Инфоурок Начальные классы КонспектыРазработка урока. Литературное чтение на родном(башкирском) языке на тему "Бойҙай бөртөгө" әкиәте, 3 класс

Разработка урока. Литературное чтение на родном(башкирском) языке на тему "Бойҙай бөртөгө" әкиәте, 3 класс

Скачать материал

3 класс, әҙәби уҡыу дәресе

Тема: « Бойҙай бөртөгө” әкиәте

Маҡсат: «Бойҙай бөртөгө » әкиәте менән таныштырыу, телмәр үҫтереү, һөйләргә өйрәтеү, шыма, дөрөҫ уҡырға өйрәтеү,  уҡыусыларҙа аҙыҡҡа ҡарата ихтирамлыҡ, иғтибарлыҡ, һөйөү тойғоһон тәрбиәләү.

Дәрес барышы

1. Психологик  комфорт булдырыу.

                            -  Һаумыһығыҙ, уҡыусылар,

                               Башлана беҙҙең дәрес,

                              Уйнап-көлөп, шаярышып

                               Ялҡытмаймы тәнәфес.

-Ҡыңғырауҙы ишеттек тә

Ашыҡтыҡ беҙ дәрескә.

Еңдәребеҙҙе һыҙғанып,

Тотонабыҙ беҙ эшкә

-Ултырыштыҡ  уҡыусылар,  бөгөн дәрескә ҡунаҡтар килгән. Дәрестә үҙебеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтәйек.

2. Уңыш ситуацияһы булдырыу. Слайд.

 

-ҡайһыныһы артыҡ?

Диктант

Әкиәт

Яҙма эш
Инша

-ни өсөн әкиәт артыҡ? (диктант, инша, яҙма эш-яҙма телмәр, әкиәт-һөйләү телмәре)

-әкиәттәр тураһында нимәләр беләбеҙ икән?

-Был турала Гөлдәр һөйләп китә.

   Әкиәт -халыҡ ижадында тылсымлы көстәр, сихырсылар ҡатнашлығында барған төрлө уйҙырма ваҡиғаларға ҡоролған, телдән һөйләнә торған әҫәр.

Әкиәттәр — халыҡ ижадының бик боронғо һәм киң таралған жанры. Халыҡ араһында уны "ҡарһүҙ" тип тә йөрөтәләр. Ул ҡарттарҙан ҡалған "аҡыллы һүҙ" тигәнде аңлата. Ул ғәҙәттә, " борон- борон заманда. йәшәгән. ти, бер әбей менән бабай" тип башлана. Йөкмәткеһенә ҡарап башҡорт халыҡ әкиәтәре 4 төркөмгә бүленә: тылсымлы, тормош- көнкүреш,  хайуандар  тураһында, батырҙар тураһында әкиәттәр.

-Рәхмәт, Гөлдәр!  

-Әкиәттең төрҙәрен нисек үҙләштерҙегеҙ икән? Төрҙәрен беләһегеҙме? Быны асыҡлар  өсөн төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ.

Төркөмдә эшләү.

-Төркөмдә эшләү ҡағиҙәләре иҫкә төшөрөп китәйек.

1. Төркөмдә бер-берегеҙҙе ихтибар менән тыңла.

2.  Иптәшең һөйләгәндә бүлдермә.

3. Иптәштәреңдең фекере дөрөҫ булмаһа, итәғәтле итеп кенә төҙәт.

4.Сығыш яһағанда, ҡыҫҡа итеп һөйлә, ваҡытты алма.

5. Мин иң беренсе һөйләйем тип, талашмаҫҡа кәрәк.

 

-Әкиәт төрө менән тоташтыр(карточка)

 

Тылсымлы әкиәт

 

Тормош-көнкүреш әкиәте

 

Хайуандар тураһында әкиәт

 

Батырҙар тураһында әкиәт

«Үгәй ҡыҙ Гөлбикә»

«Алтын ашыҡ»

«Етем төлкө»

«Айыу менән бал ҡорттары»

«Алдар»

«Алтын тамсы»

«Алпамыша батыр”

“Урал батыр”

 

-Слайдта тикшереү

-Ә иң мөһиме, әкиәттәр изгелектең һәр ваҡыт яуызлыҡты еңеүе менән генә ҡайылған, саф тойғолар менән һуғарылған. Шул халҡыбыҙҙың әкиәттәрен тыңлай-тыңлай, аҡты – ҡаранан, яманды яҡшынан айырырға өйрәнәбеҙ. Ә бөгөнгө дәрестә танышасаҡ әкиәтебеҙ беҙҙе нимәгә өйрәтер икән?

 3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Һүрәттәр күрһәтеү

-Ҡайһы әйберҙе  үҙегеҙгә алыр инегеҙ? Ни өсөн?

- Әкиәттең исемен уҡып сығығыҙ

-Нимә тураһында булыр икән әкиәт?

-прогнозлау

-хикәйәнең исеме менән эшләү

-Ә һеҙ бойҙай бөртөгөн күргәнегеҙ бармы? (Бойҙай бөртөгөн күрһәтеү)

-Әкиәт менән танышҡас был бойҙай бөртөгө нимә менән бәйле икәнен белерһегеҙ.

 4.  Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

-Китаптың 135-се битен асығыҙ.

Әкиәт менән танышыу

 Уҡытыусы уҡый. 1-се бүлек

-артабан нимә булыр икән?

2-се, 3-сө бүлекте Айгүзәл, Гөлйөҙөм уҡый

5. Һүҙлек эше. Һүҙлектән эҙләү. Дәфтәргә яҙыу

сәфәр - сәйәхәт итеү

маһайыу - маҡтанған

тир түккән -  күп, оҙаҡ эшләгән

ҡола ялан -  ҙур, буш ялан

аҡһаҡ -  аяғы ауыртып, тигеҙ баҫа алмаған кеше

6.Ял минуты

Башаҡ бешә, тула бара,

Башын ергә эйә бара

Ҡояш уны йылыта,

Ынтыла ул ҡояшҡа

Ашлыҡтар үҫте,

Башаҡтар беште

Баҫыуҙан иген

Бураға төштө.

 

7. Әкиәттең йөкмәткеһе буйынса эш. Дәфтәрҙә эш.

«Бойҙай бөртөгө» әҫәренең жанры- әкиәт

Ул нисә бүлектән тора- 3 бүлек

Унда нисә абзац- 8 абзац

Уның геройҙары-өс бер туған

-Әкиәт буйынса һорауҙар төҙөргә.

-Һорауҙар биреү

8. Әкиәтте бер тапҡыр уҡып сығырға

-Парлап эшләү.

Әкиәттән диалогты табып уҡырға

9. План төҙөү

1-се рәт беренсе бүлекте уҡы исем ҡуш

2-се рәт икенсе бүлеккә исем ҡуш

3-сө рәт  өсөнсө бүлеккә исем ҡушырға

 

План

1.Өс бер туған.

2.Кесе туғандың йәшәйеше.

3.Игенсе егеттең ағалары менән осрашыуы

10. Өйгә эш. Слайд.

 План буйынса һөйләргә әҙерләнергә

10. Йомғаҡлау.

Быйыл Бөйөк Еңеүгә 70 йыл. Һуғыш ваҡытында кешеләр ҙур ауырлыҡтар менән көн иткәндәр, уларҙың икмәкһеҙ тилмергән саҡтары күп булған.  Слайд

Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған;

Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,

Ҡош телендәй шул грамдар өсөн

Һуғышҡандар, хатта үлгәндәр.

                        (Ә. Атнабаев)

-уҡыусылар, бына ул 100 грамм икмәк (күрһәтеү)

-Ошо икмәк өҫтәлгә килеп ятҡансы бик оҙон юл үтә.

Бойҙай бөртөгөн сәсәләр, уралар, элеваторға оҙаталар, он эшләйҙәр, бешерәләр, һаталар.

-Бөгөн дәрестә «Бойҙай бөртөгө» әкиәте аша һеҙ икмәктең еңел табылмағанын белдегеҙ,  икмәктең баһаһын белергә, күп эшселәрҙең көсө һалып етештерелгән ҡиммәтле аҙыҡты тәләфләмәҫкә өйрәндек. Тәртипле, тәрбиәле,  иманлы булығыҙ балалар!

Рефлексия.

1.Мин дәрестә уйланым......

2.Мин дәрестә өйрәндем.......

3.Миңә дәрестә оҡшаны......

4.Иң ҡыҙыҡлыһы булды.....

Баһалау.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока. Литературное чтение на родном(башкирском) языке на тему "Бойҙай бөртөгө" әкиәте, 3 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Руководитель реабилитационного подразделения

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Разработка урока на башкирском языке. 3 класс по теме "Бойҙай бөртөгө" әкиәт.

Тип урока

Открытие нового знания

Используемые технологии:

Технологии развития критического мышления, работа в группах, здоровьесберегающие, игровые, информационно-коммуникативные технологии, технология «войти в картину», уровневой дифференциации

Межпредметные связи

Изобразительное искусство, башкирский язык

Приемы деятельности учителя

Опрос по изученному материалу.

Работа с картиной

Постановка проблемных вопросов. Сказка.

Организация сообщений. Помощь выступающим..

Подведение итогов.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 394 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.02.2020 800
    • DOCX 25 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тусалина Расима Мировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тусалина Расима Мировна
    Тусалина Расима Мировна
    • На сайте: 10 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 907
    • Всего материалов: 1

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Стратегия формирования навыков смыслового чтения у младших школьников в условиях реализации ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 144 человека из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 830 человек

Курс повышения квалификации

Ресурсы библиотерапии в работе с детьми дошкольного и младшего школьного возраста

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Курс профессиональной переподготовки

Математика: теория и методика преподавания в сфере начального общего образования

Учитель математики в начальной школе

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 129 человек из 42 регионов
  • Этот курс уже прошли 181 человек

Мини-курс

Культурное наследие России: язык и фольклор

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 21 человек

Мини-курс

Подростковые проблемы: индивидуальный подход

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 365 человек из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 295 человек

Мини-курс

Основы инженерной подготовки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе