30- сы дәрес Үткәреү
ваҡыты : ---------------------------------
Дәрес темаһы.
Предметтың
хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр
Дәрестең
төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.
Уҡыу-методик
комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова
Ф.Ш. һ.б.).
Планлаштырылған
һөҙөмтәләр:
Шәхси
сифаттарҙы үҫтереү: уҡытыусыңа, иптәшеңә һорау бирә
белеү, үҙеңдең эшеңдең һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтләнеү ала белеү;
Метапредмет
өлкәһендәге үҫеш: тексты тейешле интонация менән
уҡый белеү, һүрәтте һәм текстың йөкмәткеһен сағыштыра белеү, һүрәттәге
геройҙарҙың эш-хәрәкәте, уға хас сифаты тураһында хөкөм йөрөтә белеү;
Предмет
өлкәһендәге үҫеш: предметтың хәрәкәтен белдергән
һүҙҙәрҙе башҡа һүҙ төркөмдәренән айыра белеү, телмәрҙә уларҙы урынлы ҡуллана
белеү.
I.
I.
1 – се эш. Күнегеүҙең шартын уҡыу. Эште планлаштырыу һәм уны башҡарыу:
1)Һүҙҙәрҙе
уҡыу, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау;
2)
Һүҙҙәрҙең предметтың хәрәкәтен белдереүен асыҡлау, иҫбатлау;
3)
Төркөмдәге һүҙҙәр айырым бер предметтың хәрәкәтен белдереүенә төшөнөү (1-ел,2-
әсәй, 3-шишмә) ;
1)
4) Үҙҙәренән һүҙ өҫтәү.
Һығымта:
предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр предметтың башҡарған эшен атайҙар.
Хәрәкәтте беҙ күрәбеҙ, тоябыҙ. Эске һәм тышҡы хәрәкәттәр була.
II.
2– се эш. Күнегеүҙең шартын уҡыу. Эште планлаштырыу һәм уны башҡарыу:
1)
Һүрәттәрҙе, кроссвордты иғтибарлы ҡарау,
өйрәнеү;
2)
Предметтың атамаһын белдереүсе һүҙҙәрҙе
шаҡмаҡтарға яҙыу;
3)
Улар башҡарған эш-хәрәкәтте белдергән
һүҙҙәрҙе йыйыу (төркөмдәрҙә, тәғәйенләнгән ваҡыт эсендә);
4)
Төркөмдәрҙең эшен тикшереү, баһалау. Иң
күп һүҙ йыйған төркөм еңеүсе тип табыла.
III.
3– сө эш. Күнегеүгә ҡарата эш шарттары
менән танышыу һәм үтәү:
1)
Һүрәттәрҙе өйрәнеү;
2)
Текст менән танышыу (уҡытыусы уҡый, үҙ
аллы уҡыу, төркөмдә бер-береңә уҡып ишеттереү);
3)
Текст буйынса һорау әҙерләү. Бала
һорауҙы уҡый, ә дуҫтары
уға яуап бирә, яуап ҡайтара алмаған осраҡта, һорауға яуапты күмәкләп
эҙләйҙәр;
4)
Төркөмдәрҙә әкиәтте дауам итеү;
5)
Төркөмдәрҙең эшен тикшереү (әкиәттең
дауамын йә төркөмдән бер уҡыусы, йә сиратлап уҡып ишеттерәләр), баһалау.
Әкиәтте иң ҡыҙыҡлы итеп дауам иткән төркөм еңеүсе тип табыла.
IV.
4– се эш. Күнегеү телмәр үҫтереүгә бәйле булыуын
иҫәпкә алып һәм һәр баланы диалогта ҡатнаштырыу маҡсатында,
эште төркөмдәрҙә ойошторорға.
Күнегеүҙең шартын уҡыу. Эште планлаштырыу һәм уны башҡарыу:
1)
Текст менән танышыу;
2)
Һүрәтте өйрәнеү, текстың йөкмәткеһен
һүрәт менән сағыштырыу;
3)
Текстан хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙе
табыу, ул ниндәй кейеккә хас икәнен асыҡлау;
4)
Төркөмдәргә бүленеп һәр кейеккә хас
сифат, хәрәкәт һүҙҙәрҙе йыйыу (белешмә өсөн һүҙҙәрҙе ҡулланып);
5)
Төркөмдәрҙең эшен тикшереү, баһалау. Иң
күп һүҙ йыйған төркөм еңеүсе тип табыла.
V.
5 – се эш. Күнегеүҙең шартын үҙ аллы уҡыу. Уны төшөнөү кимәлдәрен асыҡлау, эште
планлаштырыу:
1)
Текст менән танышыу, унда һүҙ нимә тураһында
барыуын асыҡлау;
2)
Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙең хәрәкәтте
белдереүҙәренә инаныу, был һүҙҙәрҙең һөйләмдең аҙағында яҙылыуын билдәләп үтеү;
3)
Тейешле һүҙҙәрҙе табыу;
4)
Һөйләмде уҡып ишеттереү;
5)
Хәрәкәтте белдергән һүҙҙе бәйләнеп
килгән һүҙе менән айырымлап уҡыу, уларҙы яҙыу (Илнур яһаны, уны элде).
VI.6
– сы эш. Рефлексив анализ. Дәрестә ниндәй эштәр башҡарылыуын хәтергә төшөрөү
һәм уны башҡарғанда ниндәй аңлашылмаусанлыҡ, ҡыйынлыҡ осрауын билдәләү.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.