Тема:
Мәғлүмәт, белешмә эҙләү.
Класс:
2
Планлаштырылған
һөҙөмтәләр:
Шәхси
сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш:
йәмғиәт урындарында фекереңде аңлайышлы, ҡыҫҡа итеп аңлата белеү; телефондан
яғымлы, алсаҡ итеп, кешенең ваҡытын алмай һөйләшергә, диалог барышында
тотанаҡлы булырға өйрәнеү.
Метапредмет
өлкәһендәге үҫеш: һүҙлек, энциклопедияларға таянып,
үҙ фекереңде иҫбат итергә өйрәнеү, һүҙлектәрҙән, белешмәләрҙән кәрәкле
мәғлүмәтте йәһәт кенә эҙләп табыу юлдарын өйрәнеү .
Предмет
өлкәһендәге үҫеш: тема буйынса диалогтар төҙөү,
парлап эшләү, текстың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле тасуири итеп һөйләү, төрлө
сығанаҡтарҙан белешмә эҙләргә өйрәтеү.
Дәрес
барышы
Психологик
комфорт булдырыу.
Балаларҙа башҡорт
теленә ҡарата һөйөү уятыу маҡсатында шиғырҙы хор менән башҡарыу:
Бөгөн беҙҙә
“Башҡорт теле”,
Яратам һине,
телем!
Рәхмәт һиңә! Һинең
аша
Алам мин яңы
белем.
Хәйерле көн,
балалар!
Уңыш
ситуацияһын ойоштороу.
Аралашыу
ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.
-Тиҫтерҙәрегеҙ
менән аралашыу өсөн таҡталағы һүҙҙәрҙең ҡайһыларын һайлап алыр инегеҙ?
Тәккәбер,
итәғәтле, сабыр, тупаҫ, иғтибарһыҙ, ыңғай, инсафлы, иғтибарлы
Уҡыу
мәсьәләһе ҡуйыу.
Эш дәфтәрендә
матур яҙыу минутлығын үткәреү һәм бирелгән һүҙҙәр ярҙамында уҡыу мәсьәләһен
ҡуйыу. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау.
-Тулыраҡ мәғлүмәт
алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә була?
Уҡыу
мәсьәләһен хәл итеү.
Эш дәфтәрендә 1-се
биремде үтәү:
-Былар кемдәр?
-Был һүҙҙәрҙе
дәфтәргә дөрөҫ яҙыу өсөн беҙгә нимә ярҙам итер?
-Һүҙлектәрҙең
төрлөһө була икән. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын “Орфография һүҙлеге”нән ҡарарға
була.
-Һүҙлектә һүҙҙәр
нисек урынлаштырылған?
2-се бирем:
-Һүҙҙәрҙең
мәғәнәһен асыҡлау өсөн ниндәй һүҙлеккә мөрәжәғәт итергә кәрәк?
3-сө бирем буйынса
һығымта яһау.
Ял
минуты.
Ғәмәли
эштәр.
Дәреслек менән
эшләү.
1-се күнегеү буйынса
эш ойоштороу.
-Миңлеғәле
Шайморатов тураһында күберәк белеү өсөн мәғлүмәтте ҡайҙан эҙләрбеҙ?
2-се күнегеү
4-се күнегеү
Рефлексив
анализ. Баһалау.
Уҡыусыны үҙ
эшмәкәрлегенә байҡау яһарға һәм уның һөҙөмтәһен күҙалларға өйрәтеү.
Өйгә эш биреү.
Эш дәфтәренән 4-се
бирем.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.