусы башҡорт егеттәре. Был һүҙҙәрҙә тыуған ил уртаҡ булыуы идеялары сағыла, был һүҙҙәргә тәрән фекерҙәр, саф хистәр тупланған.

Уҡытыусы: Поэмала Гастелло, майор Нафиҡов телгә алына? Кемдәр улар? Батырҙарҙан тағы ла кемдәрҙе беләһегеҙ?( Гастелло, Майор Нафиҡов, Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Муса Гәрәйев, Александр Матросовтың батырлыҡтары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтәләр, йыйынтыҡҡа урынлаштыра баралар).

Крайҙы өйрәнеүсе: Бөйөк Ватан һуғышында Мәләүез районынан да бик күп кеше ҡатнашҡан һәм бер нисәүһе Советтар Союзы Геройы исемен алған. Улар: Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы, Рыбалко Иван Игнатьевич, Черных Николай Андреевич, Әминов Миннетдин Ғилметдин улы, Кочетков Степан Михайлович, Рябов Андрей Федорович, Немчинов Александр Михайлович, Гуреев Сергей Николаевич, Сайранов Садыҡ Уйылдан улы, Пасов Николай Трофимович, Синицын Василий Иванович.

Дан орденының тулы кавалерҙары: Банников Василий Васильевич, Кузнецов Григорий Тимофеевич, Михаил Никандрович Бойков. ( был исемлекте лә йыйынтыҡҡа индерәләр)

Крайҙы өйрәнеүсе: Геройҙар иҫтәлегенә ҡалала һәйкәл ҡуйылған. Унда мәңгелек хәтер булып мәңгелек ут яна. Беҙҙең районда бер мәктәп Зөбәй Үтәғоловтың исемен йөрөтә. Беҙҙең мәктәптә 112- се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының данлы юлына бағышланған музей эшләп килә. Быйыл Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тула. Бөтә ил ҙур байрамға әҙерләнә, төрлө саралар үткәрелә. ( Мәғлүмәт йыйынтыҡҡа индерелә)

Уҡытыусы:

  • Рәхмәт, сығыштарығыҙ өсөн. Икенсе бүлеккә күсәйек. Икенсе бүлек “Уралдың хаты” тип атала. Ул кемдәргә төбәлгән?

Әҙәбиәтсе:

-Уралдың батыр улдарына.... Урал үҙ телмәрендә Тыуған ил азатлығының ни икәнен әйтә. Илен-ерен һаҡлап дан ҡаҙанған батыр улдарын иҫкә ала , дошманға ҡаршы яуға сығырға саҡыра. Уралтауҙың үҙ улдарына мөрәжәғәтенә ҙур патриотик, оло туғанлыҡ тойғолары һалынған....

Уҡытыусы: Тыуған илен дошмандан һаҡлауҙа урыҫ һәм бүтән халыҡтар менән бер рәттә көрәшкән башҡорт халҡы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында үҙен ҙур данға күмде. Башҡорт атлы дивизияһында ғына Советтар Союзы исемен алған һалдат һәм офицерҙарҙың һаны 70-кә етте. “ Үлтер , улым, фашисты!” поэмаһында илебеҙ кешеләрен ошондай батырлыҡтарға илтеүсе көстөң сығанағы – патриотизм, милли ғорурлыҡ, ватансылыҡ, халыҡтар дуҫлығы икәнлеге бөтә тулылығы менән сағыла.

Ситуацион момент йәки проблемалы һорау.

Хәҙерге йәшәйешебеҙгә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. “Йәшлек” гәзитенең бер һанында “ Һуғыш бөттө... һуғыш дауам итә...” тигән бер мәҡәлә уҡыным, бәлки һеҙ ҙә уҡығанһығыҙҙыр, был һүҙҙәрҙе һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

Журналист. Мин был һүҙҙәрҙе Украинала барған политик тотороҡһоҙлоҡ,бер кемгә лә кәрәкмәгән һуғыш менән бәйләр инем. Украинала ысын мәғәнәһендә аяуһыҙ һәғыш бара, меңәрләгән тыныс йәшәгән халыҡ . Фашистар кеше йәшәгән йорттарҙы, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе бомбаға тотоуҙо дауам итә. Порошенко, Яценюк кеүектә арҡаһында ҡан ҡойола...





Тәрбиәүи момент.

Уҡытыусы: Эйе, Икенсе донъя һуғышының әле яралары уңалмаған Украинала һуғыш ҡупты. Арсений Яценюктың Германияла Ангела Меркель менән осрашыуында, хатта Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзын азатлыҡ өсөн көрәшеүсе итеп түгел, ә Германияға баҫып инеүсе булараҡ күрһәтеп, ярамһаҡланырға тырышты. ( әйткәндәй Яценюк унда аҡса һорарға барғайны). Ниндәй ялағайлыҡ, түбәнселек! Хатта тарихты киренән яҙырға теләүселәр ҙә юҡ түгел.

Дуҫ тигәнең дошман булып арҡаңа бысаҡ ҡаҙарға мөмкин. Әммә шундай саҡтарҙа ла түбәнселеккә төшмәй кеше булып ҡалырға кәрәк. Үҙ халҡыңдың фиҙаҡәр улы, милләтеңдең батыр көрәшсеһе, илеңдең патриоты булыу мөһим.

Ижади минуттар.

Уҡыусылар, бөтә ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар, фекерҙәр тыуҙы шуларҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөргә тәҡдим итәм. ( Уҡыусылар 5 минут эсендә мини инша яҙалар. Уның исеме “Беҙ тыныслыҡ яҡлы” йәки “Булмаһын ерҙә һуғыш” булырға мөмкин. Оригинал исемдәр маҡтауға лайыҡ. Ул гәзиткә мәҡәлә булырға ла мөмкин - уҡыусылар ҡарамағында)

Слайд. Ю.Һағынбаев “Өсмөйөшлө һалдат хаты” йыры.

Бер-ике уҡыусы үҙенең яҙғандарын уҡып ишеттерә.

Уҡытыусы: Идея-тематик йөкмәткеһе, художество үҙенсәлеге яғынан был поэма ниндәй жанрға оҡшаш , уҡыусылар?

Әҙәбиәтсе: “Үлтер,улым, фашисты!” поэмаһы художество үҙенсәлеге яғынан героик эпостарға яҡын. Уралтауҙы тасуирлаған өлөштәр һәм Уралтауҙың телмәре, фарманы, хаты рәүешендә яҙылған бүлектәр ҡобайыр алымдарында бирелә....

Төркөмдәрҙә эш. Һәр бер төркөмгә поэманан һүрәтләү сараларын табырға ( эпитет, метафора, сағыштырыу, йәнләндереү, фразеологизмдар, мәҡәл-әйтемдәр һ.б.)

Уҡытыусы: уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһынан алынған өҙөккә тулы анализ бирҙек. Хәҙер шуны ҡыҫҡаса , әммә конкрет схема рәүешендә күрһәтәйек (Әҫәрҙең жанрын, проблематикаһын, тематикаһын, идеяһын, образдар системаһын һәм тел-стиль үҙенсәлектәрен билдәләү). Слайд.

Ошо эштәребеҙ менән бер рәттән йыйынтыҡ сығарыу проектын башҡарҙыҡ. Проектты яҡлайыҡ.

  1. Нығытыу.

Проектты яҡлау (уҡыусы сығышы)

Бөйөк Еүеңегеҙҙе тарих онотмаҫ” исемле йыйынтыҡ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Беҙ төркөмдәргә бүленеп йыйынтыҡҡа мәғлүмәттәр тупланыҡ. Һәр бер төркөм йыйынтыҡты сығарыуҙа үҙ көсөн индерҙе. Был йыйынтыҡта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып батырлыҡтар күрһәткән яуҙирҙар, йәғни Советтар Союзы геройҙары тураһында мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр тупланды. Улар Миңлеғәле Шайморатов, Муса Гәрәев, Таһир Күсимов, Александр Матросов һәм башҡалар.

Шулай уҡ, йыйынтыҡта Мәләүез районынан сыҡҡан батырҙар тураһында мәғлүмәт бар. Уларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса фотоһүрәттәр урынлаштырылды.

Тағы ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы- һандарҙа һәм факттарҙа тигән бүлек бар.

Был йыйынтыҡ Бөтә ил Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән осорҙа бик актуаль...

Рефлекция. (Эштең һөҙөмтәһен анализлау - танып белеү, сағыштырыу, баһалау).

Йомғаҡлау. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы кешеләрҙең батырлыҡ һәм түҙемлек сифаттары менән бергә, мораль көсөнә, эске сафлығына, ныҡлығына ҙур һынау булды. Ватансылыҡ, Тыуған илде һөйөү тойғоһо иң ауыр моменттарҙа ла кешегә ҙур көс бирә, тиңһеҙ батырлыҡтарға илтә.

Поэма һуғыш йылдарында халыҡтың яратып уҡыған әҫәрҙәренең береһенә әйләнде, уның күп строфалары өскөл фронт хаттарында ла урын алды.

Уҡыусылар,дәресебеҙҙең девизын тағы ла бер иҫкә төшөрәйек...

Беҙ бөгөн әҙәби әҫәрҙе уҡып һәм анализлап ҡына ҡалманыҡ, ә ғәзиз ерҙе һөйөү, тыуған халыҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәт итеү кеүек сифаттарҙы үҙебеҙгә алдыҡ. Тыуған еребеҙҙең батыр, илһөйәр ҡыҙҙары һәм улдары булайыҡ. Быйыл хөкүмәтебеҙ тарафынан “Әҙәбиәт йылы” тип билдәләнде. Әҙәбиәт менән дуҫ булайыҡ, дуҫтар!

Өйгә эш: 1) Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” әҫәрендә илһөйәрлек проблемаһының сағылышы” тигән темаға инша яҙырға.

2) Ошо уҡ темаға шиғыр йәки ҡобайыр яҙып ҡарарға.

3) Гәзиткә мәҡәлә яҙырға.



9

Автор
Дата добавления 17.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров168
Номер материала ДБ-269240
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх