Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Рабочая программа по ФГОС 2 класс

Рабочая программа по ФГОС 2 класс


  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡорт (дәүләт) теле


Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 б класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән программа.

Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Бикбова Н.С. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2- се класы өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2012.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты

  1. Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

  2. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Бикбова Н.С. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2- се класы өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2012.


Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г.- Ижевск: «Книгоград», 20__.

Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан ресупубликаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «34-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеһының 2015-2016 уҡыу йылының “Уҡыу планы” на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2– се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  1. I класта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

  3. Балаларҙың оптималь уҡыу кунекмәләрен үҫтереү.

  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт картина, текст нигеҙендә һәм ижади яуап бирә белеү.

  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға ҡуйыла.ҙыу.

  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан (ишеткәнде) яҙыу.

  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)

2– се класта башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны

Уҡыу планында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2–се класта 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт, 34 уҡыу аҙнаһы).

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

- донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;

- үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

- телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;

- дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

- башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

- уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

- башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

- уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләр:

- башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә;

- (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе;

- предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

  • уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы;

уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы

6ысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау;

яҙма телмәрҙә:

- яҙыу техникаһына эйә булыу;

- үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү)

- башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу;

- һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

- лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы)

һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

- географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

- айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

- башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

- үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

- башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

- балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен

үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы

үҙләштереү;

- балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға

өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Төп йөкмәтке линиялары

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  • социомәҙәни компетенция;

  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға 2 – се класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлегенә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

Тыуған Башҡортостан. Ҡабатлау. Һаумы мәктәп! Мәктәп баҡсаһы. Беҙҙең класс. Ғаилә. Аҙыҡ- түлек. Һанай беләһегеҙме? Кейем- һалым. Уйын, уйынсыҡтар. Һөнәрҙәр. Тән өлөштәре. Емеш- еләк. Йәшелсә. Таҙалыҡ. Көн тәртибе.

Коммуникатив оҫталыҡтар.

Һөйләү телмәре

  1. Диалогик форма:

  • типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

  • һорау-яуап рәүешендәге диалог.

  1. Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

- өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

  • башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

  • өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

  • текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;

  • яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.


Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

  1. Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

  1. Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

  1. Телмәрҙең лексик яғы.

Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.

  1. Телмәрҙең грамматик яғы.

Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдә һүҙ тәртибе. Интонация һәм тыныш билдәләре. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланылышын активлаштырыу. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу. Башҡорт телендә йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Башҡорт телендәге синоним һүҙҙрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын практик үҙләштереү. Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, «менән» бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.




Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 2 –се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

  1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының. иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү,ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау телмәр этикеты);

  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

  1. Уҡыған текст буйынса күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение);

  • ишеткәндәр, башҡарған эштәр, күҙәтеүҙәр буйынса һөйләү;

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү;

  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйлә;

  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү;

  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың ағзаларын белеү, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ. б. тураһында һөйләү;

  • выҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү;

  • Башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

  1. Уҡыу (чтение).

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә);

  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу;

  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү;

  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

  1. Яҙыу (письмо).

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу;

  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу;

  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текс яҙыу;

  • ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Яҙма эштәр балаларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү маҡсатында үткәрелә. 2– се класта тикшереү эштәренән контроль күсереп яҙыу, һорауҙарға яуаптар, диктант үткәрелә. Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар балаларҙың телгә өйрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып хеҙмәт итһен. Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләр күләме, сифаты башҡорт теленән дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Был иһә ижади эшләүҙе талап итә.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:



Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

2

25-30

90-120

35-45


2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

1) башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

2) тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

3) дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

4) һорауҙарға яҙма яуаптар;

Һаналған яҙма эштәр 2 – се класта элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Күсереп яҙыу – 1

Һорауҙарға яуап – 1

Диктант – 1

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:

Күсереп яҙыу – 25-30

Диктант – 15-20

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

2 класс


Тема

Сәғәт

Тыуған Башҡортостан

4

Һаумы, мәктәп!

2

Мәктәп баҡсаһы

3

Беҙҙең класс

2

Ғаилә

2

Аҙыҡ – түлек

4

Төҫтәр

2

Хайуандар һәм ҡоштар

2

Һанай беләһегеҙме?

2

Кейем – һалым

2

Уйынсыҡтар

2

Һөнәрҙәр

2

Емеш – еләк. Йәшелсә

1

Тән өлөштәре. Көн тәртибе.

4

Бөтәһе

34



Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1 - 4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.

  4. Аҙнабаева Ф. Ғ., Шафиҡова Г. Р. Әғзәмова З. Ә. Уйындан- үҫешкә. Дидактик уйындар. - Өфө, Китап- 2011.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.


  1. Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М. С., Бикбова Н. С. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2- се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2012.

  2. Усманова М. Г. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. – Уфа: Китап, 2011.

  3. Мортазина Ф. Ф., Нафиҡова З. Ғ. Рус мәктәптәренең 1- се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә программа һәм методик ҡулланма.- Өфө: Китап, 2014.

  4. Башҡорт теленән күнегеүҙәр: Рус телле мәктәптәрҙең уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы. Стәрлетамаҡ: Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогика академияһы, 2010.

  5. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Күңелле минуттар. Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар. Өфө: Китап, 2010.

  6. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

7. М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. Өфө : Китап, 2010.


8. Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный

тематический словарь.

9. Дәүләтшина М. С. Башҡорт теленең методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле

итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. - Өфө: Китап, 2010.


  1. Аҙнағолов Р. Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы.- Өфө: Китап, 2011.

  2. Баһауетдинова М. И. Башҡортса- русса этнокультурологик лексик һүҙлеге.- Өфө: Китап, 2012.

Материаль – техник ҡулланмалар.

телевизор

компьютер

видеомагнитофон




8



Автор
Дата добавления 02.11.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Рабочие программы
Просмотров308
Номер материала ДВ-116324
Получить свидетельство о публикации


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх