Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Классному руководителю / Другие методич. материалы / Сценарий Нового года на башкирском языке
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Классному руководителю

Сценарий Нового года на башкирском языке

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Муниципаль район Ми9к9 районы мәғариф бүлеге

#аран-#ун3а6 урта мәктәбе










Яңы йыл иртәлеге:

(башлан1ыс класстар 5с5н)

Ҡотло булһын #уй йылы,

#уй йылы – бәхет йылы!





Әҙерләне: !ил9жева Г.Т.














#аран-#ун3а6

2014/2015 уҡыу йылы

Маҡсат׃ Күңел күтәренкелеге, шатлыҡ хистәрен уятыу, кешеләргә ҡарата изгелек, рухи ҡиммәттәргә оло ихтирам тәрбиәләү. Халыҡ уйындарын өйрәнеү, батырлыҡ, сослоҡ, саялыҡ тойғолары тәрбиәләү. Яңы йылға арналған йырҙар, шиғырҙар аша матурлыҡты күрергә, тойорға өйрәнеү.



  1. Инеш өлөш.

Алып барыусы: Хөрмәтле дуҫтар, килгән ҡунаҡтар, балалар! Бөгөн беҙ, һәр йылдағыса, яңы йыл байрамын ҡаршы алырға йыйылдыҡ.

Яңы 2015 йыл-#уй йылы. Яңы йылда һеҙгә таҙалыҡ, күңел сафлығы, йән тыныслығы теләйем. Донъялар имен торһон. Уҡыусылар тик яҡшы билдәләр, яҡшы эштәре менән ҡыуандырһын, бөтә күңелһеҙлектәр иҫке йылда ҡалһын.

Хәҙер һүҙҙе ҡотлау өсөн, мәктәп директоры З5лфи9 З5л39рн9й 3ы2ына бирәбеҙ.

( Ҡотлау һүҙе )

  • үҙ теләктәрен ата - әсәләр исеменән ___________________ ҡыҙы еткерергә теләй.

Алып барыусы: Беҙҙең тамашала бөгөн бик һәләтле балалар йыйылған, улар матур, сағыу костюмдарҙа. Улар концерт номерҙарын әҙерләне, стенгазеталар сығарҙы. Ошоларҙы баһаларға беҙҙә жюри ағзаларын һайланыҡ. Улар ( иғлан итә )

  1. ________________________________

  2. ________________________________

  3. ____________________________________


Хәҙер һүҙҙе балаларға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!


  1. Тип өлөш.

Матур итеп биҙәлгән зал уртаһында шыршы.

Ҡыҙ. Тып-тын урманда

Саңғы шыуғанда,

Шыршыҡай күреп,

Мин ҡалдым таңға

Саҡырҙым уны

Беҙгә ҡунаҡҡа,

Ултырттым әле

Иң ҙур түр яҡҡа.

Матур биҙәлгән

Хәҙер ул ҡунаҡ,

Уның янында

Йөрөйөк уйнап.

Ҡыш бабай килер

Бүләктәр бирер.


Малай. Барлыҡ балалар

Шатланып бейер.

Дәртле йыр менән

Йыл матур килһен

Именлек, бәхет

Һәм муллыҡ бирһен!


Ҡыҙ. Йәшел энәләр бәҫләнгән

Ай нурына күмелгән.

Яңы йыл байрамы килә

Шатлыҡ таша күңелдән.

Күңелдәрҙә йыр ғына

Тынғы белмәй урғыла

Йыр Г. Ишҡыуатова һүҙ. Һәм муз. “ Һаумы яңы йыл “.



Ҡыҙ. Беҙгә хәҙер тиҙерәк

Йыйылышырға кәрәк,

Ҡунаҡтарыбыҙ ҡайҙа,

Тик тороуҙан ни файҙа?

Яңы йыл байрамына

Саҡырайыҡ барында.

Ҡыш бабай килеп етер,

Күңелһеҙ бит, тип әйтер.


Малай. Саҡырыу билеттарын

Күптән инде һалғанмын

Дөрөҫ итеп адрестарын

Хат тышына яҙғанмын.


Ҡыҙ. Бошонма, ҡара тәҙрәгә

Бейешеп матур көйгә

Ҡар бөртөктәре елпенә,

Ашыға беҙҙең янға.


Ҡар бөртөктәре костюмдарында ҡыҙҙар музыка аҫтында килеп керә. Ҡулдарында елпеүесләр, шыршы тирәләй өйөрөләләр.


1-се ҡар бөртөгө Саҡырыу ҡағыҙы алғас,

Ултырып талғын елгә

Елпенеп-елпенеп төштөк

Беҙ зәңгәр күктән ергә.


2-се ҡар бөртөгө Бөтәбеҙҙә аҡ күлдәктән,

Беҙ бит ҡар бөртөктәре

Сибәр Ҡарһылыу апайҙың

Беҙ ынйы бөртөктәре


3-сө ҡар бөртөгө Ҡарҙар яуа йым-йым нурҙан

Тулышҡан устарыбыҙ

Аяҙ күк аҫтында беҙҙең

Ишәйһен дуҫтарыбыҙ

Донъя нурлы, яңҙырай бөгөн

Ҡыуаныслы барыбыҙ

Тағы балғып үтеп китте

Бәхетле бер йырыбыҙ

Шыршы тирәләй йыр “ Бәләкәй шыршы” ( Маленькой елочке).

Ҡысҡырышып, баҫтырышып Ҡуян менән Төлкө инә.


Ҡуян. Эй-эй-эй! Ҡотҡарығыҙ!

Төлкөнө тиҙ тотоғоҙ!


Ҡыҙ. Кил бында, Ҡуянҡайым

Артыма ҡас ҡаплайым.

( Ҡуян ҡыҙҙың артына йәшеренә. Уға табан китеп барған Төлкөн5 Малай эләктереп ала).

Малай. Нисек оят түгел һиңә

Башҡаларҙы рәнйетергә?


Ҡыҙ. Улай булғас Төлкөнө

Алмайыҡ был байрамға

Ҡойроғон һыртҡа һалһын да

Сығып китһен урманға!


Төлкө. Дуҫлашырбыҙ Ҡуян менән,

Ҡалдырығыҙ бер юлға

Баҫтырмамын бер кемде лә

Төшөрәмен тип ҡулға.

Был байрамды көтә-көтә

Күңелем бик елкенде

Рәхмәт дуҫтар, онотмайса

Саҡырғанға Төлкөнө.

Бүре, һунарсы костюмдарында балалар керә.

Ҡыҙ. Һеҙҙе көтәбеҙ күптән,

Беҙҙең инде эш бөткән

Бөтәгеҙҙә килдегеҙме,

Костюмдар кейҙегеҙме?


Бүре. Бик алыҫтан, йүгерә-саба

Килдем оло байрамға

Шыршығыҙ матур биҙәлгән,

Күргәс ҡалдым хайранға

Айыу ағайҙы ҡына

Табып булманы бына.

Ҡыҙ. Әгәр берәй хәл булһа?


Төлкө. Күптән инде Ҡыш бабайым

Урманға аҡ тун япҡан.

Ҡурҡып һалҡын бурандарҙан,

Айыу өңөнә ҡайтҡан.

Һунарсы. Мин беләм уның өңөн

Алып килермен үҙен.


Ҡыҙ. Айыу килгәнсе, дуҫтарым

әҙерәк ял итәйек

Йырҙар йрлап Һунарсыны

Барыбыҙҙа көтәйек.

Шыршы тирәләй йыр “ Ниндәй яҡшы, изге Ҡыш бабай “ йыры.

Күҙҙәрен ыуа-ыуа Айыу, Һунарсы инә.

Айыу ( асыулы) Ниңә мине йоҡомдан

Ваҡытһыҙ уяттығыҙ?

Ҡолағымдың төбөндә

Музыка уйнаттығыҙ?

Ҡыҙ. Бөгөн бит шыршы байрамы

Айыу ағай рәхим ит

Ҡыш бабай бүләк килтерер,

Шуларҙан да ауыҙ ит.


Айыу. Шатмын-шатмын…Тик тиҙерәк

Бал-май тәмләге килә.

Юғиһә, йоҡо килә ( иҫнәй)

Дуҫтар, айыуҙың йоҡоһон асайыҡ әле. Бергәләп йырлап-бейеп алайыҡ. “Бәләкәй өйрәктәр” бейеү уйыны.


Ҡуян: Телеграмма! Телеграмма!

Ҡыш бабай юлға сыҡҡан!


Ҡыҙ. Тиҙерәк бирсе, уҡыйыҡ

Нимә тип яҙҙы икән? (уҡый)

Юлға сыҡтым, көтөгөҙ,

Килермен оҙаҡламай,

Сәләм менән Ҡыш бабай.”

Ҡыш бабай килә, ә Ҡарһылыу

Бер ҙә хәбәр яҙмаған.


Ҡуян: Эй, Ҡарһылыу, Ҡарһылыу

Ҡар кеүек ап-аҡ һылыу,

Көттөрмә, тауыш бирсе,

Тиҙерәк күренһәңсе!...

( Алыҫтан Ҡарһылыуҙың “ Киләм, һеҙ ҡайҙа?” тигән тауышы ишетелә. Балалар “Ҡарһылыу, беҙ бында!”-тиҙәр. Ҡарһылыу костюмында Алба6ты инә).

Алба6ты. Шул тиклем яр һалып ҡысҡырмаһағыҙ!

Һаҡбай барҙыр бында!

Бәй, бигерәк күмәкһегеҙ бит!

Нимә тип аңшайып ҡалдығыҙ?

Сәләм! Сәләм!

Ҡыҙ. Яңы йылға шыршы әҙер

Йымылдай сулпылары.

Байрамға йырҙың, шиғырһың

Әҙер иң яҡшылары.

Ә Ҡыш бабай ҡайҙа һуң?

Алба6ты Мин ҡайҙан беләйем ул аңра

Ҡартластың ҡайҙалығын?

Малай. Ҡыш бабай аңра түгел.

Ул изге күңелле, алсаҡ, шат күңелле.

Алба6ты. Һуң буштан-бушҡа бүләк, күстәнәстәр

Таратып йөрөгән кеше кем булһын тағы?

Йә, әйтегеҙ әле, әлеге кризис ваҡытында

Кем шулай йөрөһөн? Ул ғына!

Малай. Һин әллә нимә һөйләйһең

Ҡарһылыуға оҡшамағанһың.

Алба6ты Ышанмайһыңмы?

Ышанмай дөрөҫ эшләйһең !

Теләһә кемгә ышана башлаһаң.

Малай. Быны нисек аңларға?

Алба6ты Бына шулай! Мин Мәкер!

Бар белгәнем кешеләргә яманлыҡ ҡылыу

Күңелдәрендә насар уйҙар тыуҙырыу.

Ҡарһылыуҙы көтмәгеҙ мин уны

Башта һап, шунан һоп! Тоттом!

Йоҡлаттым! Сихырланым !

Ҡыҙ Бер нисек тә ҡотҡарып булмаймы

Икән инде?

Алба6 Булмай, булмай…Күңелле, шат йыр

Йырламайса, булмай.

Ах, әйтеп һалдым бит!

Әйҙәгеҙ, бергәләп күңелле йыр йырлайыҡ. Йыр Ҡыш бабай килә”

( Дед Мороз идет).

Ҡарһылыу керә. Алба6ты юҡҡа сыға

Ҡарһылыу Яңы йыл менән ҡотлайым

Бөтәгеҙҙе лә дуҫтар!

Тик ниңә һуң шыршығыҙҙа

Күренмәй нурлы уттар?

Эй, шыршы, нурлы шыршы

Нур сәсеп көлөп ебәр.

Мең төрлө уттар ҡабыҙып,

Беҙҙең күңелде күтәр

Шыршыла уттар ҡабына.

Ҡарһылыу Ҡыш бабай беҙҙең турала

Әллә онотто инде?

Олатай, әй, олатай

Ау! Ишетәһеңме?

Тиҙерәк килһәң ине.

( Ат туҡтаған, ҡыңғырауҙар сыңы ишетелә Ҡыш бабай керә)

Ҡуян: Һаумы, һаумы Ҡыш бабай

Һин ҡайҙарҙа йөрөйһең?

Беҙ һине һағынып бҡттөк

Төрлө уй уйлап бөттөк

Ҡыш бабай. Ашыҡтым һеҙгә килергә

Яңы йыл ҡаршыларға

Ҡупшы шыршы тирәләй

Бейеп күңел асырға

Һаҡалым ап-аҡ булһала

Йәшем йөҙҙән ашһа ла,

Йәштәрҙән һис ҡалышмайым

Бейейем таң атҡансы,

Тирем сығып аҡҡансы

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, балалар бейей. “ Йәшел шыршы “.

Ҡыш бабай Көйөгөҙ бик оҡшаны

Табып булмаҫ башҡаны

Мин бейенем күрҙегеҙ,

Йә, хәҙер үҙегеҙ

Ниндәй һөнәр беләһегеҙ?

Балалар шиғыр, йырҙар бейеү күрһәтә. Бүләктәр биреү.

Ҡыш бабай Бик оҫта икәнһегеҙ,

Күп һөнәр беләһегеҙ

Эшләгәндә лә ошолай

Талмаһын беләгегеҙ

Мин дә һеҙгә балалар

Ҡалмам бурыслы булып.

Өс тапҡыр ҡулын саба, Яңы йыл керә.

Яңы йыл Ҡаршы алдығыҙ ҙурлап,

Рәхмәт хөрмәтегеҙгә

Теләктәрегеҙ үтәлер

Вәғәҙә бирәм һеҙгә

Еребеҙгә һәр иртәлә

Ҡояш нурҙары баҡһын

Тырышлыҡта, татыулыҡта

Илебеҙ сәскә атһын!

Яңы йыл ҡотло булһын!

Ҡыш бабай Амин, шулай булһын!

Беҙгә инде, хәҙер

Хушлашырға ваҡыт

Һау булығыҙ йәнлектәр,

Һау булығыҙ, балалар!

Башҡа урындарға ла

Беҙҙең бараһыбыҙ бар.

Ҡарһылыу Унда ла бит балалар

Беҙҙе көтөп торалар.

Ҡуян: Һау бул, һөйөклө Ҡарһылыу,

Һау бул, Ҡыш бабай!

Йыр “ Яңы йыл килә “


  1. Уйындар үткәреү


А) Залдың бер яғынан икенсе яғына тиклем аяҡ араһына шар ҡыҫтырыпһикерә. Кем иң беренсе шарҙы төшөрмәй килеп етә, шул еңеүсе.

Б) ҡулды артҡа ҡуйып, тотмайынса епкә бәйләнгән алманы ашарға.

В) “ Шарҙы шартлатыу “.

Һул аяҡтарға икешәр шар бәйлйнй, уң аяҡтар менән шарҙарҙы шартлатырға. Кем иң беренсе бөтә, шул еңеүсе.

Г) Шарҙарҙы ауыҙ менән генә, төшөрмәй өрөргә кемдеке олораҡ?

Д) Уйын: Нисә кәнфит, һин һана.

Ике кеше кәрәк. Ике ултырғыс ҡуйыла, уларҙың өҫтөнә бер нисә кәнфит һалына. Уйынсылар кәнфиттәр өҫтөнә ултырып, уларҙың күпме икәнен белергә тейеш. Кем дөрөҫ һанай еңеүсе була.

Е) епкә бәйләнгән уйынсыҡтарҙы, күҙ бәйләп, киҫеп алыу.

ж) Уйын: “Бейәләйҙәр һәм төймәләр”.

4 пар кәрәк: 4 малай һам 4 ҡыҙ. Ҡыҙҙарға ҡалын бейәләй бирелә. Малайҙарға халат кейҙерелә. Ҡыҙҙар халаттағы төймәләрҙе ысҡындырырға тейеш. Кем тиҙерәк ысҡындырып бөтә шул еңә



  1. Йомғаҡлау өлөшө.

  • Байрам тамашаһы аҙағына яҡынлашты. Костюмдарыбыҙҙы, газеталарҙы жюри а1залары ниндәй итеп күрҙе икән? Һүҙ уларға. ( костюмдар, газеталар өсөн приздар ).

  • Беҙҙең тамашабыҙ һеҙгә оҡшанымы? ( Яуаптар ).

  • Бик шатбыҙ. Һеҙгә таҙалыҡ, һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, уңыштар теләп, “ Киләһе йылда ла осрашырбыҙ, “-тигән теләктә, хушлашабыҙ. Һау булығыҙ!








Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 16.11.2015
Раздел Классному руководителю
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров1433
Номер материала ДВ-163066
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх