Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 6 класс. Дәреслек авторҙары: Ә.Х. Вилданов, В.И.Хажин. Тема. Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр” әҫәренән өҙөк өйрәнеү.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 6 класс. Дәреслек авторҙары: Ә.Х. Вилданов, В.И.Хажин. Тема. Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр” әҫәренән өҙөк өйрәнеү.


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:





Заявка на участие в конкурсе

























Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 6 класс. Дәреслек авторҙары: Ә.Х. Вилданов, В.И.Хажин.



Тема. Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәр” әҫәренән өҙөк өйрәнеү.

Маҡсаттар:

  1. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы һәм төркөмдәрҙә эшләй белергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға өйрәтеү; әҫәр аша тәрбиә, әҙәп күнекмәләрен биреү; милли аң, рух тәрбиәләү.

  2. Предмет буйынса белем: М. Аҡмулланың тормош юлына, ижадына байҡау яһау; “Нәсихәттәр” әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау; нәсихәттәрҙең бөгөнгө көндә әһәмиәтен билдәләү, тормошта ҡулланырға өйрәтеү.

  3. Универсаль эш төрҙәрен үҙләштереү: үҙ аллы белеем алыу, мәғлүмәт туплау һәм уларҙы ҡуллана белеү, уҡытыусы тыңлау, уның менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу; үҙ эшеңде, белемеңде дөрөҫ баһалау.

Йыһазландырыу: компьютер; проектор; М. Акмулланың портреты; М. Акмулла тураһында китаптар, әйтелгән һүҙҙәр, һүрәттәр күргәҙмәһе; һүҙлектәр; карточкалар; кластер төҙөү өсөн йыһаздар.



Дәрес барышы.

  1. Мобилизация этабы.

Һаумыһығыҙ”, - тип өндәшәм

Уҡыусылар һеҙгә, бөтә ғилемгә.

Бәхет, шатлыҡ бөгөн өләшәм.

Ихлас күнелдән өндәп белемгә.

  • Уҡыусылар, мин һеҙгә үҙемдең кәйефемде күрһәттем, ә һеҙҙең кәйефтәрегеҙ нисек һуң? (Уҡыусылар йылмая). Хәҙер аңланым. Бына ошо матур кәйефте дәрес буйына һаҡлайыҡ, бер-беребеҙгә иһтибарлы, ярҙамсыл булайыҡ һәм ошо матур кәйеф менән дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек. Белем үрҙәрен яулауҙа мин һеҙгә уңыштар теләйем. Минең ошо ҡобайырым һеҙҙең күңелегеҙҙе тағы ла күтәрер тигән өмөттә ҡалам.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла!

Сәсән һүҙле Аҡмулла!

Уҡырға һин өндәнең

Наҙанлыҡты һөймәнең

Һине маҡтай йырҙары

Һине данлай йырҙарым.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла!

Тура һүҙле Аҡмулла!

Саф булырға әйҙәнең

Хаҡлыҡ өсөн йәшәнең.

Һине маҡтай йырҙары

Һине данлай йырҙарым.

-Ҡобайыр кемгә бағышланған?(1-се слайд - Аҡмулланың портреты)

- Кем ул Аҡмулла?

- Тағы ниндәй сәсәндәрҙе беләһегеҙ?

- М. Аҡмулланың ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?



2. Яңы теманы билдәләү.

- Уҡыусылар, ошо һөйләшеүҙән сығып, дәрестең маҡсатын билдәләйек. Терәк һүҙҙәр таҡтала бирелгән ( - тормошо, ижады, танышыу; - әҫәр, анализлау; - нәсихәттәр.) (Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып, уҡыусылар дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр) (Слайдта дәрестең темаһы)

- Бөгөн беҙ уның “Нәсихәттәр” исемле әҫәре менән танышырбыҙ. Ә “нәсихәт” һүҙен һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, һүҙлектән ҡарап, һүҙҙең асылына төшөнөп китәйек.

(Нәсихәт – өгөтләү, өйрәтеү, әйтеү). Тимәк, М. Аҡмулла үҙенең нәсихәттәре аша беҙҙе нимәгәлер өндәй, өгөтләй, өйрәтә. Уның ни әйтергә теләгәнен әҫәр менән танышҡандан һуң, һеҙ әйтеп китерһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә дәрес буйына иғтибарлы булырға кәрәк буласаҡ.



3. Яңы теманы үҙләштереү.

1) - М. Аҡмулланың тормош юлына, ижадына байҡау яһайыҡ.

( Слайдтар күрһәтеп, уҡытыусы М. Акмулла тураһында һөйләй)

2) Әҫәр өҫтөндә эш алдынан һүҙлек эше: (слайдта)

әүүәл – беренсе, тәүҙә; сперва, во-первых, прежде всего

иман – (дингә, Аллаға) ышаныу, намыҫ; (религиозные) убеждения, совесть

тәүфиҡ, әҙәп – тәрбиәлелек; воспитанность

көфөр – бында: гонаһ; здесь: грех

шөкөр – умение довольствоваться

ниғмәт – байлыҡ; богатство

ихлас – искренность

3) Шиғырҙы 4 юллыҡлап сиратлап тасуири уҡыу. (Уҡытыусы уҡый башлай, уҡыусылар дауам итә)

4) Шиғырҙың идея – тематик йөкмәткеһен асыу өсөн һорауҙар:

- Аҡмулла ошо әҫәрендә беҙгә ниндәй нәсихәттәр әйтеп ҡалдырған? Һанап китәйек әле. ( уҡыусылар һанап сығалар, слайдта уҡтар ярҙамында күрһәтә барыла)

- Ниндәй кешене иманлы тип әйтеп була?

- Күңеле саф, күнеле боҙоҡ кеше тураһында ни әйтерһегеҙ?

- Аҡыллы кеше ниндәй?

- Нимә ул шөкөр итеү?

- Нимә ул –әҙәп?

- Сабыр холоҡло, сабырһыҙ кеше тураһында кем нимә әйтер?

- Ә ихлас кеше ниндәй була?

Бөгөн дәрестә һеҙ барығыҙ ҙа ихлас эшләйһегеҙ, миңә бик оҡшай. Ихлас кешенең генә эше ҡабул була, тип әйтә беҙгә шағир. Тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға ирешербеҙ тип ышанам.

5) Ял минуты “Каруанһарай” төркөмө башҡарыуында йыр тыңлау, бер- нисә күнекмәләр эшләү. (слайдта һүрәттәр)

6) Эшебеҙҙе дауам итеп, төркөмдәрҙә эшләйбеҙ.

1 – се төркөм – Карточкала бирелгән һүҙҙәргә шиғырҙан синонимдар табып яҙа.

2 – се төркөм – Шиғырҙан иҫкергән һүҙҙәрҙе (архаизмдарҙы) табып яҙа.

3 – сө төркөм – Аҡыл, тәртип тураһында мәҡәл-әйтемдәр әҙерләй.

4 – се төркөм “Нәсихәт” һүҙенә синквейн төҙөй.

( Нәсихәт

Иманлы һәм аҡыллы

Өйрәтә, аңлата, тәрбиәләй

Ихлас күңелле булырға

Өгөтләү)

5 – се төркөм “Нәсихәт “ һүҙенә кластер төҙөй ( А3 ҡағыҙында эшләнә)

7) Һәр төркөмдән берәр кеше яуап бирә.



4. Дәресте йомғаҡлау.

  • Нимәләр эшләнек, нимәләр тураһында белдек?

  • Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

  • Ниндәй эш башҡарыу оҡшаны?

  • Ниндәй эш ауыр тойолдо?

  • Эйе, ҡайһы бер эштәр ауырыраҡ та тойолғандыр, әммә һеҙҙең белемле булырға тырышыуығыҙ, ихлас эшләүегеҙ, сабыр, тәртипле булыуығыҙ бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итте. Аҡмулланың нәсихәттәрен иҫтә тотоп, аҡыллы, тәртипле, белемле, ҡыйыу ҡарашлы, Тыуған илгә хеҙмәт итерҙәй тырыш кешеләр булып үҫегеҙ.

Һорауҙар:

  1. Кем ул – Аҡмулла? (1. Рәссам; 2. Сәсән, шағир ; 3. Йырсы)

  2. Аҡмулланың тыуыуыны нисә йыл? (185, 175, 190)

  3. Нәсихәт” һүҙе нимәне аңлата?( а) дуҫлыҡ; б) өгөтләү; в) әрләү)

  4. Ниндәй уҡыу йортона Аҡмулла исеме бирелгән? (БДУ, БДПУ, БДАУ)



5.Өйгә эш биреү.

1. “Нәсихәттәр” әҫәрен тағы ла ҡабатлап уҡырға.

2. М. Аҡмулланың нәсихәттәрен дәфтәргә яҙырға, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрҙең нәсихәттәрен дә өҫтәп яҙырға.

3. М. Аҡмулла тураһында мәғлүмәттәр тупларға.



Дәрес бөттө. Һау булығыҙ




57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 25.04.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров42
Номер материала ДБ-053801
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх