Инфоурок Дошкольное образование Другие методич. материалыЗанятие для старшей группы "Математика иленә сәйәхәт".

Занятие для старшей группы "Математика иленә сәйәхәт".

Скачать материал

                 Математика иленә сәйәхәт.

Маҡсат:

Балаларҙы тигеҙ, берәүгә күберәк, берәүгә аҙыраҡ, аҙ, күп төшөнсәләре менән таныштырыуҙы нығытыу ;

Ҡағыҙ битендә йүнәлеште (уңда, һулда, аҫта, өҫтә, уртала) билдәләй белергә өйрәтеүҙе дауам итеү;

5-кә тиклем һанай белеү күнекмәләрен нығытыу;

Геометрик фигураларҙы таный , айыра һәм атамаларын әйтә белеүҙе нығытыу ;

Киң, тар төшөнсәләрен аңлау һәм айыра белеүгә күнекмәләр үткәреү;

Балаларҙың хәтерен , аңын , иғтибарлылығын үҫтереү , уларҙа бер- береһенә ярҙам итергә теләк һәм ынтылыш тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: йомғаҡ , күк йөҙө, тәғәрәй, бойоҡ, нөктә һүҙҙәренең  мәғәнәһен төшөндөрөү һәм уларҙы аңлы рәүештә телмәрҙә ҡуллана белерғә өйрәтеү.

Йыһазландырыу: уйынсыҡтар: тейен, ҡуян, төлкө, клоун һүрәте , йомғаҡ, киң һәм тар юл.

Таратма материал: шыршылар һәм тейендәр,аҡ ҡағыҙ бите, төҫлө 5-әр таҫма , сәтләүектәр, кәрзиндәр, таяҡсалар, балаларға күстәнәстәр.

                                            Дәрес барышы.

Балалар ярымтүңәрәк яһап ултырғыстарҙа ултыралар.

Тәрбиәсе:

-Балалар , беҙ бөгөн  математика иленә сәйәхәткә барабыҙ. Юлды беҙгә ошо тылсымлы йомғаҡ күрһәтә: ул ҡайҙа тәгәрәй , беҙ шунда барабыҙ. (Йомғакты тәгәрәтә , ул ҡуяндар яғына тәгәрәй.)

-Ни өсөн был ҡуяндар илап ултыралар икән? Ниңә илайһығыҙ? (Ҡуяндар ҡыш тураһында һүрәт эшләй алмағанлыҡтарын  әйтәләр)

-Балалар, әйҙәгеҙ , ҡуяндарға ярҙам итәйек. Мин хәҙер һеҙгә аҡ ҡағыҙ биттәре  һәм төрлө төҫтәге  ҡағыҙ таҫмалар таратып  бирәм. Аҡ ҡағыҙ битенә ҡыш һүрәтен эшләйбеҙ.(Тәрбиәсе балаларға ҡағыҙ бите һәм 5-әр төҫлө ҡағыҙ таҫма , таратма материалдар – һәр  балаға етерлек һанда шыршы, тейен уйынсыҡтарын тарата .)

Тәрбиәсе:

-Күк йөҙө ниндәй төҫтә? (Күк ,зәңгәр төҫтә.) Күк төҫтәге таҫмаларҙы табабыҙ. Уны ҡағыҙ битенең ҡайһы урынына – өҫкө өлөшөнәме әллә аҫҡы өлөшөнәме – һалабыҙ?

-Дөрөҫ ,ҡағыҙ битенең өҫкө өлөшөнә һалабыҙ.

-Балалар, ҡыш көнө ер өҫтө нимә менән  ҡаплана? (Ҡар менән.)

-Беҙҙең ҡағыҙ битендә ерҙе ҡайһы урында төшөрәбеҙ? (Аҫта.)

-Ҡар ниндәй төҫтә ? (Аҡ.) Хәҙер таҫмаларҙы табып , дәфтәр битенең иң аҫҡы өлөшөнә һалабыҙ. Был -ҡар.

Тәрбиәсе :

-Балалар,уңда 4шыршы үҫеп ултыра. Һулда 5 тейен сәтләүек яра.(Балалар һанап , уйынсыҡтарҙы дәфтәр битенә урынлаштыралар.)

-Балалар һүрәткә ҡарап әйтегеҙ әле: шыршылар күберәкме әллә тейендәр күберәкме?

-Һанап әйтәйек әле , нимә күберәк? Нисәүгә күберәк ?(Шыршыларга ҡараганда тейендәр күберәк.)

-Шыршылар һәм тейендәр һаны тигеҙ булһын өсөн, беҙ нимә эшләйбеҙ? (Предметтарҙы төрлөсә ҡуйып(алып йә ҡушып), балаларҙан бер шыршы өҫтәргә йәки бер тейенде алырга кәрәк, тигән һығымта яһатыргға кәрәк.)

Тәрбиәсе:

-Хәҙер ҡуянды алып , ҡағыҙ битенең уртаһына ултыртайыҡ. Ул һеҙҙең һүрәтегеҙгә ҡарап шатланһын.

(Һәр бер бала ҡуянды алып, ҡағыҙ битенең уртаһын табып, шунда ҡуянды урынлаштыра. Тәрбиәсе ҡуяндарҙың балаларға рәхмәт әйтеүен һәм улар менән  уйнарға теләүҙәрен белдерә.)

     Физкультминутка.

Ҡуяндар һикерәләр                     (балалар ике аяҡлап һикерәләр),

Бик бейек һикерәләр                  (балалар бейегерәк итеп һикерәләр),

Сүкәйеп тә алалар                    (балалар сүкәйәләр).

Уңға ҡарайҙар                             (уңға боролалар),

Һулға ҡарайҙар                          (һулға боролалар),

Аҫҡа ҡарайҙар                          (баштарын аҫҡа эйеп,аяҡтарға ҡарайҙар),

Өҫкә ҡарайҙар                          (ҡулдарҙы өҫкә күтәреп,ҡулдарға ҡарайҙар),

Тағы һикереп алалар              (һикерәләр).

Тәрбиәсе:

-Йомғаҡ тәгәрәй ҙә тәгәрәй.Беҙ юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бына беҙ ике юл сатына килеп еттек. Был ике юл нимәләре менән айырыла?

Балалар:

-Юлдың береһекиң,ә икенсеһе –тар.

Тәрбиәсе:

-Ҡайһы юлдан үтеүе ауыр,ни өсөн?(тар юлдан).

-Шулай булгас , балалар, беҙгә киң юлдан үтергә кәрәк ,- тип тәрбиәсе балаларҙы киң юлдан алып сыга.

-Йомғаҡ тәгәрәй, беҙ юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.Ҡарағыҙ әле , тейен ултыра, тик ниңәлер ул бойоҡ күренә.

-Тейенкәй , һин ниңә бойоҡ?

-Ул сәтләүектәрен йыя алмай. Балалар тейенгә ярҙам итәйек!(Тәрбиәсе һәр балаға бәләкәй генә кәрзиндәр таратып бирә. Кәрзиндәрҙә нөктәләр (түңәрәктәр) ярҙамында һандар бирелгән. Нисә нөктә булһа, шунса сәтләүек йыйырға кәрәк.)

Балалар сәтләүек йыялар , аҙаҡ тәрбиәсе һәр баланың нисә сәтләүек йыйғанын тикшереп сыға :

-Гөлфиә ,һинең кәрзинеңдә нисә нөктә (түңәрәк)? Һин кәрзингә нисә сәтләүек һалдың?

Тәрбиәсе:

-Балалар , бер һүрәт ,ҡарағыҙ әле ! Унда нимә төшөрөлгән ? (Клоун.) Уның һүрәте ниндәй геометрик фигураларҙан эшләнгән? (Балалар квадрат, өсмөйөш, овал,тура дүртмөйөш фигураларын күрһәтетп әйтеп сыгалар.)

Тәрбиәсе:

-Йомғаҡ тәгәрәй ,беҙ юлды дауам итәбеҙ .

Төлкө килеп сыга ,ул балаларҙан  үҙенә өй эшләргә ярҙам һорай. Балалар өҫтәл артына ултырып , таяҡсаларҙан төлкөгә өй эшләйҙәр. Төлкө ҡыуана, баларга рәхмәт әйтә.

Тәрбиәсе:

-Балалар,һеҙ бөгөн бигерәк зирәк , аҡыллы булдыгыҙ. Бөтә һынауҙарҙы ла бик матур итеп башкарып сыҡтыгыҙ. Йомгак та һеҙҙең өсөн бик шат. Ул һеҙгә тәмле күстәнәстәр алып килгән. (Йомғаҡ балаларға күстәнәс тарата.) 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Занятие для старшей группы "Математика иленә сәйәхәт"."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по футболу

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 731 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 20.02.2017 880
    • DOCX 14.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хызырова Айгуль Илдаровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хызырова Айгуль Илдаровна
    Хызырова Айгуль Илдаровна
    • На сайте: 7 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2718
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 18 регионов

Курс повышения квалификации

Влияние типа детско-родительских отношений на адаптацию ребенка в социуме

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Внедрение Федеральной адаптированной образовательной программы дошкольного образования для обучающихся с умственной отсталостью

36/72/108 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 38 человек

Курс повышения квалификации

Организация деятельности педагога-воспитателя группы продленного дня

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 107 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 107 человек

Мини-курс

Цифровые инструменты и безопасность в интернете

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы игровой деятельности дошкольников: роль игр в развитии детей

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 14 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Event-менеджмент и видеопродакшн: от концепции до успешной реализации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 10 человек
Сейчас в эфире

Консультация иммунолога-аллерголога. Индивидуальный подход к вакцинопрофилактике детей: кому, когда, как и зачем?

Перейти к трансляции