Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Башкирский язык 1 класс тема: Алфавит

Башкирский язык 1 класс тема: Алфавит

библиотека
материалов













БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН АСЫҠ ДӘРЕС

ТЕМА: « АЛФАВИТ»

1 КЛАСС







Үткәрҙе; Хайруллина Н.А.

Күсем башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы





Тема: Алфавит.

Маҡсат: Алфавит тураһындағы төшөнсәне тәрәнәйтеү өҫтөндә эшләү.Алфавитта хәрефтәр һаны,тәртибе тураһында төшөнсә биреү. Һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙыу күнекмәләрен камиллаштырыу.Башҡорт алфавитының үҙенсәлеген асыҡлау.Һүҙ байлығын арттырыу һәм телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: башҡорт теле алфавиты, һүрәттәр,плакат, икт.

Дәрес барышы

Ойоштороу мәле;

Бөгөн беҙҙә «Башҡорт теле»

Яратам һине телем

Рәхмәт һиңә!Һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

-Һаумыһығыҙ уҡыусылар,бөгөн һеҙҙә дәресте мин алып барасаҡмын.Минең исемем Нәзирә Ансар ҡыҙы булыр.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

  • Беҙ һеҙҙең менөн ошоға тиклем ниндәй китап буйынса уҡыныҡ?

  • Нимәгә өйрәтте ул беҙҙе?

  • Әйҙәгеҙ «Әлифба» китабына ҙур рәхмәт әйтәйек.

  • Әлифба! Рәхмәт һиңә!

  • «Әлифба» китабы урынына беҙгә «башҡорт теле» китабы килгән икән.

  • Был китап беҙҙең белемдәребеҙҙе тағы күбәйтәсәк, артырасаҡ.Уның ярҙамында беҙ шыма, тиҙ һәм дөрөҫ итеп уҡырға,матур һәм шул уҡ ваҡытта хатаһыҙ яҙырға өйрәтәсәк.Шуға ла был китапты ла беҙ таҙа итеп ҡәҙерләп алып йөрөргә тейешбеҙ.Килештекме?

  • Әйҙәгеҙ беренсе битен асайыҡ.

  • Нимә тип яҙылған?(Алфавит)

  • Нимә ул алфавит? Ҡайҙан килеп сыҡҡан был һүҙ?

  • Нимәне аңлата?

  • Алфавит һүҙенең мәғәнәһен,ундағы хәрефтәрҙең тәртибен асыҡлау,беҙҙең бөгөнгө дәрестең маҡсаты.

  • Был маҡсатҡа сығыу өсөн мин һеҙҙе әкиәт иленә сәйәхәткә саҡырам.Минең менән барырға ризаһығыҙмы? Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ! 1,2,3, Астыҡ!

  • Борон-борон заманда әкиәт ҡалаһында матур-матур өйҙәрҙә йәшәгән ти хәрефтәр.Ләкин улар бөтәһелә бер өйҙә түгел,ә бүленеп-бүленеп йәшәгәндәр,хатта урамдары ла булған.

  • Әйҙәгеҙ,уҡығыҙ әле был ниндәй урам!

  • Һуҙынҡылар урамы

  • Ҡарағыҙ әле, улар беҙҙән йәшенеп бөткәндәр,әйҙәгеҙ беҙ уларҙы өйҙәренә урынлаштырайыҡ.

  • Ниндәй һуҙынҡыларҙы беләбеҙ? Әйҙәгеҙ уларҙы йырлап ишеттерәйек.

  • Малайҙар ҡалын һуҙынҡыларҙы йырлай.(А-У-О-Ы )

  • Ҡыҙҙар нәҙек һуҙынҡыларҙы(Ә-Ө-Ү-Э-И)

  • Өйҙәренә индерәбеҙ. (плакетка яҙалар).

  • Ә был өйҙә ниндәй һуҙынҡылар йәшәй икән? (ике өндө белдергән һуҙынҡылар Я-Ю-Е-Е)

  • Афарин!

  • Ә хәҙер был урамға сығайыҡ.

  • Тартынҡылар урамы

  • Был урамда ла хәрефтәрҙе өйҙәренә урынлаштырайыҡ

  • Был йорт ҡатлы-ҡатлы, ниндәй хәрефтәр йәшәй икән? (парлы тартынҡылар,Б-П В-Ф Г-К Ғ-Ҡ Ж-Ш Д-Т Ҙ-Ҫ З-С )

  • Ә был өйҙә парһыҙ яңғырау хәрефтәр,беҙ уларҙы сонор хәрефтәр ҙә тип әйтәбеҙ (Л М Н Ң Р Й)

  • Бында парһыҙ һаңғырау хәрефтәр (Х Һ)

  • Ә был өйгә ниндәй хәрефтәрҙе индерәбеҙ (Ц Ч Щ) ,улар тик рус теленән ингән һүҙҙәрҙә генә осрай торған хәрефтәр.

  • Ҡарағыҙ әле беҙҙең бит тағы ике хәрефебеҙ юҡ, уларға өй ҙә ҡалманы Ниндәй хәрефтәр улар ? (Ь, Ъ) /нәҙек айырыу билд. һәм ҡалын айырыу билдәһе.

  • -Уларҙың өндәре лә юҡ, үҙҙәрен генә бер нисек тә ҡулланып та, уҡып тә булмай, улар кәрәк саҡта ғына киләләр, шулай булғас, әйҙә улар хәрефтәр араһында ҡунаҡ ҡына булып йөрөһөндәр

  • -Шулай итеп Алфавит илендәге хәрефтәрҙе урынлаштырып бөттөк

  • -Был илдә нисә хәреф йәшәй икән, һанайыҡ

  • Һуҙынҡылар -13

  • Тартынҡылар -27

  • Тағы ике билдә –(Ь,Ъ) (бөтәһе 42 хәреф.)

  • был илдә тик башҡорт теленә генә хас хәрефтәр ҙә бар улар 9 (Һ,Ҡ,Ғ,Ҙ,Ң,Ҫ,Ә,Ө,Ү)

  • шул арҡала башҡорт алфавитында рус алфавитына (33) ҡарағанда хәрефтәр күберәк бөтәһе (42 хәреф).

Шулай итеп һығымта яһайыҡ ;

Алфавит ул хәрефтәрҙе билдәле бер тәртипкә килгән йыйылмаһы ысынлап

та ҡарағыҙ әле таҡтала ла күрәбеҙ, парталарға ла ята

Алфавитта һәм хәрефтең үҙ урыны һәм исеме була.

Алфавит –ул грек һүҙе альфа+вита тигән һүҙҙәр ҡушылған альфа- порядок, йәки тәртип тигәнде аңлата

Әйҙәгеҙ алфавитты уҡыйыҡ.

Ял минуты;

Ҡулдарҙы йәйҙек

Самолет булдыҡ

Ҡулдар йөрөнө

Вертолет булдыҡ

Ҡулдарҙы йыйҙыҡ

Беҙ балыҡ булдыҡ

Һуңынан остоҡ

Күгәрсен булып.

Эште дауам итәбеҙ:

-китаптың 4 се битен асабыҙ, 2 се күнегеүҙе уҡыйбыҙ. Кем уҡып ишеттерә?

-3 сө күнегеү –һүҙҙәр төҙөйбеҙ

-4 се күнегеү-ниндәй хәреф артыҡ – ни өсөн?

-Тағы алфавитҡа күҙ йөрөтәйек

-Нисә хәреф? /таҡтала эшләү/

-Тәүге хәреф?

-иң аҙаҡта?

-Бишенсе хәреф?, унынсы ?

Ә хәҙер ҡарағыҙ әле һеҙҙең парталарҙа һүрәттәр ята, шул һүрәттәрҙең беренсе хәрефен билдәләгеҙ һәм сығып алфавит тәртибендә теҙәлегеҙ

-Афарин!

Йомғаҡлау :

-Башҡорт теленең алфавитында нисә хәреф?

-Нисә тартынҡы? Нисә һуҙынҡы?

-ике өндө белдергән хәрефтәрҙе әйтегеҙ

-башҡорт теленә хас хәрефтәр?

- алфавит беҙгә ни өсөн кәрәк?









































Только до конца зимы! Скидка 60% для педагогов на ДИПЛОМЫ от Столичного учебного центра!

Курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации от 1 400 руб.
Для выбора курса воспользуйтесь удобным поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВЫ).

Московские документы для аттестации: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДБ-360187

Похожие материалы



Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 60% скидки (только до конца зимы) при обучении на курсах профессиональной переподготовки (124 курса на выбор).

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG