Инфоурок Классному руководителю Конспекты"Башҡортостан - республикам минең" Класс сәғәте Башланғыс кластар өсөн

"Башҡортостан - республикам минең" Класс сәғәте Башланғыс кластар өсөн

Скачать материал

 

 

Синыф сәғәте

 

«Башҡортостан-республикам

минең»

 

 

 

                                                      Әҙерләне һәм үткәрҙе:

                                                       Хакимова Айгизә Мансур ҡыҙы

      башланғыс синыфтар уҡытыусыһы

 

2020-2021уҡыу йылы

 Рәдиф. Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар!

 

 Ғаян. Хәйерле көн , дуҫтар!

 

Рәдиф. һеҙҙе ҙур байрам- республика көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

 

 Ғаян. Ә хәҙер һорау. Бынан нисә йыл элек, Башҡортостан республикаһының дәүләт суверенететы тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйылды?(19) Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты кем?

 

Рәдиф. Ә хәҙер һеҙҙең  иғтибарығыҙға Назаров Басир шиғыр һөйләп ишеттерә

 

Йәнгир. “Үҙем Президент булһам” , Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.

Президент кем ул, атай?-

тип һораны бөгөн Илһам..

нисек ,әгәр мин дә үҫкәс,

үҙем президент булһам?

Тәүге президентыбыҙ

ул беҙҙең Мортаза ағай.

аҡыллы ла, бик ҡыйыу ҙа,

белемле лә һәм ябай.

Ул да кескәй малай булған

Тыуған ере Тәүәкән.

сабый саҡтан сая, тырыш,

батыр ҙа һәм тәүәккәл

Президентлыҡ- яуаплы эш,

ергә тоғролоҡ кәрәк.

ил ағаһы- ныҡлы ҡалҡан,

Һәр саҡ халҡына терәк.

Барлыҡ милләттәр дуҫлығын

иркебеҙҙе лә яҡлай,

телебеҙҙе, илебеҙҙе,

халҡыбыҙ рухын һаҡлай.

 Шундай егет булып үҫһәң,

булырһың ил ағаһы.

әлегә ҙурайып,

һиңә уҡып белем алаһы.

 

Ғаян.1993йылдың 12октябрендә Башҡортостан Республикаһының Гимны һәм Гербы ҡабул ителде. Гимн- илдең суверенлығын, уның халыҡтары берҙәмлеген һәм дуҫлығын кәүҙәләндереүсе символ.

 

Рәдиф. һорау ; Башҡортостан гимнының авторы кем? .(Фәрит Идрисов) Гимн башҡарыла. Барыһы ла баҫа.

 

 Ғаян. Хәкимов Фәһим шиғыр һөйләп ишеттерегә теләй.

 Рәдиф.Гимн яңғырай.Фаҡиһа Туғыҙбаева.

Гимн яңғырай- ул шундай көслө:

Үрә баҫтылар оло һәм кесе.

Гимн яңғырай- ул шундай көслө:

Ватанын уйлай тыңлаған кеше.

Эстән ант бирә һөйөргә илен,

һөйөргә халҡын һәм туған телен.

Гимн яңғырай- ул шундай көслө:

тыңлаһам уны ҙур үҫәм төҫлө.

 

Йәнгир. Герб- хоҡуҡи дәүләтселек билдәһе. Ул закон нигеҙендә ҡабул ителә. Ә Башҡортостан Республикаһының әлеге гербында башҡорт халҡының быуаттар буйына һаҡланған тарихи йолалары сағылдырылған.

 

Ғаян.Гербтың авторы- Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов.

 Рәдиф.Салауат Ильясов һеҙгә шиғыр һөйләп ишеттергә теләй.

 

Йәнгир. Батырлыҡҡа әйҙәй. Сафуан Әлибай.

Башҡортостан гербы бөгөн

мәктәп , бүлмәне биҙәй,

- ул ил өсөн, халыҡ өсөн

батырлыҡтарға әйҙәй.

Батыр һынын сағыулата

офоҡтан ҡалҡҡан нурҙар.

батыр халҡыбыҙ мәңгегә

азатлыҡ йырын йырлар!

 

 Йыр .Салауат батыр.

 

Ғаян. Ә хәҙер һорау: Беҙҙең республика халҡының һаны: -1 миллионға яҡын -4миллиондан ашыу -10 миллионға яғын

 

Рәдиф.Борон-борондан халҡыбыҙҙың әләме лә булған. Улар үҙгәреп торған. Тәүге башҡорт хөкүмәте тарафынан 1918 йылда ҡабул ителгән флаг зәңгәр, йәшел, аҡ һыҙатлы тура мөйөшлө туҡыманан торған.

 

Ғаян.1992йылдың 25февралендә раҫланған яңы флагыбыҙҙа ла ошо төҫтәр ҡабатлана. Тик уларҙың урынлашыуы икенсе төрлөрәк.

 

Рәдиф.Флагтың авторҙары- Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина.

 

 Ғаян. Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Садыков Вильнур башҡарыуында шағирә Фаҡиһа Туғыҙбаеваның Яһаным матур Флаг исемле шиғыры

 

Әлфинә.

Байрам бөгөн, байрам бөгөн-

Республикамдың көнө.

Флаг яһаным байрамға,

миңә шундай күңелле!

Флагымда зәңгәр төҫ бар,

ә уртаһы ап-аҡтан,

йәшел төҫ тә балҡып тора-

өс төҫтө лә яратам.

“Флагыңда изге төҫтәр”,-

тип ҡыуана атайым,

ап-аҡ буйҙың уртаһына

мин ҡурай ҙа яһайым.

Яһайым да мәктәбемә

тантанаға барамын.

көтөп алдыҡ Ватанымдың

иң- иң Бөйөк байрамын!

 

Рәдиф. Һеҙҙе республикабыҙ көнө менән ҡотлап йырлай Азат Ильясов.

 

Әпипә (йыр Әпипә)

 

Ғаян. Рәмилә Назарова һеҙгә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның Башҡортостан флагы исемле шиғрын һөйләп ишеттерергә теләй.

 

Әлфинә.                            

Башҡортостаным Флагы

тора өс төрлө төҫтән:

күк, аҡ, йәшел,

ә уртаға ҡурай сәскәһе төшкән.

зәңгәр төҫө- ул халҡымдың уй-ниәте, сафлығы,

аҡ төҫ- ул именлек төҫө, хеҙмәттәшлек, паклығы.

ә йәшеле- ул азатлыҡ, мәңгелек йәшәү төҫө.

суверенлы илдә генә халҡым булмышы,

көсө. ҡурай сәскәһе ете таж, нигеҙе- ете ырыу;

бар милләттәр менән бергә

бәхетле тормош ҡороу.

 

Ғаян. Беҙҙең Башҡортостан республикаһы һоҡланып туйғыһыҙ матур, бай. Ошо матур тәбиғәтле илебеҙҙә төрлө милләт кешеләре йәшәй. Улар төрлө телдәрҙә һөйләшһә лә, татыу, дуҫ йәшәй.

 

 һорау: Башҡортостан территорияһында йәшәй: -100 милләт; -50 -гә яҡын милләт; -80 дән ашыу милләт кешеһе Фәрүәз.Башҡортостан- башҡорт иле тигән һүҙ. Халҡыбыҙ борон- борондан Урал тауҙары, йылғалары буйында йәшәгән. Ошондағы матур тәбиғәткә һоҡланып, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар ижад иткән.

 

Ғаян. Ә хәҙер һорау: беҙҙең башҡорт ерендә 600ҙән ашыу йылға аға . Был йылға иң ҙуры. Ул Волга Рәсәй йылғаһы өсөн иң һылыу булған кеүек, Башҡортостан өсөн иң һылыуы. Ул ниндәй йылға? (Ағиҙел)Һорау:Урал һүҙе нимәне аңлата?(билбау-пояс)

 

Рәдиф.Тыуған яғыбыҙың матурлығын данлап йырлай Фәһим Хәкимов. Барған инем.Вәсим Әхмәтшин музыкаһы, Ғәлимйән Латипов һүҙҙәре.. (Йыр. Барған инем.)

 

Йәнгир. Суверенлы республика булғас, милли мәктәптәр асылды., үҙ телебеҙҙә белем алырға мөмкинселектәр тыуҙы.

 

Ғаян.Туған телем. Ирек Кинйәбулатов.

Тел илертә, тел тилертә,

телдән көслө сара юҡ.

Тел аңлатмаҫ мөғжизә юҡ,

телдәр үтмәҫ ара юҡ.

Шундай телем- башҡорт теле-

тиңгә тиң- дәүләт теле.

Халҡым менән бергә тыуған

меңләгән йылдар элек.

Тел тамыры- ил тамыры,

телем тамыры тәрән,

гүйә нескә гөл тамыры,

уны белеү ҙә кәрәк.

Яҙмышыбыҙ- тел яҙмышы,

беләм уның хаҡында.

Әгәр телем йәшәй икән,

йәшәйәсәк халҡым да.

(Йыр. Туған тел)

 

Асия  һөйләй. Фаҡиһа Туғыҙбаева.

Башҡортостан

 Башҡортостан- тыуған илем,

ул бит һаҡлай туған телем,

ул бит Һаҡлай Яҡты көнөм,

бирә миңә аҡыл, белем.

Башҡортостан- Тыуған ерем,

әсәйемдәй берҙән- берем!

 

Ғаян. Ә хәҙер һорау :Башҡортостанда ғәжәп бер тау бар. Ул тау Башҡортостандың иң бейек тауы һәм был тау кешеләрҙе һауыҡтырыу көсөнә эйә. Ниндәй тау ул? (Янғантау)

 

Рәдиф. Садыҡов Вильнур башҡарыуында йыр “Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай”

 

Ғаян. Башҡортостан- Беҙҙең Ватан.Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.

Тыуған илем- беҙҙең урам,

тыуған яғым- ҡуйы урман,

тыуған ерем- бешкән балан,

 гөл сәскәле йәшел ялан.

Үҙ еремдә-үҙ йортобоҙ,

мине һөйгән әсәм-атам,

мәктәбебеҙ, уҡытыусым,

Башҡортостан- беҙҙең Ватан.

Һандуғастар таллыҡтарҙа,

һыуҙа йөҙгән балыҡтар ҙа,

шундай гүзәл беҙҙең Ватан,

Үҙ илемде мин яратам!

 

 Йыр. Тыуған ерем

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Башҡортостан - республикам минең" Класс сәғәте Башланғыс кластар өсөн"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Заведующий филиалом музея

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 296 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 31.01.2021 604
    • DOCX 32 кбайт
    • 19 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хакимова Айгизя Мансуровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хакимова Айгизя Мансуровна
    Хакимова Айгизя Мансуровна
    • На сайте: 3 года и 3 месяца
    • Подписчики: 6
    • Всего просмотров: 158032
    • Всего материалов: 42

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс повышения квалификации

Уверенность, уверенное поведение, воспитание волевых привычек, развитие учебной мотивации у детей и подростков

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 248 человек

Курс повышения квалификации

Особенности реализации Федеральной рабочей программы воспитания в школе

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 92 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 251 человек

Курс повышения квалификации

Работа классного руководителя по организации взаимодействия семьи и школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 406 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 548 человек

Мини-курс

Мастерство влияния и успешных переговоров

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 19 регионов

Мини-курс

Продвинутые техники нарративного подхода в психологии

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 16 регионов

Мини-курс

Продуктовый успех: стратегии и инструменты для создания, улучшения и продвижения продуктов на рынке

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе