Инфоурок Начальные классы Другие методич. материалы8 март- әсәйҙәр байрамына арналған сценарий

8 март- әсәйҙәр байрамына арналған сценарий

Скачать материал

                     Изгеләрҙән- изге, гүзәлдәрҙән –  гүзәл....

Хәйерле  көн, хөрмәтле  ҡунаҡтар, уҡыусылар, әсәйҙәр  һәм дә  өләсәйҙәр.  8- се  март  байрамына  бағышланған кисәне  асырға  рөхсәт  итегеҙ.

 

                                «Әссәләмәғәләйкүм»  йыр.

 

                         Һәр  йыл  һайын  килә  был  байрам,

                          Һәр  көн  сыҡҡан  ҡояш  шикелле.

                          Йылдар  һайын  данлай  был  байрам,

                          Гүзәл  кеше  -  әсә  кешене.

   Ҡәҙерле  әсәйҙәр, апайҙар, өләсәйҙәр,әхирәттәр, ҡыҙҙар.Һеҙҙе Халыҡ- ара ҡатын- ҡыҙҙар  көнө  һигеҙенсе  март  байрамы  менән  бөтә  йөрәктән  тәбрик  итәбеҙ.  Һеҙгә  ныҡлы  һаулыҡ, ғаилә  бәхете, эшегеҙҙә  һәм  уҡыуығыҙҙа  ҙур  уңыштар  теләйбеҙ.

                           Ҡотлайбыҙ  һеҙҙе, әсәләр,

                           Көләс  йөҙлө  инәйҙәр,

                           Эшкә  уңған  апайҙар,

                           8-се  Март  менән.

 

1-се  бала. Донъяла  иң  яҡын  кеше  -ӘСӘ. Беҙҙе  ҡәҙерләп  үҫтергән, иң  беренсе  бишек  йыры  йырлаған, изгелеккә  өйрәткән  дә  әсәй.

             Әсәй... Әсәкәйем...Йөрәк  түренән  сыҡҡан  ошо  изге  һүҙҙәрҙе  ишетеү  менән  күңелгә  рәүәт  булып  китә. Күҙ  алдына  тәмле  ҡоймаҡтар, йомшаҡ, йылы  ҡулдар, бөхтә  йыйыштырылған, яҡты  өй, таҙа  кейемдәр  килеп  баҫа.

 

2-се  бала. Әсәй.  Донъялағы  иң  изге, иң  күркәм  һәм  яғымлы  кеше.Зәңгәр  күктә  балҡыған  ҡояш  кеүек  кешелеккә  нур  сәсеүсе  һәм  йәм  биреүсе  -  әсә  лә  берәү  генә.  Ер йөҙөндәге  бөтә  тереклек  үҙенең  әсәһен  ярата, уның  менән  һоҡлана, ғорурлана.  Ә  донъялағы  иң  йомшаҡ, иң  уңған  ҡулдар  тик  әсәләр  ҙә  генә.

 

3-сө  бала. Әсә- бөйөк  исем. Йән  биреүсе, йәм  бөркөүсе,ғәзиз  күҙ  нурҙары-  балаларының  шатлығын  да, ҡайғыһын  да  берҙәй  кисереүсе, көн-төн  уларҙың  яҙмышы  өсөн  борсолоусы, ғүмер  юлдарында  тик  изгелек  кенә, яҡшылыҡ  ҡына  теләүсе  гүзәлдәрҙән-гүзәл  әсәйҙәребеҙ.

****************************************************

  Донъяға  килтергән,

 Бәхет  теләгән, именлек  юраған,

 Берҙән-берем  Әсәйем.

  Төрлө  ауыр  саҡтарҙа,

 Беҙ  киләбеҙ  әсәйгә.

 Ҡайғыны  ла, шатлыҡты  ла

 Беҙ  һөйләйбеҙ әсәйгә.

Бер  ҡасан  да  әрләмәҫ,

 Ауыр  һүҙ  ҙә  әйтмәҫ  ул.

 Йоҡлар  алдынан  үбеп,

 Тыныс  йоҡо  теләр ул.

 Иртән  иртүк  тороп  ул,

 Өҫтәлен  дә  әҙерләр.

 Көндәрең  һәйбәт  үтһен  тип,

 Бар  теләктәрен  теләр.

*****************************************************

 

 

 

Әсәйемде  бик  яратам,

 Һағынып  шиғыр  яҙам.

 Бөтә  эштәрҙе  лә  эшләйем,

 Уға  булыр  тип  ярҙам.

 Һауыт- һабалар  йыуылған,

 Самауырым  ҡайнаған,

 Әсәйемә  сәй  эсерәм,

 Йәлләмәйем  ҡаймағын.

 Иҙәндәрҙе  йыуып  алам,

 Тәртиптә  тотам  өйҙө.

 Ҡошсоғом, тип  әсәкәйем

 Минең  арҡамдан  һөйҙө.

 

*****************************************************

 

 Йыраҡ  араларҙы  яҡынайта

 Татлы  уйҙар, хыялдар,

 Һин ҡабыҙған  утты  төштә  күреп,

 Төштә күреп  килеп  уянам.

 Өйгә  ҡайтһам, арып, оҙон  юлдан,

 Ҡулдарыңа  ятып  хәл  йыям.

 Рәхәт  булып  ҡала  күңелгә  лә,

 Ҡуйыныңа  һәр  саҡ  мин  һыям.

 Теләйем  һиңә, әсәй, оҙон  ғүмер,

 Яҡты  теләктәрҙе  аҡланың

 Өшөтмәнең,

Йылы  ҡанаттарың  менән

 Мине  серҙәй  итеп  һаҡланың.

 

 

******************************************************

 Әсәйем  бигерәк  уңған,

 Керҙе  үтекләп  ҡуйған.

 Әсәйемә  булышам,

 Иҙәндәрҙе  йыуышам.

 Әсәйҙең  ҡулы  алтын,

 Тәмле  аштар  бешерә.

Дәрестән  мин  ҡайтыуға,

 Бәлештәрен  төшөрә.

 Наҙлап  уята  иртән,

 Дәрестәргә  оҙата.

 Ҙур  ҡыҙ  булырһың  тиеп,

 Әсәй  мине  ярата.

 Ҡәҙерлем  һин, әсәй, берҙән-берем

 Күңелемдең  һүнмәҫ  ҡояшы.

   Ауыр  саҡта  ярҙам  ҡулы  һуҙыр,

  Ғүмеремдең  тоғро  юлдашы.

 Сабыр  ҡараштарың  йылылығы

 Яғымлыраҡ  бөтә  яҙҙарҙан.

  Йомшаҡ ҡулдарыңда, әйтерһең  дә,

 Яҙ  килтерер  күпме  наҙҙар  бар.

 Рәхмәт  әйтәм  һиңә  бары  өсөн,

 Күңелемдең  һүнмәҫ  нуры  һин.

 Әсәкәйем, бүләк  итәм  һиңә,

 Йөрәгемдең   бөтмәҫ  йылыһын.

 

 

 Ҡатын –ҡыҙ -  мәңге  асылып  бөтмәҫ  сер, мөғжизәле  зат. Ә  асылы  һис  тә  баһалап  булмаҫлыҡ, фәнни  юҫыҡта  ла  аңлап – төшөндөрөп  бирә  алмаҫлыҡ  йәһәттәргә  эйә. Ул-  һиҙгерлек, зирәклек, аҡыл...

Быуындарҙы- быуындарға ялғаған, кешелек  донъяһына  тере  һулыш  өргән  изге  бурысы   илаһи, камил  зат  итә  ҡатын- ҡыҙҙы.

  Иманлы, серле, хикмәтле  һүҙҙәр  ҙә  уның  теле  менән  әйтелә.

                   *** Йыр.   Әсәйем,  ҡәҙерлем.***

                               1  класс  шигыр  һөйләй.

 

Яҙҙың  тәүге  байрамы

Һеҙгә  бүләк  әсәләр.

 Сөнки  тормоштоң  йәме

 Байлығы  һеҙ,  әсәләр.

 

Әсә  тигән  оло  һүҙҙе

Тәү  башлап  әйтә  бала.

  Әсәләрҙәй изге  йәндәр

 Юҡтыр  ул  был  донъяла.

 

Гәзиздәрҙән- гәзиз  әсәйем

Серҙәремде  һиңә  сисәйем,

 Һаҡланаһың  һин ғүмергә

Күңелемдең  алтын  түрендә.

Айҙан,  ҡояштан  ҡәҙерле,

 Әсәм  миңә  һин  генә.

 Иң  нәфис  һәм  татлы  һүҙле

 Әсәй,  миңә  һин  генә.

 

                     “  Әсәйем  доғалары.»  йыр.

        Әсәй  -  донъяла  иң  яҡын, иң  ҡәҙерле  кеше  ул!

-          Бала  саҡта  төн  йоҡоларын ҡалдырып,   кем  ҡараған?

-          Әсәй!

-         Илағанда, ҡосағына  алып, кем  йыуатҡан?

-          Әсәй!

-         Ергә  баҫып  беренсе  тапҡыр  атлап киткәндә  кем  етәкләгән?

-          Әсәй!

-          Беренсе  тапҡыр  һине  мәктәпкә  кем  алып   килгән?

-          Әсәй!

  

Миңә  башлап  матурым  тип,

Йом, ҡәҙерлем, күҙҙәрең  тип,

 Бишек  йырын  көйләгән.

 Төндәр  буйы  матур-матур

 Әкиәттәр  һөйләгән-

 Әсәйем.

 

 

 

 

  Күгәрсенкәйем  минең  тип,

 Ебәк  кеүек  сәстәрең  тип,

 Орсоҡ  хәтле  сағымда  ла

 Ҙур  ҡыҙым  һин,  тип  һөйөүсе,

 Күлдәгемде  сигеп  тегеүсе-

 Әсәйем....

 

 

 

 

Сәстәремә  таҫма  бәйләп,

 Сәскәләрҙән  йыйып бәйләм

 Мәктәпкә  оҙатыусы,

 Аҡ  таҫмалай  саф  булырға

 Теләк  теләп  уятыусы  -

 Әсәйем.....

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "8 март- әсәйҙәр байрамына арналған сценарий"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Бизнер-тренер

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 826 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.09.2019 3722
    • DOCX 19.9 кбайт
    • 64 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гайнуллина Рамзия Сабирьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 9 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 26765
    • Всего материалов: 12

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Гигиенические требования к условиям реализации основной образовательной программы начального общего образования

Учитель начальных классов

600 ч.

9500 руб. 4450 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 70 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 163 человека

Курс профессиональной переподготовки

Математика: теория и методика преподавания в сфере начального общего образования

Учитель математики в начальной школе

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 129 человек из 42 регионов
  • Этот курс уже прошли 181 человек

Курс повышения квалификации

Система образовательной организации в начальном общем образовании в условиях реализации ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 60 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 844 человека

Мини-курс

Сельский и индустриальный туризм

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Музыкальная журналистика: создание и продвижение контента

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Инновационные технологии в краеведческой и географической работе со школьниками

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе