Инфоурок Другое Другие методич. материалыРазработка внеклассного мероприятия "Ҡролтай"

Разработка внеклассного мероприятия "Ҡролтай"

Скачать материал

Ҡоролтай

 

 

Маҡсаттар:тыуған ергә,төйәккә мәхәббәт тойғолары,ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫлыҡ көслө рухлы шәхестәр,илһөйәрҙәр тәрбиәләү.

 

Йыһаз:залдың түшәменә таҫма менән уратылған дүнгәрәк аҫып,тирмә көмбәҙе яһалған.СтеналаБР менәнРФ гербтары,флагтары.Дуҫлыҡ монументы, шәжәрәләр.

 

 (Сәхнә артынан «Дуҫлыҡ»йыры яңғырай.)

Сәхнәгә 2 алып барыусы сыға.

1-се алып барыусы:

Һаумыһығыҙ тип башлайым әле.

Күрешеү бит ошолай башлана,

Һеҙҙең менән осрашҡанға,дуҫтар

Күңелебеҙ шундай шатлана.

2-се алып барыусы:

 

               Һаумыһығыҙ,һаумы әле!

               Шундай матур һүҙ икән

                Һәр күңелде иретерлек,                            1.

                 Һәр кемгә лә үҙ икән.

                Берәү әйтә танышына:

                 «Туған хәйерле иртә!  »  

              Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ көнө буйына етә.

(уҡыусы балалар сығалар)

1-се уҡыусы:

              Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

Дуҫтар килә беҙгә ҡунаҡҡа

Дуҫлыҡ бит ул тормош биҙәге.

 Дуҫлыҡ бит ул Ватан терәге

2-се уҡыусы:

Китғаларға,утрауҙарға

Бүлгәләнгән ер шары.

Бер яғында ҡарҙар ирей,

Боҙ ҡаплаған бер яғын.

3-сө уҡыусы:

               Бер яғында мин йәшәйем

Һыуым,урмандарым бар.

Бар шатлығым бүлешерлек

Дуҫтарым,туғандарым бар.

 

4-се уҡыусы:

           Улар ерҙең һәр яғында

           Тауҙар,дингеҙҙәр аша

            Дингеҙ нимә!Дуҫлыҡ ебе

            Йөрәктәрҙә тоташа.

 

 

 

 

1 алып барыусы:                                                            

беҙ бөгөн мәктәп тарихында беренсе тапҡыр ҡоролтай үткәреү маҡсаты менән ошо аҡ тирмәгә йыйылдыҡ. Беҙҙең ҡоролтайға Баҡалы районының дүрт ауылынан бик күп делегаттар саҡырылды.

2-се алып барыусы:

 Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге йола

        йыйын йыйып,халыҡ уйнатыу,    

Мәргән һүҙ әйтешеп,тарих һөйләп,

Уйнап-бейеп, күңел йыуатыу.

Беҙҙә йыйын , әйҙә йыйын,

Һүҙ уйнатып,күңел асырға,

Йырҙар йырлап,бейей-бейей,

Тыпырҙатып килтереп баҫырға.

( уҡыусылар башҡарыуында башҡорт бейеүе)

               

                  Гимн яңғырай.

1-алып барыусы:ҡоролтай-башҡорт халҡының ил, ер,халыҡ яҙмышын уйлап,төрлө яҡлап самалап һәр тарафты тыңлап,аҡһаҡалдар һәм зыялар аҡылына таянып, фекерҙәр туплай, ҡарарҙар ҡабул итә торған изге бер йыйын икәне һәммәбеҙҙә беләбеҙҡшы етди һынауҙар алдынан хата бер- береһе менән дошманлашҡан ҡәбиләләр ҙә ҡоролтайға ойошоп,уртаҡ фекергә килгән.Бынан 450 йыл элек   бабаларыбыҙҙа ҙур йыйынға йыйылып ил яҙмышын хәл иткәндәр.Үҙҙәренең ерен,һыуын,азатлығын һаҡлап ҡалыр өсөн рус дәүләтенә ҡуышылып,сәселеп йәшәгән башҡорт ырыуҙарын бергә йыйып мөһабәт дәүләт төҙөгәндәр.

     Бына бөгөн дә беҙ һеҙҙең менән ата- бабаларыбыҙҙан ҡалышмай етди һөйләшеүҙәргә,киләһе быуынды тормошҡа актив ҡарашта милли һәм бөтөн донъя мәҙәниәтен сағыштыра алған ирекле шәхес һәм ирекле милләтте айыра белгән быуындарҙы тәрбиәләү

мәсьәләләрен һәм бурыстарын ҡарарға йыйындыҡ.

 

2-се алып барыусы:бының өсөн беҙ тәүҙә балаларҙы халҡыбыҙҙың үткән тарихы йолалары, традициялары менән таныштырырға тейешбеҙ.Уларҙа тыуған илгә
. тыуған ергә, уның тәбиғәтенә,туған телгә мөхәббәт тәрбиәләргә һәм ү
ҙҙәренең тамырҙарың онотмаҫҡа ярҙам итәргә тейешбеҙ.Ә хәҙер Инде, бөгөнгө ҡоролтайҙың көн тәртибе менән таныштырыу өсөн һүҙҙе уҡытыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары:

 Ямалиева Лада Николай  ҡыҙына бирәбеҙ.

                            ПЛАН:

1.Уҡыусыларҙың ижади эштәре -шәжәрә.

2.Доклад-Патриотик тәрбиә,тыуған илгә,ергә мөхәббәт тәрбиәләү.(уҡый Камаева Миләүшә Тимерғәзим ҡыҙы.)

3.»Беҙ дуҫлыҡ менән көслө»-башланғыс синыф уҡыусыларының музыкаль композицияһы һәм Башҡортостандың 450 йыллығына арналған шиғырҙар.

4.Һәр бер сек циянең үҙ планы буйынса эштәре.

 

( Ошо эш тәртибе менән ризалашһағыҙ ҡоролтай үҙ эшен башлай.)

1-се алып барыусы:ҡунаҡтар араһында беҙҙең ауылда беренсе тапҡыр булған кешеләрҙә бар.Әйҙәгеҙ балалар ауылыбыҙ, мәктәбебеҙ тарихы менән ҡунаҡтарҙы таныштырып үтәйек.

 

                    ( уҡыусыларҙың сығышы)

2-се алып барыусы:ауыл тарихы тураһында һөйләгәндә ауыл халҡы тураһында һөйләмәү мөмкин түгел.

 

1-се алып барыусы: ауылыбыҙҙа маяҡ булып торорлоҡ шәхәстәр бик күп,шуға күрәлә беҙҙең уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең тамырҙарын онотмаҫҡа тырышалар,эҙләнеүҙәр алып баралар.Бөгөнгө көндә  уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең тамырҙарын 5-7 быуынға тиклем аяҡҡа баҫтырҙылар.Үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөнөләр.

                       

2-се алып барыусы:

                                 Шәжәрә- ул сал тарихҡа бағыр              тәҙрә,

 Күҙ яҙҙырһаң,шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк- бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ

Һин дә ятма:ҡор ояңды, үр шәжәрә!

Шәжәрәмдә-сал тарихы бабаларҙың,

Бөгөнөмдә -киләсәгем,бабаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ,яңырасаҡ

Шәжәрәһе-башҡортомдоң ал ҡанында!

 

1-се алып барыусы:

Ата-бабам эҙен юллап сумам тарихтарға,

Ырыу ҡаны тарта мине төрлө тарафтарҙан.

Һәр исеме –телле,

                                   түлле,

                                              Ерле шәжәрәмдең,

                                                        Ғазап,

                                                                 Хафа,

                                                                              Ҡомар,

                                                                          Оран

                                Ҡайнай ҡараштарҙа!

 

 

2-се алып барыусы:уҡыусыларыбыҙҙың шәжәрә өҫтөндә эшләүҙәре,уларҙың ҙур ғилми асыштары булып тора.Ошондай асыштарҙың береһе менән һеҙҙе лә таныштырып китәбеҙ.Ҡамышлы,Урманай,Мостафа мәктәптәре сығыш яһарға әҙерләнеп торалар.

   

( уҡыусыларҙың ижади-ғилми сығышы)

 

1-се алып барыусыҡыл төбө - белемдә,белем башы-мәктәптә тип тиккә генә әйтмәйҙәр.

Һәр ауылдың культура һәм белем усағы булып мәктәп тора.

                  

                  (уҡыусылар ҡунаҡтарҙы мәктәп тарихы менән таныштырып китәләр.)

 

2-се алып барыусы: эйе,беҙҙең Куштирәк урта мәктәбенең тарихы бай,үҫештәре күркәм. Быны күптән түгел район мәғарифе бүлеге тарафынан үткәрелгән фронталь тикшереүҙәр ҙә иҫбатланы.

( һүҙҙе мәктәп директоры Бәҙретдинов Ф. Ғ.бирәбеҙ.)

1-се алып барысы:мәктәбебеҙҙең оло бер тәрбиәүи тармағы булып,уҡыусыларҙа тыуған илде, тәбиғәтте һаҡлау, яратыу тойғолары тәрбиәләү тора.Хәҙер һүҙҙе патриотик тәрбиә тураһында доклад менән сығыш яһаусы Миләүшә Тимерғәзим ҡыҙына бирәбеҙ.

                   ( доклад.)

 

2-се алып барыусы:тыуған илгә тоғро булырға,яратырға, ғорурланырға дуҫлыҡ ярҙам итә.Дуҫлыҡ ептәре баласаҡ илендә һуҙыла,шуға күрә лә беҙ һүҙҙе башланғыс синыф уҡыусыларына бирәбеҙ.

( башланғыс синыф уҡыусыларының сығышы)

Ошондай матур гүзәл ерҙә тыуғанға,Эйе,ысынлап та беҙ дуҫлыҡ булғанға көслө бәхетле.Хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға 450  йыллыҡҡа арналған шиғырҙар тәҡдим итеп һүҙҙе Ҡуштирәк урта мәктәбе уҡыусыларына бирәбеҙ.

 

ҡыусыларҙың сығышы.)

2-се алып барыусы:донъя яратылғандан бирле нисәмә-нисә быуаттар үткән.Күпме ваҡиғалар булған.Дәрйәләр кипкән,тауҙар емерелгән.Ҡом сүлдәрендә мәһабәт тауҙар ҡалыҡҡан.Баш осонда ап-аҡ болоттар йөҙгән,аҡ болоттар ергә шифалы тамсыларын һипкән.икмәк үҫкән,мал ишәйгән.Яңы йорттарға нигеҙ һалынған,бәйеттәр һөйләнгән,көйҙәр көйләнгән,нәҫел үрсегән.

 

Ошо тамсыларҙың һәр береһе шифалы булған кеүек,беҙ Башҡортостанда йәшәүсе татар, башҡорт,рус  Һ.б милләт кешеләре йәшәгән төйәгебеҙҙең муллығын,байлығын арттырырға,үҙебеҙҙән һуң маҡтап һөйләрлек эҙ ҡалдырырға тейешбеҙ.Шуға күрә бары тик татыулыҡҡа,тыныслыҡҡа омтолайыҡ.Ошо ваҡытта ғына халҡыбыҙ күп милләтле, республикабыҙҙа яҡшы йәшәр.

 

 

1-се алып барыусы:ҡоролтайыбыҙ гөрләп үтте.

Хәҙер ҡоролтайҙа күтәрелгән һорауҙар буйынса түбәндәге ҡарарҙарҙы  ҡабул иттәргә тәҡдим итәбеҙ.

 

1.Ата- бабаларыбыҙҙың изге йолаларын һәм тарихын онотмаҫҡа, уларҙы һаҡларға.

2.Матур итеп һөйләй һәм үҙенең фекере булған, белемле, туған телгә,халыҡҡа,Ватанға,ата- анаға иғтибарлы булған шәхесте халыҡ педагогикаһы аша яңы технологиялар ҡулланып тәрбиәләү.

3.Тормошҡа актив ҡарашта, милли һәм бөтөн донъя мәҙәниәтен сағыштыра алған ирекле шәхес тәрбиәләү.

(ҡарарҙы ҡабул итеү,өҫтәлмәләр индереү )

 

Хәҙер секцияларға таралабыҙ,иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка внеклассного мероприятия "Ҡролтай""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Животновод

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 919 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.02.2017 490
    • DOCX 57 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кашапова Лайсан Айратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кашапова Лайсан Айратовна
    Кашапова Лайсан Айратовна
    • На сайте: 9 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 16190
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Мини-курс

Фитнес: особенности построения смешанных групповых тренировок

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Эффективные коммуникационные стратегии в образовательной среде: от управления до мотиваци

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Уникальный образ как педагога: основные принципы позиционирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 21 человек