Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Дошкольное образование / Другие методич. материалы / Беҙҙең татыу ғаилә. (Әҙерлек төркөмө балалары өсөн)

Беҙҙең татыу ғаилә. (Әҙерлек төркөмө балалары өсөн)

Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Международный конкурс по математике «Поверь в себя»

для учеников 1-11 классов и дошкольников с ЛЮБЫМ уровнем знаний

Цели конкурса: повысить интерес учеников к математике, усилить внутреннюю мотивацию, веру в себя и свои силы. Ученики отвечают на задания прямо на сайте конкурса, учителю не нужно распечатывать задания. Для каждого ученика конкурс по математике «Поверь в себя» - это прекрасная возможность проявить себя и раскрыть свой потенциал.

Подробнее о конкурсе - https://urokimatematiki.ru/

  • Дошкольное образование

Поделитесь материалом с коллегами:

Беҙҙең татыу ғаилә

(Әҙерлек төркөмө өсөн)


Л.Ю. ФАЗЛЫӘХМӘТОВА,

Өфө ҡалаһының 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе


Маҡсат. Балаларҙа атай-әсәйҙәренә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү; йәмғиәттә ғаилә абруйын күтәреү, уның ҡиммәттәрен ҙурлау; ғаилә – балалар баҡсаһы бәйләнешен нығытыу.

Йыһазландырыу. «Ғаилә усағы» күргәҙмәһе (ғаиләләрҙең тормош-көнкүрешен сағылдырған фотоһүрәттәр, уңыш-ҡаҙаныштары, нәҫел шәжәрәһе, ғаилә ағзалары башҡарған ҡул эштәре, үҙҙәре әҙерләгән ризыҡтар); тәрбиә, атай-әсәй, ғаилә тураһында мәҡәл-әйтемдәр яҙылған плакаттар; артҡы планда – нурҙарын һибеп торған ҡояш һүрәте.


Байрам барышы

Зал байрамса биҙәлгән. «Ҡояш» түңәрәгенең уртаһына «Ата менән әсә – алтын ҡанат» тип яҙылған.

1-се тәрбиәсе.

Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп,

Үҫһен әле илдә балалар.

Уйынсыҡтар, туптар, бәүелсәктәр –

Байрам булып иҫтә ҡалалар.

2-се тәрбиәсе.

Әсәй һөйһөн бәпләп, атай һөйһөн,

Тик йылмайып уға бағайыҡ.

Ғүмерҙәрҙең иң саф мәле бит ул,

Иң бәхетле осор – балалыҡ.

1-се тәрбиәсе. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Хәйерле көн, бәйгелә ҡатнашыусы атайҙар, әсәйҙәр, балалар!

2-се тәрбиәсе. Бөгөн беҙ ғаилә тотҡаһы, илебеҙ терәге булған атайҙарға һәм ғүмер бүләк итеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы әсәйҙәргә бағышланған байрамға йыйылдыҡ.

1-се тәрбиәсе. Ғаилә... Был төшөнсә икәүҙең бер бөтөн булыуын аңлата. Татыу, дуҫ ғаиләләрҙә ихтирам, иғтибар, бер-берең өсөн өҙөлөп тороу, яуаплылыҡ тойғолары көслө. Матур ғаилә – һәр кем өсөн бәхет билдәһе, кеше тормошоноң таянысы.

2-се тәрбиәсе. «Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була», «Татыу ғаилә – ил күрке», «Ғаилә бәхете – ил бәхете», тиҙәр халыҡта. Бәйгелә ҡатнашыусы ғаиләләрҙе түргә саҡырабыҙ. Ғаиләләре менән таныштырыу өсөн һүҙ атайҙарға бирелә. Рәхим итегеҙ! (Тәртип номерҙары буйынса ғаилә башлыҡтары сығыш яһай, ғаилә ағзалары менән яҡындан таныштыра.)

1-се бала.

Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен

Боронғонан ҡалған бер өмөт.

Ил ағаһы булып, атай булып,

Ғорур булып ҡалһын ир-егет.

1-се тәрбиәсе. Атай – ғаилә тотҡаһы, Тыуған илен һаҡлаусы ир-егет, ил ағаһы. Өлгөлө ир-ат, ғаиләһе бер ниндәй ҡыйынлыҡтар кисермәй йәшәһен өсөн, бөтә көсөн, белемен, оҫталығын файҙалана. Улар ғаиләһен ҡарауҙа, балаларын тәрбиәләүҙә бар сараларҙы күрә. Юҡҡа ғына олатайҙарыбыҙ: «Атай – ил терәге», «Ата һөнәре – балаға мираҫ», «Атай – арҡа һөйәге», – тип әйтмәгән. Уларҙың изге һүҙен беҙ ҙә онотмайыҡ.

2-се тәрбиәсе. Белеүебеҙсә, ғаиләлә сетерекле хәлдәр тыуып тора, һәм уларҙы хәл итеүҙә атайҙарҙың роле бик ҙур. Бөгөн беҙ атайҙар өсөн тормошобоҙҙағы төрлө күренештәрҙе сағылдырырға булдыҡ. Сәхнәләштереүҙе ҡарағас, атайҙар үҙ фекерен әйтер. (Ғаилә тормошонан проблемалы ситуациялар күрһәтелә, атайҙар уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итә. Концерт номерҙары башҡарыла.)

1-се тәрбиәсе. Борон-борондан башҡорт ғаиләләренә татыулыҡ хас булған. Атай менән әсәй бер ваҡытта ла балалар араһында бер-береһенең абруйын төшөрмәгән. Ә бөгөнгө ир-ат ҡатынына ниндәй яғымлы, һөйкөмлө һүҙҙәр әйтә белә икән? (Атайҙар ҡатынына бер-бер артлы матур һүҙҙәр әйтә,кем иң һуңғы һүҙҙе әйтә шул еңеүсе була).


2-се бала.

Иң беренсе ишеткәнем ерҙә,

Иң беренсе күргән күҙҙәрем –

Әсәйемдең яҡты йөҙө менән

Әсәйемдең йылы һүҙҙәре.

1-се тәрбиәсе. Әсә! Ер йөҙөндә иң гүзәл, иң ғәзиз кеше – әсә! Шул һүҙ менән баланың теле асыла, һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй наҙлы яңғырай. Ә хәҙер бәйгелә ҡатнашыусы әсәйҙәрҙе түргә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле әсәйҙәр!

2-се тәрбиәсе. Хөрмәтле әсәйҙәр, һеҙҙең һәр берегеҙҙең ғәзиз балалары бар. Сабыйҙарығыҙҙы йоҡлатҡанда ниндәй бишек йырҙары көйләнегеҙ икән? Әйҙәгеҙ, шул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ. (Сәхнәгә өҫтән бау менән бишек төшөрөлә. Бишектә бала урынына ҡурсаҡ ята. Әсәйҙәр бишек йырҙары башҡара.)

1-се тәрбиәсе. Әсәйҙәр ял иткән арала, бәйгене атайҙар менән дауам итәйек. 8 март байрамы икән, ти. Һеҙ ҡатынығыҙға ниндәй байрам гөлләмәһе бүләк итер инегеҙ? (Ғаилә башлыҡтары, алдан әҙерләнгән сәскәләр, япраҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ярҙамында гөлләмә әҙерләп, тормош иптәштәренә бүләк итәләр.)

2-се тәрбиәсе. Балалар бишек йырҙарын ғына түгел, ә әкиәт һөйләгәнде лә бик яратып тыңлайҙар. Тик бер һөйләгән әкиәтте гел һөйләп тә булмай. Шуға күрә яңынан-яңы әкиәттәр уйлап сығарырға тура килә. Киләһе тур – әкиәттәр туры. Был турға әсәйҙәр өйҙә әҙерләнеп килгән. Хәҙер беҙ уларҙың үҙҙәре сығарған әкиәттәрен тыңлайыҡ. Рәхим итегеҙ! (Әкиәттәр конкурсы.)

1-се тәрбиәсе. Киләһе конкурста атайҙарҙың ярҙамсыллығына инанырбыҙ. Һәр ғаиләлә иртәнге ығы-зығы күҙәтелә: эшкә, мәктәпкә, балалар баҡсаһына ашығабыҙ. Ҡабаланып кейенгән ваҡытта ҡапыл ут һүнә икән, ти. (Атайҙарҙың күҙҙәре яулыҡ менән бәйләнә.) Әммә беҙҙен атайҙар юғалып ҡалмай, балаларына тиҙ арала кейенергә ярҙамлаша. (Атайҙар ярышы.)

2-се тәрбиәсе. Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуат-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Ата-әсә, ғаилә мөнәсәбәттәре тураһындағы мәҡәл-әйтемдәр тәрбиә барышында айырыуса йыш ҡулланыла. Әйҙәгеҙ, беҙҙең зирәк, аҡыллы әсәйҙәр менән шундай мәҡәлдәрҙе барлайыҡ. (Тәрбиәсе мәҡәлдәрҙең тәүге өлөшөн әйтә, әсәйҙәр дауам итә.)

Ата-инәңә ни ҡылһаң, (алдыңа шул килер).

Атанан күргән уҡ юнған, (инәнән күргән тун бескән).

Бала күңеле – (аҡ ҡағыҙ).

Ҡояш янында – йылылыҡ, (әсә янында – изгелек).

Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, (ялҡаулыҡ – хурлыҡ).

Хеҙмәте юҡтың (хөрмәте юҡ).

Әсәhеҙ ғаилә – (hүнгән усаҡ).

Әсә янында бала (етем булмай).

Яҡшылыҡ ҡылған – аш йыйған, (яманлыҡ ҡылған – таш йыйған).

Яҡшы һүҙ (балдан татлы).

1-се тәрбиәсе. Хөрмәтле тамашасылар, әсәйҙәр! Бөгөнгө бәйгенең һуңғы туры – үҙешмәкәр сәнғәт туры. Был турҙа беҙҙең әсәйҙәребеҙ төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен башҡарырға, артистар булып йырларға тейештәр.

2-се тәрбиәсе. Беҙ уларға имтихан биргәндәге кеүек билеттар әҙерләнек. Билеттарҙа ҡайһы артист булып йырларға икәнлеге яҙылған. Рәхим итегеҙ, әсәйҙәр, билеттарҙы алығыҙ.

Әсәйҙәр билеттарҙы алалар. Билетта яҙылған номерҙарҙы башҡаралар.

1-се тәрбиәсе. Ҡәҙерле ата-әсәләр! Бәйгенең бөтә төрҙәренә лә йомғаҡ яһап, еңеүсе ғаиләне билдәләргә ваҡыт етте. (Жюри йомғаҡ яһай, еңеүселәр бүләкләнә.)

2-се тәрбиәсе. Хәҙер һүҙ һеҙгә, балалар! Атай-әсәйҙәрегеҙгә һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтеп, ҡыуандырығыҙ әле! (Концерт номерҙары башҡарыла.)

Балалар (бергә). Рәхмәт һиңә, атайым, беҙгә ныҡлы терәк булғаның өсөн! Рәхмәт һиңә, әсәйем, беҙгә ғүмер бүләк иткәнең өсөн!

1-се тәрбиәсе.

Тик бала саҡ – мәңгелек тә түгел,

Һағынып та ҡайтып булмай шул.

Бөгөн – сабый, иртәгә − үҫкәнһең,

Ваҡыт аға, елеп туймай шул.

2-се тәрбиәсе.

Ғәмһеҙ саҡтар, уйнап туймаҫ саҡтар

Онотолмаҫ булып ҡалалар.

Әсәй һөйөп баҡһын, атай һөйһөн –

Бик бәхетле булһын балалар.

1-се тәрбиәсе. Балалар, бөгөнгө ярышта атайҙарҙың зирәк, етеҙ, көслө икәнлеген күрҙек. Әсәйҙәрҙең тырыш, эшһөйәр, хәстәрлекле икәнлегенә шаһит булдыҡ. Атай-әсәйҙәрҙән өйрәнгән һәйбәт ҡылыҡтарҙы, ғәҙәттәрҙе үҫтереү – һеҙҙең изге бурысығыҙ. Уңыштар юлдаш булһын!

2-се тәрбиәсе. Берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәп, аңлы, тәрбиәле, эшһөйәр балалар үҫтерәйек, киләсәгебеҙҙе бергә тәрбиәләйек, ныҡлы ғаиләләр булдырайыҡ. Һау булығыҙ!



5



Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy

Автор
Дата добавления 23.02.2016
Раздел Дошкольное образование
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров220
Номер материала ДВ-476823
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх