Инфоурок Другое КонспектыУрок по теме: "Халыҡ уйына тоғролоҡ"

Урок по теме: "Халыҡ уйына тоғролоҡ"

Скачать материал

Халыҡ уйына тоғролоҡ
(М. Аҡмулла ижады буйынса)

8-9 кластар өсөн

 

Маҡсат. М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт туп­лау; уҡыу­сылар­ҙың үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу. Р.Шәкүр­ҙең «Шиғриәт йондоҙо», «Ар­ҙаҡлы баш­ҡорттар», Р.Насировтың «Уҙамандар­ҙы эҙләйем», Ә.Әсфәндиәровтың «Олатайҙар­ҙың бар тарихы», Я.Хамматовтың «Һырдаръя» китаптары, терәк схемалар.

Дәрес барышы

«…Был исем беҙҙең аңыбыҙҙа инде күптән ысын мәғәнәһендә

халыҡ уйына, халыҡтың яҡты идеяларына, хаҡлыҡҡа һәм ғәҙеллеккә,

юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән.»

Рәшит Шәкүр

I. Ойоштороу.

Баш­ҡорт халҡының күренекле шағиры, мәғрифәтсеһе, фекер эйәһе, тура һүҙле, сәсән телле улы Мифтахетдин Аҡмулла тураһындағы дәресте ҡобайыр юлдары менән башлауы­быҙ юҡҡа түгел. Ҡобайыр­ҙар­ҙа данланыр, йыр­ҙар­ҙа йырланыр ар­ҙаҡлы шәхес ул Аҡмулла. XIX быуаттың II яртыһында ижад итеп, шиғри әҫәр­ҙәре бөгөнгәсә һаҡланған, халҡы күңелендә юйылмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырған, ғалимдар, яҙыу­сылар, әҙәбиәт һөйөү­селәр­ҙә оло ихтирам һәм ҡыҙыҡһы­ныу уятҡан был шәхестең тормошо, яҙмышы нисек бул­ған? Ни өсөн уның шиғриәте бөгөн­гө уҡыу­сы күңеленә лә яҡын? Беҙ ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Уҡыу­сылар, беҙ быға тиклем М.Аҡмулла ижадын ниндәй йүнәлештәр­ҙә өйрәндек? (Тормош юлын, айырым әҫәр­ҙәрен, поэзияһының жанр­ҙарын, ижадының йүнәлешен, тематикаһын, исеменең нисек мәңгеләштерелеүен, М.Аҡмулла тормошон яҡтыртҡан әҫәр­ҙәр­ҙе өйрәндек.)

II. Әҙерлек өлөшө.

Бөгөн М.Аҡмулла яҙмышындағы мөһим ваҡиғаларға ентеклерәк туҡталып, уның мәғрифәткә саҡырып гиҙгән юлын экранда сағылдырырбыҙ. 

http://www.uchbash.ru/images/stories/shagieva.png

Уҡытыу­сы. Эш барышында һеҙҙе тынғыһыҙ шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулла образы оҙатып барыр. (Аҡмулланың портреты күрһәтелә.)

Уның һүрәтенә ҡағылышлы ниҙәр беләһегеҙ? (М. Аҡмулланың һүрәте – хыял һәм фантазия емеше, тиергә була, сөнки ул үҙе иҫән саҡта уның рәсеме төшөрөлмәгән. Ислам дине буйынса кешенең һүрәтен эшләү бөтөнләй тыйылған.)

М.Аҡмулланы уның бер туған ҡус­тыһы Әхмәҙигә оҡшаған, тиҙәр. Был турала ниҙәр билдәле? (1981 йылда баш­ҡорт ғалимдары һәм тикшеренеүселәре Ә. Вилданов, Р. Шәкүр, антрополог Ринат Йосопов, халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров булған материалдар­ҙы туплап, тикшерәләр. Аҡмулланың тышҡы ҡиәфәте күҙҙаллана һәм уның тәүге портреты тыуа.)

Портретты яҙғанда автор З.Басиров Дим буйы, мең ырыуы баш­ҡорттарына хас булған һыҙаттарға нығыраҡ туҡтала. М.Аҡмулла портретта нисек һүрәтләнгән? (Аҡыллы, уйсан ҡарашлы, ҡаштары һынылып тора, матур тура танаулы, нәҙегерәк иренле, бәләкәй һаҡаллы. Ул өҫтөнә баш­ҡорт кейеме кейгән, башына сәллә ураған.)

Бөгөн ғалимдар алдында билдәле антрополог М.М.Герасимов методы менән М.Аҡмулланың ысын йөҙөн күҙ алдына баҫтырыу бурысы тора.

III. Төп өлөш.

 1831 йыл, Туҡһанбай. (Координата һыҙығында сағылдырыла.) Ошо осорға, ата-әсәһенә ҡағылышлы ниҙәр билдәле?

Олатаһы Ишҡужа Ишбулдин ауылдың указлы муллаһы була, атаһы – Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе – Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы. Мифтахетдин күмәк балалы ғаиләлә үҫә.

Ул осор материалдары буйынса, Туҡһанбайҙа йорттар һаны 15 – 20-нән артмаған. Күп йәш ғаиләләр башҡа сыҡмай, ата-әсәһе, туғандары менән йәшәүҙе хуп күргән, сөнки был осор­ҙа баш­ҡорттарға күп феодаль һалым­дар түләргә тура килгән, ә уны йән башына түгел, һәр хужалыҡҡа һал­ғандар.

1834 йылдың 15 мартында үткәрелгән ревизия материалдары буйынса, 1834 йылда Туҡһанбай ауылы муллаһы Ишҡужа Ишбулдиндың 29 йәшлек улы Камалетдиндың 3 йәшлек улы Мифтахетдин, 1 йәшлек ҡыҙы Гөлниса барлығы теркәлгән. Был турала Ә.Әсфәндиәров, Р.Шәкүр үҙ хеҙмәттәрендә күрһәтә. Материалдар VIII, IX, X, XI ревизия материалдарына таянып яҙылған.

1848 – 1851 йылдар. Белем алыуы. Мифтахетдин тәү белемде үҙ ауылында, унан күрше ауылда, Лоҡман мулла мәҙрәсәһендә ала. Артабан Мәнәүезтамаҡ һәм Әсән мәҙрәсәләрендә уҡый.

Ошо ваҡытта, ҡайһы бер материалдарға ҡарағанда, ул өйләнә. Үкенескә ҡаршы, тәүге ҡатыны йәшләй үлә. (Р.Шәкүр «Ар­ҙаҡлы баш­ҡорттар».)

М.Аҡмулланың йәшлек осорона сағылышлы тағы ла ниҙәр билдәле? IX ревизияла 1850 йылдың февраленән алып июненә тиклем 19 йәшлек Мифтахетдин төрмәлә була, тип яҙыла. Тарихсы Ә.Әсфәндиәров бының сәбәбен хәрби хеҙмәттән баш тартыу булғандыр, тип фараз итә, сөнки кантонлыҡ системаһы осоронда һәр баш­ҡорт 19 йәштән хәрби хеҙмәткә алынырға һәм оҙайлы хеҙмәт итергә тейеш булған. (Ә. Әсфәндиәров, «Олатайҙар­ҙың бар тарихы».)

– Кантонлыҡ системаһы осоро ҡайһы йылдар­ҙы үҙ эсенә ала? (1798 – 1865 йылдар.)

 Был, моғайын, тарихи дөрөҫлөккә тап киләлер, сөнки 1867 йылда дошмандары тап ошо фактты – уның хәрби хеҙмәттән баш тартыуын сәбәп итеп, төрмәгә ултырта.

М.Аҡмулла ҡаҙаҡтар араһында үҙен Мөхәмәтйәр исемле ҡаҙаҡ улымын, тип таныштыра. Аҡмулла – ҡаҙаҡ, тигән версия ошонан килеп сыға. З.Рәсүлев М.Аҡмулланың ҡәбер ташына «атаһы Мөхәмәтйәр, тәрбиәләүсе атаһы Камалетдин» тигән яҙыу яҙҙыртҡанда ла ошо уҡ фактҡа таяна, буғай. Ҡаҙаҡ ғалимдары Д.Ҡасҡынбаев, С.Сәй­фуллиндар ҙа был версияны ҡулланып, Аҡмулланы ҡаҙаҡ тип иҫбатлай. Р. Шәкүр үҙ хеҙмәтендә ошондай йүнәлештәге эштәр­ҙең әле лә булыуы тураһында борсолоу белдерә. («Звезда поэзии», 2006 й.)

Ваҡыт үтә килә, баш­ҡорт ғалимдары Р.Шәкүр, Ә.Вилданов, Ә.Әсфән­диәров, С.Галиндар­ҙың эҙлә­неү­­ҙәре һөҙөмтәһендә, уның ысын атаһы – Камалетди­н Ишҡужа улы икәнлеге иҫбатлана.

Дәреслектәр­ҙә әсәһенең иртә вафат булыуы арҡаһында М.Аҡмулланың үгәй әсәй ҡулында үҫеүе тураһында яҙылған. Р.Шәкүр тикшеренеүенсә, 1850 йылда, IX ревизия материалдарында шағир­ҙың әсәһе Бибиөм­мөгөлсөмдөң иҫән, уға 41 йәш икәнлеге яҙыла. Был саҡта Мифтахетдинға 19 йәш булған. Тимәк, уның йәшләй үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнеүе тураһындағы фекер дөрөҫ түгел.Кәмһетелеүҙәргә килгәндә, шуны күҙ уңында тоторға кәрәк: Ишҡужа мулланың 5 улы, 2 ҡыҙы була, йәш ғаиләләр айырылып башҡа сыҡмаған осраҡта, күмәк кеше бергә йәшәргә тура килә.

1853 – 1854 йылдар.М.Аҡмулла Стәрлебаш мәҙрәсәһендә суфый шағир Шәмсетдин Зәки менән таныша, уның дәрестәрен тыңлай. Ләкин был мәҙрәсә лә М.Аҡмулланы ҡәнәғәтләндермәй. Аҙаҡ ул «Мәжлесенә ҡарай ғына» шиғырында ошолай яҙа:

Фәҡирлектән артыҡ фән күрә алманыҡ,

Шәһәр сығып, алыҫ яҡҡа йөрөй алманыҡ.

Мәргәндәр­ҙе танырлыҡ хәлебеҙ бар,

Шул сәбәптән сабыр ҡылып тора алманыҡ.

Ул заман китап ҡайҙа был замандай,

Йөрөйөм тәрән ер­ҙән һыу ала алмай,

Бер шәриҡ ҡалын китап уҡып торһа,

Ҡыҙығып, мин фәҡир­ҙең күҙе аландай.

1854 – 1866 йылдар. М.Аҡмулла был осор­ҙа Ырымбур, Троицк, Күксәтәү ҡалаларында һәм шул тирәләге баш­ҡорт, ҡаҙаҡ ауылдарында йәшәй. (М.Аҡмулла йәшәгән ер­ҙәр картанан күрһәтелә.)Ул балта оҫтаһы, уҡымышлы мулла булып таныла. Хаҡ, тура һүҙле булғаны өсөн ҡаҙаҡтар уны яратып, Аҡмулла тип исем бирә. (Ғ.Мөхәммәтшиндың «Аҡмулл­а ҡаҙаҡтар араһында» һүрәте күрһәтелә.)

М.Аҡмулла үҙ заманы өсөн прогрессив ҡарашлы уҡытыу­сы булараҡ, балаларға дәресте үҙ телендә аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ҡаҙаҡҡа – ҡаҙаҡса, баш­ҡортҡа баш­ҡортса һөйләй. Шиғыр­ҙарында прогресҡа ынтылыш ярылып ята. 

http://www.uchbash.ru/images/stories/krug1.png Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем.

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бир­ҙең, тәңрем, телде беҙгә һөйлә, тип,

Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

http://www.uchbash.ru/images/stories/krug1.png Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

 1866 – 1867 йылдар.Ул атаһы йортона ҡайта. Үкенескә ҡаршы, шағирға йылы ҡараш, яҡты сырай күрһәтеүсе булмай. Сәбәбе, моғайын, М.Аҡмулланың мул­ла­лар­ҙан, байҙар­ҙан көлөп яҙған сатирик шиғыр­ҙарындалыр, сөнки атаһы Камалетдин үҙе лә мулла. Tарих ошондай деталде лә һаҡлай. Ауыл кешеләре оҙаҡ юғалып торғандан һуң ҡайтҡан Аҡмуллаға: «“Ҡадихан” китабын уҡый беләһеңме? Уны беҙҙең ауылда Камалетдин хәҙрәттән шәп уҡыған кеше юҡ», – тиҙәр. Быға Мифтахетдин: «Уҡымай тағы! Атайымдың белеме минең белемдең аяҡ йөҙлөгөнә лә етмәй!» – ти. Ҡыҫҡаһы, ата менән ул үпкәләшә һәм М.Аҡмулла атаһының атын, арбаһы менән тунын рөхсәтһеҙ алып, сығып китә. Был ваҡиға шағир­ҙың ниндәй әҫәрендә сағыла? «Атайыма хат» шиғырында М.Аҡмулланың хис-тойғолары үпкә һүҙҙәре аша белдерелә. (Әҫәр уҡыла.)

Шиғыр­ҙың тәүге 2 юлы Туҡһанбай ауылы кешеһе, Хәбетдин Бәҙретдиновтан яҙып алына. Тағы 10 йылдан һуң, 1974 йылда Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы өлкәндәренән шиғыр­ҙың ҡалған өлөштәрен яҙып алалар. Хәҙерге көндә «Атайыма хат» шиғырының 3 варианты бар.

Ошо әҫәр нигеҙендә М.Аҡмулланың биографияһы бер аҙ тулылана төшә. Ысынлап та, тыуған йортона 13 йылдан һуң беренсегә ҡайтҡан шағир атаһына Ырымбур­ҙан үпкәле хат ебәрә. Ғ.Шафиҡовтың «Аҡмулла» повесында ла был ваҡиға телгә алына.

1867 йыл. Ата йортонан киткәндән һуң Аҡмулла тормошонда ниндәй хәлдәр була? Троицкийҙан йөҙ саҡрымдар алыҫыраҡ ер­ҙә уҡытып йөрөгән сағында ҡаҙаҡ байы Иҫәнгилде менән низағлаша. Ни өсөн? (Хәрби хеҙмәтте, уның ҡаҙаҡ булмауын нигеҙ итеп алһалар ҙа, төп сәбәп, әлбиттә, М.Аҡмулланың шиғыр­ҙары була. Дәреслектән миҫалдар уҡыла.)

Я. Хамматовтың «Һырдарья» романында ла ошо факттар сағылыш таба. Ҡаҙаҡтар­ҙан берәү М.Аҡмулланы йыназаға саҡырып килгәс, ул: «Минең төп шөғөлөм – балалар уҡытыу, йыназаға башҡа муллаға әйтегеҙ», – тип баш тарта. Саҡырып килеүсе: «Солтанморат муллаға бирерлек байлығыбыҙ юҡ, ул ике һарыҡ, күп аҡса һорай. Һеҙҙе әҙәпле, тиҙәр», – ти. Аҡмулла риза була.

1867 – 1871 йылдар(Видеоөҙөктә Троицк ҡалаһының төрмәһе күр­һәтелә, М. Аҡмулланың яман ҡулдарға эләгеүе хаҡындағы өҙөк тыңлана.)

Нахаҡ рәнйетелгән М.Аҡмулла «Урыным – зиндан» шиғырын яҙа. 

Халыҡтың Аҡмуллаға мөхәббәте шул тиклем көслө була, улар уны ярата, хөрмәт итә. Әхмәтбай Баҡиров исемле кеше уны порукаға алып, төрмәнән ҡотҡара. Ҡотҡарылғандан һуң да әле ул 2 йыл арестант ротаһында ҡалырға тейеш була. Ғатаулла Баязитов менән Ғәбиҙулла Йыһангировҡа барып, император Александр II исеменә прошение яҙалар, 2 мең һум аҡса түләйҙәр һәм М.Аҡмулла арестант ротаһынан да ҡотҡарыла.

1889 йыл М.Аҡмулла ижадында ни менән әһәмиәтле?

М.Аҡмулла татар мәғрифәтсеһе, ғалим-реформаторы Ш.Мәржәнигә арнап мәрҫиә ижад итә. Әҫәр тәүҙә мәдхиәитеп яҙыла, аҙаҡ Ш.Мәржәниҙең вафат булыуы сәбәпле мәр­ҫиәгә үҙгәртелә. (Ш.Мәржәниҙең рәсеме күрһәтелә.)

 1892 йылда Ҡазанда баҫылған бары 15 битлек «Ш.Мәржәни мәрҫиәһе» – шағир үҙе иҫән саҡта сыҡҡан бер­ҙән-бер китабы. 

1894 йылда мәғрифәтсе тормошонда ҙур осрашыу була. М.Аҡмулла Өфөгә килеп, Р.Фәхретдинов менән осраша. Мәжлестә М.Өмөтбаев менән икеһе әйтеш ойошторалар. Матур, үҙенсәлекле шиғри бәйге өлгөһө, үкенескә ҡаршы, һаҡланмаған.

Р.Фәхретдинов М.Аҡмуллаға китабын сығарышырға яр­ҙам итергә теләй, тик М.Аҡмулла эште аҙаҡҡараҡ ҡалдырыуҙы хуп күрә.

М.Аҡмулланың Өфөгә барыуы. 1892 йылда 61 йәшлек сағында М.Аҡмулла Сәғирә Юлдыбаева исемле йәш баш­ҡорт ҡыҙына өйләнә. Ул – М.Аҡмулланың никахлашҡан бер­ҙәм-бер ҡатыны. (Р. Насиров, «Уҙамандар­ҙы эҙләйем».) Ләкин Сәғирә, ике йыл бергә йәшәгәндән һуң, унан баш тарта. М.Аҡмулла сәбәбен асыҡлауҙы, ҡатынын кире ҡайтарыуҙы һорап, Өфөгә Диниә назараты­на, ҡазый Р.Фәхретдиновҡа бара. Һөләймән ҡыҙы Сәғирәгә илгиҙәр шағир­ҙың тормошо оҡшамай, күрәһең, М.Аҡмулла был ваҡытта еңел арбаһында ауылдан-ауыл­ға йөрөп, ғилемгә өндәп, ҡаҙаҡҡа ла, баш­ҡортҡа ла, бер­ҙәй үк мәғрифәт йырын йырлай. Ауырлыҡтан, тигеҙһеҙлектән сығыу, яҡшы тормошҡа ирешеү юлдарын ул белемдә күрә.

 «Баш­ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғыры 1931 йылда табыла. Белем нуры һибеүсе мәғрифәтсе М.Аҡмулла үҙ осоро өсөн яҡтылыҡ һибеүсе шәм була.

1895 йыл, 8 октябрь. М.Аҡмулла ҡаҙаҡтар менән хушлашып, тыуған яҡтарына бөтөнләйгә ҡайтырға юллана. Троицк, Силәбе аша үтеп, Миәскә етә. Унда таныш хәҙрәте Сәләхетдин Бәширов янында туҡталып, ҡунып китә. Сәләхетдин М.Аҡмулла яҙмышы өсөн борсолоп, уның ваҡытлыса үҙендә тороуын үтенә, тик шағир юлға ашыға. Ошо юлды үткәндә үлтерелә.

IV. Йомғаҡлау. М.Аҡмулла йондоҙо, уның шиғриәте йылдан-йыл сағыуыраҡ балҡый. Ул, М.Горькийҙың үҙ йөрәген йолҡоп алып, факел итеп яндырғ­ан Данкоһы шикелле, ғүмерен халҡына арнай, ауыр һәм ҡараңғы замандар­ҙа тынмайынса мәғрифәт йырын йырлай. Шуға ла уның исеме халыҡ хәтерендә, халыҡ уйында.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по теме: "Халыҡ уйына тоғролоҡ""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Главный бухгалтер

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 171 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.01.2016 721
    • DOCX 282.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметова Фазина Маратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахметова Фазина Маратовна
    Ахметова Фазина Маратовна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4023
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 490 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 329 человек

Мини-курс

Этапы развития речи: от первых звуков до полноценной коммуникации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 162 человека из 51 региона
  • Этот курс уже прошли 145 человек

Мини-курс

Финансовое моделирование и управление инвестиционными проектами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Цифровая трансформация в управлении и информационных технологиях

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе