Инфоурок География Рабочие программыРабочая программа для 3 класса по Башкирскому (родному) языку

Рабочая программа для 3 класса по Башкирскому (родному) языку

Скачать материал

Программа

Әсә  теле

2-се класс

Бөтәһе 102  сәғәт (34 аҙна х 3  сәғәт)

2-се класта  Әсә  телен  өйрәнеү курсы   тел ғилемен,  телмәр  эшмәкәрлеген  үҙләштереүҙе  артабан  дауам  итеү,  туған  тел  аша  донъяны  танып  белеү  һәм социаль  өлкәлә   аң- белем  алыу,  мәҙәниәтле  шәхес  итеп  тәрбиәләү  маҡсатын  ҡуя.

   Күрһәтелгән  маҡсаттарға  ирешеү  өсөн  түбәндәге   ғәмәли  мәсьәләләрҙе    хәл  итергә  кәрәк:

-лексика,  фонетика, грамматика,  синтаксис,  орфография,   пунктуация,  телмәр  үҫтереү   өлкәһендәге  белемдәрҙе,  оҫталыҡта  артабан  үҫтереү, нығытыу, киңәйтеү;

- коммуникатив  компетентлыҡ:  грамоталы  яҙыу  һәм  уҡыу,  диалогта  ҡатнашыу,  монолог  текстар  төҙөү  һәм  һөйләү;

- туған  телгә  ҡыҙыҡһыныу  тәрбиәләү,  уны  теләп   өйрәнеү.

Программа  йөкмәткеһе

Графика.  Хәреф  һәм   өн.  Я, е,ё, ю  хәрефле  һүҙҙәр.  һүҙҙең  өн  моделе  менән  тамғаланышы.  Уларҙың  хәреф менән  яҙылышы.

График  тамғалар:  һүҙҙәр  араһында  ара  ҡалдырыу,  юлдан  юлға  күсереү  тамғаһы,  ҡыҙыл  юл (абзац).

Морфология.  Һүҙ  төркөмдәре.  Предмет  атамаһы.  Кем? Һәм  нимә?

һорауына  яуап  булыусы  һүҙҙәр.  уның  мәғәнәһе,  телмәрҙә  ҡулланылышы.  Кешенең  исем-фамилияһын;  хайуандарҙың  ҡушаматтарын:  ер- һыу  атамаларын  белдереүсе  һүҙҙәр.

Предмет  хәрәкәтен  белдергән  һүҙҙәр.  Уларҙың  мәғәнәһе.  Ни  эшләй? (бөгөн,  хәҙер,  ошо  мәл),   ни  эшләне? (кисә),   ни  эшләр?  ни  эшләйәсәк?  (иртәгә,  киләсәктә)  һорауҙарына  яуап  биреүсе  һүҙҙәр  һәм  уларҙы телмәрҙә  ҡулланыу.

Предмет   билдәһен  белдергән  һүҙҙәр.  Уларҙың  мәғәнәһе.   Ниндәй?  һорауына  яуап  биреүсе  һүҙҙәр.

Ярҙамсы  һүҙҙәр: һәм,  менән;  -да, -дә, -ҙа,  -ҙә, -та,  -тә, -ла, -лә;    -ғына,  -генә,  -ҡына,  -кенә.  Уларҙың айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.

Һүҙьяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу ( «тамыр», «ялғау» төшөнсәһе (термины) бирелмәй).

Синтаксис. Һөйләм, һүҙбәйләнеш, һүҙ (уларҙың оҡшашлығы, айырмаһы). Һөйләмде әйтеү маҡсаты. Һөйләмдә интонация. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Эйәрсән киҫәктәр.

Орфография һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Ҙур хәреф. Һөйләм башы. Кеше исем-шәрифтәре. Хайуан ҡушаматтары. Ер-һыу атамалары. Ике кешенең һөйләшеүен диалог формаһында яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре. У-ү, о-ө, э,ы хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү, йе һәм йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Ике өндө белдергән хәрефле (я, е, ё, ю) һүҙҙәр. Һүҙ башында (уы), (уэ) өндәре (в хәрефе).

Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү ҡороу. Текст. Тексты таныу. Текстың исеме, уның һөйләмдәренең мәғәнәүи бәйләнеше. Текст абзацтары һәм уларҙың мәғәнәүи эҙмә- эҙлелеге. Текст төҙөү. Диалог (әңгәмә, бәхәс). Монолог (үҙ аллы һөйләнеү, сығыш яһау, иғлан эшләү, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү).

Универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәнеү. Үҙ аллы белем алыу оҫталығына өйрәнеү.  Уҡыу  эшмәкәрлеге  (маҡсатты  күҙаллау,  уҡыу  материалына  ҡыҙыҡһыныу,  эште  планлаштырыу,  уҡыу  мәсьәләһе,  эҙләнеү  эше,   рефлексия,  контроль).  Уҡыу  диалогы.  Аралашыу  мәҙәниәте.

 

Уҡыу  йылы  аҙағына  планлаштырылған  һөҙөмтәләр

Әсә  теле  программаһын  өйрәнеү  процесында   уҡыусы  өйрәнергә  тейеш:

Шәхси  сифаттарҙы  үҫтерергә:

ҙ   аллы  эш  итергә,  белем  алыу  процесында  етди  һәм  яуаплы  ҡарарға;

- атай-әсәйгә,  тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға,  яҡындарына,  мәктәп  хеҙмәткәрҙәренә  иғтибарлы  һәм  ихтирамлы   булырға;

-   мәктәп  йыһаздарына,  уҡыу  әсбаптарына  һаҡсыл  булырға;

- тыуған илде  яратырға,  ерҙе,  телде  яратырға;

- һаулыҡ  нығытырға.

Предмет  буйынса   белем  алырға:

- һүҙҙәрҙе  мәғәнәһе  буйынса  төркөмләргә.  Улаға  тейешле  һорау  ҡуйырға.  Предмет  атамаһын,  хәрәкәтен, билдәһен  белдереүсе  һәм  ярҙамсы  һүҙҙәр  тураһында  һөйләргә  һәм  яҙма   телмәрҙә  урынлы  ҡулланырға;

- һүҙҙең  өн-  моделен  төҙөргә  һәм  уны  хәреф  менән  яҙырға;

- һөйләмдәр  төҙөргә,  уларҙы  тейешле  һүҙ  өҫтәп  тулыландырырға;

-  һөйләмдәрҙе  әйтелеү  маҡсатына  ҡарап  хәбәр,  өндәү,  һорау  һөйләмдәргә   айырырға.  Уларҙы  тейешле  интонация  менән  уҡырға;

- һөйләмдең  эйәһен,  хәбәрен   айыра  белергә;

-  башҡорт  теленең дөрөҫ  яҙылыш  ҡанундарын, ҡағиҙәләрен  үҙләштерергә:  у-ү,  о-ө, э(е), ы  хәрефле  һүҙҙәр,  һүҙҙә  йә,  йө,  йү,   йе  (һүҙ  уртаһы), йо,  йы  ҡушымсалары,  һүҙ  башында я, е,  ё, ю  хәрефтәре,  һүҙ  башында в  хәрефе, ярҙамсы  һүҙҙәрҙең  айырым  яҙылышын  белергә.  Һөйләм   аҙағанда  дөрөҫ  тыныш  билдәһе  ҡуйырға. Кеше  исемен,  фамилияһын,  ер-һыу  атамаһын,  хайуан  ҡушаматтарын  ҙур  хәреф  менән яҙырға;

- 8-10 һөйләмдән  торған  тексты  күсереп  яҙырға;

- 30-35   һүҙҙән  төрған  тексты  диктант  итеп  яҙырға;   һүҙҙе  ижеккә  бүлергә,  уны  юлдан  юлға  күсерә  белергә;

-  тексы  аңлы  уҡырға  һәм   уның  йөкмәткеһе  менән бәйләнгән  эштәрҙе  эҙмә-эҙлекте  үтәргә. Уның  нигеҙендә  ҡоролған  һөйләшеү  йәки  тикшереү  эштәрен  үтәргә;

-  уҡыу  ситуацияһына  ярашлы  диалогта  ҡатнашырға.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен  үҙләштерергә:

-  үҙ  аллы  уҡыу,  мәғлүмәтле  булыу  оҫталығын  камиллаштырырға:  белем,  мәғлүмәтте  эҙләү  күнекмәләре  булдырырға;   тикшеренеү-эҙләнеү  эшен  планлаштырырға;  парлап,  төркөмләп,  команда  менән  эшләргә;

-  алған  мәғлүмәтте  ҡағыҙға  теркәргә;

-  билдәләмә,  ҡағиҙә,  алгоритм,  һығымта,  график  схема,  модель,  таблица   ярҙамында   теркәргә;

-  диалог  ҡорорға,  уҡыу материалын тикшерергә,  анализларға,  һығымта  яһарға;

- мәҙәниле  аралашыу  этикетына  өйрәнергә:  әңгәмәсене  тыңлай, хуплай  белергә, аңламағаныңды  итәғәтле  итеп  һорашырға,  яуап  алырға  һәм  рәхмәтеңде  белдерергә;  үҙ  фекереңде  ҡыҫҡа һәм  аңлайышлы  итеп  еткерергә,  уны  яҡлай  белергә.

 

 

 

 

 

Тематик план

2-се класс

Бөтәһе 102  сәғәт

 

Дәрес

   Дәрестең темаһы

                    Йөкмәткеһе

Планлаштырылған һөҙөмтә

Дата

    1

Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк?

Мәктәптә белем алыу, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Мотив тыуҙырыу.

2-се класта уҡыу осорона пландар ҡабул итергә, маҡсатлы йүнәлеш алырға. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә.

3.09

    2-4

 

 

 

Ҙур хәреф. һөйләм.

Һөйләм. Һүҙбәйләнеш.

Һөйләм башы һәм аҙағы. Уны тейешле интонация менән уҡыу. Һөйләмде әйтеп яҙҙырыу , күсереп яҙыу. Шиғырҙы күсереп яҙыу. Шиғыр строфаһының һәр юлы ҙур хәрефтән яҙылыуы.

Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Уның башында ҙур хәреф, аҙағына тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырға. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә.

4.09

8.09

10.09

 

   5-6

 

 

Ҙур хәреф. Кеше исемдәре.

Кеше исемдәре, уларҙың мәғәнәһе, яҙылышы. Әйтелгәнсә яҙылмай торған исемдәр: (элэйә)- Әлиә.Күсереп яҙыу.

Кеше исемдәренең мәғәнәһә тураһында мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланырҡа. Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙырға.

11.09

15.09

 

   7-9

 

 

 

Ҙур хәреф. Кеше фамилиялары.

Кеше фамилиялары. Әйтелгәнсә яҙылмай торған фамилиялар.(-ыф), (эф) өндәренә бөткән ир-ат фамилияһының аҙағында -ов,

 -ев хәрефтәре яҙылыуы:(Кәримыф)-(Кәримов) Күсереп яҙыу.

Кеше исем-фамилияларын дөрөҫ яҙырға. һөйләмдә орфограммалар аҫтына һыҙырға. Уларҙы аңлатырға. Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға

17.09

19.09

22.09

   10-11

 

            

Ҙур хәреф. Ер-һыу атамалары.

Ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылышы. Тыуған ауыл, ҡала янындағы йылға, күл, тау атамалары. Күсереп яҙыу.

Тыуып үҫкән ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәт алырға. Ауыл, ҡала, йылға, күл, тау атамаларын ҙур хәрефтән яҙырға.

24.09

26.09

   12-14

Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

Хайуан ҡушаматтарының ҙур хәреф менән яҙылышы.Йорттағы хайуандарҙың ҡушаматтарын яҙыу.

Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп ҡушылыуын аңлатырға. Уларҙы ҙур хәрефтән яҙырға.

29.09

1.10

3.10

   15

 

 

Тикшереү эше.

Кеше исем-фамилиялары, хайуан ҡушаматтары, ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу. Диктант.

Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙырға. Һөйләм, тексты дөрөҫ күсереп яҙырға. Диктант тексын иғтибарлы тыңларға. яҙырға.

6.10

   16

 Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог.

Үҙ-ара аралашыу. Теге йәки был күренеш тураһында уй-тойғолар менән бүлешеү.

Үҙ-ара аралашыу оҫталығына өйрәнергә.

8.10

   17-18

 

 

Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог.

Кеше менән танышыу(диалог ҡороу). Танышҡан кешеңде һүрәтләп һөйләү.

Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған һүҙҙәрҙе яғымлы итеп әйтергә, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнергә.

10.10

13.10

   19-20

 

Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог.

Йәмғиәт урынында диалог ҡороу. Диалогты дәфтәргә яҙыу тәртибе.

Таныш булмаған кешегә тәү башлап һүҙ ҡушырға, аралашырға күнегергә.

15.10

17.10

   21-22

 

Яҡын кешеләрҙе ҡотлау, тәбрикләү.

Яҡын кешеләрҙе ҡотлау(диалог).Ҡотлау барышындағы һөйләшеү(диалогты) дәфтәргә теркәү.

Яҡын кешеләрҙең тыуған көндәрен ҡағыҙға теркәп ҡуйырға, ул көндө уларҙы ҡотларға.

20.10

22.10

   23-25

Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты.

 Аралашыу этикеты. Үҙ-ара һөйләшеү мәҙәниәте. Диалогты дәфтәргә яҙыу.

Өндәшеү маҡсатына, урынына ҡарап тауышты тейешлесә көйләргә өйрәнергә.

24.10

27.10

29.10

   26-28

 

 

Мәғлүмәт, белешмә эҙләү.

Кәрәкле белешмә алыу маҡсатында кешегә өндәшеү. Телефон аша аралашыу. Диалогты тейешле тәртиптә дәфтәргә яҙыу .

Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булғанда фекереңде ҡыҫҡа итеп аңлата белергә.

30.10

5.11

7.11

   29-31

Диалог ҡороу. Әйтем. Һынамыш. Мәҡәл-әйтемдәр.

Бәләкәй жанр ижады. Диалог ҡороу мәҙәниәте.

Һамаҡ, һынамыш, мәҡәл-әйтемдәрҙе яттан белергә.Телмәр ситуацияларында мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә.

10.11

12.11

14.11

   32-33

 

 

Иғлан. Белдереү.

Иғлан, белдереү тексы төҙөү, уны матбуғат биттәрендә баҫтырырға әҙерләү.

Иғлан, белдереү йөкмәткеһен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп төҙөргә, уны матбуғат биттәрендә баҫтырыуҙы планлаштырырға

17.11

19.11

   34-35

 

 

Тикшереү эше. Эшкә анализ

Аралашыу, диалог ҡороу оҫталығы.Диалогты дәфтәрҙә грамоталы яҙыу.

Актуаль темаларға ике кеше араһында һөйләшеү өлгөһө ижад итергә. Уны дәфтәргә тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы итеп яҙырға.

21.11

24.11

   36-37

 

 

 

Һөйләм.

Һөйләмдең фекерҙе белдереүе. Һөйләм башы, аҙағы. Хәрәкәтте белдергән һүҙҙеңһөйләмдең иң аҙағында килеүе.

Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Һөйләм төҙөргә.Уны ҙур хәрефтән башларға, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға

26.11

28.11

  38-40

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр

Һөйләмдең эйәһе, хәбәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы.

Һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табырға, аҫтарына һыҙырға

1.12

3.12

5.12

  41

 

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Торналы күл"

Һүрәт буйынса инша яҙыу. Сюжет йөкмәткеһе. Уны эҙмә-эҙлекле тасуирлау.

Һүрәткә ярашлы бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, сюжет йөкмәткеһен бирергә

8.12

  42-43

 

Хәбәр һөйләм

Хәбәр һөйләм. Һөйләмдә кем йәки нимә тураһында хәбәр ителеүе.

Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны дөрөҫ күсереп яҙырға.

10.12

12.12

  44-45

Өндәү һөйләм

Өндәү һөйләм.  Кешегә сәләм биргән, һөйөнөс.. белдергән һөйләмдәр аҙағында өндәү билдәһе ҡуйылыуы

Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға.Хәбәр һөйләм аҙағына нөктә, өндәү һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуя белергә.

15.12

19.12

  46-47

 

 

Һорау һөйләм.

Һорау һөйләм.Нимәлер хаҡында мәғлүмәт алыу маҡсатында өндәшеү, аҙағында һорау билдәһе ҡуйыу.

Һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, һорау бирергә. Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөргә.

18.12

22.12

  48-49

 

 

Текст. Һөйләм Тикшереү эше.

Текст ике һәм унан күберәк һөйләмдәрҙән тора.Текста һөйләмдәр мәғәнәһе буйынса бер-береһенә бәйле булыуы. Ҡыҙыл юл.

2-3,3-4һөйләмдән торған текст төҙөй белергә. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға.

24.12

26.12

 

  50

 

Эшкә анализ.

Һөйләм төҙөү. Уның аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдең баш киҫәктәрен айырыу. Текст күсереп яҙыу.

Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға.

29.12

51  -52

 

            

Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Саф башҡорт һүҙҙәренисек әйтелә,шулай яҙыла: туп, имән...Һүҙҙе ижеккә бүлеү.

4-5, 5-6хәрефтән торған һүҙҙәрҙеәйтеп яҙырға. Һүҙҙеюлдан юлға күсереү өсөн ижеккә дөрөҫ бүлеү

16.01

19.01

  53-55

 

 

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр

Ә, ө, ү,е,э,и һәм а, о, у,ы хәрефле һүҙҙәр.Һүҙҙең тәүге ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын, нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек.

Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға.Ҡағиҙә төҙөргә.

21.01

23.01

26.01

 

  56-57

Һүрәт буйынса инша."Елдерәләр саналар"

Һүрәт йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле бәйән итеү. Яҙма телмәр.

Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, һүрәт буйынса хикәйә төҙөргә.

28.01

30.01

  58-59

               

Һүҙҙе юлдан юлға күсереү

Ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. 

Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә.  Һүҙҙе юлдан юлға күсереү оҫталығы булдырырға

2.02

4.02

  60-62

У-ү хәрефе

У-ү хәрефле һүҙҙәр, уларҙың өн моделе. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, уны юлдан юлға күсереү. 

У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, дөрөҫ яҙырға.

6.02

9.02

11.02

  63

 

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Шарлауыҡ янында"

Инша яҙырға өйрәнергә. Һүрәтте өйрәнеү. һүҙлек эше. Һүрәт йөкмәткеһе буйынса һөйләшеү. План төҙөү. Яҙыу

Инша яҙырға өйрәнергә.

13.02

  64-65

О-ө хәрефле һүҙҙәр.

О-ө хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың әйтелеше, яҙылышы.

О-ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

16.02

18.02

  66

 

 

Изложение."Терпе ҡыҙына күстәнәс"

Текст. Сюжет йөкмәткеһе.Идея-тематикаһы.План төҙөү.

Тексты аңлап уҡырға, төп фекерҙе билдәләргә. Текстың йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә, план төҙөргә, дәфтәргә яҙырға

20.02

  67-68

Ээ хәрефле һүҙҙәр

Ээ хәрефе һүҙ башында. Ээ хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Күсереп яҙыу.

Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

25.02

27.02

  69

 

           

(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында

(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында е хәрефе менән билдәләнеүе.

Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Уны күҙәтергә, һығымта яһарға,(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

2.03

  70-71

 

Ыы хәрефле һүҙҙәр

Ыы хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында

Һүҙ байлығын арттырырға. Ыы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

Бәйләнешле телмәр үҫтерергә.

4.03

6.03

  72

Тикшереү эше. Контроль күсереп яҙыу йәки диктант.

Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биргән хәрәкәт һүҙҙәр. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Эште грамотлы яҙырға. Таҙа яҙырға

9.03

  73-74

Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы.

Йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр.

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

11.03

13.03

  75-77

Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы.

Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы.

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә

16.03

18.03

20.03

  78

Инша"Һаумы, Яңы йыл!"

Яңы йыл байрамы тураһында

Инша яҙырға өйрәнергә.

1.04

  79-80

(йа) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

Яя хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында. Яя хәрефле һүҙҙәрҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы

Я хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

3.04

6.04

  81-82

(йу) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

Юю хәрефенең ҡалын һүҙҙә генә яҙылыуы. һүҙҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы

Юю хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

8.04

10.04

  83-84

(йэ) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

Ее хәрефенең һүҙ башында яҙылышы. Ее хәрефе һүҙ уртаһында

Ее хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

13.04

15.04

  85

(йо) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

Ёё хәрефе рус теленән һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә

Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.

17.04

  86

Тикшереү эше

Ике өндө белдергән хәрефле(е, ё,ю,я) һүҙҙәрҙең яҙылышы

Тикшереү эшен грамоталы башҡарырға

20.04

  87

Һүҙ төркөмдәре

Һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмгә бүлеү: предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр, ярҙамсы һүҙҙәр

Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Текстағы һүҙҙәрҙеаңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмләй белергә

22.04

  88-89

Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр

Тирә-йүндәге предметтар.Уларҙың атамаһы.Кем? Нимә? һорауына яуап биреүсе предмет атамалары. Йәнле, йәнһеҙ предметтар.

Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап һөйләргә. Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә

24.04

27.04

  90-91

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Ни эшләй? һорауына яуап булыусы һүҙҙәр. Һөйләмдең мәғәнәһен белдереүсе төп һүҙҙәр-эйә һәм хәбәр

Предметтың башҡарған эшен атарға. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә. Предмет атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға

29.04

30.04

  92-93

Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр

Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.Ниндәй? һорауына яуап булыусы предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Нисек? һорауына яуап булыусы хәрәкәт билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Предметҡа ярашлы билдәне атарға. Һүҙбәйләнеш төҙөп яҙырға. Һөйләмдә билдә- һүҙҙәрҙе айырырға. Уларға һорау ҡуйырға.

4.05

6.05

  94-95

Һөйләмдең тиң киҫәктәре

Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биреүсе предмет билдәһен һәм хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдең эйәһе, хәбәре, эйәрсән киҫәктәре

Һөйләмдә һаналып киткән билдә-һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә

8.05

11.05

  96-98

Ярҙамсы һүҙҙәр

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың айырым ғына торғанда мәғәнә белдермәүе.Ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдәге функцияһы. Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Ла-лә, да-дә, та-тә, ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы һүҙҙәрҙән айырым яҙырға

13.05

15.05

18.05

 99-100

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Һөйләм. Эйә, хәбәр-һөйләмдең баш киҫәктәре. Һөйләмдә эйәрсән киҫәктәр. Һөйләшеү(диалог). Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәр. Һөйләмдә тиң киҫәктәрараһында тыныш билдәһе. Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр. Һүҙ башында (уэ),(уы) әйтелешле һүҙҙәр

Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Уҡытыусы уҡыуы аҫтында текст яҙырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә Һүҙҙәрҙең өн моделен дөрөҫ төҙөргә, транскрипцияла яҙырға, орфограммаларҙың аҫтына һыҙырға, аңлата белергә

20.05

22.05

 101-102

Йыллыҡ тикшереү эше. Эшкә анализ

Программа материалын үҙләштереү сифатын өйрәнеү

Бирелгән эштәрҙе аңлы уҡып, дөрөҫ итеп үтәргә

25.05

27.05

29.05

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа для 3 класса по Башкирскому (родному) языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по работе с молодежью

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 090 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.10.2020 295
    • DOCX 26.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем . Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 3 года и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3884
    • Всего материалов: 14

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по географии в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 38 регионов
  • Этот курс уже прошли 442 человека

Курс повышения квалификации

Педагогика и методика преподавания географии в условиях реализации ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 731 человек

Курс повышения квалификации

Инновационные технологии в преподавании географии детям с ОВЗ

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 146 человек

Мини-курс

Басня как педагогическая технология

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология аддиктивного поведения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 25 регионов
  • Этот курс уже прошли 32 человека

Мини-курс

Психологическое благополучие и успех в учебе: методы помощи детям на разных этапах развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 208 человек из 54 регионов
  • Этот курс уже прошли 131 человек