Инфоурок Другое Другие методич. материалыИнша - "Шәжәрәлә - сал тарих"

Инша - "Шәжәрәлә - сал тарих"

Скачать материал

 

 

Шәжәрәлә -               с а л                              т а р и х

 

 

 

Һуңғы йыпдарҙа шәжәрә байрамдарын үткәреү матур бер  йолаға         әйләнде.Әлбиттә, был бик ҡыуандыра. Сөнки шәжәрә байрамы - ул быуындар араһында  бәйләнеште, туғанлыҡты нығытыу, нәҫел тармаҡтарын парлау,тарихи хәтерҙе  уятыу, ырыуҙың, араның зыялы һәм ауылда яшәүсе данлы шәхестәргә хөрмәт күрһәтеү. Мәктәптәрҙә лә «Башҡортостан мәҙәниәте», «Тормош  һабаҡтары» дәрестәре уҡытыла башлағандан алып, уҡыусылар үҙ шәжәрәләрен төҙөй  башланы, мәктәп күләмендә шәжәрә байрамдарын үткәреү традицияға инде.

                       (Ҡурай көйө яңғырай. Сәхнәгә Егет менән ҡыҙ сыға)                                                                                                                                                                       

Егет.   Тыуған ерең ни?

Ҡыҙ.    Башҡортостан.

Егет.     Милләтең кем?

Ҡыҙ.     Башҡорт.

Егет.    Телең ниндәй?

Ҡыҙ.     Башҡорт теле.

Егет.    Ырыуың ниндәй?

Ҡыҙ.    Балыҡсы.

Егет.    Тамғаң?

Ҡыҙ.    Балға.

Егет.     Ҡошоң ни?

Ҡыҙ.     Өкө.

Егет.      Ағасың ни?

Ҡыҙ.     Йүкә.

Егет.    Ораның ни?

Ҡыҙ.     Йәнтөйәк.

 

    Ҡыҙҙар вокал ансамбле башҡарыуында    “Асҡыным” йыры

 

Егет.    Һаумыһығыҙ милләттәштәр, ҡәҙерле ҡунаҡтар, туғандар!

Ҡыҙ.    Һеҙҙең барығыҙҙы ла аҫаба башҡорттар төйәге булған Ҡашҡа ауылында күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Байрам кисәбеҙ һеҙҙең күңелегеҙгә хуш килер тип уйлайбыҙ.

 

Ҡыҙ.                  Оло байрам бөгөн беҙҙә,

                           Ырыуҙаштар йыйыла.

                           Ата - бабалар мираҫы –

                           Шәжәрә байрамына.

Егет.                 Бер - береңә тоғролоҡҡа

                          Бөгөн анттар бирегеҙ.

                          Күршеләрҙе күрегеҙ,

                          Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.

                          Ил хәлдәрен белегеҙ,

                          Туғандарҙы күрегеҙ.

                           Кипмәһен ырыу ағасы

                          Тере һыуҙар һибегеҙ.

 

Ҡыҙ.                  Ырыу ағасы ҡоромаҫ

                          Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

                          Рәхим итегеҙ туғандар

                          Шәжәрә байрамына.

 

Йыр : «Туғандарҙың ҡәҙерен бел»

 Яруллина Фәрзәнә, Ғәлиәкбәрова Люзия башҡарыуында.

 

Ҡобайыр «Уралым»  уҡый Нурмөхәмәтова Эльвина

                                           

Егет. Ҡашҡа урта мәктәбендә  Шәжәрә байрамын асыу өсөн һүҙ мәктәп директоры Ришат Әзһәт улы Ғәлиәкбәровҡа бирелә.  

(мәктәп директоры һөйләй)

 

Ҡыҙ. Байрамыбыҙға Ҡашҡа ауылы хәкимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Вил  ҡыҙы Нурдәүләтова ла саҡырылған. Ул Ҡашҡа ауылының социаль йөҙө менән таныштырып китер.

Гөлшат Вил ҡыҙы һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

 

Йәшлек бейеү ансамбле башҡарыуында «Шаян егеттәр» бейеүе.

                                    

                                      

Йыр « Башҡортостан тыуған ерем» башҡаралар  Нурмөхәмәтова Эльвина менән Зәйнетдинов Рәмис.

 

Егет.  Байрамыбыҙға ҙур ҡунаҡ, хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән , Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең атҡазанған уҡытыусыһы Әзһәт Зәйнетдин улы Ғәлиәкбәров килгән.Әйҙәгеҙ һүҙҙе хәҙер уға бирәйек.

( Ә.З.Ғәлиәкбәров Ҡашҡа ауыл тарихы тураһында һөйләй.)

 

   

Шиғыр «Тыуған ауыл» уҡый Талипова Азалия                                                             

 

Егет.                        Шәжәрәне ғүмер буйы

                           Һаҡлаған тыуған йортом

                           Беҙ бурыслы һиңә, ауылым

                           Ҡашҡа – минең баш йортом.

 

Ҡыҙ.  Изге байрамда матур киләсәк өсөн ғүмерен биргән, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы ла иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Беҙҙең Ҡашҡа ауыл советынан ғына 125  кеше Һуғыштан әйләнеп ҡайтмай.

 

Егет. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙҙәре урынына бары тик өсмөйөшлө  хаттар ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә түбәндәге шиғыр юлдарын тыңлап үтәйек.

 

Р.Ғарипов « Яндырылған хаттар»уҡый Гөлнәзирә Рәсим ҡыҙы.

 

Йыр «Үҙ яғыма ҡайтһам» йырлай Әнүзә Мостафа ҡыҙы.

 

Ҡыҙ.  Элек-электән күп балалы ғаиләләр тормошобоҙҙа айырым урын алып торған, сөнки бындай ғаиләләрҙә үҫкән балалар эшһөйәр, ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән айырылып торғандар. Өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ араһында герой әсәйҙәр ҙә бихисап.

Беҙҙең ауылыбыҙҙа ла күп бала тәрбиәләп герой-әсә исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ байтаҡ. Береһен генә атап китеү ҙә етә. Ул – Татарстандың билдәле шағиры, мәктәбебеҙҙең элекке уҡыусыһы Ғосман Садәнең әсәһе Тәлиғә апай. Ул 10 бала тәрбиәләп ошо юғары исемгә лайыҡ була. Ғосман Садә әсәһенә арнап байтаҡ шиғырҙар яҙа. Шуларҙың береһе – « Әсәйем иңе».

 

Ғ.Садә  « Әсәйем иңе» уҡый Айҙар Ғәлимов.

 

Егет.  Ә бөгөн беҙҙә ҡунаҡта күп бала тәрбиәләүсе әсә Ханова Әминә Мәсрүр ҡыҙы. Уға һүҙ бирәйек. (һөйләй)

 

 

 Яруллина Венера башҡарыуында  йыр «Әсәйемә»

 

Ҡыҙ. Шәжәрә байрамы – быуындар күсәгилешлеген һаҡлауҙы, ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алыуҙы, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәтттәрҙе онотмауҙы аңлата ул.

 

Егет. Бөгөнгө байрамға беҙ ике ғаиләне саҡырҙыҡ. Бына улар:Дамир һәм Ильвира Сибәғәтуллиндар, Рәмидә һәм Фәдис Нурмөхәмәтовтар. Һеҙҙе түргә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

(һәр ғаилә быуындан – быуынға тапшырыла килгән һөнәрҙәре тураһында һөйләй).

 

 

 

Башҡорт халыҡ бейеүе « Гөлнәзирә».

 

Егет.                  Шәжәрә - ул бөйөк, изге йортоң,

                           Тейешһең һин уға ҡайтырға.

                           Унда һинең туғаның да, ер ҙә,

                           Йән дә, ҡан да тейеш тартырға.

 

Ҡыҙ. Тыуған ергә, телгә, тыуған халыҡҡа һөйөү тәрбиәләү, йәш быуынға халҡыбыҙ йолаларын тапшырыу байрамы ул Шәжәрә байрамы. Ә хәҙер һүҙҙе уҡыусыларға бирәбеҙ.Улар үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштыра.

Ғәлләмов Венер Һәм Ғәлиәкбәрова Дилбәр.

 

 

Шиғыр «Үҙ телемдә һөйләшәм» уҡый Фәйзуллин Динар.

 

Йыр « Ауылым» башҡара Сәмиғуллина Гөлнара

 

Егет                   Шәжәрә байрамы – байрам.

                           Эштәр уңғанда ғына.

                           Ырыу ағасы ҡоромай

                           Йәштәр булғанда ғына.

 

Ҡыҙ. Беҙҙә яҙмыштарын тыуған ауылы менән бәйләгән, матур итеп тормош ҡорған йәш ғаиләләр ҙә бик күп. Шуларҙың береһе менән яҡындан танышып китәйек.         

       Венер һәм  Эльмира Нурмөхәмәтовтар йәш ғаилә.Ғаиләлә 2 бала үҫә. Был ғаиләлә олоно оло, кесене кесе итергә беләләр. Был сифаттарҙы улар балаларында ла тәрбиәләйҙәр. Тырышып донья көтәләр, тормоштары етеш, мул. Уларға бер нисә һорау бирәһе килә.

Иң беренсе хужанан башлайык.

Венер: Ир һәм атай кеше буларак тормошта үҙеңдең төп бурысыңды нимәлә күрәһең?

Эльмира ҡасан Венер менән таныштығыҙ һәм уның ниндәй сифаты һине үҙенә йәлеп итте?

    

Йыр      «Ҡатын ҡыҙ бәхете» йырлай    Нурмөхәмәтова Э.

Шиғыр    « Ерем минең аунап үҫкән ерем» уҡый   Мөхәмәтдинова Г.

 

Егет                   Йондоҙҙар күктә яналар,

                           Кешеләр ерҙә балҡый.

                           Илем, ерем, халҡым тиеп,

                           Янырҙар ғүмер баҡый.

 

   Ҡыҙ. Был һүҙҙәр ауылыбыҙ киләсәге өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәйенсә, атай нигеҙен ҡоротмаҫ өсөн янып йәшәгән яҡташтарыбыҙға арнала.

 

Йыр: «Атай йорто» башҡаралар Туймухаматова Алһыу, Нурмиева Гөлнара,

Ғәлиәкбәрова Дилбәр.

Башҡорт ҡыҙҙары бейеүе

 

Ҡашҡа урта мәктәбенең элекке уҡыусылары араһында районыбыҙҙың төрлө етәксе  урындарында уңышлы эшләп йөрөүселәр байтаҡ. Бына улар:

1. Асҡын районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Фларит Фоат улы Усманов

2. Ышаныс район гәзите баш мөхәррире Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова

3. Газ-Сервис асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Асҡын филиалы етәксеһе Хәмит Талип улы Ғәйҙуллин

4. Заготмолсервис яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдус Ғәлиәскәр улы Ғәйҙуллин

5. Асҡын районы спорт комитеты рәйесе Илһам Ғәйнулла улы Ғәләүетдинов

6. Урмияҙ урта мәктәбе директоры Эльза Нәфҡәт ҡыҙы Ғилфанова

7. Билгеш тулы булмаған  мәктәбе директоры Эльза Мәхиән ҡыҙы Ибраһимова

8. Индивидуаль эшҡыуар Марат Фәүһәт улы Шакиров

9. Асҡын юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы директоры Рафаэль Мәүлетйән улы Әхмәҙиев

10. Асҡын ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Салауат Әхмәтзыя улы Ғәлиәхмәтов

11. Спутник ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Альфред Зәүҡәт улы Хәжимуллин

12. Райондың баш архитекторы Ринат Фәрит улы Ғәниев һ.б

 

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта мәктәптең элекке уҡыусыһы, хәҙерге ваҡытта «Ышаныс» район гәзите баш мөхәррире Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова. Әйҙәгеҙ, уға һүҙ бирәйек. Рәхим итегеҙ!

 

Шиғыр: «Тыуған яҡ» уҡый  Ғарипова Зөлфинә.    

 

Егет                   Ата-бабаларыбыҙҙың аманатын

                           Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ

                            Ауылыбыҙҙы төйәк иткәндәрҙең

                           Ышанысын беҙ ҙә аҡлайыҡ.

 

 

Ҡыҙ                  Беҙ бит әле Ҡашҡалар

                         Үҙҙәренә башҡалар.

                         Нәҫел ағастарын ҡоротмайса

                         Туғанлыҡтың ҡәҙерен белгәндәр.

 

Егет                   Кешелектең үҙе шикелле үк

                          Боронғонан килгән йолалар.

                           Шатлыҡтарын байрам итә кеше

                           Йолаларҙа оло йәм дә бар.

 

Ҡыҙ                  Йолаларҙа бәхет тантанаһы

                         Йән сафлығы, күңел яҡтыһы.

                          Ғүмер буйы оҙата барһын беҙҙе

                          Был байрамдың күңел паҡлығы.

 

                   Йыр: “ Башҡорт телендә һөйләшәм “

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Инша - "Шәжәрәлә - сал тарих""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель ремонтной службы

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 355 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.01.2019 786
    • DOCX 59 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галиева Зулфия Гилмулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галиева Зулфия Гилмулловна
    Галиева Зулфия Гилмулловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 32659
    • Всего материалов: 16

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 179 человек из 48 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Мини-курс

Продажи и самопрезентация в социальных сетях

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 113 человек из 41 региона
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Введение в экономическую теорию и практику

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Дизайн-проектирование: практические и методологические аспекты

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе