Инфоурок Другое КонспектыУрок Н. Мусин “Ҡоралайҙар”.

Урок Н. Мусин “Ҡоралайҙар”.

Скачать материал

ТЕМА: Н. Мусин “Ҡоралайҙар”.

 

Маҡсат: 1) уҡыусыларҙы Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыу; 2) уның “Ҡоралайҙар” тигән хикәйәһен уҡыу; 3) хайуандарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү; 4) хикәйәгә ҡағылышлы күнегеүҙәр эшләү; 5) уҡыусыларҙың тасуири уҡыу ҡеүәһен яҡшыртыу; 6) фекерләү даирәһен арттырыу.

 

Йыһазландырыу: Н.Мусиндың портреты, яҙыусының китаптары, ҡоралай һүрәте, кроссворд, атлас, Башҡортостан картаһы, эпиграф.

 

Дәрес барышы.

 

  I. Ойоштороу мәле.

 

 II. Өйгә эште тикшереү.

 

Уҡытыусы:

-         Уҡыусылар, әйҙәгеҙ башта өйгә эште тикшереп алайыҡ. Элиза, ниндәй өйгә эш бирелгән ине әле?

Уҡыусы:

-         “Минең ятатҡан хайуаным” тигән исем аҫтында инша яҙып килергә ине.

Уҡытыусы:

-         Эйе, дөрөҫ. Кем үҙенең иншаһын уҡып күтһәтәм ти? (Бер нисә бала иншаларын уҡыйҙар). Афарин, уҡыусылар. Иншаларығыҙ бик матур булған. Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мин ни өсөн һеҙгә бына ошондай өйгә эш бирҙем?

Уҡыусы:

-         Беҙ бөгөн берәй хайун тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Уҡытыусы:

-         Эйе, Лиана, һин тап өҫтөнә баҫтың.

 

III. Яңы тема.

 

а) Яҙыусының ижад һәм тормош юлы менән таныштырыу.

Уҡытыусы:

-         Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бик матур хайун тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Уның матурлығына Н.Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһен уҡығас тағы ла инанырбыҙ. Шулай итеп, китаптарығыҙҙы асығыҙ. Дәфтәрҙәрегеҙҙе алығыҙ ҙа бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйығыҙ. Бөгөн бишенсе февраль. Н.Мусин “Ҡоралайҙар”. Ә кем һуң ул Н.Мусин? Кемдең уның тураһында ишеткәне бар? Бәлки уның әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ барҙыр?

Уҡыусы:

-         Н.Мусин яҙыусы.

Уҡытыусы:

-         Эйе, уҡыусылар, Н.Мусин ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Ул 1931 йылда Ишембай районы Ҡолғана ауылында тыуған. 1949-1951 йылдарҙа Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлаған. 1951-1953 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт иткән. Ул Башҡортостандың бөтә райондарында ла булып сыҡҡан. Н.Мусиндың әҫәрҙәре барыһы ла Башҡортостандың тәбәғәте, уның матурлығы, төрлөлөгө тураһында. (Китаптары, ижады менән таныштырып китеү).

 

б) “Ҡоралайҙар” хикәйәһенең йөкмәткеһе менән таныштырыу.

 

1. Һүҙлек эше.

Таныш булмаған һүҙҙәр менән таныштырыу, уларҙы уҡыу, рус теленә тәржемә итеү.

 

2. Хәкәйәнең йөкмәткеһен уҡыусыларҙың тасуири, сылбырлап уҡыуы.

Уҡытыусы:

-         Доньяға килеү нимә тигән һүҙ? Ә доньянан китеү бармы? Был һүҙбәйләнештәрҙе икенсе һүҙҙәр менән алыштырығыҙ, улар араһындағы айырманы табығыҙ.

доньяға килеү – тыуыу

доньянан китеү – үлеү

 

3. Крассворд эшләү.

Уҡытыусы:

-         Уҡыусылар, был әҫәрҙә бик күп хайуандар исеме бар. Бер аҙ ғына ял итеп алайыҡ. Бына һеҙгә кроссворд. Бында әҫәрҙә бирелгән хайуандарҙың исемдәре яҙылған. Мин һеҙгә уларҙы йомаҡ формаһында әйтәм, ә һеҙ шуны табырға тейешһегеҙ.

1.     Тейенгә оҡшаған йәнлек.

2.     Бесәйгә оҡшаған йыртҡыс хайуан.

3.     Урмандағы иң ҙур йәнлек.

4.     Эттең исеме.

5.     Иң хәйләкәр йәнлек.

6.     Хикәйәнең исеме.

7.     Иң ҡурҡыныс йәнлектәрҙән.

8.     Ҡыш көнө ҡарға сума торған ҡош.

Яуаптары: һуҫар, һеләүһен, айыу, Көтмөр, төлкө, Ҡоралай, бүре, һуйыр.

 

 

 

 

ҡ

у

я

н

 

 

 

 

 

о

 

 

 

 

 

 

 

 

р

 

 

 

 

 

һ

у

ҫ

а

р

 

 

 

 

 

һ

е

л

ә

ү

һ

е

н

 

 

 

а

й

ы

у

 

 

 

 

 

й

 

 

й

 

 

 

 

 

 

 

т

ы

 

 

 

к

ө

т

м

ө

р

 

 

 

 

 

 

 

л

 

 

 

 

 

 

 

 

к

 

 

 

 

 

 

 

 

ө

 

 

 

 

4. Атлас менән эш.

Уҡытыусы:

-         Уҡыусылар, һеҙҙең ҡоралайҙы күргәнегеҙ бармы? Булмаһа, әйҙәгеҙ әле ҡарап үтәйек. Бына уның һүрәте (Ҡоралай һүрәтен күрһәтеп үтәм). Ә хәҙер алдығыҙҙа ятҡан атластарҙы алығыҙ ҙа 25-се битен асығыҙ. Бында ла уның һүрәте бирелгән. Күрәһегеҙме? Бында шулай уҡ ҡор ҙа, урман һуйыры ла, һеләүһен дә бар.  Ҡарағыҙ әле, таптығыҙмы?

Уҡыусы:

-         Эйе.

 

5. Башҡортостан картаһы менән эшләү.

 Уҡытыусы:

-         Эйе, ҡоралайҙар беҙҙең Башҡортостанда бар. Әйҙәгеҙ әле, картаны ҡарап үтәйек. Улар урманлы далаларҙа йәшәйҙәр. Ә Башҡортостанда далалы урмандар етәрлек. Ҡарағыҙ әле, мин уларҙы флаг менән билдәләгәнмен. Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Сибай, Кушнарен яҡтарында осрайҙар был матур йән эйәләре.

 

6. Атлас менән эш.

Уҡытыусы:

-         Ә хәҙер атластан далалы урмандарҙы ҡарап үтәйек. Тағы ҡайһы яҡта осратырға мөмкин икән ҡоралайҙы? (Уҡыусылар табып һанап сығалар).

 

7. Күнегеүҙәр эшләү.

Уҡытыусы:

-         Уҡыусылар, хикәйәлә ҡоралайҙы һүрәтләгән ерҙәр бар ине. Шул ерҙәрҙе табып алығыҙ әле. Ниғәмәт бабай, нисек һүрәтләй уларҙы?

Уҡыусы:

-         Күрке тим, сөнки улар матур ҙа, бер зыяндары ла юҡ. Ашағандары – үлән, эскәндәре – таҙа һыу. Шуға ла уларҙың аяҡтары еҙ ҡурай кеүек нәфис, баштары ҡупшы. Ә күҙҙәренә яҡыныраҡ ҡараһаң, сабый бала ҡарашымы ни – һис ниндәй уҫаллыҡ юҡ.

-         Эйе, уҡыусылар, дөрөҫ таптығыҙ. Әҫәрҙең аҙағында бабай нимә тигән? Шул юлдарҙы ла уҡып китәйек әле. (Хикәйәнең иң һуңғы юлдарын уҡыйбыҙ). Эйе, уҡыусылар, бабай кешенең дә, кейектең дә - һәр нәмәнең матуры була тигән. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме? (Уҡыусылар яуап бирәләр).

 

I.                  Йомғаҡлау.

 

Уҡытыусы:

-         Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән нимәләр белдек? (Уҡыусылар яуап бирәләр). Беҙ бөгөн хайуандар араһында иң матурҙарының береһе ҡоралай тураһында белеп үттек. Ошо әҫәрҙән сығып, ҡоралай менән бергә матурлыҡты күрә  һәм айыра белергә өйрәндек. Эйе, уҡыусылар, һәр нәмә, һәр кем үҙенсә матур һәм күркәм. Ләкин уны таный ғына белергә кәрәк. Бына шиғырҙағы кеүек.

Ҡабатлайым апайымдың һүҙен:

                              - Матур кеше матур ҡартайыр…

                              Гетеға тиң бер яҙыусы әйкән:

                              -  Матурлыҡтан донья ҡотайыр!

                                 (Риф Тойғон)

 

II.               Балаларҙың белемен баһалау.

 

III.           Өйгә эш.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок Н. Мусин “Ҡоралайҙар”."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор по маркетингу

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 983 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.11.2016 1473
    • DOCX 55.5 кбайт
    • 27 скачиваний
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Бадретдинова Гульназ Раисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Бадретдинова Гульназ Раисовна
    Бадретдинова Гульназ Раисовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 23392
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Мини-курс

Психологические исследования и поддержка психического здоровья

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологическое консультирование семей: от неблагополучия к гармонии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Стратегии маркетинга и продаж в B2B

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе