Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по родному(башкирскому) языку и литературному чтению

Рабочая программа по родному(башкирскому) языку и литературному чтению

Скачать материал

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа села Кубиязы

муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

 

 

РАССМОТРЕНА

на заседании МО

начальных классов

______________________

 

« ___» _________ 2014 года

СОГЛАСОВАНА

зам. директора по УВР

 

_______/Минаева А.Р./

 

« ___» _________ 2014 года

УТВЕРЖДЕНА

директор МБОУ СОШ с.Кубиязы

 

_______/Файзрахманова Л.У./

 

« ___» _________ 2014 года

 

 

 

 

                                         РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧИТЕЛЯ

по родному (башкирскому) языку и литературному чтению      

класс ______1   ___________________________________

учитель   Фатхутдинова Лилия Миннулловна__________

первая квалификационная категория

                             

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2014-2015 учебный год

 

Аңлатма яҙыу

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” нигеҙендә төҙөлдө (Төҙөүселәре: Ф.Ш.Сынбулатова, Башҡорт теленән программа. 1-4 кластар өсөн – Өфө, 2008).

            Эш программаһы 2014-2015 уҡыу йылының календаре нигезендә төҙөлдө.

Программа буйынса 99 сәгәт, календарь буйынса 96 сәғәт

           Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.

          Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик  маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

          Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

1.      Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.      Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.      Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.      Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.      Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6.      Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

       Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.

      Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

      Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

·         Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

·         Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

·         Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

·         Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

·         Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

·         Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

·         Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

·         Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

1.      Танып белеү маҡсаты

     Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

            Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

            Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

        Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

·         Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;

·         Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

·         Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

·         Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

 

3.      Тәрбиәүи маҡсат

        Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

  Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

 

·         Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

·         Ишетеп аңлау (аудирование):

1)      уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

2)      әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3)      тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

4)      әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

5)      аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

·         Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1)      аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2)      текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3)      тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

4)      унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5)      бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

·         Яҙыу телмәрен үҫтереү

1)      айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2)      матур яҙыу күнекмәләре;

3)      байрам открыткалары  яҙыу;

4)      һүҙлек диктанты яҙыу.

 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

1-4 кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

·         Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;

·         Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;

·         Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;

·         Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

·         Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

     Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.

Башланғыс кластарҙа туған телде уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе.

            I класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм өс этаптан тора:

1. Әлифбаға тиклемге осор. Башҡортостан. Танышыу. Минең мәктәбем. Минең яратҡан уйындарым, уйынсыҡтарым. Беҙ һанарға өйрәнәбеҙ. Ниндәй төҫ матур?  Йәшелсәләр. Емештәр. Магазинда. Ҡоштар. Тән өлөштәре. Көн режимы. Мин һәм минең ғаиләм.  Кейем-һалым. Аяҡ кейемдәре. Йәйге һәм ҡышҡы кейемдәр. Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Ҡырағай хайуандар. Ҡыш. Яңы йыл. Ҡышҡы уйындар.

2. Әлифба осоро. Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре менән танышыу. Башҡорт һәм рус телдәрендә А, О, Ы, Э хәрефтәрен һәм өндәрен сағыштырыу. Үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Башҡорт телендә В хәрефенә фонетик анализ.

3. Әлифбанан һуңғы осор. Башҡортостандың күренекле шағирҙары һәм яҙыусылары ижады менән танышыу: Ф. Рәхимғолова, М. Ишбулатов, С. Муллабаев, М. Ғафури, Г. Ғәлиева, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, З. Биишева, К. Кинйәбулатова, А. Игебаев, Р. Ғарипов. Минең яратҡан әкиәттәрем. Еңеү көнө. Башҡортостандың ҙур ҡалалары. Ғаилә байрамдары. Бүләктәр. Яратҡан шөғөлөм. Спорт төрҙәре һәм уйындары. Минең дуҫтарым. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

 

 

Башҡорт теле

Уҡыу йылының икенсе яртыһында “Башҡорт теле” курсын өйрәнеү программаһына ярашлы беренсе – икенсе сиректә грамотаға өйрәнеү осоронда алған уҡыу яҙыу күнекмәләрен һәм төҫмөрләнә башлаған универсаль уҡыу эш алындағы оҫталын артабан үҫтереү маҡсаты ҡуйыла.

“Башҡорт теле”н өйрәнеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:

баланың тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәтеү күнекмәһен , оҫталығын артабан үҫтереү;

тел ғилеме өлкәһендә алған башланғыс төшөнсәләрҙе аңлы эшкәртеү процесын әүҙемләштереү;

һөйләү, яҙма телмәрҙе ғәмәли ҡулланыу;

универсаль уҡыҡ эш аҙымдарын үҙләштереүҙе интенсивлаштырыу.

I .Телмәр эшмәкәрлеге.

Телмәрҙе тыңлау, ишетеү , аңлау.

Кешенең өндәшеүен тыңлау, төшөнеү, ситуацияға ярашлы ҡабул итеү һәм эш итеү.

Уҡыу.уҡыу оҫталығын шымартыу. Аңлы , шыма уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу күнекмәһен мәғлүмәт белем алыу сығанағы итеп ҡулланыу.

Һөйләү телмәрен белем алыу сараһы итеп ҡуллана белеү.Аралышыу оҫталығы башланғысын артабан үҫтереү.

Телмәр этикетына өйрәнеүҙе дауам итеү. Һөйләмде дөрөҫ төҙөп һөйләшеү.

Һөйләмде дөрөҫ интонация менән таҙа дөрөҫ итеп әйтеү. Ниндәйҙер предмет, күренеш, хәл- ваҡиғаға ярашлы мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау, һөйләм төҙөргә өйрәнеү. Уны әңгәмәсегә биреп, тыңлап анализлау.

Яҙма телмәр. Бәйләнешле яҙма телмәр төҙөү оҫталығына өйрәнеү өлкәһендәге башланғыс күнекмәләрҙе үҫтереү.

Һөйләм һәм текст төҙөлөшө. Һөйләм төҙөү. Фәнни-популяр текст, иғлан, белдермә , ҡотлау һүҙҙәре (открытка яҙыу). Ҡыҙыл юл, абзац төшөнсәһе.

Синоним, антоним менән танышыу. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге.

Матур яҙыу. Дәрестә 4 – 5 минут ваҡытты дөрөҫ коллеграфия менән яҙыуға бағышлау. Юл һәм ҙур хәрефтәрҙең яҙылышына даими күнекмәләр үткәрелә, камиллаштыра . һүҙлек һүҙҙәрен яҙыу. Һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙе тиҙ яҙыу оҫталығын үҙләштереү. Контроль күсереп яҙыу.

II Тел ғилеме.

Һөйләм. Һүҙҙәр теҙмәһе, йыйылмаһы мәғәнә. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмде сағыштырыу. Һөйләмгә хас үҙенсәлектәр (мәғәнә – фекер, интонация ). Әйтелеү маҡсатына ҡарап һөйләм төрҙәрен үҙләштереү: хәбәр, һорау, өндәү. Һөйләмде дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре: ҙур хәреф, аҙағында тыныш билдәләре.

Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ предмет атамалары (исемдәр). Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу.

Алфавит. Унда хәрефтәр тәртибе. Алфавитты ҡулланыу.

Өн. Хәреф. Һүҙҙең өн структураһы һәм мәғәнәһе араһындағы бәйләнеш.

ҺҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү. Нәҙек, ҡалын һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙып өйрәнеү. Орфограммалар.

III. Универсаль уҡыу эш төрҙәре.

Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Маҡсатты күҙаллау. Эште планлаштырыу. Тикшереү эшен ойоштороу. Уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Эшләнелгән эшкә байҡау яһау. Контроль. Эште баһалау.

Әҙәби уҡыу

Белемгә тәүге аҙымдар уҡыу дәрестәренән башлана. Уҡыу мәғлүмәтле булыуға һәм бүтән предметтарҙы өйрәнеүгә нигеҙ һала. “Әҙәби уҡыу” предметының төп тәғәйенләнеше- баланы аңлы һәм шыма уҡырға өйрәтеү.

Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен ,һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе , байытыуҙы , камиллаштырыуҙы , баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе, формалаштырыуҙы күҙаллай. Башланғыс мәктәптә“Әҙәби уҡыу” дәресе айырыуса әһәмиәтле урын алып тора.Сөнки уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, үҙен уратып алған донъяны өйрәнә, шәхес булып үҫешә. Фәҡәт үҙ телен ата- бабаларҙың үткәнен белергә, киләсәккә өмөт-хыялдарҙы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән:

башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү даирәһен формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу ;

уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелендә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;

әҙәби әҫәрҙәр, фәнни- популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм жанрҙағы әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ,шәфҡәтлелек, әүҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;

туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыуэшмәкәрлеге үҙ аллы белм туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;

бергә уҡыу компетентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңлаған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Әҙәби уҡыу предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡуя.

1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү,тексты аңлау, китапҡа һәм уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү.

3.Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхләки-эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү.

4. Әхләки ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән танышыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү.

Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре бүлеге түбәндәге процестарҙы үҙ эсенә ала:

Тыңлау(аудирование).

Уҡыу.

Һөйләү.(аралашыу мәҙәниәте)

Яҙыу. ( яҙыу телмәре мәҙәниәте).

Әҙәби уҡыупредметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәре.

Әҙәби уҡыудәрестәре тәрбиәүи ҡиммәттәргә лә ҙур әһәмиәт бирә.Уҡыусылар тәбиғәтте күҙәтеү, уны һаҡлау һәм шулай уҡәҙәп, әхләҡ ,мәҙәниәтле аралашыу мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәр менән танышалар. Әҫәрҙәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡ-фиғелдәрен аңлау һәм шунан сығып үҙҙәрендә лә ыңғай сифаттарҙы үҫтереү хуплана.

Әҙәби уҡыудәрестәре , сәнғәт менән таныштырыуҙың, уға һөйөү тәрбиәләүҙең бер төрө булараҡ, уҡыусыларҙы үҙ халҡың һәм милләтенең эстетик - әхлаҡи ҡиммәтәре менән таныштырыуҙы һәм берҡайһыһында юғары әхлаҡи һыҙаттары: матурлыҡты күрә, баһалай һәм ҡабул итә алырҙай тойғолар тәрбиәләүҙе; кешелектең һәм үҙ милләтенең тәрбиәһенә үҙ килерҙәй ыңғай сифаттарҙы формалаштырыуҙы күҙаллай.

“Әҙәби уҡыу” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Шәхси үҫеш кимәле.

Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәи әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятивһәм коммуникатив эшмәкәрлег, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.

Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материлдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау(тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡвғиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

-йәмғиәттәге тәртип һәм әхләҡ ҡағиҙәләрен белеү;

аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу,

төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;

-уҡыу техникаһын үҙләштереү;

- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

- интерпретацияның төп элемнттарын үҙләштереү;

- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,

- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;

- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;

- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

Предмет буйынса башланғыс дөйөм белем биреүҙең йөкмәткеһе.

Телмәр һәм уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәре.

Тыңлау һәм аңлау.

Телдән һөйләнгән телмәрҙе (әңгәмәсенең мәғлүмәтен, һәр төрлө текстарҙы уҡыу) тыңлау ҡабул итеү. Мәғлүмәтте тыңлау мәғәнәһенә төшөнә барыу: уҡыусы һөйләмде тыңлай. Һөйләүсенең фекер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра; уҡылған фәнни-мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйынса һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре үҙ аллы айырым ғына формалашмай. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара.

Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәткәндә ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, тиҙ, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә.Тксты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыукүнекмәләрен булдырыу.Һөйләмдәрҙе, тыныш билдәләренә иғтибар итеп, интонация менән уҡыу.

Эстән уҡыу. Һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә , күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уөыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттра, үҙ аллы уҡыуңрға күнектерә.

Һөйләү- уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул: фрагменттың төп фекрен билдәләү, терәк һәм мөһим һүҙҙәрҙе ҡулланыу;эпизодты тулы һөйләү, тексты өлөштәргә бүлеү, һһәр бүлеккә һәм тексҡа исем биреү, план төҙөү күнекмәләре булдырыу.

Диалог төҙөү. Диалогтың үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә биреү ;бирелгән һорауҙы аңлау, уларға яуап биреү ; әңгәмәсене бүлдермәйенсә, итәғәтле формала үҙеңдең фекереңде әйтеп, уҡылған әҫәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу.

Монолог. Һөйләү телмәренең бер формаһы тураһында аңлатма биреү.Монлогик һөйләү телмәрендә берәү һөйләүсе, ә ҡалғандар тыңлаусы ролен башҡарыуын аңлатыу.

Төрлө текстар менән эш.

Төрлө төрҙәге текстар тураһында тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү.Фольклор- халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү. Таныш булмаған текстарҙың йөкмәткеһен исеменә, һүрәтенә ҡарап алдан фаразлау.

Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү.

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә  өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре

           Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

        Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп.

        Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт әҙәбиәте, теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың туған телдә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында тора.


Башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу дәрестәренә тематик план

Аҙнаһына – 3 сәғәт, бөтәһе – 96 сәғәт

Дәрестең темаһы

Дәрес һаны

Планлаш-тырыл-  

   ған дата

Фактик дата

Әлифба (аҙнаға – 3 сәғәт, бөтәһе – 64 сәғәт)

1

Һаумы мәктәп! Белем байрамы

1

04.09

 

2

Предмет һәм һүҙ. Предмет. Уның эше, хәрәкәте.

1

05.09

 

3

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Кем нимә эшләй?

1

08.09

 

4

Предмет. Уның төҫө, билдәһе. Предмет ниндәй?

1

11.09

 

5

Һөйләм, һүҙбәйләнеш.

1

12.09

 

6

Һөйләмгә һүҙ өҫтәү.

1

15.09

 

7

Ярҙамсы һүҙҙәр (һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә)

1

18.09

 

8

Ярҙамсы һүҙҙәр (ғына-генә, ҡына-кенә)

1

19.09

 

9

Тикшереү эше

1

22.09

 

10

Өн. Һүҙ.

1

25.09

 

11

Һүҙҙә нисә өн? Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Ижек.

1

26.09

 

12

Нәҙек, ҡалын өндәр. Нәҙек, ҡалын әйтелешле һүҙҙәр.

1

29.09

 

13

Яңғырау, һаңғырау тартынҡылар. Баҫым.

1

02.10

 

14

Тикшереү эше.

1

03.10

 

15

Хәреф – өндөң тамғаһы

1

06.10

 

16

[ә] өнө. Уны Әә хәрефе менән тамғалау.

1

09.10

 

17

[а] өнө. Уны Аа хәрефе менән тамғалау.

1

10.10

 

18

Әә – Аа хәрефтәре. Башҡорт теленең сингармонизм законы.

1

13.10

 

19

[ө], [о] өндәре. Өө, Оо хәрефтәре менән өндө тамғалау

1

16.10

 

20

Өө – Оо хәрефтәре. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр.

1

17.10

 

21

[ү] өнө. Үү хәрефе.

1

20.10

 

22

[у] өнө. Уу хәрефе. Үү – Уу хәрефтәре.

1

23.10

 

23

[э] өнө. Ээ(е) хәрефе.

1

24.10

 

24

Тикшереү эше.

1

27.10

 

25

[ы] өнө. Ыы хәрефе.

1

30.10

 

26

[и] өнө. Ии хәрефе.

1

06.11

 

27

[м] өнө. Мм хәрефе.

1

07.11

 

28

[н] өнө. Нн хәрефе.

1

10.11

 

29

[ң] өнө. ң хәрефе.

1

13.11

 

30

[л] өнө. Лл хәрефе.

1

14.11

 

31

[р] өнө. Рр хәрефе.

1

17.11

 

32

[й] өнө. Йй хәрефе.

1

20.11

 

33

Тикщереү эше

1

21.11

 

34

[г] өнө. Гг хәрефе.

1

24.11

 

35

[к] өнө. Кк хәрефе.

1

27.11

 

36

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе. [ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе.

1

28.11

 

37

Гг – Кк, Ғғ - Ҡҡ хәрефтәре.

1

01.12

 

38

[б] өнө. Бб хәрефе.

1

04.12

 

39

[п] өнө. Пп хәрефе.

1

05.12

 

40

Бб – Пп парлы тартынҡылар.

1

08.12

 

41

[з] өнө. Зз хәрефе.

1

11.12

 

42

[с] өнө. Сс хәрефе. Зз – Сс парлы тартынҡылар

1

12.12

 

43

Тикшереү эше.

1

15.12

 

44

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе.

1

18.12

 

45

[ҫ] өнө. ҫ хәрефе.

1

19.12

 

46

[д] өнө. Дд хәрефе.

1

22.12

 

47

[т] өнө. Тт хәрефе. Дд – Тт парлы тартынҡылар.

1

25.12

 

48

Уы, үэ тартынҡы өндәре.

1

26.12

 

49

[ж] өнө. Жж хәрефе.

1

29.12

 

50

[ш] өнө. Шш хәрефе. Жж – Шш парлы тартынҡылар.

1

15.01

 

51

[в] өнө. Вв хәрефе.

1

16.01

 

52

[ф] өнө. Фф хәрефе.

1

19.01

 

53

Ике өндө белдергән Яя [йа] хәрефе.

1

22.01

 

54

Ике өндө белдергән Ее [йэ] хәрефе.

1

23.01

 

55

Ике өндө белдергән Юю [йу] хәрефе.

1

26.01

 

56

Ике өндө белдергән Ёё [йо] хәрефе.

1

29.01

 

57

Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефтәре. Тикшереү эше.

1

30.01

 

58

Нәҙек, ҡалын айырыу билдәһе (ь, ъ)

1

02.02

 

59

[һ] өнө. Һһ хәрефе. [х] өнө. Хх хәрефе.

1

05.02

 

60

[ц] өнө. Цц хәрефе. [ч] өнө. Чч хәрефе.

1

06.02

 

61

[щ] өнө. Щщ хәрефе.

1

09.02

 

62

Алфавит. Хәрефтәр иленә сәйәхәт.

1

12.02

 

63

Мин уҡый беләм!

1

13.02

 

64

Тикшереү эше. Эшкә анализ.

1

26.02

 

Башҡорт теле һәм әҙәби уҡыу (аҙнаһына- 3 сәғәт, бөтәһе – 32 сәғәт )

65

Алфавит. Өн һәм хәреф

1

27.02

 

66

Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр

1

02.03

 

67

Китап тирә – яҡты өйрәнеү сығанағы

1

05.03

 

68

Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр

1

06.03

 

69

Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү

1

09.03

 

70

Китап тураһында мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Көләмәстәр. Тиҙәйткестәр.

1

12.03

 

71

Тикшереү эше

1

13.03

 

72

Баш хәреф. Исем, фамилияларҙың яҙылышы.

1

16.03

 

73

Әкиәт донъяһына сәйәхәт

1

19.03

 

74

Хайуан ҡушаматтары. Ер – һыу атамалары

1

20.03

 

75

Һөйләм. Хәбәр һөйләм.

1

02.04

 

76

Ошаҡлашыу – насар ғәҙәт. Диалог

1

03.04

 

77

Һорау һәм өндәү һөйләмдәр

1

06.04

 

78

Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалары. Уларҙы яҙып өйрәнеү

1

09.04

 

79

Атай – ғаилә башлығы.

1

10.04

 

80

Оо –Өө хәрефле һүҙҙәр.

1

13.04

 

81

Уу-Үү хәрефле һүҙҙәр

1

16.04

 

82

Ҡояш менән сәйәхәттә. Бәхәс ҡороу

1

17.04

 

83

Ээ хәрефе һүҙ башында. Һүҙ уртаһында е хәрефе.

1

20.04

 

84

Ее, Ёё, Юю,Яя хәрефтәре.

1

23.04

 

85

 Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр.

1

24.04

 

86

Тикшереү эше

1

27.04

 

87

Предметты белдергән һүҙҙәр

1

30.04

 

88

Ф. Сынбулатова. Олатайым менән өләсәйем. Ф. Ғөбәйҙуллина. Минең әсәйем кем.

1

04.05

 

89

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

1

07.05

 

90

Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр

1

08.05

 

91

 Матурлыҡ донъяһына сәйәхәт.

1

11.05

 

92

Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, та-тә, ла-лә

1

14.05

 

93

Ярҙамсы һүҙҙәр: ғына-генә, ҡына-кенә.

1

15.05

 

94

 С. Кәрим. Иғтибарлы булыу – үҙе изгелек

1

18.05

 

95

Тикшереү эше.

1

21.05

 

96

Эшкә анализ. Йомғаҡлау.

1

22.05

 


1-се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр.

«Башҡорт теле » програмаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

- уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;

- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға;

- тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем бирергә;

-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.

2.Предмет буйынса белем алырға:

- һүҙҙәрҙе мәғәнәүи яҡтан төркөмләргә( предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр);

- һөйләм төрҙәрен билдәләргә( хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға; һөйләмде дөрөҫ яҙырға(ҙур хәреф, аҙағында тыныш билдәләре

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра , таный белергә, һөйләмде күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә;кеше исемен, фамилияһын, ер-һыу атамаларын, хайуан ҡушаматтарын ҙур хәрефтән яҙырға;

-өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек-ҡалын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау-һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға;

-һүҙҙең(3-4, 5-6 өндән торған) өн моделен төҙөргә;

- 6-7, 7-8 һөйләмдән торған (30-35 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;

-25- 30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙырға;

- һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

-о-ө, у-ү, э (һүҙ башы) хәрефтәре; йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), йо,йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; һүҙ башында я,е,ё,ю хәрефтәре менән булған 2-3 , 3-4,хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; тартынҡы өндөң аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен (ь) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе (3-4, 4-5 хәрефле) дөрөҫ яҙырға.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

- үтенес менән уҡытыусыға класташыңа өлкәндәргә өндәшергә:

уҡыу объектыын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырыға анализларға һәм һығымта яһарға:

аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға , яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;

диалог, монолог ҡора белергә;

мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға ;

мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;

парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;эште планшатырырға , уны тормошҡа ашырырға ;

3-4, 4-5 һөйләмдән торған иғлан, ҡотлау, белдермә( записка) яҙа белергә тейеш.

 

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

 

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

1

20 - 25

80 - 90

25 - 30

2

30 - 40

100 - 120

35 - 40

3

40 - 50

120 - 150

45 - 65

4

55 - 65

150 - 200

75 - 85

 

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар;

7) тестарға яуаптар яҙыу.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

Кластар

1

2

3

4

Күсереп яҙыу

2

1

1

1

Һорауҙарға яуаптар яҙыу

 

1

2

1

Диктант

1

3

3

3

Изложение

 

 

 

 

Инша

 

1

1

1

Бөтәһе

3

6

7

6

 

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:

Эш төрҙәре

Кластар

1

2

3

4

Һүҙлек диктанты

5 - 6

6 - 8

8 - 10

10 - 12

Диктант

10 - 15

15 - 20

25 - 30

35 - 40

Күсереп яҙыу

15 - 20

25 - 30

35 - 40

45 - 50

Инша

 

 

 

35 - 45

 

 

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары

нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

Уҡыу йылының беренсе ярты йыллығы.

-«Әлифба »китабы ( автор Ф. Ш. Сынбулатова һ.б.)

«Әлифба» дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән ( автор Ф.Ш. Сынбулатова)

«Әлифба» дәреслегенә методик ҡулланма ( автор Ф.Ш Сынбулатова)

«Тикшереү эштәре» дәфтәре(авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

Икенсе ярты йыллыҡ.

- «Әсә теле »дәреслеге ( автор Ф. Ш. Сынбулатова һ.б.)

- «Әсә теле» дәреслегенә эш дәфтәре ( автор Ф.Ш. Сынбулатова)

-«Тикшереү эштәре» дәфтәре (авторы Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.) ярҙамында бүлекте, ҙур теманы тамамлағас йәки сирек аҙағында уҡыусыларҙың программа материалын үҙләштерелеү кимәлен (сифатын) өйрәнеү.

“Туған тел” дәреслеге( авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

“Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма (авторы Ф.Ш.Сынбулатова)

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по родному(башкирскому) языку и литературному чтению"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Руководитель реабилитационного подразделения

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 164 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 29.01.2016 917
    • DOCX 269 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Фатхутдинова Лилия Миннулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 9488
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Основы религиозных культур и светской этики: проблемы и перспективы преподавания в начальной школе

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 206 человек из 54 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 444 человека

Курс повышения квалификации

Организация краеведческой деятельности детей в учебно-воспитательном процессе начальной школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 248 человек

Курс профессиональной переподготовки

Гигиенические требования к условиям реализации основной образовательной программы начального общего образования

Учитель начальных классов

600 ч.

9500 руб. 4450 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 71 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 162 человека

Мини-курс

Современные инструменты инвестирования и управления затратами

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологические аспекты родительства и развития ребёнка

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Event-менеджмент и видеопродакшн: от концепции до успешной реализации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 10 человек