Инфоурок Начальные классы КонспектыКонспект урока по башкирскому языку

Конспект урока по башкирскому языку

Скачать материал

 

Тема: Тамырында ла, ялғауында ла Ө,О

Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш: уҡыусының тормош ҡиммәттәренә, әхләҡ, йәмғиәт нормаларын аңлап ҡабул итеүе, донъяға шәхси ҡарашын булдырыу

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле үтәү; дөрөҫлөгөнтикшереү, баһалау; әңгәмәсеңде тыңлай белеү, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү, ҡушылғандыэшләй белеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә  һүҙҙәрҙең составы, үтелгән ҡағиҙәләргә бойһоноуын тикшереү.       Башҡорт теленең төп закондарына таянып яңы белем асыу;һүҙҙәрҙең яһалыуюлдарын анализлау, һығымта яһау; һүҙлек запасын байытыу, телмәр  үҫтереү өҫтөндә эшләү.

Коммунактив эшмәкәрлектең үҫеше: иптәштәрен тыңлай, аңлай белеҙ, яңы мәғлүмәтте ҡабул итә белеү, сағыштыра һәм күҙҙаллай белеү;

Дәрес тибы: яны белем алыу.

Йыһазлау: дәреслек, карточкала биремдәр, видеопроектор, компьютер, шыршы, ҡар бөртөктәре.

I.  Психологик инеш.

- Уҡыусылар, бөгөн дәресте тыуыуына12 февраль 85 йыл тулған шағир   Р.Ғариповтың «Туған тел» шиғырынан башлап киткем килә.    Тыңлағыҙ әле.

 

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да йәнле- ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоям.

Шуға ла беләм мин тел ҡәҙерен:

Бер телдәндә телем кәм түгел

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

-         Балалар, был шиғыр нимә тураһында?

-         Р.Ғарипов телебеҙ тураһында нимә тип яҙа

-         Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, һәр халыҡ үҙ туған телен белергә тейешме икән

-          

-         21 февраль – Туған телдәр көнө

II. Маҡсатҡа сығыу.

Дәфтәрҙәрҙә эш.

-     Шиғырҙа ТОРМОШТЫҢ  һүҙенең әйтелеше  бирелгән, транскрипцияны асып һүҙҙе матур итеп дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.  ( Слайд 1)

   - Эшегеҙҙе өлгө буйынса тикшерегеҙ.    (слайд 2)

    - Уҡыусылар, һүҙҙең әйтелеше менән яҙылышы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (төрлө)

   - Әйтелеше һәм яҙылышы төрлөсә булған һүҙҙәрҙә хатаһыҙ яҙыу серен кем белә?

    - Нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө  дәрестең темаһы ниндәй булыр икән?

  

     III.  Асышты билдәләр, һыҙмалар аша нығытыу.

-     Дәреслектең 97 битендә бирелгән 2- се  күнегеүҙе табығыҙ.

-      

 

     

-     Балалар, тышҡа күҙ һалығыҙ әле, ер ап-аҡ юрған ябынған, донъя сафланып ҡалған кеүек.

-     Әйҙәгеҙ, бөгөнгө көндө, бер-беребеҙҙе сәләмләйек.

Балалар:

-     Һаумы, алтын ҡояшым!

Һаумы, зәп-зәңгәр күгем!

Иҫәнме һин, еркәйем,

Бөтәгеҙҙе сәләмләйем!

Уҡытыусы.

-     Балалар, башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

-     Бөгөн нисәһе?  ( 7 декабрь- кесаҙна, ҡыштың беренсе айы)

Әйе, ҡыш  миҙгеле башланды, ер ап-аҡ ҡарға төрөнә башданы.                                                        Балалар, мин һеҙгә ҡар тураһында                                     шиғырынан өҙөк тәҡдим итәм, тыңлағыҙ әле.                                                                                                                                                    -Шиғыр  оҡшанымы?

_Балалар, беләһегеҙме, бер төрлө ҡар бөртөктәре булмай икән.

Ҡар бөртөктәре һауала һыу быуынан барлыҡҡа килә. Бик юғарыла ныҡ һыуыҡ  һәм һыу туңа. Иң тәүҙә саң бөртөгөнә ваҡ ҡына боҙ киҫәктәре йәбешә. Быны аңлау өсөн әйҙәгеҙ күҙгә күренмәгән бөртөксәләр донъяһына күҙ һалайыҡ.

Һыу, башҡа матдәләр кеүек үк, молекуларларҙан тора. Һыу молекулаһы бер һауа атомынан һәм ике водород атомынан тора. Химия фәнендә, был фәнде,дуҫтарым, мәктәптә өйрәнерһегеҙ әле, һыу молекулаһы Н2О тип яҙыла.

Шулай итеп, һыу шыйыҡ хәлдә була һәм уның молекулалары тәртипһеҙ рәүештә хәрәкәт итә.

Һыу туңып,  ҡаты хәлгә күскәс, молекулар командаға буйһонған һалдаттар шикелле, билдәле бер тәртиптә сафтарға теҙелә. Уны кристалл рәшәткәһе тип йөрөтәләр. Һыу кристалы рәшәткәһе алты мөйөшлө.

Буласаҡ ҡар бөртөгөнөң ниндәй булыуы һауа шарттарына бәйле. Һауа шарттары бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора, шуға ла ҡар бөртөгө йә киңлеккә, йә оҙонлоҡҡа үҫә, йә уның нурҙары үҫеп сыға. Шуның өсөн һәр ваҡыт үҙенә бер төрлө, ҡабатланмаҫ биҙәк барлыҡҡа килә.

Боҙ кристалы алты мөйөшлө булғанға күрә бөтә ҡар бөртөктәре лә алты мөйөшлө, алты нурлы.

Иң тәүҙә бөтә ҡар бөртөктәре бер-береһенә оҡшаған була. Сөнки улар бөтәһе лә бер төрлө боҙ кристалынан тора. Ләкин үҫкән һайын улар төрлө-төрлө ҡиәфәт ала башлай. Сөнки һәр бер ҡар бөртөгө төрлө температураға, һауа баҫымына эләгә һәм ергә килеп төшкәндә улар араһында оҡшаштары ҡалмай. Һәр бер ҡар бөртөгө матурлығы буйынса берәү генә була.

-                                Ҡар бөртөктәре

-     Елбер-елбер елберләп

-      Бөркөлгәндәй елбәҙәк,

-     Сәбәләнеп, туҙынып,

-     Ҡар һибелә йылҡылдап.

-     Бер бөртөгө йондоҙҙай,

-     Бер бөртөгө түңәрәк.

-     Бер бөртөгө көмөштәй,

-      Бер бөртөгө күбәләк.

-     Бер бөртөгө алмастан,

-     Бер бөртөгө елбәҙәк.

-     Бер бөртөгө уҡанан,

-     Бер бөртөгө гел биҙәк.

-     Эй, ҡар яуа, ҡар яуа,

-     Ынйы яуа, нур яуа.

-     Мул тормошҡа ҙур уңыш

-      Үҫтерергә ул яуа.

-     Ҡар бөркәнә ҡалалар, Ҡар ябына далалар.

-      Йымылдашып ағастар Ҡарҙан суҡтар тағалар.

II.  Проблемалы   ситуация  тыуҙырыу. (парлы эш)

-     Ошо шиғыр һеҙҙең парталарығыҙҙа ята.

-     Иғтибар менән уҡып, хаталар булһа төҙәтеп сығығыҙ. ( ватманға яҙып таҡтаға эләм)

 Башҡорт теле. 3 класс. Ф.Ш. Сынбулатова.

Тема: Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы.

Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш: ябай тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булып,тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығын, хозурлығын күрергә, уға ҡарата һаҡсыл ҡараштабулырға өйрәнеү, тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, боронғо кеше исемдәре менәнтанышыу һәм кәрәкле мәғлүмәт сығанаҡтары менән тнышыу;

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле үтәү; дөрөҫлөгөнтикшереү, баһалау; әңгәмәсеңде тыңлай белеү, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү, ҡушылғандыэшләй белеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә ҡушма һүҙҙәрҙеңябай һәм яһалма һүҙҙәрҙән айырмаһын билдәләү; күмәкләп ҡушма һүҙҙәргә дөйөм төшөнсәбиреү; ике һүҙ ҡушылып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыуюлдарын анализлау, һығымта яһау; һүҙлек запасын байытыу, телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, карточкалар, аңлатмалы һүҙлектәр, ТаңһылыуКүсимованың «Башҡорт исемдәре» китабы, Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы, смайликтар, сигнал карточкалары

Дәрес барышы

1.     Психологик комфорт булдырыу.

Сәләмләү. Яҡшы кәйеф булдырыу.

Һаумыһығыҙ, балалар,- тип

Үҙ телемдә өндәшәм.

Телемдең бар нескәлеген

Һәр дәрестә өләшәм.

·         Ә хәҙер әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ, бергәләшеп уҡыйыҡ. Слайд 2.

Хәйерле иртә, күҙҙәр,

Һеҙ уяндығыҙмы? (күҙҙәрҙе һыйпау)

Хәйерле иртә, ҡулдар, (ҡулдарҙы һыйпау)

Һеҙ уяндығыҙмы? (сәпәкәй итеү)

Хәйерле иртә, аяҡтар, (һыйпау)

Һеҙ уяндығыҙмы? (тыпырҙау)

Хәйерле иртә,ҡояш,мин уяндым! (ҡулдарҙы ҡояшҡа һуҙыу)

- Әле ниндәй миҙгел?

-Ҡыш миҙгеле һеҙгә нимәһе менән оҡшай?һ.б Эйе, ҡыш һыуыҡ, аҡ, матур миҙгел .

-Беҙ ҙә бөгөн һеҙҙең менән аҡ һәм саф уйҙар, һәйбәт теләктәр менән дәресте башлайыҡ.

-Кәйефтәрегеҙ нисек? (смайликтар)

2. Уңыш ситуацияһы ойоштороу. Дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәләре.

а) Матур яҙыу минуты

Егерменсе ғинуар.

Класта эш.

Ҡҡ

Ҡарһылыу боҙбармаҡ ҡарабойҙай

ер, менән, бөтә, ҡапланған, ҡар. Һөйләм төҙөү. Баш киҫәктәрен табыу. Тикшереү .

Слайд 3.

б) Һүрәтле диктант яҙыу  (парлы эш).

- Предметтарҙың исемдәрен яҙ.

аҡҡош, ҡыҙылтүш, ташбаҡа, көнбағыш, ҡыҫала. Слайд 4-8.

Тикшереү. Слайд 9.

·         Ҡәләм менән тамырҙарын билдәләйек.

·         Был ниндәй һүҙҙәр? Ни өсөн? Иҫбатла.

·         Был һүҙҙәр нисек яһалған?

·         Ҡағиҙәне иҫкә төшөрәйек. Слайд 10.

3.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

а) Дәреслектәге 1-cе күнегеү. 7 бит.

Персонаждарҙың һөйләшеүен уҡытыу. Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын күҙәтеү.

Слайд 11.

 

алъяпҡыс, ата-әсә, Йәнбикә, аръяҡ, матур-матур, Байтимер, бирьяҡ, һауыт-һаба, Гөлбикә,ҡулъяулыҡ, йүгерә- йүгерә, арлы-бирле, көньяҡ,ташкүмер,көнбағыш, бишбармаҡ

Һүҙлек эше: бишбармаҡ (Аңлатмалы һүҙлек )

·         Был ниндәй һүҙҙәр тип атала? Ни өсөн? Иҫбатла.

·         Тимәк бөгөнгө дәрестең дә темаһы нисек атала тип уйлайһығыҙ? (Ҡушма һүҙҙәр.Уларҙың яһалышы.) Слайд 12.

·         Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? Нимәгә өйрәнербеҙ? Слайд 13

б)Ҡушма һүҙҙәрҙе төркөмләү. Яһалыштарын күҙәтеү.Слайд 14-17.

4. Ял минуты.

5.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

а) Парҙар менән эш (карточкаларҙа)

Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.

алма+ағас, күмер+тау, биш+бармаҡ, аҡ+бай

_______________________________________________________________________



Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.

стәрле+тамаҡ, аш+хана, аҡ+тырнаҡ, боҙ+бармаҡ

_______________________________________________________________________



Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.

ҡул+тамға, аҡ+иҙел, һары+бай, көн+байыш

_______________________________________________________________________



Тикшереү. Һығымта яһатыу. Слайд 18.

Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәр ҡушып яҙыла.

б) Дәреслек менән эш. 2-се күнегеү. 8 бит.

Тексты уҡытыу. Боронғо исемдәрҙе күсереп яҙыу.

в) Таңһылыу Күсимованың «Башҡорт исемдәре» китабы менән таныштырыу. Былкитапта бик матур мәғәнәле башҡорт исемдәре бар. Исемдәрҙең нимәне аңлатҡаны яҙылған.

- Һеҙҙең класта кемдәрҙең исемдәре ҡушма һүҙҙән тора?

«Корреспондент” уйыны. Өлкәндәрҙән боронғо исемдәр һорашыу.

6. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү.

а)Төркөмдәрҙә эш.3 төркөм.

«Һүҙҙәр төҙө» уйыны.

көн тау

һабан грамм

бил бай

Ишем сығыш

Тора бау

кило һылыу

Гөл туй

Ҡар йөҙөм

Тикшереү. Һығымта.

б) Өйрәнелгән ҡағиҙә буйынса һүҙҙәр уйлатыу.

в Һүҙҙең яртыһын әйт уйыны

(Ваҡыт булһа, 3- cө күнегеү)

7. Өйгә эш. 6 йәки 4-cе күнегеү. Аңлатыу.

8. Рефлексив анализ. Баһалау.

Дәрестә маҡсатҡа өлгәштекме? Слайдты ҡабат ҡарау.Дәрестә бөтәһе лә аңлашылдымы?Сигнал карточкалары күрһәтәләр.Баһалар ҡуйыу.

Дәрес тамам. Барығыҙға ла рәхмәт.

 

 

-                                                      

 

2.     Өйгә эште тикшереү. ( 135, 136-сы күнегеүҙәр)

Үткән дәрес материалын иҫкә төшөрөү.

Артикуляцион күнегеү. Тиҙәйткестәр (видеопроектор аша уҡыу)

1).Сейәлектән сыҡҡан саҡта,

Сей сейәне сәйнәй-сәйнәй,

Сикәләрем сатнаны.

(Тамыҙаш һәм оҡшаш һүҙҙәрҙе табыу)

2). Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.

Уҡытыусы. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ, числоны, теманы яҙабыҙ.

3.     Проблемалы ситуация тыуҙырыу.

Уҡытыусы. Балалар, баянан бирле Денис менән Аделия бәхәсләшеп ултыралар. Ни булды һеҙгә?

Балалар. –Ҡаҙҙы, ҡатты, етте…Был һүҙҙәрҙә бер серле урын бар!

·         Ниндәй серле урын?

4. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

Уҡытыусы. Экрандағы һүҙҙәрҙе уҡыу. Ҡаҙҙы, ҡатты, етте.

Был һүҙҙәрҙә ниндәй серле урын бар инде?

Балалар. Ҡуш тартынҡылар.

Уҡытыусы. Тимәк, беҙ дәрескә ниндәй мәсьәләләр ҡуябыҙ инде?

Балалар.Ҡуш тартынҡылар ни өсөн яҙыла? Беҙ шуны асыҡларға тейешбеҙ.

Уҡытыусы. Тимәк, дәрестә шундай мәсьәлә ҡуйыла:

Ниндәй һүҙҙәрҙә ҡуш тартынҡы яҙыла? Улар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Был һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын өйрәнергә тейешбеҙ.

5.     Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

Уҡытыусы. Экрандағы һүҙҙәргә иғтибар итәйек әле.

Былар ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Был һүҙҙәрҙәге ҡуш тартынҡылыларҙың береһен төшөрөп ҡалдырһаң, бөтөнләй мәғәнә үҙгәрә.

Ҡаҙҙы-ҡаҙы, ҡатты-ҡаты, етте-ете.

Шулай итеп, был серле урындарҙы ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып ҡуяйыҡ!Ә ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң был серле урын? ( яуаптар тыңлана) Һөҙөмтәне модельдә күрһәтәйек (экранда күрһәтеү).

Тимәк, ҡуш тартынҡыны һиҙемләр өсөн, һүҙҙең мәғәнәһенә иғтибар итергә кәрәк. әгәр һүҙ тамырының аҙағында ла, ялғауҙың башында ла бер үк тартынҡы булһа, һүҙҙә ҡуш тартынҡы барлыҡҡа килә. Был – орфограмма! ( 10-сы биттәге таблицаға индереп ҡуйырға кәрәк)

Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән уҡыу мәсьәләһен хәл иттек.

6.Ғәмәли эштәр башҡарыу. ( Төркөмдәрҙә эшләү, эксперттар һайлапҡуйыу)

1.     Матур яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәйек әле. “Үҙеңә-үҙең әйтеп ултыр” принцибы менән эшләйбеҙ.

А) текстағы һүҙ, һөйләм диҡҡәт менән уҡыла.

Б) мәғәнәһе төшөнөлә, асыҡлана.

В) яҙаһы һүҙҙәге һәр өн һуҙыла, ишетелә, яҙыла.

Г) яҙған һүҙ таҡтала йәки китапта яҙылғаны менән тикшерелә.

Д) яҙған һөйләм тулыһынса уҡыла.

1-се төркөм 142-се күнегеүҙе эшләй. Әкиәтте уҡып, ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе табып, яҙып ала, орфограммаларға һыҙа.

2-се төркөм 143-сө күнегеүҙе эшләй. Шиғырҙы тасуири уҡырға. Беренсе куплетты яттан яҙырға. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға.

3-сө төркөм 144-се күнегеүҙе эшләй. Һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға. Орфограммаларҙы һыҙырға.

әр күнегеү буйынса төркөмдән бер кеше һығымта яһай, эксперттар билдә ҡуя)

2.     145-се күнегеү. Мәҡәлдәрҙе уҡыу (экрандан). Дуҫлыҡ тураһындаәңгәмә ҡороу. Төркөмдәр араһында мәҡәлдәр ярышы.

Физкультминут.(“Уйнап алайыҡ әле, йырлап алайыҡ әле”)

3.     147-се күнегеү. Алдан таҡтала яҙылған һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙыу. ( Эксперттар эшләй) Ә ҡалғандар дәфтәрҙә 149-сы күнегеүҙе эшләй.

4.     150-се күнегеү. Моделдәргә ярашлы һүҙҙәр уйлап яҙыу. Орфограммаларҙы һыҙыу.

5.     152-се күнегеүҙәге шиғырҙарҙы тасуири уҡыу.

Ижади эш: йыл миҙгелдәре тураһында шиғыр ижад итергә. (Һәр төркөмгә бер миҙгел тураһында)

6.     Һүҙлек диктанты үткәреү.(Экрандан сағыштырып тикшереү)

7.Өйгә эш: 151-се, 154-се күнегеүҙәр.(аңлатма биреү)

8..Рефлексив анализ. Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Нимә белдек? Дәрес оҡшанымы? Ҡәнәғәтһегеҙме?

9.Баһалау. (Эксперттар ҡуйған балдарҙы иҫәпләп, баһалар ҡуйыу)

 

 

Көндәре һыуыҡ булыр, 
Ерҙең өҫтө аҡ булыр, 
Балалар санала шыуыр,- 
Был ниндәй ваҡыт булыр? /ҡыш/ 


Ҡар иреп,ер күренер, 
Һайрар ҡоштар ҙа килер, 
Йәшел үләндәр үҫер,- 
Был ниндәй ваҡыт етер? /яҙ/ 

Көндәр бигерәк эҫелер, 
Еләктәр ҙә бешәлер. 
Көн дә беҙ һыу инәбеҙ,- 
Ниндәй ваҡыт? Әйт әле. /йәй/ 

Ағастарҙан, һарғайып, 
Япраҡтар ергә төшә. 
Баландар ҡыҙарып бешә,- 
Был ниндәй ваҡыт етә? /көҙ/ 


 

 

Ишек алдына хужа, 
Сит малдарҙы ул ҡыуа, 
Ләү-ләү итеп ул өрә, 
Барса ерҙә өлгөрә. /көсөк/ 

Ҡара морон, һарғылт йөн, 
Көлтә ҡойроҡ, хәйләкәр, 
Тауыҡ итен бик ярата, 
Ялан, урманда йәшәр. /төлкө/ 

Тау-ҡаяны төйәк итә, 
Бер ниҙән тормай өркөп. 
Кемдең уны күргәне бар? 
Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/ 

 

 

Ишек алды таш була, 
Өйгә инһә, һыу була. /боҙ/ 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                   

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

«Род имен существительных».3 класс

Карточка №1.

1.   Придумай и запиши по три существительных каждого рода.

М.р. Ж.р. Ср.р.

2.   Из данных слов подчеркните им.существительные, определить род и число.

Зима, бегать, книга, золотой, погоня, плечо, диван, пестрый, рожь, снежная, дочь.

 

 

Карточка №2.

1.   Письменно ответь на вопросы.

Имя существительное – это …  .

 Имя существительное обозначает … .

Имя существительное отвечает на вопросы … .

2.   Подбери к каждому прилагательному подходящее по смыслу имя существительное, определи род.

Хитрая …, мягкая …, теплое …, крепкая …, поздний …, мелкое …, робкая …, тяжелый …

 

Карточка №3.

1.   Из данных слов составь и запиши предложения, изменив окончания имён прилагательных. Над существительными укажи род.

Летний, была, лунный, ночь. Поляне, на, распустились, первая, цветы. Над, лесом, большой, опустилось, лёгкий, облако.

2.   Найди в каждом столбике лишнее слово. Укажи у него род и число. 

Ср.р. ( Плечо, полотенце, окно, ведро, груша, стекло, небо.) М.р. (Диван, учебник, яблоко, апельсин, карандаш, пенал, чемодан.) Ж.р. (Яблоня, слива, тетрадь, морковь, стул, зима, книга.)


 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Психолог в социальной сфере

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 616 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.02.2017 1718
    • DOCX 131 кбайт
    • 40 скачиваний
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хайбуллина Альфия Ильгамовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хайбуллина Альфия Ильгамовна
    Хайбуллина Альфия Ильгамовна
    • На сайте: 7 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 4391
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности развития критического мышления обучающихся в начальной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 46 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 257 человек

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по русскому языку у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 484 человека

Курс профессиональной переподготовки

Математика: теория и методика преподавания в сфере начального общего образования

Учитель математики в начальной школе

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 129 человек из 42 регионов
  • Этот курс уже прошли 181 человек

Мини-курс

История и основы галерейного бизнеса

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Интегративные технологии в коррекции учебно-поведенческих нарушений

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек