Инфоурок Литературное чтение Другие методич. материалыАғас - емеше, тейен -эше менән күренер

Ағас - емеше, тейен -эше менән күренер

Скачать материал

 

Ағас емеше-тейен-эше менән күренер.

 

Борон-борон заманда ҡуйы, ҡара  урман эсендә бер мәғрур имән йәшәгән, ти.  Уның бейеклеге илле берәмек, ә киңлеге дүрт ҡоластан да ашыу булған, ти. Шуныҡтан ул әллә ҡайҙан күренеп торған икән. Был ағасты оҡшатып тейендәр  уны үҙенә өй итеп һайлап алғандар икән. Матур ғаиләлә Тейенбикә менән Тейенбайҙың Тейенсуҡ менән Тейенкәй исемле улдар үҫкән. Уларҙың көн итмеше шунан ғибрәт икән: аталары көн дә иртән билен һунарсы төшөрөп ҡалдырған арҡан менән быуып, иҫке тоғон аҫып урманға эшкә китеүҙән, ә әсә  кешенең ғаилә башлығын эшкә оҙатып, балалар ҡарап, донъя көтөүҙән торған.  Тейенбай төрлө ағастарҙың емештәрен, сәтләүектәрҙе, бәшмәктәрҙе йыйып ала ла бер нисә саҡрым алыҫлыҡҡа алып барып күмә икән. Тырышып, эшен еренә еткереп башҡарған өсөн урман рәхмәт йөҙөнән шаулап үҫкән, ҙурайған, ауырымаған. Йылдан –йыл матурая ғына барған. Үҙенең эшенән йәм табып, дәрт алып атай кеше моҡсаһын еләк-емештәр, бәшмәк-сәтләүектәр менән тултырып йырлай-йырлай өйөнә ашҡынған...

-Урман шаулап үҫә

Ҡояш шат йылмая.

Елкәй талғын иҫә,

Күңел моңая...

         Шулай йырлап ҡайтып килгән Тейенбайын Тейенбикә көн дә түҙемһеҙлек менән ҡаршы алған. Төрлө һыйҙар менән  өҫтәл тулып ултырған.  Бәшмәктән бәлештәр,сәтләүектән  аштар, еләктән ҡайнатмалар,үләнле сәйҙәр менән  бергәләп көн дә ултырып сәй  эскәндәр, ти.

         Шулай  һәүетемсә генә йәшәп ятҡан был ғаилә: атай тейен көн дә эшкә  йөрөгән, әсәй тейен өй мәшәҡәттәре менән балалар ҡарап ғүмер кисергән.

         Бер көн шулай атай кеше һикәлтәнән тороп билен быуам тип арҡанына үрелһә- билен тотоп кире ятырға мәжбүр булған. Арҡаһының ауыртыуына ҡысҡырып ебәреүенә Тейенбикә йүгереп килеп еткән:

-Атаһы, ни булды?

- Эй,  билемә әллә нимә булдысы. Тороп булмай бит, -тип зарланған Тейенбай. –Ҡыш та етеп  килә, башҡараһы эштәр күп, -тип бошонған.

- Эй, атаһы, ҡайғырма. Биле

 Дә һауығыр, хәҙер, күрше тумыртҡаға барып киләм. Ә һин йүнәлгәнсе улдарыбыҙ ярҙам итер. Инде күптән буй еткергәндәр, тубырсыҡ тибеп кенә көн үткәрергә ярамай.

         Бына шулай башланған Тейенкәй менән Тейенсуҡтың  эшләп ашар мәлдәре. Атаһынан күрә- уҡ ата, әсәһенән күрә – тун бесә тигәндәй, дәрттәре ташып торған ике тейен билдәренә арҡан быуып, арҡаларына моҡсай аҫып урман сығып киткәндәр...

         Бына тейендәр урман буйлап атлап баралар. Бөрлөгән кеүек күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, кеҫәләрендәге көнбағышты шарт-шорт ашап, тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана атлайҙар икән былар...Ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, сәскәләр йылмайып оҙатып ҡалалар икән... Шулай китеп барғанда бер заман Тейенсуҡ аяҡ аҫтындағы сәтләүеккә эләгеп ҡолап киткән:

         Ай-ай-ай, был туп бында нимә ҡарап аяҡ аҫтында тәгәрәп ята?- тип тәпәйен ҡосаҡлап тәгәрәгән.

-Был ниндәй туп булһын?  Сәтләүек тә баһа?!- тигән ҡустыһы.

- Ә уны хәҙер ни итәһең? Ташла ла ҡуй. Киттек, - тип ҡабаландырған ағаһын.

- Атай ҡушҡан эште оноттоңмы ни? Кем урман үҫтерергә тейеш?

- Улй булғас, әйҙә, киттек.Һин ана аръяҡта, ә мин биръяҡта ҡарармын. Урман үҫтерербеҙ, ә әлегә әйҙә, ял итеп алайыҡ, - тип ергә ултырған.

- Ял итеп ултырһаҡ, беҙҙең өсөн кем эшләр? Мин киттем, тигән дә Тейенкәй сәтләүектәр тулы моҡсаһын арҡаһына аҫып юл тотҡан.

 Урман шаулап үҫә

Ҡояш шат йылмая,

Ел дә талғын иҫә

Күңел моңая...

         “Ә мин әҙерәк ял итермен дә шунан эшләрмен әле” тип үҙен йыуатып Тейенсуҡ моҡсаһын баш аҫтына тығып татлы йоҡоға сумған...Уның көндәре шулай үткән.

          Көн артынан төн еткән, илаҡ көҙҙән ҡырпаҡ ҡыш килгән, ҡарҙар иреп яҙ ҙа еткән...

          Аталары һауығып, аяҡҡа баҫҡан, ти. Ике улын-ике ҡанатын алып урман ҡарарға сығып киткән. Балалар-баралар, бара торғас аръяҡҡа килеп сыҡҡандар. Урман шаулай яңй имән үҫентеләре морон төртөп сығып киләләр икән.  Атай кеше ҡыуанысынан улдарының баштарынан һыйпап, маҡтап алған. Ти. Артабан киткәндәр, биръяҡҡа барып сыҡҡандар.Ә унда ни күрһендәр?Урман һынған ботаҡтар менән тулған, ағастар моңайып, ҡыуаҡтар һулҡылдап ултыралар , ти. Бер ерҙә лә баш ҡалҡытҡан үҫентеләр күренмәгән...

-Их, һеҙ...Кемегеҙҙең эше был?- тип уфтанған атай кеше.

- Атай, атай ғәфү ит мене. Мин алданым һеҙҙе... мин генә...Былай булыр тип уйламаным...- тип аҡланған Тейенсуҡ.

-Шулай инде,Бер көн артта ҡалһаң биш көн йүгерерһең, тип һығымта  яһаған ғаилә башлығы.

         Ә һин был әкиәттән ниндәй һығымта яһаның, ҡәҙерле уҡыусым?

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ағас - емеше, тейен -эше менән күренер"

Рабочие листы к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 379 434 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 17.11.2022 194
    • DOCX 15.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ибрагимова Резеда Миндегалеевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 1 год и 10 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2482
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс повышения квалификации

Методика преподавания курса «Шахматы» в общеобразовательных организациях в рамках ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 289 человек из 57 регионов

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к проведению ВПР в рамках мониторинга качества образования обучающихся по учебному предмету «Математика» в условиях реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 47 человек из 27 регионов

Курс повышения квалификации

Особенности введения и реализации обновленного ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1562 человека из 84 регионов