Инфоурок Другие методич. материалыЖәлил Кейекбаев — күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы

Жәлил Кейекбаев — күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы

Скачать материал

 

 

« Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Лексикология»

 дисциплинаһынан

 

« Жәлил Кейекбаев күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы »

темаһына реферат

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йөкмәткеһе

 

1  .    Инеш………………………………………………………………………………………………………4-5

2.     Жәлил Кейекбаев күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог……………………………………………………………………………………………………….5-8

3.     Ж.Ғ. Кейекбаевтың төрки тел ғилемендә тотҡан абруйы………………………………………….9-14

4.     Ж.Ғ.Кейекбаев – халыҡ-ара исеме булған мәшһүр башҡорт ғалимы……………………………15-24

5.    Йомғаҡлау ………………………………………………………………………………………………..25-27

6.   Һылтанмалар,әҙәбиәт…………………………………………………………………………...............28-29

 

 

 

 

 

 

 

 

ИНЕШ

 


Кейекбаев Жәлил

Жәлил Кейекбаев — филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы. 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған, 1968 йылда вафат булған.

Жәлил Кейекбаев Башҡорт педогогия техникумын тамамланғандан һуң Мәскәү Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Һуңынан мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында немец теле уҡыта.

1949 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, проректор булып эшләй.

Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса йөҙҙән артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфология өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа.

Телсе-ғалим бер нисә сит телде яҡшы белгән: немецсанан, венгерсанан башкортсаға туранан-тура тәржемәләр яһай.

Әҙәбиәт өлкәһендә уңыштары ҙур. «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа.

Ғалимға Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исем бирелгән, ул орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән

 

2.     Жәлил Кейекбаев күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог.
Жәлил Кейекбаевтың мемориаль-биографик музейында ғалимға атап яҙылған егермеләп хат һаҡлана. Улар уның ғилми эшмәкәрлеген һәм бай йөкмәткеле тормошон тулыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.
Бына, мәҫәлән, Баҡынан атаҡлы төркиәтсе, «Совет тюркологияһы» журналының баш мөхәррире М. Ширалиев былай тип яҙа: «Һеҙҙең хатығыҙҙы алдым һәм эшмәкәрлегегеҙ хаҡында күп ҡыҙыҡлы нәмә белдем. Әгәр «Алтай телдәренең сағыштырма тарихи морфологияһы»н ҙур булмаған тираж менән сығарып, республикаларға тарат­һағыҙ, һәйбәт булыр. Ул саҡта Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге хаҡындағы бәхәсле мәсьәлә буйынса фекер алышыу уҙғарыр­ға ла булыр ине. Һеҙгә уңыштар теләйем…»
Х. Машаков, Ашхабад университеты доценты: «Хөрмәтле Жәлил Ғиниәт улы! Һеҙ «Тюркологияға инеш һәм төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы курсы» программаһын төҙөй икәнһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ төрки телдәр уҡытылған юғары уҡыу йорттары өсөн бик кәрәкле, ҡиммәтле әйбер», – тип яҙа.
Сыуашстандың халыҡ шағиры Яков Ухсайҙың хаты ла иғтибарға лайыҡ. Ул ғалимдың, йәштәшенең, ҡорҙашының лингвистика өлкәһендәге уңыштарына шатланыуын белдерә, үҙенең ижади пландары менән уртаҡлаша.
Хаттар исемлеген тағы ла дауам итергә була. Мәҫәлән, Үзбәкстандың Хәмзә исемендәге пединститутынан Ф. Абдуллаев, Литва ССР-ынан М. Тинфович, Яҡутстандан М. Черосов, Ҡалмыҡ АССР-ынан Ц. Номинханов һәм башҡалар төрки телдәр проблемалары буйынса кәңәш һорай, фәнни хеҙмәттәре менән алмашыу тураһында фекерҙәрен белдерә.
Туғандаш республикаларҙан кандидатлыҡ йәки докторлыҡ дәрәжәһенә дәғүә итеп яҙылған авторефераттар, уларға ғалим яҙған рецензиялар бар. Иң ҡәҙерле экспонаттар, дуҫлыҡ ептәрен күрһәтеүсе сығанаҡтар улар.
Бына миҫалға Үзбәкстандан Д. Ниязовтың кандидатлыҡҡа дәғүә иткән «Интонация повествования в современном узбекском литературном языке», «О жанровых особенностях поэзии башкирского народа» тигән авторефераттары, Эстония ССР-ы Тарту университеты ғилми яҙмаларының баҫмалары, ошо уҡ баҫмаларҙың береһендә Жәлил Кейекбаевтың «О происхождении некоторых падежных форм в урало-алтайских языках в свете теории определенности-неопределенности» кеүек ғилми мәҡәләһен дә уҡый алабыҙ.
Жәлил Кейекбаевтың 1967 йылдың 27 мартында яҙған хатында туғандаш республикаларҙың йәш ғалимдарына күрһәткән ярҙамы, ихтирамы, хәстәрлеге, дуҫлыҡ тойғолары күренә. Хат, яҙылып та, ебәрелмәй ҡалдымы икән? Уныһы билдәһеҙ. Адресаттың исеме генә телгә алына. Ләкин иғтибарға бик лайыҡлы булғанлыҡтан, уны тулыһынса килтерергә булдым. Бында ла яҡташыбыҙҙың башҡа телдәргә ҙур һөйөү менән ҡарағанлығын тояһың. «Ҡәҙерле Леонид! Хатығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яуапты хәҙер үк бирергә ашығам, сөнки онотоп ҡуйыуым ихтимал.
Күптән түгел генә Ҡаҙанда булдым. Һеҙҙе һораштым. Алабуғала икәнлегегеҙҙе белдем. Институтта һеҙҙең «Диалектологик атлас»ығыҙҙы күрҙем, яҡшы, ҡыҙыҡлы атлас.
Һеҙҙең планығыҙ татар-мари телдәренең лексик параллелдәре буйынса эшләү икән, ысын күңелдән тәбрикләйем. Был бик яҡшы һәм иң кәрәкле эш. Күптән тотонорға кәрәк ине. Минең «Урал-Алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы» тигән китапҡа килгәндә, эшләүҙе дауам итәм. 2 – 3 йыл элек мәсьәләләр асыҡлана төштө, материалдар йыйыла. Мин уны яңынан яҙам, күләме лә ҙур булмаясаҡ. Беренсе вариантында күп ҡабатлауҙар бар ине.
Хәҙер «Урал-Алтай тел ғилеменә инеш» курсы айырым уҡытыла.
Бер курстың программаһы наборҙа, апрелдә сығасаҡ. Программа инеш бүлеккә теоретик нигеҙҙәр менән проспект рәүешендә төҙөлдө (күләме 2 баҫма табаҡ).
Әгәр ҙә һеҙҙең институттан рәсми заказ булһа, был программаны ла, «Төрки телдәр­ҙең сағыштырма грамматикаһы курсы» программаһын да ебәрә алабыҙ.
Мари һәм татар телдәрен сағыштырып өйрәнеүҙе һеҙгә хәҙер үк башларға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ удмурт, мордва телдәрен дә, фин, уғыр телдәрен дә, мари һәм татар телдәренең факттарын иҫәпкә алып, сағыштырып өйрәнһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Беҙ «Урал-Алтай» йыйынтығын сығарыр­ға йыйынабыҙ. Һеҙҙең беренсе күҙәтеүҙәрегеҙҙе лә ошо йыйынтыҡта күрергә мөмкин булыр (яҡынса 12 − 15 бит). Беҙгә грамматика (морфология) буйынса сағыштырып өйрәнеү кәрәк. Мин һеҙгә (һис кисектермәйенсә) мари теле менән шөғөлләнеүҙе тәҡдим итәм, сөнки уның буйынса әҙәбиәт күп. Йәки һеҙ Йошкар-Олаға барып, унда белгестәр, телселәр, диалектологтар менән һөйләшә алаһығыҙ, мәҫәлән, профессорҙар Пенгиров, Галкин, Иҫәнбаевтар менән.
Йошкар-Ола бит һеҙҙән алыҫ түгел. Был иптәштәр һеҙгә кәңәштәре менән ярҙам итерҙәр. Бер уңайҙан әҙәбиәт менән танышырһығыҙ. Һәр хәлдә, һеҙ мари телен ғәмәлдә беләһегеҙ. Һеҙгә еңел булыр. Материалдарҙы мари теле һәм башҡа фин-уғыр телдәре буйынса йыйырға кәрәк. Һеҙҙе тиҙҙән раҫлаясаҡтар. Мин һеҙгә шул шатлыҡлы көндәрҙе теләйем.
Һеҙ Йошкар-Олала (Пенгировта) педагогия институтына, йәки (Галкинда) Мари ғилми-тикшеренеү институтында урынлаша алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең киләсәк яҙмышығыҙ тураһында ла уйларға кәрәк. Ҡаҙан тел, әҙәбиәт, тарих фәнни-тикшеренеү институтында хәҙергә урын юҡ, тиҙәр. Ләкин унда һеҙ тик татар теле буйынса ғына эшләй алаһығыҙ бит. Һеҙгә, һис һүҙһеҙ, үҙ туған телегеҙ буйынса шөғөлләнергә кәрәк. Бөтә күңелдән уңыш һәм һаулыҡ теләйем
.

 

 

 

 

 

 

3.        Ж.Ғ. Кейекбаевтың төрки тел ғилемендә тотҡан абруйы

            Һис шикһеҙ, атаҡлы рус тюркологы Н.К. Дмитриевтың был тәҡдиме Ж.Ғ. Кейекбаевтың төрки тел ғилемендә тотҡан абруйының тос булыуы хаҡында киреҡаҡҡыһыҙ дәлил. Немец, венгер,ҡазаҡ, ҡараим, үзбәк, яҡут, татар, төрөкмән, сыуаш, удмурт, мари, һәм, хатта грузин, һ.б. ғалимдарҙың яҙған хаттарында Ж. Ғ. Кейекбаев менән тел проблемалары буйынса кәңәшләшеүҙәр, фәнни хеҙмәттәр алмашыу тураһында эшлекле тәҡдимдәр бар. Жәлил Ғиниәтович 1964 йылдың 14 ноябрендә Мирфәтих Зәки улына Эстонияла дүрт телдә (рус, немец, инглиз, француз) лингвистик журнал сыға башлауы тураһында хәбәр итә. “Шундай уҡ журналды төрки телдәре өсөн дә сығарһалар ине. Йәле, шуны ҡуйыртайыҡ. Мин профессор Баскаковҡа яҙырға әйтәм. Юҡһа теге “Вопросы языкознания” тигән журнал беҙҙе (тюркологияны) ҡәнәғәтләндермәй. Ул журналды Ҡазанда йә Ташкенттә сығарғанда шәп булыр ине. Был фантазия, әлбиттә” [25]. “Советская тюркология” журналы 1970 йылда Баку ҡалаһында сыға башлай. Тик был шатлыҡлы ваҡиғаның шаһиты булырға Ж.Ғ. Кейекбаевҡа насип булмай.
       Ғалимдың бай архивы туғандаш республикаларҙан кандидатлыҡ һәм докторлыҡ дәрәжәһенә дәғүә итеп яҙылған авторефераттар һәм Жәлил Ғиниәт улының уларға яҙылған рецензияларын да һаҡлай. 
      Докторлыҡ дәрәжәһенә диссертацияһын (темаһы “Тюркские глаголы с основами, заимствованными из русского языка”) 1967 йылда Ҡазанда яҡлаған ҡаҙаҡ телсеһе Валентина Исенғәлиеваға1
 ла Ж.Ғ. Кейекбаевтың ярҙамы ифрат ҙур булыуы хаҡында һөйләй ҡаҙаҡ ғалимәһенең остаҙына яҙған хаттары: “Дорогой наш Джелиль Гиниятович! Хочу поделиться своей радостью. 9 февраля пленум ВАК утвердил мою диссертацию. Мы очень рады, что скоро увидим Вас у нас. До свидания, дорогой, шексiз кымбатты, шексiз кадiрлi Джелиль Гиниятович! 19 февраля 1968 года”.10Был хаттарҙан башҡорт мәҙәниәтен генә түгел, ә Рәсәйҙең төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәтен үҫтереүҙә арымай-талмай эшләгән киң күңелле, бүтәндәр ҡыуанысы өсөн ысын йөрәктән шатлана белгән эскерһеҙ кеше образы күҙ алдына баҫа. 
       Ж.Ғ. Кейекбаев аспирантура аша фән кандидаттары әҙерләүгә айырыусы ҙур әһәмиәт биргән, үҙенең лингвистик мәктәбен булдырған, йәштәргә фән өлкәһендә үҫергә ярҙам иткән. Татар тел ғалимы М. Закиевҡа 1964 йылдың 6 мартында яҙған хатында үҙенең аспиранты В. Псәнчин тураһында яҙа: “Оҙаҡламай беҙ Һеҙгә аспирант Вәли Псәнчиндең диссертацияһын ебәрергә торабыҙ (Тел тарихы буйынса). Эше ярарлыҡ яҙылған, үҙегеҙ баһаларһығыҙ. Ул егет – йәш түгел, университетка тиклем үк армияла булған, унан һуң 2-3 йыл мәғариф министерствоһында эшләне, фиркә ағзаһы, тотанаҡлы, баҫалҡы егет”[26]. 
               Ғалимдың хаттарында үҙенең башҡа аспиранттары Зәйнуллин М.В., Аҙнабаев Ә.М, А. А. Ғәлләмовтар тураһында ла хәстәрлекле юлдар бар: “...беҙҙең Аҙнабаев (Әхмәр Мөхәмәтдин улы – Р.Б.) бик инсафлы баҫалҡы егет, партия ағзаһы, диссертацияһы рус телендә яҙылған, мин уға үҙем русса яҙырға тәҡдим иткәйнем. Шул Аҙнабаевҡа рәсми (беренсе) оппонент булһағыҙ бик шәп булыр ине, ярҙам йөҙөнән. Вәли Псянчинды бик уңышлы үткәргәнһегеҙ икән, мин бик шатмын һәм Һеҙгә ҙур-ҙур рәхмәт!”, “...көҙгә минең тағы бер аспирант яҡлай, Ғәлләмов фамилиялы, диссертацияһы “Башҡортса грамотаға өйрәтеү” тип атала. Ул Башҡортостанда баш методист, бик белемле егет, бик күп уҡыны, ныҡ эшләне. Ул да бик инсафлы, Башминпрос тирәһендә абруйлы кеше. Дәреслектәр авторы. Беҙ уның менән хәҙер педучилищеләргә дәреслек яҙып ятабыҙ, 1966 йыл планында тора. Бәлки һин Ғәлләмовҡа рәсми оппонент булырһың?”[27]. 
             Бына бер аспирантының Ж.Ғ.Кейекбаевҡа Мәскәүҙән яҙған хаты: “Һаумыһығыҙ Жәлил Гениәтович! Һеҙгә уңышлыҡтар һәм күп сәләмдәр ебәреп Әхмәр. Жәлил Гениәтович, мин бөгөн Өфөгә күсереүҙе һорап, Решетовҡа2 ингәйнем. Ул ризалыҡ бирҙе. Бәлки барып сыҡһа, тиҙ үк Өфөгә ҡайтырмын. Һеҙҙе научный руководитель итеп һораным. Тик Һеҙ хәҙергә бер кемгә лә әйтмәй тороғоҙ, барып сыҡмаһа, хөрт булыр. Ҡайтаһы килә, бында бер нәмә лә оҡшамай; ятаҡ бик йыраҡ, 2 сәғәт бараһың, 2 сәғәт ҡайтаһың. Тик диссертацияның темаһы асыҡланмаған. Мин ”айырымланған эйәрсен киҫәктәрҙе һәм хәл әйтемдәрен уҡытыу методикаһы” тигән тема алғайным. Бик оҡшай ине, ҡатмарлы пунктуация... Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ. Бәлки Һеҙ тәҡдим итерһегеҙ. Диссертацияның темаһын хәл итмәйенсә ҡайтып булмай. Шуға ла Һеҙ үҙ фекерегеҙҙе тиҙерәк яҙып ебәрһәгеҙ, бик шәп булыр ине. Ваҡытығыҙ булһа, яуап яҙыуығыҙҙы һорайым, шул тема ярармы юҡмы икән?
            Профессор Ж.Ғ.Кейекбаев үҙенең шәкерттәрен Мәскәүгә, ғилми үҙәктәргә, уҡырға ебәрергә тырышҡан. Мәскәүҙән Башҡортостанға ҡайтҡыһы килгән был шәкертен дә ғалим үҙенең ярҙамынан ташламай. Артабан был аспирант өс йыл аспирантурала уҡып, педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлап ҙур ғалим булып китә. Оҙаҡ йылдар КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында фәндәр бүлеген етәкләй.    
          Урыҫ мәҡәле “тарих шарт ҡылымын яратмай” тиһә лә (история не любит сослагательного наклонения), әгәр Ж.Ғ. Кейекбаев үҙенең һөйөклө шәкерттәре кеүек етмеш йәшкә тиклем йәшәһә, башҡорт телен тел ғилеменең ниндәй бейеклектәренә күтәрер ине тигән уй мейене телә. Башҡортостанда үҙенең хеҙмәттәрен баҫтырып сығарыуҙы юллап эреле-ваҡлы төрлө-төрлө түрәләргә яҙған хаттарын уҡығас, Алмата, Тарту, Ташкент университеттарынан ғалимды эшкә саҡырып яҙған хаттарға бәлки ыңғай яуап бирергә кәрәк булғандыр, тип тә уйлап ҡуяһың.
          Архив документтары менән танышҡас, үҙенең әйләнә тирәһендә бергә эшләгән иптәштәренә генә түгел, ғөмүмән кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл, бер үҡ ваҡытта ялағай, ике йөҙлө, шылғаяҡ бәндәләрҙе яратмаған, тура һүҙлелеге, түрә-ҡараға тәрликә тота белмәгән шәхес булған икән Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, тигән фекер тыуа. Ундайҙар һирәк, уларға йәшәү бер ваҡытта ла еңел булмаған һәм еңел булмаясаҡ та.
 
        
Жәлил Кейекбаев тел фәненең барлыҡ юнәлештәрендә лә һөҙөмтәле эшләгән. Фәнни хеҙмәттәр яҙыу менән бер рәттән ғалим талантлы яҙыусы ла булған, башҡорт әҙәбиәтен байытыуға “Туғандар һәм таныштар” романын яҙып ҙур өлөш индергән. (Был романдың ташҡа баҫмаһын да ҡулына алырға насип булмай Ж.Ғ.Кейекбаевҡа, сөнки ул 1975 йылда ғына нәшер ителә. Романын баҫып сығарыу өсөн көрәш үҙе бер айырым тарих). Ж.Ғ.Кейекбаев башҡорт әҙәбиәтендә утыҙынсы йылдарҙан уҡ Ж.Табын псевдонимы менән билдәле. Немец яҙыусыларының әҫәрҙәрен туранан-тура башҡорт теленә тәржемә итеүсе берҙән-бер белгес була ул. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов һәм Александр Матросов тураһында әҫәрҙәр ижад итә. Уның ҡобайырҙары, әкиәттәре уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителә. Ғалимдың Ишембай районының Маҡар урта мәктәбенең 9-сы “В” класы уҡыусыларына яҙған хатынан: “Ленин ордены менән наградланыу айҡанлы мине ҡотлап, изге теләктәр теләп яҙған хатығыҙҙы алдым; уның өсөн һеҙҙең бөтәгеҙгә лә рәхмәт белдерәм. 

... Маҡар ауылында өс йыл уҡып яттым. Йәйен-ҡышын үҙебеҙҙең ауылға каникулға ҡайта торғайным. ... уның кешеләрен элегерәк мин бик яҡшы белә торғайным. Хәҙер Маҡарға 1957 йылдан бирле барғаным юҡ.
             Маҡар элек-электән бик данлыҡлы ауыл булған; унда уҡымышлы кешеләр күп булған. 1880 йылдарҙа Ташбүкәнгә ҡунаҡҡа барған саҡта вафат булған генерал-майор Йософ Ҡарамышев та Маҡар ауылында тыуып үҫкән. Уның көйө лә бар, “Йософ майор көйө” тип йөрөтәләр. Мин һеҙгә ул көйҙөң нотаһын яҙып ебәрәм. Хәҙер мәктәптәрҙә музыка уҡыталар, арағыҙҙа музыкаль грамотаны белеүселәр ҙә барҙыр бәлки. Уйнап ҡарарһығыҙ. Ул бик матур көй; “Перовский” көйөнә бер аҙ оҡшап ҡала, марш көйө.
          Һеҙгә иҫтәлек итеп, үҙемдең бер-ике китапты ебәрәм. Һеҙҙең барығыҙға ла ихлас күңелдән уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйем.
       
Күп сәләм һәм изге теләктәр менән профессор Жәлил Кейекбаев.   30 ғинуар, 1967 йыл. [29 ].
Жәлил Ғиниәт улы замандаштары, был осорҙа исемдәре киң ҡатламға билдәле булмаған, Рәсәйҙә ғүмер-ғүмергә хөкөм һөргән репрессияларҙан иҫән ҡалған башҡорт зыялылыры М. Мирхәйҙәров, Ш. Ғәбдиев кеүек шәхестәр менән дә хаттар яҙышҡан. Улар хаттарын яңалиф менән дә, иҫке төрки яҙыуында ла яҙғандар. Был документтар үҙҙәре бер айырым иғтибар һәм махсус тикшеренеүҙәр талап итә.


Ғалимдың улы М.Ж. Кейекбаев инициативаһы менән 2010 йылдың декабрендә Жәлил Ғиниәт улының Татарстан Республикаһының Милли архивында һаҡланған йөҙҙән артыҡ хатының етмешкә яҡын күсермәһе Башҡортостанға ҡайтарылды. Эстония Республикаһының Тарту университетының Әҙәбиәт музейы директоры доктор Мартин Халлик: “профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың Эстония тел ғалимдары менән яҙышҡан хаттары һаҡлана”- тип хәбәр итә. Киләсәктә был хаттар ҙа ғалимдың шәхси фондын тулыландырасаҡ.
           Башҡорт тел ғилеменең бөйөк шәхесе Ж.Ғ. Кейекбаевтың исемен уны нисек кенә онотторорға тырышмаһындар, халҡы йөрәгендә ул барыбер мәңге һаҡланасаҡ.
          Йөҙ ғалимды бизмәндең бер яғына - Кейекбаевты икенсе яғына һалһаң, – Кейекбаев яғы мотлаҡ еңәсәк, - тигәйне бер яҙыусы яҡташы уның тураһында.
Ж.Ғ. Кейекбаевтың бай архивы менән өс йыл буйы танышҡас, был яҙыусының һүҙҙәре һис шикһеҙ раҫ икәненә иманым камил.

 

 

 

 

 

 

 

 

4.     Ж.Ғ.Кейекбаев – халыҡ-ара исеме булған мәшһүр башҡорт ғалимы
Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған абруйлы ғалим Ж.Ғ.Кейекбаев (1911-1968) 1948 йылда кандидатлык диссертацияһын яҡлағандан һуң, “Төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы” һәм “Урал-алтай телдәренең тарихи-грамматик нигеҙҙәре” тигән хеҙмәттәре өҫтөндә арымай-талмай эшләй. Төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһын яҙыу өсөн ғалим бик күп төрки телдәренең лексикаһы менән морфологик төҙөлөшөн ентекләп тикшергән, был ҡәрҙәш телдәргә хас булған уртаҡ, дөйөм законлылыҡтарҙы асып бирә, шул уҡ ваҡытта һәр бер төрки теленең үҙенсәлеген бай фактик материал нигеҙендә күрһәтә алған. 

“Урал-алтай телдәренең тарихи грамматик ниге
ҙҙәре” китабы Ж.Ғ Кейекбаев вафат булғандан һуң утыҙ ике йыл үткәс кенә (1996) баҫылып сыға. Ҡайһы бер тел ғалимдары урал-алтай телдәренең оҡшашлығын кире ҡаға. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев был телдәрҙе өйрәнеү, тикшереү нигеҙендә уларҙың грамматик төҙөлөшөндәге уртаҡ яҡтарҙы иҫбат иткән. Ғалимгә үҙенең фекерҙәрен дәлилләү өсөн урал һәм алтай телдәренең тарихи үҫеш тенденцияларын күҙәтергә, уларҙы динамикала тикшерергә тура килә. Автор тел күренештәрен, грамматик категорияларҙы структур күҙлектән сығып тикшерә, һәр бер телде бер бөтөн төҙөк система итеп ҡарай, ғалимдың фекеренсә, телдә бер ниндәй ҙә осраҡлы күренештәр, законһыҙлыҡтар юҡ, улар бер-береһенә тарихи яҡтан тығыҙ бәйләнгән һәм үҙгәреп тора. Жәлил Ғиниәт улы, билдәлелек һәм билдәһеҙлек, килеш һәм заман категорияларына таянып, урал-алтай телдәренең ҡәрҙәшлеген асыҡ күрһәтә. 

СССР Фәндәр Академияһының Баш ғилми секретары, академик Н.М. Сисакян 1964 йыл һө
ҙөмтәләре буйынса яһаған “Тәбиғәт һәм ижтимағи фәндәр өлкәһендә йылдағы мөһим ҡаҙаныштар” тигән докладында Ж.Ғ. Кейекбаевтың был хеҙмәтен дә билдәләп китә [1, 83]. Ғалимдың архивында уның урал-алтай телдәре ҡәрҙәшлеген тикшергән осорҙағы ижади эшмәкәрлегенә бәйле элекке СССР-ҙың һәм донъяның төрлө илдәренән килгән хаттар һаҡлана.

Монгол телдәре белгесе академик Гарма Данцаранович Санжеев1 1960 йылдың 22 мартында я
ҙған хатында Жәлил Гиниәт улының урал-алтай телдәренең ҡәрҙәшлеген тикшерә башлауын хуплай: “Ваши намерения заняться сравнительной алтаистикой весьма своевременно и интересны: давно пора заняться ею в наших вузах и институтах. Для этого у нас, в СССР, имеются все условия (это признают и западные ученые, например, в Западной Германии, и то, что делается вообще на Западе, пока не дает ощутимых результатов: дальше Рамстеда1 дело совсем не подвигается вперед, и как-то пошло назад).

Сегодня же почтой отправил Вам небольшой очерк “Современный монгольский язык” из серии “Языки зарубежного Востока”. С большим удовольствием и глубокой благодарностью осмеливаюсь протянут свою руку за любезно предлагаемую Вами книгу Попова “Грамматика калмыцкого языка”. Со своей стороны, если у Вас нет и покажется нужной, могу предложить Вам оригинал на немецком языке “Исторической фонетики тюркских языков” Рясянена М.2, который я получил из Хельсенки. С искренним уважением и приветами Г.Санжеев.”[2]

Ғалим ү
ҙе яҙған ҡайһы бер хаттарҙың ҡарамалары ла бар арихивта. Әзербайжан ғалиме, күренекле тюрколог, “Советская тюркология” журналы мөхәррире М.Ш. Ширалиевҡа яҙған хатында тап ошо хеҙмәте хаҡында һүҙ бара: “Дорогой Мамед ага Ширалиевич, ... я закончил работу около 25 печ. лист. на русском языке по исторической морфологии тюркских и других алтайских языков. После долгих мучений и исканий в результате системного изучения тюркских, монгольских и тунгусо-маньчжурских языков я напал на след, ведущий к решению вопросов о развитии исторической морфологии всех этих алтайских языков. Однако этот путь не тот, по которому шли до сих пор, начиная со времен Радлова, Шотта, Банги и других. Мой путь математический. Все формы слов я подвел под одному общему знаменателю. Поэтому все эти формы решены с математической точностью без всяких гипотез, предположений и догадок.

Свою работу я писал не так, как пишут другие языковеды аналогичные работы. Прежде чем писать и излагать историческое развитие той или другой морфологической категории, я решаю ее математически, как любое уравнение или интеграл. Только после этого излагаю, описываю принципы ее решения. Ошибки или неточность решения уже исключена. Решение “задачи” одной морфологической категории помогает решению другой, поскольку все вопросы связаны одной морфологической цепью и не отклоняются от “выработанного уже общего знаменателя”.

Этим делом я уже занимаюсь шесть лет, для этого уходили у меня не только дни, но и ночи. Года три назад я споткнулся на одном из важных вопросов; задача не выходила, общий знаменатель начал давать трещину. Что делать? Я отодвинул алтайские языки временно в сторону и взялся за угро-финские. Все формы угро-финских языков начал подвести и под заранее выработанный алтайский общий знаменатель. Однако для этого не хватило фактического языкового материала достаточной литературы по этим языкам. 

Мне особенно хорошо помогли ленинградские, эстонские и венгерские языковеды, снабжали литературой по угро-финским языкам. Кое-что я получил и из ГДР по обско-угорским языкам. Очень помогли мне и марийские коллеги. По-венгерски я даже начал говорить, сам этого не замечая.

Но в основе фактов угро-финских языков моя система подтвердилась с поразительной точностью; мой общий знаменатель окончательно стабилизировался, и на его основе стало возможным решение таких сложных вопросов, как развитие внутренне-местных и внешне-местных падежей в угро-финских языках, о которых финноугристы вот уже сколько лет ломают голову.

В Алма-Ате, я читал в университете восемь часов лекций для студентов третьего курса (казах. отделение) на лекции присутствовало и несколько преподавателей. Переключаясь в свободную беседу со студентами в процессе лекции, я установил, что большинство студентов мою систему понимают. А из преподавателей понял её только один человек и правильно понял. Остальные ограничились тем, что благодарили “за содержательную лекцию”. Путем вопросов я выяснил, что они меня не поняли. Изучая алтайские и угро-финские языки в историческом плане, я установил, что вопросы исторической грамматики этих языков изучаются на неправильной основе, по старинке, - порою даже кустарно и примитивно.

Я назвал свою работу “Основы исторической морфологии тюркских и других угро-алтайских языков”. Это не случайно, так как в книге говорится именно об основе. На этой основе в дальнейшем можно писать историческую морфологию любого алтайского или угоро-финского языка и в отделности или группы языков. При этом можно безошибочно решать все вопросы.

Я отдаю себе отчет в том, что всякое нововведение не может быть совершенным. То же самое относится и к моей работе. В дальнейшем она будет совершенствоваться усилием общими силами угро-алтаистов, уточнены детали, или разработаны сатиллетные модели для конкретных моделей” [3].

Жәлил Ғиниәт улының хатына профессор Мамед Ширалиевтың яуап хаты: “Һе
ҙҙең хатығыҙҙы алдым һәм эшегеҙҙәге күп ҡыҙыҡлы яңылыҡтарҙы белдем. Фәнни эҙләнеүҙәрегеҙ һәм киләсәк пландарығыҙ тураһында минең менән ысын күңелдән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм.

“Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфологияһын” бәләкәйерәк тираж менән макет рәүешендә ба
ҫтырып, республикалар буйынса таратһаҡ, бик яҡшы булыр ине. Ул саҡта ошо көнгә тиклем бәхәсле һаналған урал-алтай телдәре ҡәрҙәшлеге теорияһы буйынса киң һәм һөҙөмтәле фекер алышыу ойоштороп булыр ине. Юғиһә, йыш ҡына шулай ҙа була бит: фонетик ҡараш нөктәһенән сығып ҡына эш иткәндә бөтәһе лә һәйбәт кеүек, ләкин төрки телдәрҙең морфология, синтаксис, семантик закондары иғтибарға алынмай. Ошо йәһәттән Һеҙҙең эшегеҙ бик тә иғтибарға лайыҡы. Әзербайжан теленең морфологияһы буйынса минән эш ҡалмаҫ. Ҡулымда булған китаптарҙың бер нисәһен Һеҙгә ебәрәм. Ҡулымдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырышырмын. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, иң һәйбәт теләктәр менән, дуҫтарса сәләм ебәреп, М.Ширалиев. 5.02.1963 йыл [4].

Ж.Ғ.Кейекбаев алтмышынсы йылдар башында урал-алтай телдәренең генетик һәм типологик
ҡәрҙәшлеген ныҡлап тикшерә башлаған. Ул был йылдарҙа үҙенең яңы теорияһы хаҡында төрлө баҫмаларҙа мәҡәләләр баҫтыра, үҙенең фекерҙәре менән күренекле алтаистар һәм тюркологтар менән уртаҡлаша. Илебеҙҙең фән үҙәктәрендә ойошторолған симпозиумдарҙа һәм конференцияларында докладтар менән сығыш яһаған, шулай уҡ күп университеттарҙа лекциялар һәм махсус курстар уҡыған. Ҡазан ғалиме Мирфәтих Зәкиевка 1962 йылдың 2 ноябрендә яҙған хатында: “һеҙгә барып спецкурс уҡыуға килгәндә...мин һеҙгә шундай тема тәҡдим итер инем: “Введение в историческую морфологию алтайских языков”. Ләкин алдан уҡ әйтеп ҡуям: алтай телдәренең тарихи грамматикаһы фәҡәт бер алтай телдәре рамкаһында ғына сиселмәй. Шуға күрә мин уғро-фин телдәренең факттарын да бик киң йәлеп итәм һәм уларҙы алтай телдәренең алыҫ ҡәрҙәш телдәре тип ҡарайым, уның өсөн материалдарым етерлек һәм кире ҡаға алмаҫлыҡ. Шуға күрә мин спецкурсты нисек, ниндәй планда һөйләү хаҡында алдан әйтеп ҡуям”[5].

Жәлил Ғиниәт улы Эстонияның Тарту университеты китапханаһына фәнни командировкаға ебәреү
ҙәрен һорап Башҡорт дәүләт университеты ректоры Ш.Х. Чанбарисовҡа яҙған ғаризаһынан: “Прошу Вас разрешить мне оплачиваемую командировку в Тартуский государственный университет с 10-го по 22-е февраля 1964 для сбора материалов по моей научной работе, т.е. для написания второй части книги “Основы исторической грамматики тюркских и других угро-алтайских языков” (часть вторая-глагол). Дело в том, что в старейшем Тартуском университете концентрирована огромная научная литреатура по тюркским (в том числе башкирскому языку) угро-финским, монгольским и другим дальневосточным языкам. Как сообщили мне из Тартуского университета, эта уникальная литература не высылается по библиотечному обмену. К моему счастью почти вся научная литература, изданная в течение двух веков, написана на немецком языке” [6]. 



Немец телен камил белгән ғалимгә Тарту университетының фәнни китапханаһында эшләү бай мәғлүмәт тупларға яр
ҙам итә. Бында Жәлил Ғиниәт улын филология факультеты телселәре бик һәйбәт ҡаршылай, университет менән, уғро-фин телдәре буйынса алып барылған фәнни эштәр менән таныштыралар: “...был эш менән уғыр-фин телдәре кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Пауль Аристэ етәкселек итә. Ул ысын-ысындан Европалағы күп телдәрҙе белеүсе (полиглот) ғалим. Профессор Аристэ утыҙ ике тел белә, шуларҙан егерме телдә иркен һөйләшә һәм ун алты телдә фәнни эштәр яҙа ала. Фәнни маҡсат менән эстон теленең төҙөлөшөн теоретик яҡтан мин бынан бер-ике йыл элек өйрәнгәйнем, сөнки эстон теленең төҙөлөшө һәм ҡалыбы беҙҙең телдәр менән асылда бер төрлө. Ул телде бер аҙ белеү арҡаһында мин университеттың студенттары һәм аспиранттары менән уларҙың үҙ телендә һөйләшә һәм яҡындан таныша алдым. Улар ҙа беҙҙең студенттар һымаҡ уҡ дан совет йәштәре. Шулай ҙа миңә ғөмүмән университетта өҫтөнлөк иткән фән атмосфераһы менән уларҙың нығыраҡ солғанған булыуы һәм фән орбитаһында күберәк әйләнеүе һиҙелде,”[7] - тип яҙған ғалим үҙенең Тарту университетынан алған тәьҫораттарында. Университеттың тарих-филология факультеты эргәһендә көнсығыш илдәрен өйрәнеү кабинеты барлығын да, унда Һиндостан, Ҡытай, Иран, Япония, Корея, Монголия, Афғанстан һәм башҡа көнсығыш илдәрҙең тарихы, теле, әҙәбиәте, сәнғәте һәм этногрфияһы буйынса бик күп китаптар һәм ваҡытлы матбуғат тупланғанлығы һәм был кабинет Тарту университетында элек-электән булғанлығы менән һоҡланыуын да белдергән ул.


Ж.Ғ.Кейекбаев төрки телле республикалар
ҙағы институт, университеттар араһында студент, аспиранттар алмашыу тураһында, үҙебеҙҙең университетта айырым, махсус тюркология кафедраһы булдырыу хаҡында ла хыялланған. 

Ү
ҙе иҫән саҡта был изге хыялдарын ул тормошҡа ашыра ла башлаған. Был осорҙа Башҡорт дәүләт университетына Якутиянан аспиранттар уҡырға килә. 

Баш
ҡорт ғалимының исеме алыҫ Бурят республикаһында ла билдәле була. Быға дәлил, атаҡлы ғалим Ю.Н. Рерихтың (Рерих Ю.Н. (1902-1960) – лингвист, искусствовед, этнограф, специалист по языку и культуре Тибета, автор работ по диалектологии тибетского языка, составитель многотомного тибетского словаря, доктор филологических наук) аспиранты Бадараев Балдоржиҙың хаты: “...работаю в Улан-Удэ, Бурятский Комплексный Научно-исследовательский Институт, отдел зарубежного Востока, на должности младшего научного сотрудника без степени. Занимаюсь тибетским языком, окончил аспирантуру по этому языку у профессора Ю.Н. Рериха, но в связи со смертью моего руководителя проф. Рериха в 1960 году мечта о защите диссертации по данному языку отдалилась и я перешел на алтаистику. Уважаемый проф. Дж.Г. Киекбаев, если мне удастся оформить диссертацию, то пршу Вас согласиться быть оппонентом моей диссертации и защитником моей работы. Я пропагандирую Вашу работу здесь. И хочу получить ее первым”[8]. 

Ж.Ғ. Кейекбаев аспирантура аша фән кандидаттары ә
ҙерләүгә айырыусы ҙур әһәмиәт биргән, үҙенең лингвистик мәктәбен булдырған, йәштәргә фән өлкәһендә үҫергә ярҙам иткән. Татар тел ғалимы М. Закиевҡа 1964 йылдың 6 мартында яҙған хатында үҙенең аспиранты В.Псәнчин тураһында яҙа: “Оҙаҡламай беҙ Һеҙгә аспирант Вәли Псәнчиндең диссертацияһын ебәрергә торабыҙ (Тел тарихы буйынса). Эше ярарлыҡ яҙылған, үҙегеҙ баһаларһығыҙ. Ул егет – йәш түгел, университетка тиклем үк армияла булған, унан һуң 2-3 йыл мәғариф министерствоһында эшләне, фиркә ағзаһы, тотанаҡлы, баҫалҡы егет”[9].

“Жәлил Ғиниәт улы бер баш
ҡорт тел ғалимы генә түгел, ул – русистар, германистар, тюркологтар, монголистар, угро-финсылар һәм башҡалар араһында үҙенең хеҙмәттәре менән хөрмәт ҡаҙанған, улай ғына ла түгел, халыҡ-ара исеме булған ғалим” [10].

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йомғаҡлау

Милли телдең үҫеше ошо милли телдә ижад ителгән матур әҙәбиәттең үҫеш кимәле менән туранан-тура бәйләнгән. 

Был йәһәттән, Жәлил Кейекбаев ижадында халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте, донъяға ҡарашы, психологияһы, йәғни менталитеты юғары художестволы кимәлдә һүрәтләнә. 

Ж. Кейекбаев матур әҙәбиәттә тел берәмектәренең образ тыуҙырыуҙағы функцияһын оҫта ҡуллана һәм уны төрлө жанрҙағы әҫәрендә юғары кимәлдә реалләштерә. Ж. Кейекбаев әҫәре образлылығы, тапҡырлығы, ыҡсымлығы, стилистик мәғәнә биҙәлештәренең күп төрлөлөгө менән айырылып тора, йәғни халыҡсанлығы яҙыусының стиль үҙенсәлеген билдәләй. 

Телдең тик халҡыбыҙға хас булған эмоциональ-экспрессив саралары бик оҫта ҡулланыла. Ж. Кейекбаев әҫәрендә геройҙарҙың исемдәре лә, нигеҙҙә, боронғо башҡорт исемдәренә ҡайтып ҡала. 

Башҡорт теле дәрестәрендә әҙиптең ижадына ҡайтанан-ҡайта мөрәжәғәт итәбеҙ. Был тиккә генә түгел. Яҙыусының әҫәре белем биреү сығанағы ғына түгел, ә тәрбиә өлкәһендә лә алыштырғыһыҙ сығанаҡ булып тора. 

Ж. Кейекбаевтың бөтә әҫәрҙәренең төп үҙенсәлеге халыҡсан бу-лыуына ҡайтып ҡала. Был бик тәбиғи, сөнки яҙыусы ижады үҙ халҡының художестволы тарихын яҙыуға бағышланған. Шуға күп әҫәрҙәре фольклор традицияларына таянып яҙылған. 

Йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк, Жәлил Кейекбаев башҡорт әҙәбиәтен һәм әҙәби телен байытыуға һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе.

Халыҡ тигән төшөнсәгә ҙур мәғәнә һалынған. Бер халыҡ икенсеһенә оҡшамаған. Һәр халыҡ бүтәндәрҙән үҙенең ҡабатланмаҫ моңо, тормош ҡанундары, йәшәү рәүеше һәм, әлбиттә, милләттең үҙенсәлеген сағылдырған теле менән айырыла. Белем һәм тәрбиә биреү юлдары ла халыҡтың милли үҙенсәлегенә бәйләнгән. Ана һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән кермәҫ, тигән әйтем юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән. Тимәк, К.Д. Ушинский әйткәнсә, һәр халыҡтың үҙ тәрбиәүи системаһы бар. Ана шунан сығып, тәрбиә биреү, белем биреү системаһына ла милли айырмалыҡ, милли үҙенсәлек, милли ҡанундар һалынған тип әйтергә була. Телдең тәбиғәтен аңламай тороп, уны өйрәнеп булмай. Ә телдәр йәшәү мөхитенә ҡарап формалаша һәм халыҡтың милли тәбиғәтен сағылдыра. 

Белем биреүҙе лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу баланы туған телендә дөрөҫ итеп яҙа, уҡый, матур итеп һөйләй белгән, донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән таныш булған белемле, юғары культуралы, талантлы, аңлы шәхес итеп тәрбиәләүҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала.

 

“Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге башҡорт

хал
ҡы өсөн ғорурлыҡ! Һәр халыҡтың йөҙөн билдәләй торған улдары 

була. Жәлил Кейекбаев - баш
ҡорт халҡының шундай улдарының береһе.


Кейекбаев! Был исемде әйткәндә кү
ҙ алдына бар булмышы менән ижади хеҙмәткә бағышланған, тулҡынландырғыс ваҡиғалар менән тулы, әйтеп 

бөтөргөһө
ҙ ҡыҙыҡлы, кеселекле яҡты шәхес, бай күңелле кеше килә.

Профессор Кейекбаев! Был исем - Баш
ҡортостандағы һәм туғандаш республикаларҙағы тел ғилеме өлкәһендә эшләүсе йәштәр өсөн бөтмәҫ-

төкәнмә
ҫ белем сығанағы, илһам шишмәһе,тырышлыҡҙ эшеңә, халҡыңа

бирелгәнлек, кешелеклелек символы.


Әгәр минән, тормошта кемгә о
ҡшап үҫергә теләр инең, тип һораһалар, һис икеләнмәйсә, филология фәндәре докторы, профессор Жәлил Кейекбаевтан өлгө алып үҫер инем, тип яуап бирер инем.

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың үлеме хаҡындағы хәбәрҙе Башҡортостан хөкүмәте белдерҙе. Сөнки был юғалтыу -бөтә халыҡ, республика масштабындағы юғалтыу ине .Уны бер кем менән дә алмаштырып булмаясаҡ. Халыҡ үҙенең данлы улын –атаҡлы ғалимды ,талантлы яҙыусыны онотмай . Ул Ватаныбыҙҙың иң юғары бүләге -Ленин ордены менән наградланды . Ғалим -яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла эштәр башҡарыла .Жәлил Кейекбаев исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбендә музей ойошторолған . Өфөлә ,Ғафури районы үҙәге Красноусольск ҡасабаһында уның исеме менән аталған урамдар бар . Әммә иң мөһиме шул ,ғалим һәм талантлы яҙыусының ғилми һәм әҙәби мираҫы халҡыбыҙ культураһының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып әүерелде.Уның исеме бик оҙаҡ халыҡ хәерендә һаҡланыр, күңеленең иң түрендә ҡалыр. Оло ғалим , шағир, әҙип Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев- сәсән телле, шиғри күңелле, халҡының улы ине. Сәсәндәрҙең сәсәне булды ул. 

 

 

Әҙәбиәт

1.     Асфандияров А.З. Любезники вы мои…, - Уфа, Башк. кн. изд-во, -1992. с. 43-46.

2.     Сәмситова Л.Х. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре (“намыҫ” концептын сағылдырған фразеологик берәмектәр нигеҙендә) // Выявление и внедрение в практику эффективных норм, методов и средств организации процесса обучения башкирскому языку и литературе: Материалы межрегиональной научно-практической конференции, посвященной 450-летию добровольного вхождения Башкирии в состав Русского государства. – Уфа, 2006. – С. 115 – 171. 

3.      Сәмситова Л.Х. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре // Преподавание родных языков в Башкортостане (в рамках Государственной программы “Народы Башкортостана”): Материалы Республиканского Круглого стола. – Уфа: БГПУ, 2007. – С. 113 – 196. 

4.     Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк проблемалары // Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. - Өфө, 1998. – 27 - 29-сы бб. 

5.      Зайнуллин М.В., Зайнуллина Л.М. Общие проблемы лингвокультурологии. Курс лекций. – Уфа: БГУ, 2008. – 206 с. 

 

 

 

Һылтанмалар

1.   https://ba.wikipedia.org/wiki

2.   http://www.vsesmi.ru/news/192652/  Добрая память о профессоре: 25 октября исполняется 95 лет со дня рождения профессора Джалиля Киекбаева, первого из башкир доктора филологии

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Жәлил Кейекбаев — күренекле башҡорт тел белгесе, ғалим-тюрколог, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист контроля качества

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 123 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 02.03.2017 2465
    • DOCX 156 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Жиганова Гульемеш Фаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Жиганова Гульемеш Фаритовна
    Жиганова Гульемеш Фаритовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12282
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Методика преподавания истории и обществознания в общеобразовательной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 329 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 329 человек

Курс повышения квалификации

Развитие ИКТ-компетенции обучающихся в процессе организации проектной деятельности при изучении курсов истории

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 95 человек

Курс повышения квалификации

Организация проектно-исследовательской деятельности в ходе изучения курсов истории в условиях реализации ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 47 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 399 человек

Мини-курс

Инновационные технологии в краеведческой и географической работе со школьниками

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Музыкальная журналистика: создание и продвижение контента

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективное продвижение и организация проектов в сфере искусства

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе