Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку (1-4 класс)

Рабочая программа по башкирскому языку (1-4 класс)

Скачать материал

Башҡортостан республикаһы Йылайыр районы Юлдыбай ауылы муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                                     

Методик берекмә ултырышында    Килешелгән:              Раҫлайым:                

тикшерелгән һәм ҡабул ителгән      Уҡыу-тәрбиә эштәре  Мәктәп директоры

               /М.Ф.Нурисламова/            урынбаҫары                  И.С.Алғошаев

Протокол № 1   28.08.2018й.            З.С.Мәхмүтова             Приказ №  223/1                

                                                            29.08.2018й.                  29.08.2018й.

 

 

 

 

 

 

 

Башҡорт теленән эш программаһы

(башланғыс дөйөм белем биреү)

Үтәлеү срогы – 4 йыл

Программа «Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең       башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар»ға           (Р.Д. Салауатова. Өфө.Китап,2017) ярашлы төҙөлдө

 

 

 

 

 

Төҙөүселәре: Абдуллина З.Р., Амакасова А.Р.,

Иҫәкәева Н.Р., Нәзирова В.Ф., Нурисламова М.Ф.,

Солтанова З.Н., Шәрипова Г.Ә.,

башланғыс кластар уҡытыусылары

 

 

 

2018

 “Башҡорт әҙәбиәте” буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на, “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на, РБ һәм РБ Конституцияһына, РФ «Об образовании в Российской Федерации» Законына (от 29.12.2012 № 273 –ФЗ), БР «Об образовании в Республике Башкортостан» Законына ( 01.07.2013 № 696 –з), 2018/2019 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә, уҡыу планына таянып эшләнде.

 

«Башҡорт теле» предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше

Уҡыу планына ярашлы, «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә башланғыс кластарҙа бөтәһе 414 сәғәт бүленә. (I класта – 99 сәғәт (33 аҙнанан сығып), II, III, IV кластарҙа 105-әр сәғәт - аҙнаһына 3-әр сәғәт (35 аҙнанан сығып).

 

1.     «Башҡорт теле» предметын үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

-                     шәхси үҫеш кимәле;

-                     метапредмет кимәле;

-                     предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлекбаланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабулитеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

 

1-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

«Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеғе:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

-ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

 

            2-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларың менән бүлешеү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-башҡа кешеләрҙең яҙма һәм һөйләү телмәренә иғтибар итеү (интонация, темп, тон, һүҙҙәр һәм тыныш билдәләренең ҡулланылышы һ. б.).

Был һөҙөмтәләргә ирешеүҙең сараһы булып дәреслектәге күнегеүҙәр тора.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрдеге:

-уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-планлаштырыу;

-һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау;

-дәрестә эш барышын һөйләп аңлатып барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында фекер, фараз менән уртаҡлашыу;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү;

-тикшереү;

- төҙәтмәләр индереү;

- баһалау.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-дәреслектең, һүҙлектәрҙең, белешмәләрҙең айышына төшөнөү (йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, таблицаларҙан, схемаларҙан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-күмәкләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

-ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү;

-бер төрлө информацияны икенсе төрлө формаға үҙгәртеү.

Аралашыу әшмәкәрлеге:

-үҙеңдең фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау, телмәрҙең темаһын, терәк һүҙҙәрен билдәләү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү, аралашыу тураһында килешеү;

-парлап, төркөмләп эшләргә өйрәнеү, төрлө ролдәр үтәү (башҡарыусы йәки лидер).

Предмет үҙләштереү кимәле

-уҡытыусы йәки уҡыусыларҙың һөйләгән тексын ишетеп ҡабул итеү;

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу;

-текстың исемен (атамаһын) аңлау, тексҡа исем һайлап алыу йәки ҡушыу;

-тексты өлөштәргә бүлеү, һәр бүлеккә исем ҡушыу (план төҙөү);

-ентекле йәки һайланған өлөштөң йөкмәткеһен һөйләү;

- тексты ентекле һөйләй белеү;

-ҡыҫҡа хикәйә төҙөү;

-һүҙҙең өндәрен дөрөҫ атау, һүҙҙе ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе табыу, телдән өн-хәреф анализы яһау;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

-баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, яҙылғанды өлгө менән сағыштырып тикшереү;

-һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе, 30-40 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙыу;

-һүҙҙәрҙең ауыр яҙылышлы урындарын күреү һәм дөрөҫ яҙыу;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын, географик атамаларҙы, хайуан ҡушаматтарын баш хәреф менән яҙыу; нәҙеклек (ь) һәм ҡалынлыҡ (ъ) билдәләрен, йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсаларын дөрөҫ яҙыу;

- өйрәнелгән ҡағиҙәләргө хаталарҙы табып төҙәтеү;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу, ялғауҙарҙы айыра белеү һәм билдәләү;

-һүҙҙәргә һорау ҡуйыу; кем? нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе

-күреү, һөйләмдә кем йәки нимә тураһында һүҙ барыуын асыҡлау;

-бирелгән һүҙҙәрҙән йәки тема буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-картина йәки бирелгән тема буйынса ҙур булмаған текст төҙөү, уҡытыусы ярҙамында 4-5 һөйләмдән торған тексты дәфтәргә яҙыу.

3-сө класс

Шәхси үҫеш кимәле

-Башҡорт теленең матурлығынһәм тасуирлығын тоя белеү,телде ихтирам итеү;

-үҙ телеңде камиллаштырырға ынтылыу;

-тыуған ереңә,халҡыңаһәм милләтеңә ихтирамлы булыу;

- белем алыу менәнҡыҙыҡыныу;

Метапредмет кимәле

-дәрестең темаһын һәм маҡсатын уҡытыусы ярҙамында билдәләү;

-уҡытыусы мөнән бергә проблеманы хәл итеү планын төҙөү;

-план буйынса эшләү, эшеңде план менән сағыштырыу, төҙәтмәләр индереү;

-уҡытыусы менән диалог барышында баһалау үлсәме критерийҙар төҙөү,

-үҙеңдең һәм башҡаларҙың эшенең уңышлылығын ошо үлсәм ярҙамында тикшереү.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-текст мәғлүмәтенең бөтә төрҙәрен уҡыу (текстың үҙен, текстан һуңғы аңлатмаларҙы);

-уҡыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу: өйрәнеү, ҡарап сығыу, танышыу;

-төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү (тотош текст, иллюстрация, таблицалар, схемалар);

-һүҙлектәр, белешмәләр менән ҡулланыу;

-анализ һәм синтез эшләү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре булдырыу.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-телмәр ситуацияһына ярашлы рәүештә үҙ фекереңде телдән һәм яҙма сағылдырыу;

-аралашыу мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында тел сараларын ҡулланыу;

-диалог һәм монолог телмәр төрҙәре менән ҡуллана алыу;

-үҙ фекереңде әйтә һәм дәлилләй алыу;

-башҡаларҙы тыңлау һәм ишетеү, үҙ фекереңде үҙгәртә алыуға әҙер булыу;

-бер фекергә килеү һәм уртаҡ эшмәкәрлек тураһында килешеү, план төҙөү;

-аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-өндәр һәм хәрефтәрҙе, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы айырыу, фонетик ана­лиз яһау;

- һүҙ составы (тамыр һәм ялғауҙар) буйынса тикшереү, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы таныу;

-ҡушма һүҙҙәрҙе, ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек айырыу билдәләрен, ялғауҙарҙы, нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙы, ҡуш тартынҡыларҙы, тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыу һәм яҙылмау осраҡтарын белеү һәм дөрөҫ яҙыу;

-исемдәрҙе, ҡылымдарҙы, сифаттарҙы, ярҙамсы һүҙҙәрҙе таныу һәм программа кимәлендә морфологик анализ яһау;

-һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырыу, һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу;

-һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмде өс төргә бүлеү һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен белеү;

-һөйләмдең тиң киҫәктәрен күреү, теркәүестәр булмаған осраҡта тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу, телмәрҙә һаналып киткән һүҙҙәрҙе ҡулланыу;

-һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһен айыра белеү, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе, синоним, антоним, омонимдарҙы белеү һәм телмәрҙә ҡулланыу;

-нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

-дәреслектән нәфис әҙәбиәтте уҡыу (хикәйә, әкиәт, шиғыр). Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу (план төҙөү);

-тәҡдим ителгән текст буйынса ентекле изложение яҙыу.

4-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

-башҡорт теленең матурлығын, тасуирилығын һәм яғымлылығын тоя белеү һәм уның менән ғорурланыу, башҡорт теле менәнҡыҙыҡһыныу;

-белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлау;

-белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу;

-телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылыштың үҫеүе;

-башҡа халыҡтар мәҙәниәтенә толерантлы мөнәсәбәт булдырыу.

  Метапредмет кимәле

-дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы билдәләү;

-уҡытыусы, коллектив менән бергә йәки үҙ аллы проблеманы хәлитеү планын төҙөү;

-план буйынса эшләү, эшеңде план менән сағыштырыу, кәрәк саҡта

     төҙәтмәләр индереү;                  

- үҙ-үҙеңә контроллек итеү һәм баһа биреүҙе тормошҡа

       ашырыу.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

-текст мәғлүмәтенең бөтә төрҙәрен уҡыу (текстың үҙен,текстан һуңғы аңлатмаларҙы, өҫтәмә таблицаларҙы, схемаларҙы);

-уҡыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу: тулыһынса өйрәнеү, ҡарапсығыу,    танышыу;

-төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү (тотош текс, иллюстра- ция, таблица, схемалар);

-мәғлүмәтте бер төрҙән икенсе тергә әйләндереү (планын төҙөү, схемаһын, таблицаһын эшләү, проектын төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмәләр менән ҡулланыу;

-анализ һәм синтез эшләү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре булдырыу;

-фекерләү һәм хикәйәләү тибындағы текст төҙөү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-телмәр ситуацияһына ярашлы рәүештә үҙ фекереңде телдән һәм

яҙма   сағылдырыу;

-аралашыу мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында тел сараларын

ҡулланыу;

-диалог һәм монолог телмәр төрҙәре менән ҡуллана алыу;

-үҙ фекереңде әйтә һәм иҫбатлай алыу;

-башҡаларҙы тыңлау һәм ишетеү, үҙ фекереңде яҡлай йәки үҙгәртәалыу;

-бер фекергә килеү һәм уртаҡ эшмәкәрлек тураһында килешеү, план төҙөү;

-аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү;

-парлап йәки төркөмләп эшләү барышында аралашыу;

-ғаиләлә, йәштәштәрең менән шәхси үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бәхәсле ситуацияларҙың сиселешен хәл итеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-өн һәм хәрефтәр тураһында үтелгәнде системалаштырыу, һүҙгә тулы фонетик анализ яһау;

-һүҙҙәрҙең составын белеү, тамырҙаш һүҙҙәр табыу, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айырыу, һүҙ составына анализ яһау;

-башҡорт теленең орфограммалары тураһында белемдәрҙе системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙыу. Төрлө тикшереү эштәрен үтәргә өйрәнеү;

-һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын белеү. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу. Һөйләмдең баш һәм әйәрсән киҫәктәрен табыу. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Һөйләмдең тиң киҫәктәрен телмәрҙә ҡулланыу, улар араһында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу. Тиң киҫәктәр менән һөйләмдәр уйлау;

-ябай һөйләмгә синтаксик анализ яһау;

-исемдәрҙең йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы атау функцияһын, грамматик үҙенсәлектәрен белеү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙарын, рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу;

-алмаштарҙың телмәрҙәге функцияһын аңлау, алмаш төркөмсәләрен белеү, алмаштарға морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың грамматик үҙенсәлектәрен белеү, уларға морфологик анализ яһау, артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттарҙы дөрөҫ яҙыу;

-ҡылымдарҙың яһалышын, грамматик үҙенсәлектәрен, һөйләмдәге функцияһын белеү. Ҡылымға морфологик анализ яһау;

-рәүештәрҙең грамматик үҙенсәлектәрен белеү, рәүеш менән сифаттарҙың оҡшашлығын һәм айырмаһын үҙләштереү. Рәүешкә морфологик анализ яһау;

-ябай һәм ҡушма һандарҙы айырыу, һан төркөмсәләрен, һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Һанға морфологик анализ яһау;

-ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу;

-һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләрен аңлау, Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

Синонимдарҙы, антоним дарҙы, омонимдарҙы, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;

-                     бәйләнешле текст төҙөү. Текст буйынса план төҙөү. Текстың йөкмәткеһен һөйләү. Инша, изложение яҙыу;

-                     фәнни тексты уҡыу һәм аңлау (өлөштәрен билдәләү, һәр өлөшкә исем ҡушыу, һорауҙар биреү);

-                     тыңлаған текстың темаһын билдәләү;

-                     хикәйәләү тибындағы ентекле изложение яҙыу (90-100 һүҙ), тейешле әҙерлектән һуң тәҡдим ителгән темаға инша яҙыу;

-                     телмәр этикетын үҙләштереү һәм ғәмәлдә ҡулланыу.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2. «Башҡорт теле» уҡыу предметының йөкмәткеһе

 

1-се класс

Грамотаға өйрәтеү (уҡыу һәм яҙыу)

 

            Графика. Өн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ҡ, к, п өндәренең ғ, г, б өндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә өн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. Өн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.

            Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, өҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ. б. дөйөм исем аҫтында туплатыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренә ҡарап, кем? нимә? ни эшләй? ниндәй? һорауҙары буйынса төркөмләү, уларҙы һөйләмдән табып, һорау ҡуйыу, телмәрҙә ҡулланыу.

Һөйләм. Телмәрҙән һөйләмде айырып алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һөйләмдәртөҙөү. Һөйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һөйләм аҙағында нөктә (йыл аҙағында - һораү һәм өндәү) билдәләре ҡуйыу.Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.

Башҡорт теле

Фонетика. Әлифба осоронда «Өн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә, ғына- генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.

Һөйләм. һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Хәбәр һөйләм. О-ө хәрефле һүҙҙәр. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү.

Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем- фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.

Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Хәреф һәм өндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.

Хәрефтәрҙе айырым һәм бер береһе менән тоташтырып яҙыу. Һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау, уҡытыусы ҡушҡанды аңларға өйрәнеү. Үҙ-ара һөйләшеү (диа­лог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға өйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.

 

2-се класс

 

 Графика. Өн һәм хәреф. Хәреф һәм өн. Ике өндө белдереүсе хәрефтәр: я, е, ё, ю. У, ү хәрефтәренең ике өндө белдереүе. В хәрефенең үҙенсәлеге. һуҙынҡыларҙың һүҙҙәрҙе үҙгәртеүҙәге, яңы һүҙҙәр яһауҙағы һәм үҙҙәренең янында торған тартынҡыларҙың ҡалынлығын йәки нәҙеклеген билдәләүҙәге әһәмиәте. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү, абзац. Башҡорт теле орфографияһының нигеҙҙәре. Һүҙҙәге өндәрҙе тикшереү тәртибе. Һүҙҙең өн моделе.

Морфология, һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын белдереүсе һүҙҙәр. Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем-фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр, уларҙы баш хәреф менән яҙыу.

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе. Ни эшләй? Ни эшләне? Ни эшләр? йәки Ни эшләйәсәк? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте һәм урыны.

Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың аңлаткан мәғәнәһе, әһәмиәте. Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәре булған һүҙбәйләнештәр.

Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән, -да, -дә, -ҙа, -ҙә, -та, -тә, -ла, -лә, ғына, генә, ҡына, кенә. Уларҙың айырым яҙылышы, айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы, баҫымһыҙ булыуы һәм телмәрҙә ҡулланылышы.

Һүҙьяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу, төркөмләү (термин бирелмәй).

Синтаксис.Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Әйтеү маҡсаты буйынса һөйләм интонацияһы һәм төрҙәре. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәктәр.

Орфография һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙә ике өндө белдергән я, е, ё, ю хәрефтәре. Һүҙ башында [уы], [үэ] өндәре, в хәрефе. Һөйләмдең баш хәреф менән яҙылышы. Кешенең фамилияһы һәм исеменең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының баш хәреф менәняҙылышы. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре.

Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү (диалог) төҙөү.Текст. Тексты таныу. Текстың атамаһы. Текстағы һөйләмдәрҙең мәғәнәүи эҙмә-эҙлелеге. Текст төҙөү. Монолог (сығыш яһау, иғлан эшләү, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, һорау менән мөрәжәғәт итеү, рәхмәт белдереү).

Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Үҙ аллы белем алыуҙың башланғыс алымдарын өйрәнеү. Уҡыу әшмәкәрлеге буйынса башланғыс күнекмәләр алыу (маҡсат ҡуйыу, уҡыу материалы менән ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, белем алыу буйын­са мәсьәләне хәл итеү, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль, баһа).

 

 

             

            3-сө класс

Фонетика һәм орфоэпия. Өндәр һәм хәрефтәр. Өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың сиратлашыуы {китап - китабы, ҡалаҡ-ҡалағы). Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Һүҙҙәргә фонетик анализ.

Һүҙ составы.Һүҙ составы (тамыр һәм ялғауҙар). Тамырҙаш һүҙҙәр. Уларҙың тамыры. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау юлы менән йәки парлап яһалған ҡушма һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын (ъ) һәм нәҙек (ь) айырыу билдәләренең яҙылышы. Һүҙҙәргә составы буйынса анализ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙҙең тамыры. Тамыр нигеҙле һүҙҙәр. Һүҙ нигеҙе тураһында төшөнсә. Яһалма һәм ҡушма һүҙҙәр. Ялғауҙар.

Орфография һәм пунктуация. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғау ҡушылғанда бер иш тартынҡыларҙың килеп сығышы. Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. О-ө, ы-е хәрефтәренең тамыр һүҙ­ҙәрҙә яҙылмау осраҡтары (тупраҡ, япрағы). Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы. Алынма һүҙҙәрҙә ялғауҙар яҙылышы.

Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Предмет атамаһы. Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кешенең исем-фамилияһының, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап һәм газета-журнал исемдәренең ҙур хәреф менән яҙылышы.

Билдәне белдергән һүҙҙәр. Уларҙың исем алдынан килеүе, телмәрҙәге әһәмиәте.

Хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр.Һөйләмдә уларҙы таныу, дөрөҫ һорау

ҡуйыу. Был һүҙҙәрҙең һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Синтаксис.Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе таныу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмде өс төргә бүлеү: хәбәр, һорау һәм өндәү. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгәсинтаксик анализ.

Лексика. Һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Синонимдар, антонимдар, омоним дар. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Телмәр һәм уның төрҙәре. Һөйләү телмәре. Диалог. Әңгәмәсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог. Уны һөйләү оҫталығы (логик эҙмә-эҙлелек һәм тасуирилыҡ). Эске телмәр.

Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр. Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү.

 Уларға исем ҡушыу (план). Абзац. Ҡыҙыл юл. Бәләкәй күләмле хикәйәләр (текст) ижад итеү. Тексҡа ҡарата ҡыҫҡа баһалама яҙыу. Әкиәт. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғырҙы күсереп яҙыу үҙенсәлектәре.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте. Темаға ярашлы тәбиғәт күренештәре, тормош-көнкүреш, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ҡыҫҡа текст төҙөү. Бирел-

гән нигеҙ һүҙҙәр ярҙамында текст төҙөү.

Тексҡа план төҙөү. Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһында мәғәнәүи бәйләнеш булдырыу. Текстың темаһы, төҙөлөшө (инеш, төп өлөш,йомғаҡлау).

Әҙер йәки коллектив төҙөлгән план буйынса текст төҙөү. Тәҡдим ителгәнтекст буйынса изложение (50-60 һүҙ) яҙыу. Хикәйә һәм инша яҙыу (65-70 һүҙ). Әкиәт төҙөү.

 

4-се класс

Дүртенсе класс программаһы уҡыусыларҙың 1-3-сө кластарҙа үҙләштергән белемдәрен системаға килтереү, тулыландырыу, телмәр эшмәкәрлеген тулыһынса формалаштырыу, белем алыу күнекмәләрен сифатлы кимәлгә күтәреү маҡсатын ҡуя.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Ҡайһы бер өндәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше. Ижек, баҫым. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙгә тулы фонетик анализ яһау.

Һүҙ составы. Һүҙҙәрҙең составы: тамыр һәм ялғау. Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Һүҙ составы буйынса анализ,

Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммалары тураһында белемдәрҙе системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙыу, диктант, из­ложение, инша яҙыу. Төрлө тикшереү эштәрен үтәргә өйрәнеү.

Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйәрсән киҫәктәр: аныҡлаусы, тултырыусы, хәл. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Ябай һөйләмгә синтаксик анализ.

Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Исем. Исемдәрҙең йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше: берлек һәм күплек һаны, уларҙың күрһәткестәре. Төрлө килештә килгән исемдәрҙең һөйләмдәге функцияһы. Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгә­реше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Уның мәғәнәһе һәм белдерелеү сараһы. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше.Исемдәрҙең яһалыш төрҙәре (тамыр, яһалма, ҡушма, парлы). Исемдәргә морфологик анализ.

Алмаш. Алмаштарҙың телмәрҙәге функцияһы. Алмаш төркөмсәләре. Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше. Алмашҡа морфологик анализ.

Сифат. Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифатҡа мор­фологик анализ.

Ҡылым. Ҡылымдарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан). Ҡылым­дарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары.

Ҡылымдарҙың үткән замаиы. Уларҙың зат һәм һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ, шаһитлы-шаһитһыҙ формалары.

Ҡылымдарҙың хәҙерге заманы. Уларҙың зат һәм һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары.

Ҡылымдарҙың киләсәк заманы. Киләсәк заман ҡылымдарының ике формаһы. Уларҙың зат һәм һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары.

Ҡылымдарҙың шарт һәм теләк һөйкәлештәре. Ҡылымға морфологик анализ.

Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш менән сифаттарҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Рәүешкә мор­фологик анализ.

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һанға морфологик анализ.

Лексика, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Мәғәнәләре менән бер үк төрлө булған йәки бер-береһенән мәғәнә төҫмөрҙәре менән айырыла торған һүҙҙәр - синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. Текст буйынса план төҙөү. Текстың йөкмәткеһен һөйләү. Инша, изложение яҙыу.

Телмәр этикеты.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

3.     «Башҡорт теле»  предметы дәрестәрен тематик планлаштырыу

1 класс

№ и/б

Бүлек/тема

Бирелгән сәғәттәр

Иҫкәрмә

1

Белем байрамы. Бәйләнешле

телмәр.

1

 

2

Нимә ул пред­мет?

1

 

3

Предмет һәм һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

1

 

4

Предметтың атамаһын бел­дергән һүҙҙәр.

1

 

5-6

Предметтың хәрәкәтен бел­дергән һүҙҙәр

2

 

7-8

Предметтың билдәһен бел­дергән һүҙҙәр.

2

 

9

Һүҙбәйләнеш.

1

 

10-11

Һөйләм.

2

 

12

Һәм, менән, ла-лә, та-тә, ҙа-ҙә,да-дә ярҙамсы һүҙҙәре

1

 

13

Ярҙамсы һүҙҙәр: ғына-генә,ҡына-кенә

1

 

14

Һүҙ. Өн.

1

 

15

Һүҙҙә нисә өн?

1

 

16

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек

1

 

17

Нәҙек һәм ҡалын өндәр. Нәҙек, ҡалын әйтелешле һүҙҙәр

1

 

18

Һаңғырау, яңғырау тартынҡылар.

1

 

19

Баҫым.

1

 

20

Һаңғырау, яң­ғырау тартын­ҡы өн.

1

 

21

Һүҙҙең өн моделе.

1

 

22

Хәреф - өндөң тамғаһы.

1

 

23

[ә] өнө. Әә хәрефе.

1

 

24-25

[а] өнө. Аа хәрефе.

2

 

26

Әә-Аа хәрефтәре.

1

 

27

[ө] өнө. Өө хәрефе.

1

 

28-29

[о] өнө. Оо хә­рефе.

2

 

30-31

[ү] өнө. Үү хәрефе.

2

 

32

Уу өн-хәрефе. Умарталыҡта.

1

 

33

Уу-Үү хәрефтәре.

1

 

34-35

[э] өнө. Ээ(е) хәрефе.

2

 

36-37

[ы] өнө. Ыы хәрефе.

2

 

38-39

[и] өнө. Ии хәрефе.

2

 

40-41

[м] өнө. Мм хәрефе.

2

 

42

[н] өнө. Нн хәрефе.

1

 

43

[ң] өнө, ң хәрефе

1

 

44

[л] өнө.Лл хәрефе.

1

 

45

[р] өнө. Рр хәрефе

1

 

46

Тикшереү эше

1

 

47-48

[й] өнө. Йй хәрефе.

2

 

49-50

[г] өнө. Гг хәрефе.

2

 

51-52

[к] өнө. Кк хәрефе.

2

 

53

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе.

1

 

54

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе.

1

 

55-56

Ғғ, Ҡҡ хәрефтәре.

2

 

57-58

[б] өнө. Бб хәрефе.

2

 

59

Үтелгәндәрҙенығытыу.

1

 

60

Күсереп яҙыу.

1

 

61

[п] өнө.Пп хәрефе.

1

 

62-63

[з] өнө. Зз хәрефе

2

 

64-65

[с] өнө. Сс хәрефе

2

 

66

Телмәр үҫтереү. Ҡоштар.

1

 

67-68

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе.

2

 

69-70

ҫ] өнө,  ҫ хәрефе.

2

 

71-72

[д] өнө.  Дд хәрефе.

2

 

73-74

[т] өнө. Тт хәрефе.

2

 

75

[уы],[үе] тартынҡы өндәре.

Уу, Үү хәрефтәре.

1

 

76

[ж] өнө. Ж ж хәрефе.

1

 

77-78

[ш] өнө. Шш хәрефе.

2

 

79-80

[в] өнө. Вв хәрефе.

2

 

81-82

[ф] өнө. Фф хәрефе.

2

 

83-84

Яя хәрефе.

2

 

85-86

Ее хәрефе.

2

 

87-88

Юю хәрефе.

2

 

89-90

Ёё хәрефе.

2

 

91

Нәҙек, ҡалын айырыу билдәләре.

1

 

92-94

[һ] өнө. ҺҺ хәрефе.

2

 

95

[х] өнө. Хх хәрефе.

1

 

96

Һһ,Хх хәрефтәре.

1

 

97

[ц] өнө. Цц хәрефе.

1

 

98

[ч] өнө. Чч хәрефе.

1

 

99

[щ] өнө. Щщ хәрефе.

1

 

100-101

Алфавит.

2

 

102-105

Тикшереү эше. Эшкә анализ.

Йомғаҡлау, системалаштырыу.

4

 

 

и/б

Бүлек/тема

Бирелгән сәғәттәр

Иҫкәрмә

1

Өн һәм хәреф

1

 

2

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр.

1

 

3

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Уларҙы тамғалау.

1

 

4

Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар.

1

 

5

Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү.

1

 

6

Һүҙҙе ижеккә бүлеү, юл дан юлға күсереү

1

 

7-8

Баш хәреф. Кешенең исем- фамилиялары яҙылышы.

2

 

9

Баш хәреф. Хайуан кушаматтары

1

 

10

Ер-һыу атамалары.

1

 

11

Һөйләм.

1

 

12

Хәбәр һөйләм.

1

 

13

Һорау һөйләм.

1

 

14

Өндәү һөйләм.

1

 

15

0-ө хәрефле һүҙҙәр.

1

 

16

 

У-ү хәрефле һүҙҙәр.

1

 

17

 

Э хәрефенең яҙылышы.

1

 

18

Й хәрефенең яҙылышы.

Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡу шымсалары

1

 

19

Үҙләштерел гән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәре.

1

 

20

Ю хәрефе.

1

 

21-22

Е хәрефе.

2

 

23-24

Я хәрефе.

2

 

25

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

1

 

26

Предметтың билдәһен белдергәнһүҙҙәр.

1

 

27

Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр.

1

 

28

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре.

1

 

29-31

Ярҙамсы һүҙҙәр: да-дә, ҙа-ҙә, ла- лә, та-тә.

3

 

32-33

Ярҙамсы һүҙҙәр: ғына-генә,ҡына-кенә

2

 

34-36

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау.

3

 

 

2 класс

и/б

Бүлек/тема

Бирелгән сәғәттәр

Иҫкәрмә

 1

 

Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк?

1

 

    2-4

Ҙур хәреф. һөйләм.

3

 

   5-6

Ҙур хәреф. Кеше исемдәре.

2

 

   7-9

Ҙур хәреф. Кеше фамилиялары.

3

 

  10-11

Ҙур хәреф. Ер-һыу атамалары.

2

 

 12-14

Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

3

 

   15

Тикшереү эше.Тест

1

 

   16

 Хаталар өҫтөндә эш.

Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог.

1

 

 17-18

 

Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог.

2

 

 19-20

Яҡын кешеләрҙе ҡотлау, тәбрикләү

2

 

 21-22

 

 1 сирек өсөн   контроль диктант.  Хаталар өҫтөндә эш.

2

 

23-24

  Тикшереү эше. Тест №2. . Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты.

2

 

 25-27

Мәғлүмәт, белешмә эҙләү.

3

 

 28-30

Диалог ҡороу. Әйтем. Һынамыш. Мәҡәл-әйтемдәр.

3

 

 31-32

Иғлан. Белдереү.

2

 

 33-34

Тикшереү эше. Эшкә анализ

2

 

35-36

Һөйләм.

2

 

 37-39

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр

3

 

40-41

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Торналы күл"

2

 

42-43

Хәбәр һөйләм

2

 

44-45

Өндәү һөйләм

2

 

46-47

Һорау һөйләм.

2

 

48-49

 Диктант .

Хаталар өҫтөндә эш.

2

 

50-52

Текст. Һөйләм

3

 

  53

Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

 

54-55

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр

2

 

56-57

Һүрәт буйынса инша."Елдерәләр саналар"

2

 

58-59

Һүҙҙе юлдан юлға күсереү

2

 

60-61

У-ү хәрефе

2

 

62

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. "Шарлауыҡ янында"

1

 

63-64

О-ө хәрефле һүҙҙәр.

2

 

  65

Изложение."Терпе ҡыҙына күстәнәс"

1

 

66-67

Ээ хәрефле һүҙҙәр

2

 

  68

( Ыы) өнө һүҙ башында  һәм аҙағында

1

 

69-70

Ыы хәрефле һүҙҙәр

2

 

71-72

Тикшереү эше. Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш

2

 

73

  Үтелгәнде ҡабатлау.  Ээ, Ыы хәрефтәре

1

 

74-75

Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы.

2

 

  76

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Торналы күл"

1

 

77-78

(йа) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

2

 

79-80

(йу) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

2

 

81-82

(йэ) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

2

 

83-84

(йо) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

2

 

  85

Тикшереү эше

1

 

86

Резерв

1

 

  87

Һүҙ төркөмдәре

1

 

88-89

Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр

2

 

 90-91

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр

2

 

92-94

Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр

3

 

 95-97

Йыллыҡ тикшереү эше.

Д иктант Эшкә анализ

3

 

98-

101

Яр ҙамсы һүҙҙәр

4

 

 100-105

  Үтелгәнде ҡабатлау. Системалаштырыу

4

 

 

3 класс

и/б

Бүлек/тема

Бирелгән сәғәттәр

Иҫкәрмә

1

Телмәр үҫтереү.

Һаумы, мәктәп!

1

 

2

Ниҙәр иҫемдә? Нимәләрҙе онотҡанмын?

1

 

3

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре

1

 

4

Һөйләмдә тыныш билдәләре

1

 

5

Кешенең исем -фамилиялары

1

 

6

Хайуан -ҡушаматтары

1

 

7

Әҙәби әҫәр, китап  исемдәре

1

 

8

Гәзит –журналдар, телерадио тапшырыуҙары исемдәре

1

 

9

Ер-һыу атамалары

1

 

10

Инеш диктант.

1

 

11

Башҡорт теленең төп законы.

1

 

12

Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар

1

 

13

Көҙ тураһында иншаға әҙерлек

1

 

14

Телмәр үҫтереү.Инша. Таң ҡалдырғыс көҙгө күренеш.

1

 

15

Тартынҡы өндәр, парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар

1

 

16

Танау тартынҡы өндәре

1

 

17

К-г, ҡ-ғ, б-п өндәренең сиратлашыуы

1

 

18

Тикшереү эше. Диктант  Анализ

 

 

19

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.

1

 

20

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә нәҙек һәм ҡалын ижектәрҙең ҡатнаш килеүе

1

 

21-22

Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргәялғау ҡушыу үҙенсәлектәре

2

 

23

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғауҙар

1

 

24

 Ё һәм Ц, Ч, Щ хәрефле һүҙҙәр  

1

 

25-26

Ике өндө белдереүсе хәрефтәр.

2

 

27-28

  Е, ю, я хәрефле һүҙҙәр

2

 

29

 Үтелгәнде нығытыу

1

 

30

Тикшереү эше. Анализ Диктант

1

 

31

Һүҙ нисек яһала

1

 

32

Һүҙьяһалыш

1

 

33

Ялғау төрҙәре

1

 

34-35

Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар

2

 

36

Үтелгәнде нығытыу

1

 

37

Тикшереү эше. Диктант Анализ

1

 

38

Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр

1

 

39-40

Тамырында ла, ялғауында ла О

Тамырында ла, ялғауында ла Ө

2

 

41-42

Үтелгәнде нығытыу

2

 

43-44

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр

2

 

45-46

Үтелгәнде нығытыу.Контроль күсереп яҙыу

2

 

47-48

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр

2

 

49

Тикшереү эше. Диктант

1

 

50-51

Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы

2

 

52-53

Ҡушма һүҙҙәрҙә Ъ һәм Ь билдәләре ҡасан яҙыла

2

 

54-55

Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр

2

 

56

Нығытыу дәресе

1

 

57

Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы

1

 

58

Тикшереү эше. Контроль күсереп яҙыу

1

 

59-60

Һөйләм.Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

2

 

61

Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше

1

 

62

Текст

1

 

63

  Һүҙбәйләнештәр. Күсмә мәғәнәле  Һүҙбәйләнештәр.

1

 

64

Тикшереү эше. Административ контроль диктант

1

 

65

 Телмәр төрҙәре. Һөйләм телмәре .Монолог.

1

 

66-67

Һөйләм телмәре. Монолог

2

 

68-69

Һөйләм телмәре.  Диалог

2

 

70

Нығытыу дәресе

1

 

71

Тикшереү эше. Кусереп яҙыу

1

 

72-73

Яҙма телмәр.Текст.

2

 

74

Нығытыу дәресе

1

 

75

Яҙма телмәр. Инша. Изложение

1

 

76

Яҙма телмәр. Хат. Көндәлек.

1

 

77

Яҙма телмәр.Шиғыр, әкиәт, хикәйә

1

 

78

Яҙма телмәр.Шиғыр

1

 

79-80

Шиғыр нисек яҙыла

2

 

81

Нығытыу дәресе

1

 

82

Яҙма телмәр.Әкиәт

1

 

83-84

Әкиәт ижад итеү

2

 

85

Нығытыу дәресе

1

 

86

Яҙма телмәр.Хикәйә

1

 

87-88

Хикәйә ижад итеү

2

 

89

Тикшереү эше.Диктант

1

 

90

Бәләкәй әҙәби жанр төрҙәре.Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр

1

 

91

Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр

1

 

92

Өләсәйем, олатайымдың әйткәне

1

 

93

Бәләкәй күләмле жанр төрҙәре. Өләсәйем, олатайымдың әйткәне

1

 

94-95

Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал!

2

 

96

Тикшереү эше.Диктант

1

 

97

Һаумы, йәмле йәй!

1

 

98

Һоҡланам мин йәйге матурлыҡҡа!

1

 

99

Йәйге каникулда тәбиғәтте ҡайғыртып…

1

 

100-

101

Тикшереү эше. Тест

2

 

102-104

Нимә белдем? Нимәләргә өйрәндем?

3

 

105

Каникулда үтәлергә тейеш хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

1

 

 

4 класс

Дәрестең    темаһы

Бирелгән сәғәттәр

Иҫкәрмә

 

1

Телмәр үҫтереү. Инша «Һаумы, мәктәп!”

 

 

 

2

Фонетика. Өн һәм хәреф.

 

 

 

3

Һүҙлек диктанты. Һүҙҙәргә фонетик анализ

 

 

 

4

Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы.

 

 

 

5

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

 

 

 

6

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

 

 

 

7

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

 

 

 

8

Контроль диктант

 

 

 

9

Хаталар өҫтөндә эш.

 

 

 

10

Күнегеүҙәр үтәү.Һүҙлек диктанты.

 

 

 

11

Йомғаҡлау

 

 

 

12

Һөйләм. Нимә ул һөйләм? Баш һәм эйәрсен киҫәктәр

 

 

13

Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр

 

 

 

14

Телмәр үҫтереү. Алтын көҙ- картина буйынса эш

 

 

 

15

Һөйләмгә синтаксис анализ

 

 

 

16

Һөйләм темаһын проектлау

 

 

 

17

Һүҙлек диктанты.Исем. Нимә ул исем?

 

 

 

18

Һөйләмдә исемдәрҙе билдәләү.

 

 

 

19

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше

 

 

 

20

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙ-гәреше.Телмәр үҫтереү.

 

 

 

21

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

 

 

 

22

Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

 

 

 

23

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ялғау-ҙар алмашыныуы

 

 

 

24

Контроль диктант

 

 

 

25

Һүҙлек диктант.Исемгә морфологик анализ яһау

 

 

 

26

Күнегеүҙәр. Ҡабатлау. Йомғаҡлау.

 

 

 

27

Телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса инша « Кыш»

 

 

 

28

Һүҙлек диктант.Тикшереү эше. Тест. Контроль диктант №3

 

 

 

29

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр.

 

 

 

30

Алмаш. Уның төркөмсәләре

 

 

 

31

Зат алмаштары

 

 

 

32

Эйәлек заты алмаштары.

 

 

 

33

Һүҙлек диктантыҺорау һәм күрһәтеү алмаштары.

 

 

 

34

Алмашты килеш менән үҙгәртеү.

 

 

 

35

Телмәр үҫтереү.Изложение. «Ҡышҡы уйындар»

 

 

 

36

Алмашҡа морфологик анализ. Контроль диктант №4

 

 

 

37

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

 

 

38

Сифат. Нимә ул сифат?

 

 

 

39

Һүҙлек диктантыТамыр һәм яһалма сифаттар.

 

 

 

40

Сифат дәрәжәләре.

 

 

 

41

Төп һәм шартлы сифаттар.

 

 

 

42

Ҡабатлау. Күнегеүҙәр үтәү.

 

 

 

43

Телмәр үҫтереү. «Тәүге ҡар» картина буйынса эш.

 

 

 

44

Сифаттың һөйләмдәге роле.

 

 

 

45

Сифатҡа морфологик анализ

 

 

 

46

Сифатҡа морфологик анализ

 

 

 

47

Һүҙлек диктанты.Йомғаҡлау.

 

 

 

48

Контроль диктант №5

 

 

 

49

Һүҙлек диктанты.Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

 

 

50

Рәүеш. Нимә ул рәүеш? Уның яһалышы.

 

 

 

51

Рәүеш төркөмсәләре.

 

 

 

52

Телмәр үҫтереү «Яңы йыл “картина буйынса эш

 

 

 

53

Рәүешкә морфологик анализ.

 

 

 

54

Йомғаҡлау

 

 

 

55

Ҡылым. Нимә ул ҡылым?

 

 

 

56

Һүҙлек диктанты.Ҡылымдарҙың яһалышы.

 

 

 

57

Үтелгәндәрҙе нығытыу.

 

 

 

58

Ҡылымдарҙың үҙгәреше

 

 

 

59

Һүҙлек диктанты. Үткән заман ҡылымдары.

 

 

 

60

Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше

 

 

 

61

Телмәр үҫтереү «Хоккей майҙансығы» картина буйырса эш.

 

 

 

62

Хәҙерге заман ҡылымдары.

 

 

 

63

Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше

 

 

 

64

Киләсәк заман.

 

 

 

65

Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө.

 

 

 

66

Телмәр үҫтереү. Изложение.

 

 

 

67

Һүҙлек диктанты. Нығытыу

 

 

 

68

Ҡылым һөйкәлештәре

 

 

 

69

Бойороҡ һөйкәлештәре

 

 

 

70

Ҡылымдарҙың үҙгәрештәре.

 

 

 

71

Хәбәр һөйкәлеше. 

 

 

 

72

Ҡылымдарҙың үҙгәреше.

 

 

 

73

Үтелгәнде нығытыу.

 

 

 

74

Күнегеүҙәр үтәү

 

 

 

75

Телмәр үҫтереү “Батырлыҡ» инша

 

 

 

76

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

 

 

 

77

Һүҙлек диктанты.Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

 

 

 

78

Үтелгәнде нығытыу. Морфологик анализ.

 

 

 

79

Контроль диктант

 

 

 

80

Хаталар өҫтөндә эш.Йомғаҡлау.

 

 

 

81

Һан. Нимә ул һан? Ябай һәм ҡушма һандар

 

 

 

82

Һүҙлек диктанты.Һан төркөмсәләре

 

 

 

83

Телмәр үҫтереү. Өйрәтеү изложениеһы

 

 

 

84

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы

 

 

 

85

Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы

 

 

86

Морфологик анализ

 

 

87

Контроль диктант

 

 

88

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр

 

 

89

Телмәр үҫтереү. «Ҡоштар ҡайта» картина буйынса эш

 

 

90

Лексика. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр.

 

 

91

Омонимдар

 

 

92

Һүҙлек диктанты.Синонимдар

 

 

93

Антонимдар

 

 

94

Нығынған һүҙбәйләнештәр.

 

 

95

Телмәр үҫтереү «Ҡуян» изложение.

 

 

96

Фонетика.Һүҙъяһалыш

 

 

97

Һөйләм.

 

 

98

Исем

 

 

99

Күнегеүҙәр үтәү

 

 

100

Үтелгәндәрҙе нығытыу

 

 

101

Контроль диктант №10

 

 

102

Хаталар өҫтөндә эш.

 

 

103

Һүҙлек диктанты. Күнегеүҙәр

 

 

104

Комплекслы предмет-ара тикшереү эше

 

 

105

Үтелгәндәрҙе систамалаштырыу

 

 

 


Әҙәбиәт исемлеге

1. Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар. Р.Д. Салауатова. Өфө.Китап,2017.(Икенсе быуын стандарттары)

2. СынбулатоваФШ., Исламғолова Ы.Ә. Башҡорт теле: Баш ҡорт мәктәптәренең 2-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 1-се киҫәк. — Өфө: Китап, 2016.

3.СынбулатоваФШ., Исламғолова Ы.Ә. Башҡорт теле: Баш ҡорт мәктәптәренең 3-сө класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 1-се киҫәк. — Өфө: Китап, 2017.

4. СынбулатоваФШ., Исламғолова Ы.Ә. Башҡорт теле: Баш ҡорт мәктәптәренең 4-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 1-се киҫәк. — Өфө: Китап, 2017.

5. Сынбулатова Ф.Ш. “Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре. 2 киҫәктә. 1,2,3,4-се кластар өсөн. - Өфө. Китап,2018.

6. Сынбулатова Ф.Ш. “Башҡорт теле” дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре. 1,2,3,4-се кластар өсөн. - Өфө. Китап,2018.

7. Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф. 1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө. Китап,2014.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку (1-4 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Ученый секретарь

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 158 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.01.2021 236
    • DOCX 484.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Амакасова Айзиля Загитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Амакасова Айзиля Загитовна
    Амакасова Айзиля Загитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 38448
    • Всего материалов: 50

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Новые методы и технологии преподавания в начальной школе по ФГОС

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 952 человека из 81 региона
  • Этот курс уже прошли 7 702 человека

Курс повышения квалификации

Видеотехнологии и мультипликация в начальной школе

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 257 человек из 51 региона
  • Этот курс уже прошли 1 263 человека

Курс повышения квалификации

Инструменты в преподавании кубановедения в соответствии с ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 162 человека

Мини-курс

Эффективные практики по работе с тревожностью

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 112 человек из 46 регионов
  • Этот курс уже прошли 53 человека

Мини-курс

Финансовые аспекты и ценности: концепции ответственного инвестирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные методики базальной стимуляции и развивающего ухода для детей с тяжелыми множественными нарушениями развития

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе