Инфоурок Классному руководителю Конспекты“Һиндә ҡалам,Дәүләкәнем!”

“Һиндә ҡалам,Дәүләкәнем!”

Скачать материал

Дәрес темаһы:

“Һиндә ҡалам,Дәүләкәнем!”

Маҡсат:1.2013 йыл-Тирә-яҡ мөхитте яҡлау йылы (әңгәмә);

2.Дәүләкән районының топонимик атамаларына ҡыҙыҡһыныу  уятыу;

3.Уҡыусыларҙа тыуған яҡты яратыу тойғоһо тәрбиәләү,экологик һәм патриотик тәрбиә биреү;

Йыһазландырыу:интерактив таҡта, ноутбук, проектор.

Эпиграф:

                                    Ниндәй генә ерҙәр мин күрмәнем,

                                    Һиндә ҡалам әле,Дәүләкәнем!

                                                                     Гөлүзә Арыҫланова

Уҡытыусы:

Хәйерле көн,хөрмәтле коллегалар!

2013 йыл беҙҙең республикала тирә-яҡ мөхитте  һаҡлау йылы тип иғлан ителде.Шуға күрә мин дә бөгөнгө дәресемде Дәүләкән районы биләмәләрендәге тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, уларҙың топонимик атамаларын өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында ҡорҙом.

Беҙ һеҙҙең менән бергә хыялыбыҙҙа киргән аҡ елкәндә Дәүләкән районы буйлап дәрес-сәйәхәткә сығабыҙ.Сәйәхәт осоронда беҙгә ыңғай елдәр иҫеп, елкәнебеҙ  ныҡ, һәр саҡ тулышҡан булһын!Хәйерле сәғәттә!

Дәүләкән ере биләмәһендә  мең ырыуы вәкилдәре йәшәй.

Ырыуыбыҙ-                                  Мең

Ағасыбыҙ –                                  Ҡайын

Ҡошобоҙ-                                     ҡарсыға

Гүзәл  күлебеҙ-                          Асылыкул

Данлы тауыбыҙ-                         Балҡантау

Ырыуыбыҙ аҡһаҡалы-               Ҡәнзәфәр бей

Данлыҡлы эпосыбыҙ-                “Заятүләк менән Һыуһылыу”

Иң матур халыҡ йыры-               Асылыҡай буйы

Ораныбыҙ-                                  Алаҫ! Алаҫ!Алаҫ!

Барығыҙға ла тапҡыр яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт!

1 Туҡталыш-  район үҙәге Дәүләкән ҡалаһы. Дәүләкән һәм Этҡол ауылдары ҡушылып барлыҡҡа килгән.Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә ике яҡлап Дәүләкән ере йәйрәп ята.Майҙаны-1875 кв.км.Халыҡтың уртаса тығыҙлығы-1 кв.км.22 кеше.Районда 95 ауыл бар, иң ҙурҙары-Ивановка,Ҡоръятмаҫ, Мәкәш.Дәүләкән нигеҙ һалынғандан алып он тартыу, ярма ярыу сәнғәтенең ҙур үҙәге булып тора.Ҡалала кирбес заводы,сыр ҡайнатыу,автомобилдәр ремонтлау, янғын һүндереү ҡорамалдары заводтары,балалар аяҡ кейемдәре фабрикаһы, элеватор эшләй.Ҡаланы Транссебер тимер юлы магистрале,Шишмә-Миәкә автомобиль юлы киҫеп үтә. Район Бүздәк,Благовар, Шишмә,Бәләбәй,Әлшәй,Ауырғазы райондары менән  сикләшә.

2-се Туҡталыш – “Асылыкул- аҫыл күл”( тарихи йырҙар)

Асылыҡай буйы ҡамышлыҡ.

Төйәк иткән уны күп ҡоштар.

Тулҡындары уйнап ярға ҡаға,

Ағастары тора алҡышлап.

Аяҙ төндә алтын тараҡ һымаҡ,

Ай йылтырай тын күл өҫтөндә.

Таң атҡанда ҡояш йым-йым килә,

Аллы-гөллө йәйғор төҫөндә.

Матур тәбиғәте- бер мөғжизә,

Һауаһы саф-иркен һулышым.

Яр буйында шишмә сиртеп сыға,

Күҙ йәшеләй булып тулышып.

Шундай гүзәл ерҙә баҫып торам,

Хәтер-хыялдарҙан уйылып.

Асылыкулдән етәкләшеп икәү

Алдарыма килеп сығыр кеүек

Заятүләк менән Һыуһылыу.

Уҡытыусы:

Асылыкул буйҙары менән бәйле ниндәй тарихи йырҙарҙы беләһегеҙ?

Яуаптар:

-“Асылыҡай буйы”

-“Юрмый буйы”

-“Хәйрүләкәй”

-Асылыкүл”

-“Асылыкул  буйҙары”

Уҡытыусы: Асылыкул атамаһы ҡайҙан барлыҡҡа килгән?Борон заманда күл нисек аталған?

Яуаптар:

-Ҡаратабын күле

-Аҫыл күл

-Асы күл.

Эйе, ололар уны Аҫыл күл тип кенә йөрөткән борон.Шунан Асылыкул булып киткән дә инде.

3-сө Туҡталыш –Берҡаҙан –ҡоштар батшалығы.(тыуған ер тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү).

Борон-борон замандарҙа был тирәгә аусылар,һунарсылар кейек, ҡош-ҡорт ауларға килгәндәр.Бер һунарсы ҡош атып алғас, ҡаҙанға бешерергә һалған, уның ите бер ҡаҙан булған.Шул көндән алып ҡоштоң үҙен дә, урынды ла Берҡаҙан тип йөрөтә башлағандар.(ул ҡоштар пеликандар булған,тиҙәр).Һуғышҡа тиклем үк был һаҙлыҡта бик бай торф ятҡылығы тапҡандар,  әллә нисә йылдар ошо торф сығарыу эше тирә-яҡтағы ауылдар халҡын эш менән тәьмин итеп торған.Был һаҙлыҡты киптереп, баҫыу яһау уйы кем башына килгәндер?Ләкин һаҙлыҡ урынында  иген  үҫмәгән.Ҡоштар,йәнлектәр ҙә китеп бөткәндәр.

Берҡаҙанды тергеҙергә

Бирелде яңы фарман.

Тик тәбиғәт үпкәһен

 Онотормо бер заман?

Яңынан ҡайтырмы һуң

Онотолған берҡаҙан?

Юғалған тереклекте

Табырбыҙ икән ҡайҙан?

Турғайҙы ҡырып бөткәс,

Оран һалғайны Ҡытай.

Берҡаҙанды ҡайҙарҙан

Алырбыҙ икән һорап.

Һорауҙар күп.Яуапты

Кемдәр икән бирәсәк?

Килә күрмәһен бер үк

Киләсәкһеҙ киләсәк!

Уҡытыусы:

4 .Аҡ елкәнебеҙ тағы юлда.Киләһе туҡталыш-Балҡантау-ғашиҡтар төйәге.(“Заятүләк менән Һыуһылыу”эпосын  иҫкә төшөрөү).

Ни өсөн мин был туҡталышты шулай атаным икән?

-Легенда буйынса,Балҡантауҙа Заятүләк менән Һыуһылыу ерләнгән.

Балҡантауҙың бейеге.

Бейегендә уйнай кейеге.

Алпан –толпан атлаған

Айыуы күп Балҡантау.

Йылтыр күҙле бүреле

Бүреһе күп Балҡантау.

Ҡыҙ балалай биҙәнгән

Төлкөһө күп Балҡантау.

Майлап һалған ҡамыштай

Йыланы күп Балҡантау.

Эй,Балҡантау,Балҡантау!!!

Кроссворд сисеү.

1.Легендаларҙа һөйләнелгән һаҙлыҡ.

2.Башҡортостандың иң ҙур күле.

3.Мең ырыуы ораны.

4.Мең ырыуы ҡошо.

5.Эпос геройы

6.Мең ырыуы аҡһаҡалы.

7.Дәүләкән районында тыуған сәхнә йондоҙо,С.Юлаев премияһы лауреаты.

8.Ш.Бабич премияһы лауреаты,шағирә.

9.Заятүләктең һөйгәне.

Был кроссвордта ниндәй һүҙ йәшеренгән?

-Балҡантау.

5 –се туҡталыш.Дәүләкән-күренекле шәхестәр төйәге

Яҡташтарҙы таныйбыҙмы?Кем белә?

-Р.Ураҡсина

-Л.Саяхова

-Т.Бабичева

-Н.Гатауллин

-А.Хаким

-Л.Абдуллина

6-сы Туҡталыш -Халыҡ гәүһәрҙәре.

Үҙенең яҙыусыларын, ғалимдарын белмәгән халыҡ-бәхетһеҙ. Республикабыҙ күгендә йондоҙ булып балҡыған шәхестәребеҙ байтаҡ.Шуларҙың береһе-район һәм республика конкурстары лауреаты,шағирә, композитор,Ә.Хәким музейы директоры,”Дим” әҙәби берекмәһе етәксеһе Гөлүзә Арыҫланова.Тыуған еребеҙ, килен булып төшкән еребеҙ өсөн беҙ янмаһаҡ, һеҙ янмаһағыҙ-кемдәр яныр!

Сәйәхәтебеҙҙең

Музыкаль яҡтан биҙәй Гөлүзә Арыҫланова. (йыр бөткәс)

Бына ошондай юғары нотала  сәйәхәтебеҙҙе тамамлайбыҙ.Аҡ елкәнебеҙ кире Дәүләкән ҡалаһына килеп туҡтаны.Ошо төбәккә улдар,батырҙар бүләк итеп, Дәүләкән, беҙ һиндә ҡалабыҙ!

Һеҙҙең иғтибарға үҙемдең шиғырымды тәҡдим итәм.

Минең яҙмыш һинең менән

Бәйләнгән.

Килен булып төшкән ерем,

Дәүләкән.

Ошо ерҙә тыуып-үҫте

Улдарым.

Һиҙелмәйсә уҙҙы тиҫтә

Йылдарым.

Һине үҙ төйәге иткән,

Береккән.

Урыҫ, башҡорт,татар, сыуаш

Электән.

Ишле ғаиләңә тағы иш

Булып.

Нисә төрлө халыҡ киткән

Ҡушылып.

Өс тиҫтәгә яҡын милләт

Балаһы.

Бөгөн,гүйә, күҙҙәреңдең

Ҡараһы.

Һәр береһе үҙ телендә

Һөйләшә,

“Дәүләкән-тыуған ерем”, тип

Өндәшә.

Әсәй булып һәр балаңды

Һөйәһең.

Атайҙарса ла тәрбиә

Бирәһең.

Бындай ҡунаҡсыл ер тағы

Бар микән!

Дуҫлыҡ, татыулыҡ бишеге-

Дәүләкән!

Тыуған еребеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ, ер-һыу атамаларын өйрәнәйек. Уның матурлығын, гүзәллеген киләсәк быуындарға ла күрергә насип  булһын!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы

Дәүләкән районы муниципаль районы

Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

              Һиндә ҡалам,Дәүләкәнем!

                                 (дәрес-экскурсия)

 

 

 

 

 

 

                                            Башҡарыусыһы:

Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "“Һиндә ҡалам,Дәүләкәнем!”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по футболу

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Дәрес темаһы:

“Һиндә ҡалам,Дәүләкәнем!”

Маҡсат:1.2013 йыл-Тирә-яҡ мөхитте яҡлау йылы (әңгәмә);

2.Дәүләкән районының топонимик атамаларына ҡыҙыҡһыныууятыу;

3.Уҡыусыларҙа тыуған яҡты яратыу тойғоһо тәрбиәләү,экологик һәм патриотик тәрбиә биреү;

Йыһазландырыу:интерактив таҡта, ноутбук, проектор.

Эпиграф:

Ниндәй генә ерҙәр мин күрмәнем,

Һиндә ҡалам әле,Дәүләкәнем!

Гөлүзә Арыҫланова

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 334 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.04.2015 1122
    • DOCX 43.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Файзуллина Гульнара Мухкметовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 9 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 23717
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс повышения квалификации

Медиаграмотность как форма работы с современным родителем

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 127 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы профориентационной работы в деятельности педагога

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 98 человек из 36 регионов
  • Этот курс уже прошли 121 человек

Курс повышения квалификации

Уверенность, уверенное поведение, воспитание волевых привычек, развитие учебной мотивации у детей и подростков

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 248 человек

Мини-курс

Hard-skills современного педагога

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Event-менеджмент и видеопродакшн: от концепции до успешной реализации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 10 человек

Мини-курс

Основы духовно-нравственной культуры народов России: особенности преподавания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 32 человека