Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Классному руководителю / Конспекты / Урок-сход "Рух асылы беҙгә бөгөн кәрәк" 11класс

Урок-сход "Рух асылы беҙгә бөгөн кәрәк" 11класс

  • Классному руководителю

Поделитесь материалом с коллегами:


Рух асылы беҙгә бөгөн кәрәк!

( Кластан тыш дәрес – ҡор )

Икбаева Ләлә Ғәлиәкбәр ҡыҙы

тәрбиәсе

Күмертау ҡалаһы Республика политехник лицей-интернаты

дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы


Маҡсат: 1) уҡыусыларға рух ныҡлығы тураһында аңлатма биреү;

2) республикабыҙҙың матур киләсәген булдырырҙай йәш быуын тәрбиәләү;

3) балаларҙа башҡорт ҡанында булған рухи ныҡлыҡ – маҡсат, үҙ көсөңә ышаныс һәм ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләү.

4) «рух» һүҙ-төшөнсәһенең мәғәнәһе, уның халыҡ һәм шәхес тормошонда тотҡан урыны хаҡында бәхәсләшергә, фекер алышырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу:

Мультимедиа проекторы, ноутбук, экран.

Үткәреү урыны: башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты

Сара барышы:

( 11Б класс уҡыусыһы Аҙнабаева Эльвира башҡарыуында йыр “Башҡортмон”

Экранда “Мин –башҡорт видеояҙмаһы” )

1-се алып барыусы. Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар! Бөгөнгө “Ата-баба аманаты – халыҡ рухы!” исемле сарала РУХ тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңларға һәм рухлы кеше ниндәй булырға тейеш икәнен асыҡларға тырышырбыҙ.

10А класс уҡыусыһы Бәхтийәров Радмир, 10Б класс уҡыусылары Аҡсурин Юлдаш,Боҫҡанов Илсур, Дәүләтшин Илшат, 11А класс уҡыусылары Дауытов Айҙар, Хәлитов Айҙар, 11Б класс уҡыусыһы Нуриманов Илһам Илгизәр Бураҡаевтың “Рух ҡошо тураһында риүәйәт”ен яттан һөйләйҙәр.

Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, Рух ҡошо нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары тик күңел менән генә тойоп була.

Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ үҙ Рух ҡошо менән барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡ улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, үҙ моңона, теленә һөйөүенән , бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.

Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай.

Үҙ теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға.

Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей.

Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йөшөүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә.

Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә. Хәлһеҙләнгән халыҡ үҙ Рух ҡошон йәшәтеү өсөн тейешле кимәлдә йылылыҡ бирә алмай.

Халҡы көслөрәк булған һайын Рух ҡошо ла ҙурыраҡ була һәм оҙағыраҡ ғүмер итә. Ләкин ул, ниндәй генә ҙур булмаһын, мең ярым йылдан оҙаҡ йәшәй алмай. Үҙ ғүмерен йәшәгәс, ояһына ултыра ла үлемгә әҙерләнә. Рух ҡошоноң хәле бөткән һайын, халҡы ла ҡарыуы ҡайтыуын тоя. Был осорҙа халыҡ ялҡаулана, вайымһыҙлана, насар холоҡтарға һәм төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешә башлай. Рух ҡошо һәм бер-береһе менән бәйләп торған күңел нурҙары кәмегәндән-кәмей, бушағандан – бушай бара. Халыҡ яйлап ҡына тарҡала, күпселеге үҙе өсөн генә йәшәүҙе өҫтөн ҡуя. Һәм шуның менән үҙен үҙе тағы ла көсһөҙләндерә, Рух ҡошоноң үлемен яҡынайта.

Ошо ваҡыт халыҡтың күпселеге Рух ҡошоноң көслө саҡтарын һағына, үҙәк өҙгөс йырҙар ижад итә, ниҙер эшләргә ынтыла, йөрәктәрендә нимәлер етмәүен тоя. Ләкин бөйөк эштәр башҡарыу өсөн, уларҙың йөрәк һәм теләк көстәре – рухтары етмәй.

Бына иң ҡурҡыныс көн килеп етә, һәм Рух ҡошо үлә. Ошо көндән халыҡтың күпселеге күңелендә ниндәйҙер бушлыҡ тоя.Башҡа бер нәмәне лә һағынмай, теле, халҡы, үткәндәре һәм киләсәге алдында бурысы барлығын да онота. Ундайҙар өсөн иң мөһиме – бөгөнгө көн һәм үҙе. Һәр береһе айырым! Хатта ғаилә бәйләнештәре лә өҙөлә башлай. Халыҡтың күпселеге тере мәйеткә, ә рухһыҙ күңелдәре - ҡол күңелдәренә әйләнә: саялыҡ менән тәүәкәллек – әрләшергә яратыусанлыҡҡа; дуҫлыҡ - кешенән файҙа эҙләүгә; сәмселлек- көнсөллөккә; бер-береһенә ихтирам – ярамһаҡланыуға; ғорурлыҡ – үсексәнлеккә; тура һүҙлелек – ғәйбәт һөйләргә яратыуға алмашынып бөтә.

Рухи байлыҡҡа ынтылыш та матди байлыҡҡа алмаштырыла. Хатта кешенең аҡылы тураһында ла тик байлығы буйынса фекер йөрөтөлә. Халыҡта хаинлыҡ өҫтөнлөк ала башлай.

Ә рухлылар һаман Рух ҡошон терелтергә тырыша. Көслөрәктәре- көрәшә, көсһөҙөрәктәре инде, халҡының был мәсхәрәһен күрмәҫ өсөн, ситкә сығып китә. Әммә бөтәһенең дә күңелдәре һыҙлай, бөтәһе лә өмөтһөҙлөктән тонсоғор сиккә етә.

Ләкин өмөт бар. Сөнки Рух ҡошо үлер алдынан. үҙ нәҫелен дауам итеү өсөн, бер йомортҡа һалып ҡалдыра. Бер генә йомортҡа! Рух ҡошо үлеп, күпмелер ваҡыт үткәс, шул йомортҡа эсенән кескәй генә, көсһөҙ генә ҡошсоҡ килеп сыға. Ҡошсоҡ Рух ҡошонан ҡалған ризыҡ менән туҡлана, ә халыҡтың рухлы өлөшө, үҙҙәре лә һиҙмәйенсә, эшмәкәрлеге һәм күңел көстәре менән ҡошсоҡто йылыта, йәшәтә.

Әгәр ҙә халыҡ күңеле Бәләкәй ҡошсоҡто көс йыйған сағына тиклем йылытып, йәшәтеп тора алһа, ул йөҙ осорҙан башлап халыҡ үҙенең уянғанын;Йөрәгендә яңы ҡеүәт барлыҡҡа килгәнен; Рух ҡошоноң йәшәүен; Һәм үҙҙәренә саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсөнөң оло маҡсаттар менән йәшәүгә дәрт биреп тороуын тоя башлай. Кешеләр яңынан бер бөтөнгә – халыҡҡа ойоша башлай, онотолоп барған телен, үҙ халҡына хас исемдәрен, моңон яңынан тергеҙә, йөрәктәрендә бер-береһе менән дә, Рух ҡошо менән дә нур бәйләнеше булдыра. Бынан һуң уларға бер генә шарт ҡуйыла – үҙ рухтарына, үҙ булмышына хыянат итмәү...

2-се алып барыусы. Уҡыусылар, ишетеүегеҙсә, һәр милләткә тарих тарафынан йәшәү өсөн 1500 йыл тирәһе ваҡыт бирелгән. Әгәр ул халыҡтың рух ҡошо көслө икән, халыҡ та аяғында ныҡлы баҫып тора, киләсәге лә ышаныслы. Рух ҡошо ҡартайып, үлер ваҡыты етһә лә, донъяға берҙән-бер ҡошсоҡ ҡалдыра. Ул үҫеп етеп, ҡыйғыр ҡошҡа әйләнә икән, тимәк, милләт яңырыу кисерә, тағы ла мең ярым йыллыҡ ғүмере башлана тигән һүҙ. Беҙ бөгөн тап ошо турала фекер алышырға йыйылдыҡ.

Уҡыусылар, ә һеҙ рух һүҙенең мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

Уҡыусыларҙың яуаптары.

1-се алып барыусы. Ә хәҙер “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”нә мөрәжәғәт итәйек. Рух һүҙенең мәғәнәһен тел ғалимдары нисек аңлата икән?

Уҡыусылар экрандан “рух” һүҙенең мәғәнәһен уҡыйҙар.

Рух – 1) кешенең эске уй-тойғоһо, күңел, йән. Кеше рухы. Рух төшөү.

2)Кеше һәм йәнлектәрҙе мәңге тере итә торған, матди булмаған үлемһеҙ башланғыс. Изге рух. Ата-бабалар рухы.

2-се алып барыусы. Ә һеҙҙең фекерегеҙ нисек? Һүҙ – Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының “Юшатыр” гәзите баш мөхәррире Малик Минебулат улы Ильясовҡа. Рәхим итегеҙ.

Атнағолов Вильмир (7 класс)

Миңә рух асылы бөгөн кәрәк,

Үҙемә һәм бөлгән халҡыма.

Бөгөн кәрәк!

Сөнки заманаһы

Ҡалайыраҡ алған алҡымдан!

Рух яҙыуын күпме эҙләйем мин,

Таба алмай күпме сер һүтәм,

Ҡул һелтәйем, ҡабат тотонам да

Уй тағатам, тағы юл үтәм,

Мин эҙләйем беҙҙең халыҡ рухын

(“Беҙҙең” тиеп яҙа бер халыҡ!)

Тарихсылар:

  • Борон булған , - тиҙәр, -

Хәҙер бөтә халыҡ бер ҡалып...

1-се алып барыусы. Ярай, шағир шулай тигән. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Тәлғәт Ғиндулла улы? Һүҙ “Юшатыр” гәзитенең яуаплы сәркәтибе Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улына. Рәхим итегеҙ.

2-се алып барыусы.

Рух яҙыуы әллә – телдә микән,

Ҡандамы ул,

Әллә йәндәме?

Изге төйәгебеҙ – Уралдамы,

Ҡурай ҡойған моңда – йәмдәме...

Дәүләтбәков Иҙел (7б класс)

Урал ғына тауҙың ай битендә,

Үҫә икән ҡырлы бер ҡурай,

Шул ҡурайҙы ҡырҡып бер уйнаһаң,

Моңо Урал тауын бер урай.

Мәңге йәшәр ҡурай.

Ул үлемһеҙ.

Ул башҡорттоң йәшәй аңында.

Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,

Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында.

( Туйгилдин И.У. ҡурайҙа уйнай )

1-се алып барыусы. Йәштәрҙең дә фекерен ишетәһе килә бит әле. Һүҙ Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы аспиранты, Күмертау ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайының йәштәр бүлеге етәксеһе Венер Ришат улы Сабанчинға. Рәхим итегеҙ.

1-се алып барыусы. Ағайҙарҙың һүҙен тыңланыҡ. Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигән кеүек, лицей егеттәренең дә фекерен тыңлап үтәйек. Һәр төркөмгә 2-шәр һорау әҙерләнгән. Улар менән танышығыҙ ҙа кем әҙер – яуап бирә башларға мөмкин.

Төркөмдәргә һорауҙар.

Башҡорт халҡының ниндәй сифаттары күңелеңә яҡын?

Башҡортостандың тарихи шәхестәренән кемдән өлгө алаһың? Ни өсөн?

Бөгөн республикалағы ниндәй үҙгәрештәр һине ҡыуандыра?

Беҙҙең республикала барған ниндәй күренештәр һине ныҡ борсой?

Башҡортостан Президенты булһаң, нимәләр эшләр инең?

Башҡортостандың киләсәген нисегерәк күҙ алдына килтерәһең?

1-се алып барыусы . Ярай, рәхмәт.

Ә милләт рухын үҫтереүҙә ғаилә, мәктәп һәм хөкүмәттең ролен нимәлә күрәһегеҙ?

1-се төркөм ғаилә, 2-се төркөм - мәктәп, 3-сө төркөм – хөкүмәт ни эшләргә тейеш? тигән һорауға яуап эҙләй.

2-се алып барыусы.

( Таҡтала ҡурай һүрәте. Ҡурай таждарына хәрефләп башҡорт, уртаға рух тип яҙылған.)

- Беҙҙең егеттәр яуап эҙләгән арала аудиторияға шундай эш тәҡдим итәйек әле. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡурай һүрәте. Башҡорт һәм рух һүҙҙәре айырылғыһыҙ. Ошонда ишеткән фекерҙәрҙән сығып, милләтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрерҙәй ниндәй матур һүҙҙәр әйтә алаһығыҙ? Әйткәндәрегеҙ БАШҠОРТ һүҙенең һәр хәрефенә тап килергә тейеш.

Б – башлы, булдыҡлы, белемле, батыр, бай, берҙәм ....

А – аҡыллы, аңлы, абруйлы, айныҡ, асыҡ, аманатлы, аҡбуҙатлы, афарин...

Ш – шәжәрәле, шиғри күңелле, шағир, шат...

Ҡ – ҡотло, ҡәҙерле, ҡаһарман, ҡеүәтле, ҡыйыу, ҡунаҡсыл

О – отҡор, осҡор, оҫта, олпат, оптимист, (өлгөлө)...

Р – рухлы, рәхимле, рәхмәтле

Т – тәртипле, талапсан, тәүәккәл, таҙа, тапҡыр, туҡ, татыу, тырыш, тыныс, талантлы...

1-се алып барыусы . Шулай итеп, егеттәр, һеҙҙеңсә милләт рухын үҫтереү өсөн ғаилә, мәктәп, хөкүмәт ни эшләргә тейеш?

БР президенты Рөстәм Хәмитовтың башҡорт теле тураһында фекерҙәрен (“Башҡортостан” гәзите, 16 сентябрь, 2014 йыл, №181) уҡыусыларға еткереү.

2-се алып барыусы.

Иң мөһиме рух булһын, тип

Кәңәш бирҙегеҙ беҙгә.

Рәхим ит, йорт хужаһы,

Һүҙҙе бирәбеҙ һеҙгә.

( Һүҙ лицей - интернат директоры Р.А. Ғөбәйҙуллинаға бирелә)

(Алтынай Юнысова “Башҡортостанға бата теләк” видеояҙма)

1-се алып барыусы

Рух яҙыуы тамға ғына түгел

Ырыуҙың йә яңғыҙ кешенең,

Унда булыр тотош халыҡ рухы,

Уҡыу ғына кәрәк төшөнөп.

Рухыбыҙҙан китә рух яҙыуы,

Тоноҡлана, уңа йылдан – йыл.

Яңыртаһы ине,

Күңелдәргә

Күсерәһе ине юлма – юл.

2-се алып барыусы.

Шул рух өсөн кәрәк ут йоторға,

Ҡаршы барыр кәрәк яманға.

Инсафлыҡҡа кәрәк инанырға,

Тоғро ҡалыр кәрәк иманға.

1-се алып барыусы. Ҡәҙерле балалар, бөгөнгө һөйләшеү һәр берегеҙҙең күңелендә ниндәйҙер эҙ ҡалдырғандыр, тип ышанабыҙ. Тыуған Республикабыҙҙың киләсәген ҡайғыртыусы, рухи яҡтан ныҡлы, алдына маҡсат ҡуя белгән, үҙ көсөңә ышанған, ихтыяр көслө, ныҡышмал кешеләр булып үҫһәгеҙ ине.

Йомғаҡлау: рух ҡошоноң төп көсө беҙҙең милләттең шәхестәрендә, ғаиләләрендә тупланған. Эйе, рух тәбиғәт тарафынан һәр кемгә һалынған, тик уны үҫтерә, һаҡлай һәм киләһе быуындарға аманат итеп тапшыра белергә кәрәк. Был – һәр ир-егеттең изге бурысы. Рух ғаиләлә тәрбиәләнә. Ә ғаиләһе рухлы булһын тигән егет кәләште үҙ милләтенән алырға, балаларына туған телендә тәрбиә һәм белем бирергә, заман талаптарына ярашлы ғаиләһен етеш аҫырарға бурыслы. Бындай изге хыял-теләктәр үҙеңде рухлы шәхес итеп тәрбиәләгәндә генә тормошҡа аша. Ғаилә ныҡлы булһын өсөн, рухи байлыҡ менән матди байлыҡтың үҙ-ара ярашыуы, бер-береһен тулыландырыуы ла мөһим, ирмен тигән рухлы ир ғаиләһен дә ҡарар, халҡын да хәстәрләр.

Ошонда туҡталып ҡалмайыҡ. Һөйләшеүҙе киләсәктә лә дауам итәйек.







Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 09.10.2015
Раздел Классному руководителю
Подраздел Конспекты
Просмотров160
Номер материала ДВ-046775
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх