Инфоурок Классному руководителю КонспектыКонспект Мин уҡытыусы. Эссе

Конспект Мин уҡытыусы. Эссе

Скачать материал

                                                 Мин-уҡытыусы.

(Эссе)

                                                                  Килгән саҡта башҡа ауырлыҡ,

                                                                Етмәй ҡалһа көс йә сабырлыҡ,

                                                               Һиҙҙермәйсә ярҙам иткәнһегеҙ –

                                                              Һеҙ иң күркәм кеше икәнһегеҙ!

                                                                             Ф.Яруллин.

Әлеге иҫ китмәле юлдарҙан, һүҙҙең доньяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат – Уҡытыусы турында барғаны аңлашылалыр моғайын. Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм кешелеккә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә... Юҡ, ябай һүҙ түгел был... Йәшәйеште алға этәреүсе, донъяла матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл һәм зиһен менән кескенә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтерүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көзҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе, оҙатып ҡалыусы бөйөк йән – Уҡытыусы ул.

Һәр бер кеше был йыһанда уҡытыусы була аламы икән? Минеңсә, юҡтыр. Сөнки әлеге бөйөк һөнәргә иң-иңдәре, киң холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, бала йәнле һәм киң күңелле кешеләр генә лайыҡтыр.

 Тап ошо Уҡытыусы һөнәрен һайларға нимә сәбәпсе булды һуң миңә? Мин бит  ҡайһы бер уҡытыусылар һымаҡ бәләкәй саҡтан уҡытыусы булам тип һис тә хыялланманым. Хыялым йә йырсы, йә бейеүсе һис юғында артист булыу ине. Минең уҡытыусылыҡ язмышымда, әлбиттә, үҙемдең остаздарым  зур йоғонто яһаны. Мәктәп йылдарында миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән  иң яҡшы уҡытыусылар, ижад кешеләре-шағирәләр белем бирҙе. Тыуған ауылым мәктәбендә (Бөрйән районы, Исламбай ауылы) шағирә Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы әҙәбиәт донъяһына алып инһә,  өлкән кластарҙа Ишембайҙағы Ә.Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында шағирә Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина шиғыр, инша яҙыу нескәлектәрен өйрәтте. Өҫтәүенә  Ғәлиә апам ( апа-апай,беҙ уны яратып, хөрмәтләп шулай тип йөрөттөк) оҫта бейеүсе лә. Ул өйрәткән бейеүҙәр араһынан “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен әле лә яратып башҡарам.     Нәҡ уҡытыусыларым үрнәген күреп, уларға һоҡланып, күпме матурлык, сафлыҡ, таҙалыҡ бөркөлә бит был яҡты, бөйөк заттарҙан тигән уйҙарым уҡытыусылыҡҡа илткән сәбәптәрҙең береһе булғандыр моғайын.  Ысынлап та уҡытыусы универсал кеше. Ул йырсы ла, бейеүсе лә, артист та, шағирә лә!  Сөнки ул бөтә яҡтан да үрнәк!

Башҡорт дәүләт университетын  тамалағас үҙ фәнем буйынса мәктәптә эш булмау сәбәпле профессиональ училищеға әллә нисә төрлө фәндән уҡытырға эшкә алдылар.  Беренсе көн училище менән танышырға ғына тип килгән инем, мине өлкән группаға ике пар дәрес уҡытырға ҡушып ҡуйҙылар. Өлкән мастер: “Ошо группаны сәғәт туғыҙҙын ун икегә тиклем, зинһар,уҡытып тороғоҙ”-тине лә эш менән ҡайҙалыр китте лә барҙы. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ, бар ҡыйыулығымды йыйып тәүге дәресемә уҡытырға инеп киттем һәм дүрт сәғәт буйы мин уларҙы “тота”  алдым, дәрестән ҡасыусылар булманы. Уҡытыусы кеше бер ҡасан юғалып ҡалмаҫҡа, төрлө ситуацияларҙан  сыға белергә тейеш икәнен шунда аңланым. 

Төрлө фәндәрҙән уҡытыуы ауыр булды. Шуға ла, бәлки зарланғанмындыр ҙа, бер тәжрибәле уҡытыусы апай шула тине:” Башта ауыр була ул. Бер биш-ете йылдан ғына һин ысын уҡытыусы булып китәсәкһең. Әгәр ҙә ошо биш йыл эсендә уҡытыусылыҡ эшенән баш тартмайһың икән, аҙаҡ һине был эштән ҡыуып та сығарып булмаясаҡ.” Бик хаҡ әйткән. Әле  Туҡан урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүемә тиҫтәнән артыҡ.   Ошо йылдар дәүерендә минең бер генә тапҡыр ҙа “эх, ниңә уҡытыусы яҙмышын һайланым икән” тип уйлағаным да, хатта башымда ундай фекер тыуғаны ла булманы. Үҙ эшемә һәр саҡ етди ҡараным, тоғро ҡалдым. Балаларға шул уҡ ваҡытта уларҙың йәштәше, дуҫы булырга тырыштым, һәм  шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың булған барлыҡ һорауҙарына яуап табыусы, барыһын да аңлатып, яйға һалып тороусы Уҡытыусы була белдем.

Иртән тороп яратҡан уҡыусыларым янына мәктәпкә йүгерә-йүгерә барыу – минең иң зур бәхетемдер бөгөн. Әлбиттә, ҡатын-кыҙ, беренсе сиратта, һөнәре менән түгел, ә ғаиләһе менән ғорурланырға, шатланырға тейеш. Ләкин Уҡытыусылыҡ доньяһы минең шәхси тормошома бер нисек тә ҡамасауламай. Профессиональ карьерамдан ситкә китмәйсә, мин үземдең ғаиләмә лә, яратҡан балаларыма һәр сак ваҡыт һәм иғтибар табам. Улар ҙа, үҙ сираттарында, минең төндәр буйы “икенсе балаларым” өсөн эшләп ултырғанымды, тырышҡанымды, дәфтәр тикшереп, дәрескә әзерләнгәндәремде күреп, белеп йәшәйҙәр һәм аңлайҙар.

Мәктәп, дөрөҫөн генә әйткәндә, минең икенсе өйөм ул. Ысынлап та, мәктәптә йәшәп килгән мөхит, балаларҙың, Әҡлимә Бәшировна, тип май ҡояшылай йылмайған йөзҙәре, һиңә – уҡытыусыға төбәлеп, бар иғтибарҙарын йүнәлтеп ҡараған күҙҙәр – былар барыһы ла минең тормошом, минең доньям.

Әсә исеме менән тиңләшерҙәй, һинең өсөн көйөнөп, ут йотоусы, һинең өсөн һөйөнөүсе, тормошта бар нәмәне еңеп алға барырға өйрәтеүсе, ғөмүмән, кешелеккә лайыҡлы быуын үҫтереү өсөн, үҙен аямайса, эш һәм ял сәғәтен һанамайса эшләүсе кеше – ул мөғәллим! Был донъяла ниндәй генә бейеклектәргә ирешһәк тә, уңыштарыбыҙ башында уҡытыусы торғанын һәр кем аңлай. Әйе, нәҡ  улар кешелекте мәғрифәт донъяһына алып инә, хәреф танырға, яҙырға өйрәтә, белгәндәрен хәтергә һеңдерергә тырыша, тәрбиәле булырга өндәй.

      Үҙ белемеңде күтәреү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү генә тейешле нәтижәләр бирә. Атаҡлы педагог К.Д.Ушинский ҙа: “Уҡытыусы даими уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала”, - тип язҙған. Заман һулышын тойоп, заман менән тигез атлап барырға ынтылған кешене – заман кешеһе тейҙәр. Ә гел үҫештә, эҙләнеүҙә булып, заман талаптарына тура килә торған кеше – һәр саҡ ихтияж үҙәгендә, һәр саҡ оло тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәй. Тимәк, уҡытыусы ғүмере буйына  уҡып белемен арттырырға, үҙе өҫтөндә эшләргә, йәғни эрудициялы булырға тиеш.

Уҡытыусы - универсаль кеше тип  тағы ла берҙе ҡабатлайым. Сөнки  Уҡытыусы шул уҡ ваҡытта балаға, уның йәшенә ҡарамайынса, Әсә лә була белергә тейеш, психологик яҡтан да ярҙам күрһәтә белеү зарур, шул уҡ ваҡытта баланың дуҫы, иң яҡын серҙәшсеһенә әүерелергә тейештер ул. Баланың мәктәпкә бараһы килеүе, кластағы мөхит, уның белемгә ынтылыуы, юғары үрҙәр яуларға әҙер булыуы – былар барыһы ла, иң беренсе сиратта, уҡытыусынан тора. Уҡытыусы кеше бала менән үҙ мөнәсәбәтен нисек итеп төҙөй, уға донъяны ҡайһы яғы менән, бигерәк тә ниндәй төҫтәр менән асып күрһәтә, шул килеш ул оло тормошҡа яраҡлаша һәм үҙ урынын таба.

Мин – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Мин  иң беренсе халҡыма, илемә, телемә  ҡарата хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүсе кеше.Мин-уҡытыусы. Бала саҡтағы бейеүсе, йырсы, артист булам тигән хыялдарымды бергә туплаусы профессия эйәһемен. Уҡыусыларыма яратҡан уҡытыусы булыуҙан тыш, йырсы ла, бейеүсе лә, артист та була алам, бер йәһәттән, уларҙың да ижади һәләттәрен бөтә яҡлап асырға тырышам.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект Мин уҡытыусы. Эссе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по безопасности

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 667 985 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 26.01.2017 576
    • DOCX 50 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тимерова Аклима Башировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тимерова Аклима Башировна
    Тимерова Аклима Башировна
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2641
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 21 региона

Курс профессиональной переподготовки

Тьюторское сопровождение в образовательных организациях

Тьютор

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 806 человек из 72 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 852 человека

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 54 человека из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 147 человек

Курс повышения квалификации

Особенности реализации Федеральной рабочей программы воспитания в школе

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 92 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 252 человека

Мини-курс

Преодоление внутренних барьеров: убеждения, зависимости, и самооценка

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 184 человека из 48 регионов
  • Этот курс уже прошли 43 человека

Мини-курс

Современные информационные технологии и информационная безопасность

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 26 человек

Мини-курс

Теоретические аспекты трекинга и менторства

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе