Әсәләр
ергә нур сәсәләр
Хәйерле
көн ҡәҙерле ҡунаҡтар, хөрмәтле әсәйҙәр! Беҙ һеҙҙе әсәйҙәр көнөнә арналған
кисәлә күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
Аллаға
шөкөр тип башлайбыҙ һүҙебеҙҙе, сөнки беҙ - иң бәхетле балалар, әсәй
һүҙен әйтеп, әсәй ҡуйынында наҙ тойоп үҫәбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Һәр ваҡыт
кәңәш биреүсе, шатлыҡ – ҡыуаныстарҙы ихлас уртаҡлашыусы, һағынып ҡайтҡанда йылы
икмәге менән ҡаршы алыусы, юлға сыҡҡанда фатихаһын биреп оҙатып ҡалыусы кешебеҙ
ул!
Һәр
йыл һайын килә был байрам
Һәр
көн сыҡҡан ҡояш шикелле
Йылдар
һайын данлай был байрам
Гүзәл
зат – әсә кешене.
Ер
йөҙөндә берҙән – бер булған әсәйҙәр! Бөгөнгө ҡотлау һүҙҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ,
бейеүҙәребеҙ тик һеҙҙең өсөн генә.
1)
Хор Бергә йәшәү бүләк
2)
Шиғыр Зөлфиә, Алмас, Мәликә,...
Әсә!
Ер йөҙөндә иң гүзәл, иң гәзиз һүҙ – әсә. Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм
ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй наҙлы яңғырай. Әсә кешенең мәрхәмәтле, шәфҡәтле
ҡулдары белмәгән эш юҡтыр донъяла.
Әсәйҙәр,
һеҙҙең өсөн, таланттарыбыҙҙың береһе, моңло тауышлы Салауат йырлай.
3)
Салауат Йыр
Әсә!
Ошо һүҙҙән дә яғымлы һәм ҡәҙерле төшөнсә юҡтыр. Был һүҙҙе әйтеү менән донъя
яҡтырып, киңәйеп, йәмләнеп киткән төҫлө тойола.
Әсә - тормошто дауам иттереүсе һәм ҡәҙерле балаларын
иркәләп, наҙлап тәрбиәләп үҫтереүсе зат.
Киләһе концерт номерыбыҙ
һеҙҙең өсөн.
4) Флэшмоб.
Һәр
ғаилә әсәйҙән башлана. Бөтә яҡшылыҡтар ҙа, изгелектәр ҙә әсә һөтөнән. Әсә ергә
яңы тормош алып килә, кешелек утын һүндермәй тота, быуындарҙы – быуындарға
тоташтыра.
Әсәләр
ғумер көсө бирә
Кешеләргә
йәшәргә
Дан һәм
рәхмәт, ҡәҙер һәм хөрмәт
Беҙҙә
һәр бер әсәгә.
5)Сценка 1.Доктор.
2. Фәнис, Әлиә
Юҡ
әсәнән бөйөгөрәк
Изге,
ҡәҙерле исем
Шуға
әсәйҙәр байрамы -
Байрам
бөтәбеҙ өсөн.
Рәхмәт әйтәм һиңә бары өсөн
Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин
Әсәкәйем бүләк итәм һиңә
Йөрәгемдең бөтмәҫ йылыһын.
Төрлө конкурстар еңеүсеһе,
класыбыҙҙың атҡаҙанған ҡурайсыһы Радик һеҙҙең өсөн генә сығыш яһай.
7)Ҡурайҙа Радик уйнай.
Тағы ла гүзәлерәк таңдар
Уянһын тыуған ерҙә.
Әсәләр! Ҡояш ғүмере
Теләйбеҙ бөгөн һеҙгә!
Киләһе сығышыбыҙ беренсе тапҡыр башҡарыла.
Рәхим итеп ҡарағыҙ.
8) Вальс
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, әсәй, тормошта
Әсәй, тиеп әйтер кешең булғас,
Рәхмәтлемен ошо яҙмышҡа.
Күп көсөңдө түгәң беҙҙең өсөн,
Һәр кәңәшең була гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет, әсәй, һин булғас.
Ә хәҙер үҙҙәренең яңы һөнәрҙәрен
Салауат һәм Радик күрһәтә.
9) Фокус
Бөтә
әсәләргә ҡояш
Тигеҙ
өләшһен нурын
Таңыбыҙ
нурлы булһын
Киләсәк
йырлы булһын.
Әсә бөйөк исем,
Нимә етә әсә
булыуға
Ҡатындарҙың бөтә
матурлығы,
Бөтә күрке әсә
булыуҙа.
10)Сценка 1.Имтихан.
2. Компот 3. Бойфренд.
11) Актаева Ләйсән Шиғыр.
Мин
бәхетле был донъяла
Әсәй
янымда булғас
Шатлыҡты
ла, ҡайғыны ла
Уртаҡлашыусы
булғас.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙ беләһегеҙ, беҙҙең егеттәр 70 һөнәргә эйә булыр өсөн
барыһында эшләй, тырышалар. Күп ваҡыт уңышлы ғына килеп сыға. Футбол, хоккей,
үткән аҙнала волейбол уйнай башланылар. Әле йөҙөү буйынса ярышҡа әҙерләнәләр.
Яңы ярыш төрө булараҡ һеҙгә лә күрһәтергә булдылар. Ихлас ҡабул итерһегеҙ тип
ышанабыҙ.
12)
Синхрон йөҙөү.
Әсәй
тигән ҡыҫҡа һүҙгә
Бөтә
донъя һыйған, һыйынған.
Ҡояштың
да иң –иң наҙлы нуры
Әсәй
йөрәгендә ҡойонған.
Һөйөклө
әсәйҙәребеҙ, беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Йәнә бер талант эйәһе
Ынйыгөл башҡарыуында йыр.
13) Ынйыгөл
йыр
Ҡайҙа барһам, күҙ алдымда
Һәр саҡ күңелдә йәшәй
Ул беҙҙең иң яҡын кеше
Ул
–беләһегеҙ, беҙҙең әсәй!
Әсәйҙәр көнөндә
Шаулатып ерҙе, күкте,
Беҙ ҡәҙерле әсәйҙәрҙе
Ҡотлап йырлайбыҙ бөгөн.
14) Хор.
Йырыбыҙ һеҙҙең өсөн.
Беҙҙең әсәйҙәребеҙҙә
–
Иң йомшаҡ ҡулдар
–
Иң көслө иңдәр
–
Иң матур күҙҙәр
–
Иң дөрөҫ кәңәш
–
Иң нескә күңел
–
Иң саф ҙур йөрәк
–
Иң ҡайнар һөйөү
–
Иң изге теләк
–
Иң йылы ҡуйын
ТИК ӘСӘЙҘӘРҘӘ ГЕНӘ.
15)
Беҙҙең
һөйөклө, ҡәҙерле кешеләребеҙ! Байрамығыҙ менән ҡотлап һеҙгә оло бәхет, һулымаҫ
матурлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм именлек теләйбеҙ.
Тәмле – тәмле аш бешерә
Минең әсәйем генә
Матур – матур гөл үҫтерә
Минең әсәйем генә.
Иң – иң оҫтаһы,
Иң – иң уңғаны
Иң – иң матуры
Минең әсәйем генә.
Тыйнаҡ булырға өйрәтә
Минең әсәйем генә
Йыйнаҡ булырға өйрәтә
Минең әсәйем генә.
Иң – иң тыйнағы,
Иң – иң йыйнағы,
Иң- иң матуры,
Минең әсәйем генә.
Һиҙгер булырға өйрәтә
Минең әсәйем генә
Түҙем булырға өйрәтә
Минең әсәйем генә.
Иң – иң һиҙгере,
Иң – иң түҙеме
Иң – иң матуры
Минең әсәйем генә.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.