Инфоурок Другое КонспектыФункциональ грамоталыҡты үҫтереүсе дәрес билдәләре.

Функциональ грамоталыҡты үҫтереүсе дәрес билдәләре.

Скачать материал

Протокол 2

14 февраль 2017 йыл

2-се дәрес

Тема: Функциональ грамоталыҡты үҫтереүсе дәрес билдәләре.

Маҡсат:  Уҡытыусылар менән яңы талаптар буйынса дәрес төҙөлөшө менән танышыу. Дәрестең ҡайһы этабында уҡытыусының функциональ грамоталылығын  үҫтереү отошло булыуын күрһәтеү.  Теоретик белем биреү.

Дәрес төрө:  Оҫталыҡ дәресе. Төркөмдәрҙә эшләү. Әңгәмә.

Дәрестә ҡулланасаҡ эш төрҙәре һәм формалары: оҫталыҡ дәресе ҡарау, анализ эшләү, лекция, әңгәмә.

Оҫталыҡ дәресенең планы:

1.      Оҫталыҡ дәресе ҡарау.

2.      Анализ эшләү.

3.      Әңгәмә—дискуссия.

4.     Өй эше.

Бөгөнгө мәктәп белемде түбәндәге йөкмәткелә бирергә тейеш:

 Сығарылыш уҡыусыларын етди маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек бирерҙәй, уларҙың юлында килеп сыҡҡан төрлө тормош ҡаршылыҡтарын һәм  сетерекле ситуацияларҙы уңышлы йырып сығырҙай белем менән тәьмин итеү – хәҙерге мәктәптең төп бурысы.

Шул бурысты тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыу-тәрбиә процесында ғәҙәти булмаған алымдарҙы ҡулланырға кәрәк. Бының ысулдары байтаҡ, тик уларҙы педагогик ғәмәлгә индереүҙән уҡытыусы ҡурҡмаҫҡа тейеш.“Уларҙы күп нәмәгә өйрәтәм тип, үҙегеҙҙең мин-минлегегеҙҙе ҡәнәғәтләндерергә тырышмағыҙ. Тик ҡыҙыҡһыныу ғына уятығыҙ. Тыңлаусыларығыҙҙың мейеләренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ, тик күҙҙәрен генә асығыҙ. Уларға осҡон ғына һалығыҙ, ә ялҡыны “аҙыҡ” булған ерҙә үҙенән үҙе тоҡанасаҡ”,- тигән француз яҙыусыһы Анатоль Франс.

         Шундай алымдарҙың береһе, мәҫәлән, – дәрестә проблемалы ситуация ҡулланыу.  Ни өсөн кәрәк һуң ул ситуация?  Беренсенән, ситуация уҡыусыла класта эшләнәсәк эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уята.  Икенсенән, дөрөҫ уйланылған ситуация уҡыусыларҙың үҙ уҡыу бурыстарын билдәләй аламы-юҡмы икәнлеген аңларға ярҙам итә.

Һайлау,билдәһеҙлек, көтөлмәгәнлек, конфликт-бәхәс, ярашмаусанлыҡ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон дәреслектәр,  электрон һүҙлектәр  ҡулланыу уҡытыусы алдында ҙур мөмкинселектәр аса.

 Һеҙҙең иғтибарға, ситуацияның төрлө төрҙәрен  ҡулланып, Ғәбитова Зәкиә Муллағәли ҡыҙы һәм Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы, 7 -се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә нигеҙләнгән оҫталыҡ дәресе тәҡдим итәм.

Конфликт-бәхәс. (Аудиояҙмала ҡоштар,  тамсы тамыуы, йылға тауышы яңғырай).Яҙманы тыңлап бөткәс шундай һорау бирелә: ошо көйҙө тыңлағанда тәбиғәттең ниндәй миҙгеле күҙ алдығыҙға баҫа? 193-сө күнегеүҙәге һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуация. Был алым уҡыусы тарафынан “бәхәстә дөрөҫлөк табыла” принцибын үҙләштереүгә ярҙам итә, “аргумент һәм контраргумент” менән эш итергә, бәхәсләшеү культураһын үҫтереүгә булышлыҡ итә һ.б.

         Һайлау ситуацияһы. 104-се күнегеүҙәге биремдәрҙе башҡарыу аша  синонимдар темаһын үҙләштерәбеҙ. Һүҙҙәрҙе бирелгән өлгө буйынса төркөмдәргә йыяйыҡ. Матур һүҙенең синонимына иғтибар итәбеҙ.  Ошо синонимдар бер-береһен алыштырып килә аламы икән?  Һылыу ҡыҙ,  һылыу ҡайын, һылыу талдар һүрәттәрен эшләйбеҙ. Эшләнеп бөткәс, һылыу һыйыр төшөрөргә ҡушабыҙ. Ни өсөн һылыу һыйыр тигән һүҙбәйләнеш ҡулланмауыбыҙҙы әйтәбеҙ: “доминанта” булып матур һүҙе тора. Был һүҙ  һәр осраҡта ла ҡулланыла, синонимик рәткә ингән башҡа һүҙҙәрҙе алыштырып килә. Йәғни, “матур”ҙан башҡа һүҙҙәр бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланыла алмай.  Зифа һыйыр, гүзәл машина, һылыу йорт, нәфис алма һ.б. тип әйтеп булмай. Ҡалғандарының ҡулланылыш даирәһе тарыраҡ.

Бер нисә төрлө әҙер яуап бирелә. Уларҙың араһында дөрөҫ булмаған яуаптар ҙа бар. Дөрөҫ булмағанын һайлап алыу һорала.Был алым баланың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Ярашмаусанлыҡ ситуацияһы.

Бер һүҙ менән әйт:

Балтаһы һыуға төшкәндәй – кәйефһеҙ, күңелһеҙ

Һалҡын ҡан менән – тыныс

Борсаҡ сәсеү – маҡтаныу

Донъя көтөү – йәшәү

Ҡаты ҡолаҡ – һаңғырау

Кеше йәнле – кешелекле

 Анализлау һуңында шундай бурыстарҙы асыҡлау, белеү кәрәклеге тыуа: был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнә үҙенсәлеге; улар нисек атала; уларҙың һәйләмдәге роле.

Ғәҙәти тәжрибә сиктәренә “һыйып бөтмәү”.Был ысул уҡыусының ижади фекерләү даирәһен, хыял офоҡтарын киңәйтешә, уларҙа тормош күренештәрен “төрлө төҫтәрҙә” ҡабул итеү, кинәйәләп һөйләү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.

“Билдәһеҙлек” ситуацияһы.

1.Ал, ҡыҙыл, һары, күк ( һүҙҙәр бирәм)

2. Миләүшә, Гәлсәсәк, Лилиә, Нәркәс

3. Яланда,ҡырҙа, баҡсала үҫә

 Сәскәләр исемен генә әйтеп ҡалмайбыҙ, “Исем” һүҙ төркөмөндә ҡабатлап китә алабыҙ.  Ҡыҙҙар исемдәренеңдә  мәғәнәле булыуын әйтеү.

Мәғлүмәттең тулы һәм аныҡ булмауы сәбәпле, яуаптың теүәл һәм конкрет  түгеллеге. Йәғни, мәсьәләне бер төрлө генә хәл итеү мөмкинлегенең булмауы. Бындай алым уҡыусыны теге йәки был ситуациянан сығыуҙың бер нисә, йәғни вариантлы юлдарын эҙләргә мәжбүр итә. Предмет–ара бәйләнеш булдырыла.

Көтөлмәгәнлек ситуацияһы.Уҡыусыны  текстуҡыуҙан туҡтатып,  унда һөйләнелгән ваҡиғалар ағышын фараз иттереү. Яуаптар фаразлап ҡарайыҡ.

 

Парадоксаль булыуы менән ғәжәпләнеү тойғоһо уятыуы. Балала тормошта осрап торған көтөлмәгән осраҡтарҙа юғалып ҡалмау кеүек сифаттарҙы формалаштырырға ярҙам итә.

                                 Был алымдар  түбәндәге һөҙөмтәләрҙе бирә:

     Белемде сифатлы үҙләштереүҙе тәьмин итешә;

     Интеллект ҡеүәһен һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итә;

     Әүҙем шәхес тәрбиәләй.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Функциональ грамоталыҡты үҫтереүсе дәрес билдәләре."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Нутрициолог

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 337 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 12.04.2018 1958
    • DOCX 42 кбайт
    • 37 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Янбаева Эльвера Исламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Янбаева Эльвера Исламовна
    Янбаева Эльвера Исламовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8539
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 22 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Мини-курс

Инновации, инвестиции и развитие транспортной отрасли

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Искусственный интеллект: тексты и креативы

7 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 250 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 34 человека

Мини-курс

Искусство звука: путешествие по музыкальным жанрам

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек