Инфоурок Начальные классы СтатьиИнша:"Ил тарихы менән бәйле ғүмер юлы".

Инша:"Ил тарихы менән бәйле ғүмер юлы".

Скачать материал

Ил тарихы менән бәйле ғүмер юлы.

 

   Оҙаҡламай беҙҙең ғаилә һағынып  көтөп алған, ихтирам иткән көн-Бөйөк Еңеү байрамы килеп етәсәк. Был көндө беҙ йыл да байрам митингыһынан һуң зыяратҡа барыуҙы традиция итеп алғанбыҙ. Унда барып, мәрхүм туғандарыбыҙҙың ҡәберҙәрен үләндән таҙартып, һәр береһе менән һөйләшеп, сәскәләр ултыртып шулай хөрмәтләйбеҙ, уларҙы иҫләйбеҙ.  Ҡайһыларын мин беләм, ә белмәгәндәре тураһында олатайым һөйләй, таныштыра. Беҙ айырыуса оҙаҡ итеп  ҡарт олатайым ҡәберендә туҡтайбыҙ, сөнки уның да  Еңеү байрамын яҡынайтыуҙа ҙур өлөшө бар.

Минең ҡарт олатайым, Йәғәфәров Ниғмәт Сәғит улы,  1908 йылдың 17 февралендә Аҫҡар ауылы советы Ташлы ауылында тыуған. Ҡатмарлы тормош юлы үткән яуғир олатайымды мин күрмәнем, ләкин уның тураһында үҙе яҙған иҫтәлектәрҙе уҡып беләм, яҙғандары тураһында һеҙгә лә һөйләп үтәм:

1917 йылда ауылда һалдаттар тулып китте.

-                     Беҙҙән ҡурҡмағыҙ, үҙебеҙҙең кешеләр,  тип уйлағыҙ. Беҙ ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышабыҙ. Улар бик насар кешеләр: балаларҙы штык осона ҡаҙап, ата-әсәләрен үлтереп китәләр,-тип хәбәр тараттылар. Был һалдаттар ауылда өс көн туҡталып торҙолар.      

          Өсөнсө көндө бөтә өйҙәрҙең дә тәҙрәләрен ҡапларға һәм урамға сығып йөрөмәҫкә ҡуштылар. Әсәйем менән атайым тирүгә менән тәҙрәне ҡапланылар ҙа, ни булырын көтөп ултырҙылар.

        Таң атты, тауыш-тын юҡ. Яҡтырғас, тәҙрәләрҙе асып ҡараһаҡ, ауылда бер кем юҡ. Теге һалдаттар юл яҙҙырып ҡасҡандар. Уларҙың ҡайһы яҡҡа киткәндәрен белмәй ҙә ҡалдыҡ.    

         Шул уҡ көндө иртә менән ҡыҙылдар килеп инде. Беҙ уларҙан ҡурҡабыҙ, үлтереш ҡасан башланыр инде, тип көтәбеҙ. Атайымдан: “Аҡтар ҡайһы яҡҡа киттеләр?”-тип һоранылар, атайым ”Белмәйем”,- тигәс ҡамсы менән һуғып ебәрҙеләр. Иртә менән тороп тирә-йүнде ҡарап өлгөргән Фәтхулла ағайым атайым алдына сыҡты ла: “Аттарының юлына ҡарағанда, ул һалдаттар Аҫҡар яғына киткән булырға тейеш”,- тине. Һауаға мылтыҡ атып ебәрҙеләр.Шунда уҡ ауылға бер төркөм һалдаттар сабышып килеп инделәр. Көршәк, биҙрә һорап алып бешеренә башланылар. Туйынып алғас, ағайымды саҡырып алып, юл күрһәтеп барырһың, тип, үҙҙәре менән бергә алып киттеләр. Ағайым дүрт ай йөрөп ҡайтты.

        Ауылға бер аҡтар, бер ҡыҙылдар килеп тула. Ауыл халҡы уларҙан ҡасып, Ҡарағас йортҡа, Брәтәк йортҡа килеп урынлашып йәшәп ҡаранылар. Ләкин тыныслыҡ оҙаҡ барманы, һалдаттар килә торҙо, китә торҙо. Беҙ тағы ла Шәйек йортҡа күсеп китергә мәжбүр булдыҡ. 1918 йылда атайым үлеп ҡалды, 1919 йылда әсәйем яңынан тормошҡа сығып, Монасипҡа күсеп киттек.

1920 йылда аҡтар тар-мар ителеп бөттө, ләкин дезертирҙар килеп сыҡты. Совет хөкүмәтенә, партизандарға ҡаршы сыҡтылар. Ауыл халҡына тағы тыныслыҡ бөттө. Ауылдар араһында һуғыш бара.

1921 йылда бик ҡаты аслыҡ булды. Халыҡ күпләп ҡырылды. Бер соҡорға 4-5 мәйет күмелә ине…

1921 йылдың 15 мартында хөкүмәт тарафынан балаларҙы ашатыу ойошторолдо. Бер өйҙән 2-3 бала ашатыла.

1921-1924 йылдарҙа кулактарҙа батрак булып эшләнем.

1929 йылда комсомолға индем.

1929 йылдан башлап, ауыл халҡы колхозға берләшә башлай һәм 1931 йылда тулыһынса колхозға инеп бөтәләр. Ауылды кулактарҙан таҙартыу башланды.

1933-1942 йылдарҙа төрлө вазифаларҙа эшләргә тура килде.

  Инде донъялар яйға һалынып, эштәр гөрләп ятҡан саҡта илгә тағы аяуһыҙ бер һынау үтергә тура килде. Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Иңгә-иң терәшеп, береһенән береһе матур ун баланы ҡарап үҫтереп, тормошҡа һөйөнөп йәшәп ятырға ғына ине лә бит…

1942 йылдың 16 ғинуар көнө һуғышҡа киттем. Ғафури районы Усолка ауылында 6 ай курс тамамлағандан һуң, өлкән сержант званиеһы биреп, һуғышҡа оҙаттылар.

Дон йылғаһы эргәһендә ҡаты һуғыш булды, байтаҡ иптәштәрем һәләк булды. Биш көн оборонала торҙоҡ. Бер аҙҙан, 319-сы полкка ебәрҙеләр, унда отделение командиры итеп ҡуйҙылар. 14 ғинуар көнө ҡот осҡос һуғыш булды, Харьковҡа барып етә яҙҙыҡ. Шунда ҡаты яраланып, һуғыш яланында ятып ҡалғанмын. Санитар ҡыҙ табып алып, сиркәүгә килтереп һалған. Немец самолеттары бомбаға тота башланы, беҙҙе машинаға тейәп хәүефһеҙ урынға күсерҙеләр.1943 йылдың 30 майына тиклем Өфө госпиталендә яттым, комиссия үткәс, ауылға ҡайтырға тура килде”.

Ниғмәт олатай һуғыштан һуң бик күп яуаплы эштәрҙә эшләгән.1987 йылдың 4 июнь көнө бик ҡаты ауырып вафат була.

Данлы һәм шанлы ғүмер юлы үткән олатайыбыҙға һоҡланмау мөмкин түгел. Уның тормошо беҙҙең өсөн өлгө. Илебеҙгә еңеү килтергән олатайыбыҙға тыныс матур тормошта йәшәүебеҙ менән сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

 

                                                                 Йәғәфәров Рушан

Брәтәк филиалының

 3 класс уҡыусыһы,

 етәксеһе Йәрмөхәмәтова Г.М.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Инша:"Ил тарихы менән бәйле ғүмер юлы"."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Овощевод

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 059 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.12.2016 1006
    • DOCX 19.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ярмухаметова Гульдар Маратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 1763
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Финансовая грамотность для обучающихся начальной школы в соответствии с ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 560 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 488 человек

Курс повышения квалификации

Развитие критического мышления у младших школьников в условиях обновленного ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 74 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 719 человек

Курс повышения квалификации

Инструменты в преподавании кубановедения в соответствии с ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 162 человека

Мини-курс

Развитие физических качеств в художественной гимнастике: теория и практика

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективная самопрезентация

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 55 человек из 31 региона
  • Этот курс уже прошли 33 человека

Мини-курс

Основы творческой фотографии

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 225 человек из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 35 человек