Инфоурок Начальные классы КонспектыУрок башкирская литература Ф. Иҫәнғолов “ Тыңлауһыҙ сана менән саңғы”

Урок башкирская литература Ф. Иҫәнғолов “ Тыңлауһыҙ сана менән саңғы”

Скачать материал

Тема:Ф. Иҫәнғолов “ Тыңлауһыҙ сана менән саңғы”

Маҡсат:етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу; тасуири уҡырға өйрәтеү; аралашыу мәҙәниәтен үҫтереү; тәбиғәт күренештәренең нескәлектәренә иғтибар итеү, һоҡланыу, күрә белеү тойғоларын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, һүҙлек һүҙҙәре, балаларҙың ҡышҡы уйындары тураһында һүрәттәр, компьютор, проектор, слайдтар.

                                 Дәрес барышы.

-   Һаумыһығыҙ, бөгөн һеҙҙә “Туған теле” дәресен мин алып барам. Миңә Рәғиҙә Гәрәевна тип өндәшергә була. Һеҙҙең менән мин дәрес барышында танышырмын.

1.     Психологик комфорт ситуацияһы булдырыу.

Күршегә күрше ҡараны (ҡарау)

Бер-береһенә шат йылмайҙы.( йылмайыу)

Бөгөнгө көн ҡыуаныс килтерһен,

Дәрестә шаярыу онотолһон.

2.     Уҡыу ситуацияһын ойоштороу.

Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ әле. Ҡулыбыҙҙығы ҡар бөртөктәрен осорайыҡ.

Һауаны эскә алабыҙ ҙа көс менән “һу” тип әйтеп , устағы ҡар бөртөктәрен өрөп төшөрәбеҙ. Ел сыҡты, ул әкрен генә “ү-ү-ү” тип иҫә. “ел” көсәйҙе, ул “у-у-у” тип шәп иҫә. Ел тынды, беҙ ултырабыҙ. Ел осороп китереп бер һүрәт ҡалдырып киткән беҙгә. Нимә тип әйтергә теләне икән ул?

Эйе, беҙ дәрестә уҡырбыҙ, һөйләрбеҙ. Телмәр үҫтерербеҙ.

3.     Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.( 1 слайд)

-   Был һүрәттә йылдың ҡайһы миҙгеле һүрәтләнгән?

-   Һеҙ кемдәрҙе күрәһегеҙ?

-   Улар ни эшләй?

-   Ҡыш бабай ниңә килгән икән?

-   Балаларға тау шыуыу оҡшаймы?

-   Уларҙың кәйефтәре нисек?

-   Кемдең тау шыуғаны бар?

-   Физкультура дәрестәрендә кем сана, саңғы шыуырға ярата?

4.     Дәрестең маҡсатын билдәләү.

-   Беҙ һеҙҙең менән Фәрит Иҫәнғолов ағайҙың “Тыңлауһыҙ сана менән саңғы” исемле хикәйәһен уҡырбыҙ.

-   5. Ғәмәли эштәр.

-   а) авторҙың биографияһы.

 

 

 

Хәҙер беҙ яҙыусының балалар өсөн яҙылған “ Хәлим менән Хәлимә “ исемле әҫәренән бер өҙөк менән танышырбыҙ.

б) һүҙлек эше. (слайдтар)

Һырынты - буран ваҡытта рында ышыҡ урындарҙа барлыҡҡа килгән ҙур булмаған тау өйөмдәре

Ҡояш ҡолаҡланған тип  һыуыҡ көндәрҙә ҡояштың ике яғында, йәйғор һымаҡ, аллы –ҡыҙыллы, зәңгәрле шыйыҡ ҡына оҙонса ике тап барлыҡҡа килеүе атала. Был фразеологизм.

Сана кәйелеп китте- сананың бер яҡҡа йығылып китеүе әйтелә.

в) Әҫәрҙе уҡытыусы уҡый. Йөкмәткеһен ҡабул итеүҙе тикшереү.

-Хикәйә һеҙгә оҡшанымы? Төп геройҙары кем?

6. Ял минуты.

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа, саф һауа,

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ

Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ

Ҡырға барайыҡ, барайыҡ

Юлдар ярайыҡ, ярайыҡ,

Биттәр ал булыр, ал булыр

Яҡшы ял булыр, ял булыр.

 

7. Ғәмәли эштәр.

а)    Дөрөҫ уҡыу күнекмәләре:

хикәйәне уҡығанда ошо һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡырға кәрәк

Түбән- түвән ( б өнө в өнө менән сиратлаша)

Ишек алдына – ишегалдына (һүҙҙе ҡушып уҡыйбыҙ, к өнө г өнө менән сиратлаша)

б)    Уҡыусылар әҫәрҙе сылбырлап уҡып сыға.

-Сана менән саңғы ниңә тәүҙә тыңлауһыҙ икән?

- Хәлим менән Хәлимәгә нисә йәш тип уйлайһығыҙ? Ни өсөн?

Ә ниңә сана менән саңғы аҙаҡ тыңлашып киткәндәр? в)   Хәлим менән Хәлимәнең  һүҙҙәрен тасуири итеп уҡыу.

г) Төркөмдәрҙә эш.

Хәлим менән Хәлимәгә тап килгән сифаттарҙы төркөмләп яҙыу:

ҡыйыу, маҡтансыҡ, илаҡ, ярҙамсыл, ысын иптәш, ышаныусан,

-Балалар көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан тышта  уйнайҙар.Әсәһе уларға ҡояш тураһында нимә тип өндәшкәйне әле?

Ә һеҙ ҡышҡа ҡарата ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?

Әйҙәгеҙ әле иҫкә төшөрөп китәйек.

-Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа- һыуыҡҡа, ергә ятһа – буранға.

-Ағастарға бәҫ төшһә- һыуыҡҡа.

Эт ҡарға ятып аунаһа- буран була.

Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып тороп, моронон йәшерһә – һыуыҡҡа.

Бесәй моронон ҡаплап ятһа, һыуыҡҡа.

-   Был һынамыштарҙы күңел дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

8.Йомғаҡлау

 Бөгөнгө дәрестә һеҙ ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Күҙ алдыңа килтер һин дә улар менән тау шыуаһың ти. Ниндәй кәңәш бирер инең уларға?

 

 

9.Рефлексия.

-Балаларҙың саңғы, сана шыуыуы һеҙгә оҡшанымы? Һеҙҙең шыуаһығыҙ килмәйме?

Бына һеҙгә сана . Кемгә дәрестә үҙенең ҡатнашып ултырыуы, яуаптары  оҡшаны ул ҡыҙыл сананы күрһәтә.  Кемгә дәрес оҡшаны ул үҙенең санаһы менән тауға шыуырға килә. Ә кемгә дәрес оҡшамы ул өйҙә ултырып тора.

-Әүҙем ҡатнашып ултырғанығыҙ, миңә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. М Мин  һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ теләп хушлашам. Һау булығыҙ,балалар.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок башкирская литература Ф. Иҫәнғолов “ Тыңлауһыҙ сана менән саңғы”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Страховой брокер

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 075 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.11.2015 1404
    • DOCX 37 кбайт
    • 33 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Баязгулова Рагида Гараевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Баязгулова Рагида Гараевна
    Баязгулова Рагида Гараевна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 9100
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Проективные методики в начальной школе в соответствии с ФГОС

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 59 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 450 человек

Курс повышения квалификации

Ресурсы библиотерапии в работе с детьми дошкольного и младшего школьного возраста

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Курс повышения квалификации

Особенности развития критического мышления обучающихся в начальной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 46 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 257 человек

Мини-курс

Профориентация детей и подростков

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 41 человек

Мини-курс

Классики и современники: литературные портреты и психология творчества

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек

Мини-курс

Фитнес: особенности занятий и специфика питания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 117 человек из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 39 человек