Инфоурок Другое Другие методич. материалыБашҡорт әҙәбиәте күгендә – Баймаҡ йондоҙҙары (КҮРГӘҘМӘ- ДИДАКТИК ҠУЛЛАНМА)

Башҡорт әҙәбиәте күгендә – Баймаҡ йондоҙҙары (КҮРГӘҘМӘ- ДИДАКТИК ҠУЛЛАНМА)

Скачать материал

Тыуған  яҡ- илһам сығанағы

 

Башҡорт әҙәбиәте күгендә – Баймаҡ йондоҙҙары    

(КҮРГӘҘМӘ- ДИДАКТИК ҠУЛЛАНМА)

НАСЫРОВА   ИЛҮЗӘ  БАЯЗИТ  ҠЫҘЫ

 

Прямоугольник: скругленные углы: Ошо илһеҙ юҡтыр үҙем, 
Моңһоҙ булыр әйтер һүҙем.
Ҡабынғанмын осҡон, уттан,
Табынғаным - Башҡортостан!
Әхмәр Үтәбай
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


СИБАЙ -2013

 

Баймаҡ ере башҡорт әҙәбиәтенә,  сәнғәтенә таланттар үҫтереү төйәге  булараҡ  дан тота. Тыуған  ерен данлаған, йөрәгендә уның хуш еҫен йөрөткән, ергә ғүмер буйы атайсал тип өҙөлөп - янып ижад итер өсөн тыуған тынғыһыҙ, сәмле,  рухлы ҡыҙҙарын, улдарын һәр кемебеҙ белергә, уларҙың ижадын өйрәнергә, башҡаларға еткерергә тейеш.
Был  ҡулланма
яҡташ шағир, яҙыусыларыбыҙҙың ижадын тәрәнерәк өйрәнеү  буйынса  кәрәкле  мәғлүмәт сығанағы булып  хеҙмәт  итәсәк.

http://im3-tub-ru.yandex.net/i?id=123285608-69-72&n=21

 
 

 

 

 

 

 


  

http://im8-tub-ru.yandex.net/i?id=221191454-37-72&n=21

 

http://sibay-rb.ru/up/Irendik1.jpg

 
Блок-схема: знак завершения: ЙӨКМӘТКЕҺЕ
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


1. Абдулхаҡ Игебаев

2. Мирас Иҙелбаев

3. Наил  Ғәйетбай

 4.Таңсулпан Ғарипова

5. Әхмәр Үтәбай

 6. Рәйес Түләков

7. Буранбай Исҡужин

8. Урал  Мостафин

9. Аҫылғужа Баһуманов

10. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева

11.Лилиә Ҡәйепова

12. Әминә Яхина

13.  Фәнис Сирбаев

 

http://www.agidel.ru/img/2010/july/2w3-2_1.jpg

 Абдулхаҡ  Игебаев  шағир.

 Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев  1930 йылдың 2 июлендә  Баймаҡ районының  Күсей ауылында тыуған. Абдулхаҡ Игебаев йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. Темәс педагогия училищеһын  тамамлай.1946–1950 йылдарҙа  Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны”  гәзиттәре һәм  “Ағиҙел” журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1954 йылдан алып  уның шиғыр  һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә. Оҙаҡ йылдар республика матбуғатында эшләй.  Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә  күрһәткән хеҙмәттәре  өсөн  “Башҡортостан  Республикаһының халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде.

 Абдулхаҡ  Игебаев  - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.  

 

Картинки

 

Мирас Иҙелбаев,
филология ф
әндәре докторы, профессор.

Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев 1945 йылдың 9 декабрендә Баймаҡ районының  Ишбирҙе  ауылында тыуған. 1963  йылда Өфө ҡалаһында 1- се интернат – мәктәпте тамамлап,  Башҡорт дәүләт университетына  уҡырға инә. М.Х. Иҙелбаев 1983 йылдан Башҡорт  дәүләт университетында уҡыта. 2001 йылда ”Башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлап, профессор дәрәжәһенә ирешә.

Яҙыусы нәфис әҙәбиәт өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Тәүге китабы – “ Юлай улы Салауат” башҡорт әҙәбиәте һәм фәне өсөн сағыу күренеш булды. “Һынау”,”Ҡыҙыл ҡарҙар”, ”Декабрь йондоҙҙары” исемле хикәйә, повесть китаптары, ”Иҙелйорт” романы авторы, СССР, РФ, БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы. М. Х. Иҙелбаев - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ  мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премия лауреаты.

       http://yeshlek-gazeta.ru/uploads/posts/2009-12/1261579106_nai.jpg

 

Наил Ғәйетбай -  прозаик, драматург.

           

                Наил  Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сибай ҡалаһында урта мәктәп тамамлай. Магнитогорск тау- металлургия институтында инженер-механик һөнәре алғас, Сибай ҡалаһында эшләй. Артабан   Башҡортостан Яҙыусылар союзында, Мәҙәниәт министрлығында төрлө вазифалар башҡара. 1992-1998 йылдарҙа Наил Ғәйетбай мәҙәниәт министрының урынбаҫары булып эшләгән ваҡытта «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу - методик үҙәген, Стәрлетамаҡта - филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа - махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға күп көс һала. Шулай уҡ  ул   йыл һайын Баймаҡ ял йортонда  йәш драматургтар семинарын  һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүгә ҙур өлөш индерә. Милли әҙәбиәт музейының генераль директоры һәм «Тамаша» журналының баш мөхәррире булып эшләй. Драматург һәм прозаик Н. Ғәйетбай Башҡортостан Яҙыусылар союзының драма секцияһы рәйесе, Өфө сәнғәт институты доценты. Наил  Ғәйетбай 17 китап, 25 пьеса,2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

 

 

http://www.agidel.ru/img/2006/october/5garipova.jpg

 

Таңсулпан Ғарипова – яҙыусы.

Таңсулпан Хисбулла  ҡыҙы Ғарипова 1947  йылдың  22  сентябрендә  Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. 1966  йылда Түбә ауылы   урта мәктәбен тамамлаған.1968 йылда Башҡорт дәүләт университетына  уҡырға инә,уны тамамлағандан һуң Тарих, тел, әҙәбиәт институтында эшләй. Һуңынан Баймаҡ, Учалы ҡалаларында эшләй.  1995  йылдың  аҙағында Сибай ҡалаһы хакимиәте  саҡырыуы буйынса  эшкә  килә. 1996 - 2000  йылдарҙа  Сибай  төбәк  яҙыусылар ойошмаһын етәкләй.

Таңсулпан Ғарипова әҙәбиәткә  етмешенсе   йылдарҙа килә.Тәүге “Ялан сейәһе”  тип аталған  хикәйәләр  йыйынтығы  1978   йылда    донъя  күрә.  Һуңынан   ”Күгәрсен  йыры” (1987), “Ай һәм  ҡояш  -  икеһе бер” (1990) тигән китаптары сыға.  Т.Ғарипова  драматургия өлкәһендә  лә   әүҙем эшләй.“Төштәге йыр”,”Бәхеткә ҡасҡандар”,”Китмәгеҙ,торналар!”,”Тәңкәле ҡыҙ”һәм башҡа пьесалары   буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе тамашасылар яратып  ҡабул  иттеләр. 1997 -2004   йылдарҙа яҙылған “Бөйрәкәй” романы башҡорт әҙәбиәтенең сағыу бер биҙәгенә әйләнде. 2004 йылда был роман “Йыл әҫәре” тигән  исемгә лайыҡ булды.Т.Ғарипова - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БРатҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

 

http://www.ashkadarfm.ru/sites/default/files/ahmer_utyabay.jpg

Әхмәр Үтәбай - шағир, журналист.

Әхмәр  Ғүмәр улы Үтәбаев  1960 йылдың  29 ғинуарында Баймаҡ районының Буранбай ауылында, күренекле Буранбай сәсән нәҫеленә ҡараған ғаиләлә тыуып үҫкән. 1985  йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтытының филология факультетын тамамлаған. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, ”Ағиҙел” журналы редакцияһында, ”Башҡортостан“  дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй.Бер йыл Магнитогороск ҡалаһында эшләп, ундағы телевидениела башҡорт редакцияһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Өфөлә “Шоңҡар” журналының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үтәй. 1994 йылда Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесенең урынбаҫары итеп тәғәйенләнәнә. Әхмәр Үтәбайҙың тәүге китабы - 1988 йылда сыҡҡан “Яҙым килде” шиғри йыйынтығы. 1992 йылда “Һағыныу” хикәйәләр китабы донъя күрә.   “Хәнйәр”,”Буранбайҙың яҙған хатын уҡып” исемле шиғырҙар йыйынтығы, “Эҫе Өфө урамдары”  публицистика китабы  сыға. Әхмәр Үтәбайҙың ижадына традицион алымдарҙы көтөлмәгәнсә авангардистик элементтар менән байытып, балҡытып алыу ынтылышы хас, ә һуңғы әҫәрҙәрендә саф авангардистик яңы фекер һулышы, символистик романтизм көслө. 1996    йыл  Әхмәр Үтәбай өсөн бик уңышлы булды: “Ҡара мунса”, ”Ун  ике” поэмаларын яҙҙы. Әхмәр Үтәбай  - Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Киске  Өфө” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары.

1812 048

 

            Аҫылғужа Баһуманов- яҙыусы, шағир, журналист.

             Аҫылғужа Ишем улы Баһуманов 1945 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.  Тыуған ауылында  етенсе класты тамамлағас, Темәс урта   мәктәбендә уҡый. Унан һуң ошо уҡ райондың Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Күп  йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1990 йылдың апрелендә  Аҫылғужа Баһумановты «Китап» нәшриәте директоры итеп  тәғәйенләйҙәр. 1994 йылдан ул  Сибайҙа төбәк яҙыусылар ойошмаһына  етәкселек итә. Һуңынан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Аҫылғужа Баһумановтың һәләте башта журналистика өлкәһендә нығыраҡ күренә. Ул республика матбуғатында очерктар, публицистик мәҡәләләр баҫтыра. Аҫылғужа Баһумановтың «Ҡояшлы таң», «Боҙҙар аҡтарылғанда» исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Уның бик күп проза,  шул  иҫәптән балалар өсөн әҫәрҙәре лә билдәле.

 

 

 

http://cs316326.userapi.com/v316326108/4cbf/pxG4gYgn3C0.jpg

 

Лилиә  Һаҡмар   – шағирә, драматург, яҙыусы, журналист

Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова  1962 йылдың 3 октябрендә   Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Студент йылдарында “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең  әүҙем ағзаһы була. 1997 йылдан   Рәсәй hәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаhы.”Йондоҙ ҡыҙы”,”Тере шишмә” шиғри  йыйынтыҡтарының авторы. Драматургия  өлкәһендә лә көсөн һынап ҡарай. “Балапан” драмаһы С.Юлаевтың тыуыуына 250  йыл  тулыуына арналған драма әҫәрҙәре буйынса  Республика  конкурсы еңеүсеһе тип табыла. ”Йондоҙло күпер” мелодрамаһы   М. Ғафури исемендәге   Башҡорт  Академия театры сәхнәһендә ҡуйыла.

http://cs308519.userapi.com/v308519032/5867/jfSnQIhvqe8.jpg

 

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, яҙыусы.

 

Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 1966 йылда Баймаҡ районы Бөрйән - Йылға ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Хәҙерге көндә яҙыусы, ике китап авторы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева  Йылайыр районының  Яманһаҙ ауылында йәшәй.

 Тәүге китабы “Сиселмәгән сер”тип атала, ул 2004 йылда баҫылып сыҡҡан.  2011 йылда “Хыялға илтер һуҡмаҡ” тип аталған повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Был йыйынтығында  автор үҙ  геройҙарының еңел булмаған яҙмышын, бөгөнгө заман кешеләренең уй- хистәрен, үҙ-ара мөнәсәбәтен, әхлаҡи сифаттарын сағыу образдар һәм иҫтә ҡалырлыҡ  ваҡиғалар аша һүрәтләүгә  өлгәшкән. З.Ҡаҙаҡбаева– Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

 

.http://baimaklib.ru/sites/default/files/bashbookhdb/iskujin.jpg

 

Буранбай Мәхмүт улы  Искужин - шағир, драматург.

                       

            Буранбай  Мәхмүт улы Исҡужин 1952  йылдың 15 ғинуарында  Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетытының  филология факультетында белем алғандан һуң мәктәптә, район гәзите  редакцияһында эшләй. Ижад менән студент йылдарында мауыға башлай. ”Йәшлек”, «Тамғалар», «Тормош боролоштары», ”Донъя - ҡуласа”, ”Аҡ менән ҡара”,”Зилә, Ғәли һәм мин” исемле китаптар авторы. Уның бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. «Яңы йырҙар»,«Йырлайыҡ, дуҫтар» китаптарына уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар индерелгән.  А. Мөбәрәков исемендәге  Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның “Һуңғы аҡсарлаҡ” тигән пьесаһын сәхнәләштерҙе. Буранбай  Исҡужиндың ижадына ҡырыҫлыҡ,  төртмә теллелек, хислелек,   нескә күңеллелек хас. Автор ниндәй генә жанрҙа ижад   итеүенә ҡарамаҫтан, әҫәрҙәренең төп үҙенсәлеге –уларҙың оригиналь булыуында.    Уның төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәре тупланған “Аҡсарлаҡ” китабы үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс йөкмәткеле. Һәр әҫәре ”Мин- Буранбай !” тип ҡысҡырып тора.

 

http://baimaklib.ru/sites/default/files/image001.jpg

 

Урал   Мостафин-  шағир,

Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты

 Урал Сабирйән улы Мостафин Икенсе Этҡол ауылында 1951 йылдың 17 ғинуарында тыуған. 1996 йылда ошо ауыл мәктәбен, артабан 1- се башҡорт интернатын, 1973 йылда авиация институтын тамамлай.1982 йылда ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһына күсеп ҡайта. 1994 йылда  Баймаҡ – Сибай юлында авария һөҙөмтәһендә умыртҡа һөйәге имгәнә.Урал Мостафин  шиғырҙар яҙа башлай.  Авторҙың  шиғри  донъяһы бик үҙенсәлекле. Уның ижады үҙ яҙмышы, күргән - кисергәндәре менән тығыҙ бәйләнгән.

2000 йылда  Башҡортостан  «Китап» нәшриәтендә «Йәш шағирҙар тауышы» серияһында баҫылған «Нур  усағы» тигән дөйөм йыйынтыҡта Урал Мостафиндың «Тәүбә тәсбихем» тигән  әҫәре  нәшер ителгәйне. Ә 2002 йылда «Йәшәү - яҙмыш», 2005 йылда «Илһам көсө» тигән айырым  йыйынтыҡтары донъя күрә. 2003 йылда Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ була. 2010 йылда «Ғүмер – атылған уҡ»    йыйынтығы нәшер ителде. Автор үҙенең шиғырҙарында уй-хистәр, һағыштар менән тауҙарға күтәрелә, йылғалар кисә, йәйге кистәргә һоҡлана, көҙҙәргә  баға, тыуған яҡтарының туғайҙарын, урм андарын гиҙә, төрлө уйҙарға сума.

 

 

 

http://yeshlek-gazeta.ru/uploads/posts/2009-11/1257112182_reyes.jpg

 

Рәйес Түләк- шағир,

Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты .

Рәйес Ғоссам улы Түләков  1959 йылдың 14 октябрендә  Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. 1-  се Этҡол  урта мәктәбен тамамлай.  1977-1979  йылдарҙа  армияла хеҙмәт  иткәс, тыуған ауылында малсы, тракторсы булып эшләй.  1985 йылда  Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Сибай педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетының   Сибай институтында  уҡыта.Әҙәбиәткә  һикһәненсе  йылдарҙа  килә. Иң беренсе шиғырҙарйыйынтығы 1988  йылда баҫыла.”Ҡашмау” поэмаһы өсөн Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт  премияһы  бирелә. Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы.

 

 

 

1812 049

 

Әминә   Яхинадраматург, яҙыусы.

Әминә Миңдеғол ҡыҙы Яхина Баймаҡ районының Темәс ауылында 1953 йылда тыуған. 1974  йылда Өфө нефть институтын тамамлаған. Күренекле драматург, яҙыусы Әминә Яхина әҙәбиәт донъяһына «Ҡайырылмаһын ҡанаттар» тигән пьесаһы менән килеп инде. Ул-әлеге кѳндә тиҫтәләгән пьеса авторы. «Аҡҡошом минең», «Еҙ беләҙек», «Бабайға кәләш кәрәк» исемле әҫәрҙәре аша яҡшы таныш. «Парижды ла алдыҡ беҙ...» исемле  китабына алты пьеса һәм алты хикәйә ингән. «Алдар» һәм «Сәтәкәй» тигән әҫәрҙәре балаларға тәғәйенләнгән.

 

http://cs5541.userapi.com/u136361853/-6/x_2b8f578c.jpg

 

Фәнис Сирбаев-шағир

1971 йылдың 30 ғинуарында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Бала сағы, мәктәп йылдары гүзәл тәбиғәтле Шүлкә ауылында үтә. Пофессиональ- техник училищела шофер һөнәрен алып сыҡҡас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Шиғырҙарҙы хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас яҙа башлай. Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында вокал бүлегендә уҡый.Тәүге   йыйынтығын  1997  йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте сығарған “Шаңдау” исемле дөйөм йыйынтыҡта донъя күрә. “Март бураны” йыйынтығы – минең өсөн һынылышлы ла, һынау ҙа булған ваҡыт арауығында яҙылды,-тип яҙа Фәнис Сербаев.

 

 

 

 

 

 

Башҡорт әҙәбиәте күгендә – Баймаҡ йондоҙҙары

(КҮРГӘҘМӘ - ДИДАКТИК ҠУЛЛАНМА)

 

Төҙөүсеһе: Илүзә Баязит ҡыҙы Насырова,

1- се урта дөйөм белем биреү    мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,

Сибай ҡалаһы, 2013  йыл.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт әҙәбиәте күгендә – Баймаҡ йондоҙҙары (КҮРГӘҘМӘ- ДИДАКТИК ҠУЛЛАНМА)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

SMM-менеджер

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 124 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.10.2016 2389
    • DOCX 1.2 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Насырова Илюза Баязитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Насырова Илюза Баязитовна
    Насырова Илюза Баязитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12465
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Карьерный навигатор: эффективный поиск работы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 16 регионов

Мини-курс

Методы анализа и прогнозирования по финансовой отчетности

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологическое благополучие и успех в учебе: методы помощи детям на разных этапах развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 208 человек из 54 регионов
  • Этот курс уже прошли 131 человек