Конспект
занятия по развитию речи на башкирском языке «Птицы»
в
младшей группе
Воспитатель
Баязитова Г.З.
-Балалар, беҙгә
ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, улар менән һаулашайыҡ.
-Һаумыһығыҙ!
-Миңә яҡын килегеҙ,
Ҡулдарығыҙҙы
бирегеҙ.
Йылмаяйыҡ бергәләп.
Һәм ултырайыҡ
ипләп. (Ярым түңәрәккә ултырғастарға ултыралар)
Ҡоштар тауышы
яҙмаһы.
-Ой, ниндәй
күңелле тауыштар ишетелә...Кем йырлай икән бында? Дөрөҫ, ҡоштар. Беҙҙең
ағасыбыҙға ҡоштар ҡунған! Тышта һыуыҡ.Улар йылынырға ингәндер беҙгә.
-Беҙ,
ҡоштар, өшөнөк, йылынғыбыҙ, уйнағыбыҙ, туҡланғыбыҙ килә.Беҙгә ярҙам итегеҙ.
Сут, сут, сут!
-Кем таный, был
ниндәй ҡош? (Турғай)
-Дөрөҫ.Афарин.Әйтәйек
әле бергәләп: тур-ғай, тур-ғай.
-Турғай ниндәй
төҫтә? (Һоро) Әйҙәгеҙ, бергәләп әйтәйек әле. Һо-ро.Һо-ро, Дания, әйт әле,
турғай ниндәй төҫтә? (Һоро)
-Турғай нисек
йырлай? (Сут-сут-сут) Әйтәйек әле бергә. (Сут-сут-сут)
-Турғайҙың
кәүҙәһенең ниндәй өлөштәре бар? (Кәүҙәһе, башы, суҡышы, ҡанаттары, ҡойроғо, тәпейҙәре)
-Дөрөҫ. Афарин. Ә
был ниндәй ҡош? ( Ҡарға) Ниндәй ҡош был, Илүзә? Данис? Эйе, ҡарға.
-Ә ҡарғаның түше
ниндәй төҫтә әле? ( Аҡ. Аҡ.)
-Ҡарғаның
ҡанаттары ниндәй төҫтә? ( Ҡара. Ҡара.)
-Ҡарға ниндәй
тауыш бирә? ( Ҡарр-ҡарр-ҡарр-ҡарр) Ниндәй тауыш, Әлиә?
-Улар нимә эшләй
белә?( Оса беләләр)
-Нимә ҙур- ҡарғамы
әллә турғаймы? ( Ҡарға ҙур)
-Ҡарға ҙур, ә
турғай? (Бәләкәй)
-Әйҙәгеҙ, хәҙер
һеҙ һөйләп ҡарағыҙ.
Мнемотаблица
буйынса һөйләмдәр төҙөү.
Был турғай.
Был ҡарға.
Ҡарға менән турғай
осалар.
Ҡарға менән турғай
ем ашайҙар.
Әйҙәгеҙ, ҡоштарҙы
ҡулыбыҙға алып йылытайыҡ.
Тын алыу
гимнасткаһы.
-Ә хәҙер ҡоштар
менән уйнап алайыҡ.
Бармаҡ
гимнастикаһы
Мин ҡоштарҙы
яратам,
Тәмле емдәр
ашатам,
Емемде суҡый
ҡоштар,
Һикереп уйнай
улар,
Сәп-сәп-сәп итәм,
Ҡоштарым осоп
китә.
-Балалар, әйтегеҙ
әле, ә ергә төшкәс,турғай атлаймы әллә һикерәме? ( Һикерә). Ә ҡарға? (Атлай)
-Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә
улар кеүек хәрәкәттәр яһап алайыҡ. Баҫығыҙ әле таралынҡырап.
Ял минуты
-Атлап йөрөй
ҡарғалар,
Һикерешә
турғайҙар,
Ем сүпләйҙәр
бергәләп
Һәм осалар тирәләп.
Шунан бергә
йырлайҙар –сут, сут.сут, ҡарр, ҡарр, ҡарр!
Һәм ағасҡа ҡуналар
(Сүкәйәләр)
-Балалар, мин бер
матур ағас күрәм! Әйҙәгеҙ, шул ағас янына барайыҡ. (Балалар икенсе ағас
янына сығалар)
-Ултырығыҙ үләнгә.
( Балалар балаҫҡа ултыралар).
-Ҡарағыҙ
әле, ниндәй матур өйҙәр ағасҡа эленгән!
-Был өйҙә кемдәр
йәшәй икән? (Ҡоштар)
-Эйе, күрәһегеҙме,
улар өйҙәренә инеп тә ултырғандар.
- Был өй ниндәй
төҫтә? ( Ҡыҙыл)
- Ә был өй ниндәй
төҫтә? ( Зәңгәр)
- Был өй ниндәй
төҫтә? (Һары)
- Мяу!
Ой, кем килә ул ҡоштар янына? ( Бесәй). Ул ҡоштарҙы тоторға уйлай. Әйҙәгеҙ,
ҡоштарҙы йәшенмәк уйнатайыҡ, бесәйҙән йәшерәйек, ишектәрен бикләйек. Бына өйҙөң
ишектәре.Хәҙер төҫөн тура килтереп дөрөҫ итеп ишектәрҙе ябырға кәрәк. Кил
әле,ниндәй өйҙө теләйһең, шуны бикләп ҡуй.
-Ниндәй
өйҙө бикләнең? Балалар, дөрөҫ бикләнеме .... өйҙө?
(Ҡалған
ике өйҙө бикләү)
-Бына
беҙ ҡоштарҙы бесәйҙән йәшерҙек.Афарин, һеҙ ярҙам иттегеҙ ҡоштарға.
-Ой,
улар беҙгә һикереп килеп төштөләр, рәхмәт әйтәләр. Тик улар асыҡҡандар, әйҙәгеҙ
уларҙы ашатып алайыҡ. Зәңгәр ҡош зәңгәр ем ярата. Ҡыҙыл ҡош ҡыҙыл ем ярата.
Һары ҡош һары ем ярата. Кем дөрөҫ ашата алыр икән.
Дидактик уйын «
Ҡош ашатыу»
-Ҡоштарыбыҙ
ашанылар ,йылындылар. Хәҙер һеҙҙе уйнарға саҡыралар. Һеҙ яратаһығыҙмы уйнарға?
-Әйҙәгеҙ,
ҡоштарға әйләнегеҙ,
осоғоҙ,
һикерегеҙ.
Тик юлға машина
килһә –
өйҙәрегеҙгә
йәшенегеҙ!
Хәрәкәтле уйын
«Ҡоштар һәм машина»
-Балалар,
һеҙгә ҡоштар менән уйнау, ҡоштар булыу, ярҙам итеү оҡшанымы? Нимә оҡшаны? (
Ашаттыҡ, йылыттыҡ, уйнаныҡ, һаҡланыҡ бесәйҙән, ярҙам иттек)
-Ә
хәҙер минең машина менән мин һеҙҙе төркөмөбөҙгә алып ҡайтам. Ултырығыҙ. Ныҡ
тотоноғоҙ!
Киттек!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.