Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа и КТП по башкирскому языку для 8-ого вида (6 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Рабочая программа и КТП по башкирскому языку для 8-ого вида (6 класс)

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районы

Карабаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы



Ҡаралған Килешенгән Раҫлайым

ММБ етәксеҺе уҡыу-уҡытыу эштәре мәктәп директоры

______Ҡадирова А.М. буйынса директор урынбаҫары _________ Гәрәев Р.С. Протокол №_1_ _____________Мостафина Г.Р. Приказ №____86___

«26»август 2015 й. 28 август_2015 йыл. «28»август 2015 й.












2015-2016 уҡыу йылына

эш программаһы









Предмет: Башҡорт теле

Класс: 6 (өйҙә уҡыу)

Уҡытыусы: Камалова Фәнзилә Фаид ҡыҙы










2015 йыл.

АҢЛАТМА ЯҘЫУ.


Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VIII төрҙәге махсус(коррекцион) программалар, дәреслектәр булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIII төрҙәге махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға “ нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгәнлектән тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе Башҡорт теленән программа (5-11 кластар өсөн),

Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., Ижевск : КнигоГрад, 2008 Башҡорт әҙәбиәтенән программа (5-11 кластар өсөн) М.Ғималова, Ғ.Хөсәйенов.,Өфө: Информреклама, 2003

нигеҙендә еңелләштереп төҙөлдө.

Дәреслектәр:

Әсә теле: Дөйөм урта белем биреү учреждениеларының 6 класы өсөн

дәреслек.Толомбаев Х.А.,Солтанбаева Х.В.,- Өфө:Китап,2004

Башҡорт әҙәбиәте: Дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-cы класы уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия. М.Х.Иҙелбаев,М.Б. Юлмөхәмәтов.-Өфө: Китап, 2012

Мәктәптә урта кластарҙа (5-9) аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Шулай уҡ юғары класс уҡыусылары өсөн дә төп бурыстар

ошолай ҡалдырыла .Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып,өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.


Уҡыусылар :

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.


Уҡыу.

5-9 кластарҙа уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен,хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр.Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була.Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар,текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың, әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла.Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре һәм фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр; текст,әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса нимә тураһында икәнлеген әйтә белергә ;төп һәм икенсел геройҙарын күрһәтә,ҡылыҡһырлама бирә белергә ,поступоктарын аңлата алырға ;әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш. Был уҡытыусынан етди методик әҙерлек талап итә.


Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә,орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә.Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Хәрефтәр һәм өндәр.

Өн һәм хәреф айырмаһын, дөрөҫ һүрәтләнешен, өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә, фонетик анализ яһау күнекмәһенә эйә булырға тейеш.

Һүҙ.Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

Һөйләмдәр. Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди иғтибар бирергә кәрәк. Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара. Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Бәйләнешле телмәр.
Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.Текстарҙағы һөйләмдәрҙе тәртипкә килтереү,корректорлау,һорауҙарға яуап биреү,һорауҙар төҙөү кеүек эштәр ҙур кластарҙа ла алып барылырға тейеш,был иһә үҙ йәһәтенән уҡыусыға бәләкәй күләмле изложение йәки инша яҙа алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Шулай уҡ эш ҡағыҙҙары тултырыу күнекмәләре булдырыу мөһим: ғариза,автобиография,расписка яҙыу;бланк,квитанциялар тултырыу.

Яҙыу. График күнекмәләр башланғыс кластарҙа булдырылһа ла,был категория уҡыусыларына әленән-әле ҡабатлатып, нығытып торорға кәрәк.Был йүнәлештә текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.


Уҡытыу предметының(әҙәбиәт) төп йөкмәткеһе

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы

Ф.Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан флагы

Алтын һуҡмаҡ

С.Әлибаев. Мәктәп юлы, Я.Вәлиев. Беренсе көн.Я.Ҡолмой. Мәктәп,Р.Фәхретдин. Мәктәп

Уйҙың күрке-тел, телдең күрке-һүҙ.

З.Биишева. Башҡорт теле,Ҡ.Аралбай. Башҡорт Ҡоролтайына.

Әҫәрҙәрҙә яҡтылыҡты, яңылыҡты данлау йәмғиәтте яңыртыу, үҙгәртеп ҡороуға саҡырыу. Кешелек тормошонда һүҙҙең әһәмиәтен, туған телдең матурлығын, нәфислеген, яғымлылығын данлау.

Г.Юнысова. Ер улына, Д.Бүләков. Ҡара икмәк. Ф.Чанышева. Икмәк еҫе Халыҡ ижады буйынса V синыфта үтелгәндәрҙе (әкиәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтар) ҡабатлау, тәрәнәйтеү.

Халыҡ ижады жанрҙары тураһында төшөнсә.

«Урал батыр», «Ҡариҙел» әкиәттәре

«Урал батыр» әкиәтенең йөкмәткеһе. Халыҡтың ауыр тормошон кәүҙәләндереү. Урал батыр менән Аҡъял батыр образдарында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы. Әкиәттәрҙең художество үҙенсәлектәре (эпитет, гипербола, ҡабатлауҙар), теленең байлығы, образлылығы.

«Ҡариҙел» әкиәтенең йөкмәткеһе, жанр үҙенсәлектәре өҫтөндә күҙәтеүҙәр.

Әҙәбиәт теорияһы. Әкиәт тураһында төшөнсәне ҡабатлау. Гипербола тураһында төшөнсә.

Бәйеттәр Халыҡ ижадының бер төрө булыу яғынан бәйет. Бәйеттәрҙең тарихи ерлеге. Уларҙың тематикаһы (һуғыш, тормош-көнкүреш бәйеттәре), төрлө осорҙарҙың сағылышы.

Бәйеттәрҙең үҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы, йырҙар менән оҡшаш¬лығы, традицион алым менән башланыу һәм тамамланыуы.

«Герман һуғышы бәйеттәре». Беренсе Бөтә донъя һуғышы картинала¬рын кәүҙәләндереү. Империалистик һуғыштың халыҡ мәнфәғәттәренән алыҫ булыуын, һалдаттар араһында революцион фекер тарала барыуын, уларҙың азатлыҡҡа, тыныс тормошҡа ынтылыуын күрһәтеү.

«Дон далаларыңда» бәйете. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр һалдат юлын бәйән итеү. Бәйеттәрҙең яңы йөкмәткеле, яңы идея йүнәлешле һәм оптимистик характерҙа булыуы.

Әҙәбиәт теорияһы. Бәйет тураһында төшөнсә.

Таҡмаҡтар .

«Егеттәр» таҡмағында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барылған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт егеттәренең батырлыҡтарын, еңеүгә булған ышанысын һәм рух күтәренкелеген күрһәтеү. Көләмәстәрҙә халыҡҡа хас үткер аҡыллылыҡтың сағылышы. Уларҙың әһәмиәте.

Әҙәбиәт теорияһы. Таҡмаҡтар, көләмәстәр тураһында төшөнсә.

К.Кинйәбулатова.Уҡытыусым. Л.Яҡшыбаева.Уҡытыусы-ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә...

Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ

Ҡол Ғәли. Йософтоң матурлығы («Йософ ҡиссаһы»нан өҙөк). Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында.'

Т. Йосопов. «Ай Уралым,Уралым» (1 сәғәт).

Ш. Бабич. «Башҡортостан»,

Р. Ғарипов, «Әсәм ҡулдары.

Әсә образы аша хеҙмәттең бөйөклөгөн, фиҙакәрлекте, рухи ныҡлыҡты данлау.

Г. Юнысова. «Талы бөгөлөп тора»

А. Игебаев. «Сыйырсығым». Ф.Ғөбәйҙуллина «Умырзая .

Яҙҙың билдәләрен, шатлыҡлы хистәр уятыуын, матурлығын тасуирлау.

Ғ. Туҡай. «Шүрәле»

Виталий Бианки. Ҡоторған тейен

И.Йосопов. Ҡара бүрек



Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар.

Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.




















































Календар-тематик планлаштырыу


Дәрес темаһы

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә-

ләр

Планл.

Фактик

1

Ф.Ғөбәйҙуллина. «Башҡортостан флагы», Р Фәхретдин “Мәктәп”

4.09.



2

Лексика Фразеологик берәмектәр

11.09



3

З. Биишева “Башҡорт теле”, Г. Юнысова “Ер улына”

18.09



4

Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше

25.09



5

Р. Бикбаев “Халҡыма хат”, Д. Бүләков “Ҡара икмәк”

02.10



6

Б.т.ү. Инша ”Башҡортостан-тыуған төйәгем”

09.10



7

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

16.10



8

Урал батыр” әкиәте. Батырҙар тураһында әкиәттәр

23.10



9

Сифат

Сифаттарҙың исем урынында килеүе һәм һөйләмдәге роле.

30.10



10

Бәйеттәр. “Герман һуғышы бәйеттәре”

Дон далаларында”

06.11




11

Р. Шаммас “Уҡытыусыға”,

Ф. Иҫәнғолов “Уҡытыусы Ғүмәров”

13.11



12

Сифаттарҙың яһалышы. Сифат дәрәжәләре.


20.11



13

Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ, Ҡ. Ғәли “Йософтоң матурлығы”

27.11



14

Т. Йосопов “Ай Уралым, Уралым”, Н. Иҙелбай “Салауат ташы”

04.12



15

Һан. Һан төркөмсәләре. Диктант

«Ҡәҙерле исем»


11.12



16

С. Юлаев “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап”... Рәми Ғарипов “Салауат батыр”

18.12



17

Алмаш

Алмаш төркөмсәләре.

25.12



18

Шәйехзада Бабич “Башҡортостан”, Зәйнәб Биишева ” Башҡортостан”

15.01




19

Ҡылым.

Ҡылым төркөмсәләре

22.01



20

Ҡурай “ (Башҡорт халыҡ йыры). Нур Ғәлимов “Яуҙан ҡайткан ҡурай”

29.01



21

Сифат ҡылым. Хәл ҡылым. Ҡылым йүнәлештәре

05.02



22

Ҡәҙим Аралбай “Йомабай ҡурайы”. Абдулхаҡ Игебаев ” Әсәйемә”

12.02



23

Йыһат Солтанов ”Ҡәнәфер сәскәһе”

19.02



24

Рәми Ғарипов “Әсәм ҡулдары”, “Бер әсәнең зарыҡҡаны “

26.02



25

Рәүеш төркөмсәләре Рәүеш дәрәжәләре.

Диктант “Әсәй”.

04.03



26

Әнүәр Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”

11.03



27

Тимерғәле Килмөхәмәтов “Турайғыр”

18.03



28

Теркәүес. Бәйләүес Киҫәксә.

08.04



29

Абдулхаҡ Игебаев “Сыйырсығым”


15.04



30

Б.т.ү.Инша ”Тыуған яғымда яҙ

22.04



31

Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт

205



32

Ымлыҡ. Оҡшатыу һүҙҙәр. Мөнәсәбәт һүҙҙәр

29.04



33

Виталий Бианки “Ҡоторған тейен”

06.05



34

Контроль диктант «Тыуған яҡ»


13.05



35

Ярҙамсы һүҙҙәрҙе ҡабатлау

20.05



36

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

27.05



































6 класс өсөн ҡулланыу әсбаптары, методик күрһәтмәләр.

1. Толомбаев Х.А. Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: 5-9 кластар. – 2-се баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

2. Ғималова М.Ғ. Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: 5-9 кластар. - 3-сө баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

Һүҙлектәр.

4.Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.

5.Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

6.Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.

7.Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.

8.Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

9.Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

Материаль-техник ҡулланмалар

телевизор;

компьютер;

принтер;

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

3.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

4.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003

«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.

Башҡорт теле. 6- кластар өсөн электрон дәреслек.

Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.



9



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 07.10.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров558
Номер материала ДВ-038997
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх