Инфоурок Родная литература КонспектыРазработка внеклассного мероприятия по башкирской литературе, посвященное творчеству Народного писателя Башкортостана З. Биишевой (5-11 класс)

Разработка внеклассного мероприятия по башкирской литературе, посвященное творчеству Народного писателя Башкортостана З. Биишевой (5-11 класс)

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Дүртөйлө ҡалаһының Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы бюджет дөйөм белеү биреү учреждениһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ТЕМА: “Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул”

 

 

 

 

 

                                         Башҡарҙы: Дүртөйлө ҡалаһының

                                         Н. Нәжми исемендәге

                                         башҡорт гимназияһының

                                         башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы                                     

                                         Әхмәтова Зөһрә Фәүәдис ҡыҙы

 

 

 

 

 

2022 йыл

 

 

Тема: “Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул”

 

  Маҡсат:

1.     Башҡорт халҡының бөйөк яҙыусыһы З. Биишеваның тормош һәм ижад юлын дөйөмләштереп ҡабатлау.

2.     Уҡыусыларҙың дөрөҫ һәм эҙлекле һөйләү, фекерҙәрен дәлилләй белеү күнекмәләрен нығытыу, ижади эшләү һәләттәрен үҫтереү.

3.     З. Биишеваның ижадына нигеҙләнеп, уҡыусыларҙа дуҫлыҡ хистәре, тыуған яҡҡа, уның тәбиғәтенә, кешеләренә мөхәббәт тәрбиәләү; эстетик зауыҡтарын үҫтереү.

 

Йыһаҙландырыу: Китап күргәҙмәһе, З. Биишеваның портреты, ижади эштәр күргәҙмәһе (буклеттар, презентация, рефераттар, иншалар, һүрәттәр), викторина һорауҙары, стена газеталары, З. Биишева тураһында күренекле шәхестәрҙең һүҙҙәре яҙылған плакаттар, компьютер, проектор.

 

Кластан тыш сараның барышы

 

Уҡытыусы: - Хәйерле көн ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар!

Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта.

  Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.

 Йәшәү бәхете –илең, халҡың өсөн

                                   Көрәш аша тыуған шатлыҡта.

Донъя әҙәбиәте тарихында ижадтары менән исемдәрен мәңгелек данға күмгән куп шағирҙар, яҙыусылар бар. Мәҫәлән:Ш. Бабич, М. Ғафури, Н. Нәжми, М. Кәрим, З. Биишева. Был сара, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ике тапҡыр “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваға  бағышлана. Яҙыусының ижады буйынса семинар, кластан тыш уҡыу дәрестәре үткәрелде. Уның шиғырҙарын, әҫәрҙәрен уҡыныҡ, әҫәрҙәренә ҡарата иллюстрациялар эшләнек, иншалар, рефераттар яҙҙыҡ, газета-журнал материалдары тупланыҡ, стена газеталары сығарҙыҡ. Бөгөн беҙ  башҡарған эштәребеҙҙе йомғаҡлап, алған белемдәребеҙҙе тағы ла  нығытып, дөйөмләштереп ҡуйырға йыйылдыҡ. “Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул” тигән тема аҫтында бәйге ойошторабыҙ. 5-11 класс уҡыусылары араһынан иң әүҙемдәрҙе һайлап өс төркөмгә бүлдек (7-әр уҡыусы), бәйгелә улар көс һынашасаҡ. Һәр төркөм үҙенең етәксеһен билдәләне һәм биремдәр алды. Бәйгене бәйәләргә беҙ абруйлы жюриҙы билдәләнек:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Камалова Р.З., инглиз теле уҡытыусыһы Абдуллина Г.Ш., тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ғәзизова З.Ф..

Хәҙер һүҙҙе, уҡыусылар, һеҙгә бирәбеҙ.

1.      Бәйгенең беренсе ярышы – бөйөк яҙыусыбыҙҙың тормошо һәм ижад юлы тураһында презентациялар күрһәтеү.

Ҡайһы төркөм байыраҡ һәм йөкмәткелерәк итеп әҙерләне икән? Рәхим итегеҙ!

(Һәр бер төркөм үҙенең әҙерләгән презентацияһын экранда күрһәтеп яҙыусы хаҡында һөйләй.)

Уҡытыусы: - Шулай итеп, Зәйнәб Биишева хеҙмәт менән тулы  тормош юлы үткән һәм үҙенең хеҙмәте өсөн миҙалдар, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемдәре менән бүләкләнгән. Күреүегеҙсә, яҙыусы ижады күп яҡлы, ҡояш кеүек сағыу һәм яҡты. Уның әҫәрҙәрен халыҡ бик тә яратып уҡый һәм ул беҙҙең әҙәбиәт өлкәһендә ғүмерлек яҡты ҡояшыбыҙ булып ҡаласаҡ.

 

2.     Алдағы бирем проект эштәрен яҡлау.

1-се төркөм – яҙыусының әҫәрҙәренә ҡарата эшләнгән иллюстрацияларын яҡлай;

2-се төркөм – яҙыусы тураһында буклет эшен яҡлай;

3-сө төркөм – яҙыусының “Башҡорт теле” шиғырына ҡарата яҙылған иншаны яҡлай.

 

3.     Викторина һорауҙарына яуап биреү. Экранда һорауҙар күрһәтелә, бәйгеселәр күмәкләшеп тиҙ генә һорауҙарға яуап яҙып, жюри ағзаларына тәҡдим итәләр.

Викторина һорауҙары:

1)    З. Биишева ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? (1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында)

2)    1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында кем булып эшләй? (уҡытыусы)

3)    1931 йылда ниндәй журналдың мөхәррире була? (“Пионер” журналының)

4)    Иң беренсе китабы нисек атала, нисәнсе йылда баҫыла? (“Партизан малай”, 1942 йылда)

5)    Нисәнсе йылда СССР Яҙыусылар ағзаһы булып китә? (1946 йылда)

6)    Рәсәйҙең төрлө телдәренә нисәләп китабы тәржемә ителә? (60-лап китабы)

7)    Балалар өсөн яҙған 5 әҫәрен әйтегеҙ? (“Дуҫ булайыҡ”, “Сәйер кеше”, “Ҡояш нимә тине?”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”, “Уйҙар, уйҙар..”)

8)    1968 йылда ниндәй романдары өсөн С. Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була? (“Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”)

9)    З. Биишева исемендәге әҙәби премия ҡасан булдырыла һәм кем тарафынан? (2000 йылда, Күгәрсен районы хакимиәте тарафынан)

10)                       Филология фәндәре докторы Р. Шәкүр ниндәй китабы өсөн 2011 йылда З. Биишева исемендәге әҙәби премияға лайыҡ була? (“Арҙаҡлы башҡорттар” китабы өсөн, унда З. Биишева тураһында ла мәҡәлә бар)

11)                       Нисәнсе йылда яҙыусыға “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән исем бирелә? ( 1990 йылда)

12)                       З. Биишева тәржемә иткән берәй әҫәрҙең исемен атағыҙ? (А. Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”, Н. Гоголдең “Тарас бульба” һ.б.)

13)                       З. Биишеваның иҫтәлегенә нимәләр эшләнгән? ( 1992 йылда “Башҡортостан” киностудияһы документаль фильм төшөрә; уның исемендәге премия булдырылған, йорт-музейы асылған; З. Биишева исемен йөрөтә; “Китап” нәшриәте, Өфөлә урам, Стәрлетамаҡ дәүләт академияһы, Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе).

 

Уҡытыусы: - Бәйгеселәр викторина һорауҙарына яуап әҙерләгәндә, беҙ 3 класс уҡыусыһы Шәрифйәнова Лилиә башҡарыуында “Байрам” бейеүен ҡарап үтәйек. Рәхим ит Лилиә!

 

4.     З. Биишеваның әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштереү.

1-се төркөм – “Мөхәббәт һәм нәфрәт” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерә;

2-се төркөм – “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерә;

3-сө төркөм – “Тылсымлы ҡурай” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерә.

 

5.     Уҡытыусы:  - З. Биишева һеҙ билдәләп киткәнсә оҫта төнҡитсе булған.  Матбуғатта тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр, иҫтәлектәр менән сығыш яһаған. Шуны ла әйтеп китәргә кәрәк, ул  бик оҫта тәржемәсе лә булған. Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән тәржемәсе булып ҡарайыҡ, нисегерәк килеп сығыр икән? Һәр төркөм “Башҡорт теле” шиғырының бер куплетын  инглиз теленә тәржемә итеп башта башҡортса, һуңынан инглиз телендә уҡып ишеттерә.

 

( Bashkir language

 

You sing a nightingale,

You seem thin willow branch,

You gently like a field of flowers,

You command respect

And excite inspiration,

Bashkir language, my mother tongue.

 

You seem richer than Ural mountains.

You’re as old as kurai in the reeds.

You seem omniscient sage

Bashkir language, we’re so proud of you

And we want to say thank you!

 

You’re so deep,

I cannot compare you with the sea.

You’re so beautiful,

I cannot compare you with the day and the night.

You’re so high,

I cannot compare you with rocks.

Bashkir language, my mother tongue.

 

For many centuries, you’ve song melodies of Kurai,

For many centuries, you’ve chanted the way of the warrior.

Freedom and happiness,

And you sing the song of victory.

Bashkir language, we’re so proud of you

And we want to say thank you! )

 

Төркөмдәр әҙерләнгәндә, тамашасылар, һеҙҙең иғтибарығыҙға 11-класс уҡыусыһы Саникова Эльвина башҡарыуында З.Биишева һүҙҙәренә яҙылған “Миләш” йырын тәҡдим итәбеҙ.

 

6.     Уҡытыусы:  Бәйге дауам итә! Алда беҙҙең шиғыр һөйләүселәр конкурсы. З. Биишеваның  үҙегеҙгә оҡшаған берәй шиғырын яттан, сәнғәтле итеп һөйләп күрһәтергә.

 

7.     Экранда шиғырҙарҙан өҙөк күрһәтелә. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып, ниндәй шиғырҙан икәнен әйтергә.

 

Илап тыуһам да мин, йырлап … (үҫтем),

Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә.

                                          (“Йырлайым”)

Ваҡыт етер. Мин дә бер саҡ … (арырмын).

Диңгеҙ йыуған ҡая һымаҡ ауырмын.

Тулҡын булып, таралып ҡалыр … (йырҙарым),

Ҡайта-ҡайта ҡағып күңел ярҙарын.

                                            (“Йырҙарым”)

Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар,

Донъя күрке - …   … (изге әсәләр) !

Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,

Ер биҙәге - …     … (яҙғы сәскәләр) .

                              (“Хәйерле көн һеҙгә!”)

(әсеһен) … дә күрҙем, (сөсөһөн)  … дә.

Үкенесем ерҙә ҡалманы.

                                 (“Йәшәү-хеҙмәт”)

 

8.     Уҡытыусы:  - Һөйләмдә дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ, ниндәй һөйләм икәнен аңлатығыҙ. Ромашка таждарының күңелегеҙгә оҡшағанын өҙөп алығыҙ.

Хасбулат олатай бер аҙ тынып һөлөк һымаҡ мыйыҡтарын борғолап миңә тағы оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо (З. Биишева “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”)

 

(Хасбулат олатай, бер аҙ тынып, һөлөк һымаҡ мыйыҡтарын борғолап, миңә тағы оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.)

 

Мин халыҡтың бигерәк тә Хасбулат олатай кеүек ҡарттарҙың  һәр бер батырҙы үҙ тоҡомо һис юғында үҙ яҡташы итеп иҫәпләү ғәҙәтен яҡшы беләм  (З. Биишева “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”)

 

(Мин халыҡтың, бигерәк тә Хасбулат олатай кеүек ҡарттарҙың, һәр бер батырҙы үҙ тоҡомо, һис юғында үҙ яҡташы итеп иҫәпләү ғәҙәтен яҡшы беләм.)

 

Юламан ҡарттың бөгөнгөләй хәтерендә ул  көндө лә тап ошондай тымыҡ томроҡ көн ине (З. Биишева “Мөхәббәт һәм нәфрәт”)

 

(Юламан ҡарттың бөгөнгөләй хәтерендә: ул  көндө лә тап ошондай тымыҡ, томроҡ көн ине.)

 

Уның ейәнсәре  берҙән бере йырлай бит был йырҙы (З. Биишева “Мөхәббәт һәм нәфрәт”)

 

(Уның ейәнсәре – берҙән-бере йырлай бит был йырҙы! )

 

9.     Уҡытыусы: - Хөрмәтле бәйгеселәр! Әгәр ребусты дөрөҫ сисһәгеҙ, З. Биишеваның әҫәренең исеме килеп сығырға тейеш. Кем тиҙерәк?

 

 

ъ я

 

                                                   (“Гөлъямал”)

 

КӘМ    

 

 

ГӘН           ’’’

                                                                (“Кәмһетелгәндәр”)

 

Уҡытыусы: - Беҙҙең бәйге ахырына ла етеп килә. Һүҙҙе абруйлы жюри ағзаларына бирәбеҙ.

 

 (Жюри бәйге  һөҙөмтәләренә  йомғаҡ яһай, еңеүсе төркөмдө билдәләй, еңеүселәргә бүләктәр тапшыра).

 

Уҡытыусы: - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева бер яҡтан шатлыҡлы ла, икенсе яҡтан ҡайғылы ла ғүмер юлында уратып алған гүзәл донъяны яратҡан һәм яратып туя алмаған. Уға тормош, йәшәү еңел бирелмәгән, ғүмерен ул  көрәш, хеҙмәт, үҫеш аша үткән.  Йәшәү йәмен дә, рәхәтен дә ул көрәш, хеҙмәт, үҫеш аша күргән.

- Эйе, йәшәү өсөн иң мөһиме хеҙмәт итеү, тормош өсөн көрәшеү һәм шул уҡ ваҡытта үҫешкә, ниндәй ҙә булһа маҡсатҡа ирешеү икәненә бөгөн беҙ тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка внеклассного мероприятия по башкирской литературе, посвященное творчеству Народного писателя Башкортостана З. Биишевой (5-11 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Старший рекрутер

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 863 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 13.05.2022 129
    • DOCX 1.8 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметова Зухра Фавадисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахметова Зухра Фавадисовна
    Ахметова Зухра Фавадисовна
    • На сайте: 4 года и 1 месяц
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 1541
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по литературе в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 166 человек

Курс повышения квалификации

Теория и методика преподавания родного (русского) языка и родной литературы

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 200 человек

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 57 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 314 человек

Мини-курс

Копирайтинг: от пресс-портрета до коммуникаций

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, технологи

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

Психологическая помощь и развитие детей: современные вызовы и решения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе