Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока в 6 классе по башкирскому языку

Конспект урока в 6 классе по башкирскому языку

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:



6 класта башҡорт теле

һәм әҙәбиәте дәресе

Тема: М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры



Урок башкирского языка и литературы в 6 классе

Тема: Стихотворение М.Карима "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа"







Туймазы районы

Ҡандра 4-се төп дөйөм

белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы

Ғәниева Резеда

Рауил ҡыҙының эше



Работа учителя Туймазинского района,

ООШ № 4 с.Кандры

Ганеевой Резеды Равиловны



Тема: М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры.

Маҡсат: М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу; шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү; бөйөк әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү. уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсаттарын билдәләү; бергә төҙөлгән план буйынса эшләү; үҙеңдең фекереңде әйтә белеү; яңы белемде дәреслеккә, интерент селтәренә, башҡа сығанаҡтарға таянып алырға өйрәнеү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, интерактив таҡта, презентация.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

2.Өй эшен тикшереү.

-"Минең Ватаным " темаһына кескәй хикәйә төҙөп килергә ине. Бер- нисә уҡыусыны тыңлап үтәйек.

3. Дәрес темаһын белдереү.

-Уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән 5-се класта «Дан кәпәс түгел», «Сыйырсыҡ балаһы» хикәйәләрен уҡып киткәйнек. Был хикәйәләрҙең авторын билдәләп китәйек . (М.Кәрим)

-Мин өҙөктәр уҡыйым, уҡыусылар, һеҙ ниндәй әҫәрҙән икәнен табығыҙ.

"-Әйҙә, улым өйгә инәйек әле.

-Беҙ, ни, өләсәй, Айҙар менән Ҡылыс башына...

-Хәҙер китерһегеҙ. Айҙар әҙ генә сабыр итер.

Өйгә ингәс, Нәғимә инәй ейәнен эргәһенә ултыртты ла арҡаһынан тағы бер ҡат һөйөп алды."

-Бына , әсәй, сыйырсыҡ балаһы тоттом, оянан ҡолап төштө,- тине Әлфиә. - Ярма бирсе тиҙерәк.

-Бар , хәҙер үк кәртә башына сығарып ҡуй үҙен,- тине әсәһе, - инәһе табып алыр."

"Төндә кескәй ҡыҙ шундай төш күрҙе.Ҡурҡыныс ҡара урманда ул аҙашып йөрөй , имеш. Тирә- яғында бүреләр олой, айыуҙар үкерә, әллә ниндәй йәмһеҙ ҡоштар ҡысҡыра, быҙау ҙурлығы ала бесәй, күҙҙәрен йылтыратып, уға ташланырға самалай."

-Ә был юлдар тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?

Икебеҙгә тейҙе бер юлы

Бер минаның ике ярсығы.

Береһе ҡалды сержант Фоминда,

Икенсеһе- минең тәнемдә.

(Шиғри юлдар, һуғыш темаһына, бәлки Мостай Кәрим һүҙҙәрелер.)

-Тимәк, беҙ һеҙҙең менән, нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

(М.Кәримдең ошо шиғыры менән танышасаҡбыҙ)

-Эйе, дәрестең темаһы "М.Кәримдең "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" тигән шиғыры."

- М.Кәримдең биографияһын өйҙә үҙ аллы ҡарап килергә ине.

6.Яңы тема менән таныштырыу.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән М.Кәримдең һуғыш йылдары тураһында һөйләшеп китәбеҙ. Һуғыш - иң ҡурҡыныс бәлә. Әлеге ваҡытта ла һеҙ Украиналағы хәлдәрҙе телевизор, интернет селтәренән ҡарап, ишетеп тораһығыҙ. Һәр ваҡыт тыныслыҡта йәшәргә яҙһын.

Был хәл М.Кәрим менән 1942 йылда була. Ул артиллерияла элемтәселәр начальнигы була. Дошман танкылары һөжүм иткәндә, мина ярсығы тейеп, М.Кәрим ҡаты яралана. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була.

19 йыл үткәс, М.Кәрим был хаҡта «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» тигән шиғырын яҙа. Был шиғыр баҫылып, уны радио, телевизорҙа уҡығандан һуң, М.Кәримгә бик күп хаттар килә. Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләй. Фамилия бик таралған була, ә исеме шиғырҙа әйтелмәй. Шуғалыр ҙа, хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә. Ә В.Фомин балалар йортонан була.

Кемдәрҙән хат килгән – барыһына ла яуап яҙған М.Кәрим.

7. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры буйынса эш.

-Хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән шиғыр буйынса эш алып барайыҡ.

  • Һүҙлек эше:

епшек- мокрый

әрнеү- ныть или болеть

ярсыҡ- осколок

гонаһ-грех (Һәр һүҙ менән һөйләмдәр уйланыла, миҫалдар килтерелә.)

  • Уҡытыусы уҡый.

  • Үҙ аллы уҡыу.

  • Эстәлеген аңлауҙы тикшереү:

- Шиғырҙа ниндәй яра турында һүҙ бара?

- Яраның авторға ҡағылышы бармы? (Үпкәһе яраланған, комсомол билеты тишелгән.)

- «Бәлки үсем кәмер дошманға, тәнемдәге тимер эреһә» тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ни өсөн ҡар яуған һайын авторҙың яраһы һыҙлай?( Тәбиғәт менән кеше бер-береһенә бәйле һ.б.)

8. Ял минуты.

Йомшаҡ ҡар яуа,

Яуа ла яуа.

Аҡ мамыҡ менән

Ҡарҙар ҡаплана.

Буран да сығыр,

Ҡарҙы йүгертер.

Сана шыуырға

Тауҙар өлгөртөр.

9. Ә хәҙер ҡысҡырып тасуири уҡыйыҡ.

-Ниндәй кәйеф менән уҡырһығыҙ? ( Күңелһеҙ,ҡайғылы)

-Ни өсөн?

  • берәмләп;

  • парлап;

  • төркөмләп уҡыу.

10. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йырын тыңлау.

- Әле беҙ уҡыған шиғырға композитор Сара Садиҡова көй яҙған һәм

ул йырға әйләнгән. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

11. Дәфтәрҙә эш. (Төркөмдәрҙә эш.)

Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, аҙна көнөн , класс эше тип яҙабыҙ. Шиғырҙа осраған һандарҙы яҙып алығыҙ, уларҙың төрөн, килешен билдәләгеҙ. Һөйләмдәр төҙөп яҙығыҙ.

11. Дәресте йомғаҡлау.

Маҡсатҡа ирештекме?

- Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?

-Был шиғырҙың тарихы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

-Был шиғырға кем көй яҙған?

-Дәрестән ниндәй кәйеф менән китәһегеҙ?

- Үҙегеҙгә билдә ҡуйығыҙ.

12. Өй эше биреү: (эш төрөн һайлап алырға.)

  • Шиғырҙы ятларға.

  • Сара Садиҡова башҡарған йырҙарҙың исемдәрен яҙып килегеҙ.

  • Мостай Кәрим тураһында материалдар тупларға.

Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Краткое описание документа:

Конспект урока по башкирскому языку по теме"Мустай Карим.Третий день подряд идет снег".

Урок башкирского языка и литературы в 6 классе

Тема: Стихотворение М.Карима "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа"

Туймазы районы

Ҡандра 4-се төп дөйөм

белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы

Ғәниева Резеда

Рауил ҡыҙының эше

Работа учителя Туймазинского района,

ООШ № 4 с.Кандры

ГанеевойРезеды Равиловны

Автор
Дата добавления 05.06.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров636
Номер материала 299654
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх