Инфоурок Другое Другие методич. материалы“Башҡортостан ынйылары” конкурсына тәғдим ителгән “Балаҫ йыуыу ” йолаһы .

“Башҡортостан ынйылары” конкурсына тәғдим ителгән “Балаҫ йыуыу ” йолаһы .

Скачать материал

             Башҡортостан  Республикаһы Учалы районы муниципаль

районының муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы

Миндәк ауылының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

                              

 

 

                                 Балаларҙың ”Аҡ тирмә”  сәхнә фольклор түңәрәге

 

 

 

  

Башҡортостан ынйылары” конкурсына  тәғдим ителгән

“Балаҫ йыуыу ” йолаһы .

 

 

 

                             Эҙләнеү эшен атҡарҙы: Сөләймәнов Илгиз Зөфәр улы

                              Етәксеһе: Сөләймәнова Резеда Сәлмән ҡыҙы

     

    

                                   

 

                                   Килмәк- 2015. 

 

                                         Йөкмәткеһе:

1.Инеш                                                                                            

2. Төп өлөш                                                                                                    

   Һылыуташ.

   Һыу- йәшәү сығанағы.

3.Йомғаҡлау.                                                                                  

4. Ҡулланылған әҙәбиәт.                                                              

5. Ҡушымта.

                                                                                     

                                        Инеш

     

Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге

        Борон беҙҙең ата-бабалар: «Һәр кеше үҙенең ете быуынын,шунан ары ауылының,халҡының тарихын белергә тейеш»,- тигән һәм үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне  үтәүҙе талап иткән. Беҙҙең район- күп милләтле .Һуңғы  йылдарҙа үҙ тамырҙарын барларға теләүселәр күп,ләкин ер-һыу атамаларын һаҡлап бармау бөгөнгө көндә эҙләнеүселәр өсөн ауырлыҡ тыуҙыра. 

        Атамалар- халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул.

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты

1.Ғалимдарҙың һыуға арналған мәҡәләләрен тикшереп,

 2.Килмәк ауылының тау-таштарының тарихын тикшереү.

Уларҙы барлау

3.Иптәштәремдә тарихты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

1.Тыуған ергә бәйле ер- һыу атамаларының тарихын өйрәнеү;

2. Үҙ еребеҙҙең матурлығын данлау.

Эҙләнеү эшенең методтары.

-тарихты  тикшереү.

-ололар менән осрашыу.

-һыуға бәйле әҙәбиәт  менән танышыу.

Тикшеренеү объекты

Темаға ярашлы әҙәбиәт ,ағай-энеләр  менән әңгәмә.

Эҙләнеү предметы

Һылыуташҡа бәйле материалдар .

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

 Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.

                         

                     

        Төп өлөш

 

1.Һылыуташ.

2.Һыу- йәшәү сығанағы.

3.Уйынды сәхнәләштереү.

4.Фотоһүрәттәр.

 

                                         

 

 

 

                Башҡортостан ынйылары” конкурсына

                   тәғдим ителгән “Ат  һәм балаҫ йыуыу ” йолаһы .

Ҡатнашалар:

Бүләков Рифат – төп герой, сценарийҙың төҙөүсеһе; Ғәйнетдинов Азамат - төп геройҙың  яҡын дуҫы, гармунда уйнаған егет;

Мусина Регина – Рифаттың оҡшатып йөрөгән ҡыҙы;

Йомағужина Лилиә – Өләсәй;

Баймурзин Дим, Ибраһимов Илмир,Сөләймәнов Илгиз,Гибәҙуллин Рәим – егеттәр араһында иң бейеүселәр;

Аллаярова Гөлназ, Зыяйетдинова Гүзәл, Исхакова Альбина- ҡыҙҙар араһында иң йәштәре;

Ҡыҙырасов Эмиль– ҡатнашыусы йырсы егет;

  

   Алыҫта ат тояҡтары тауышы, кешнәү ишетелә. Рифат йүгереп килеп сыға, ат кешнәүенә  ҡолаҡ һала.

Рифат йылға буйында ултыра:- Эх, атым булһа, бүтән малайҙар һымаҡ, һунарға йөрөр инем, атымды йыуырға ла барыр инем. Атайым былай, бейәне ҡара, ҡолонлар сағы етә, әгәр иркәк булһа, инсе итеп бирермен, үҙең генә менеп йөрөрһөң ти.Бейәнең елененә һөт төшкән инде, бөгөндән ҡалмай ҡолонлар, ҡарауылдарға кәрәк. (Малайҙар күренә, улар ат менгәндәр.Йылға буйына төшәләр).Ооо...сәләм, егеттәр.

Азамат:-Егеттәр, туҡтағыҙ әле. Аттарҙы һыуға төшөрөр алдынан, әйҙәгеҙ һыуға ҡарап доғаларыбыҙҙы уғып алайыҡ.Минең олатайым шулай тей. Әгәр беҙ йылғаға ҡарап сүрәләребеҙҙе әйтһәк, ул беҙҙе яуызлыҡтан , бәлә-ҡазанан ҡурсалай икән.(Малайҙар бер-бер артлы белгән сүрәләрен әйтәләр)

- Бына булды инде.(Балалар аттары менән йылғаға инәләр, аттарын йөҙҙөрәләр)

-Рәхәтме, Саптарым минең?

-Ана, нисек ялтырап китте Туратым.

-Минеке лә кәм түгел әле.

Йыраҡта ҡыҙҙар йырлаған тауыш ишетелә.

        АЙ БЫЛБЫЛЫМ.

1.Ай былбылым, ай былбылым,

Агиҙелдең ҡамышы;

Таң алдынан сут-сут килә

Һандуғастар тауышы.

2.Ай былбылым, ай былбылым,

Агиҙелдә таң ата;

Таңдар ата,өҙ(ө)лә үҙәк

Йырлата ла илата.

3.Ай былбылым, ай  былбылым,

Ҡунып һайрай талдарға;

 Һинең хаҡта серҙәремде

Сисәм һандуғастарға.

       Өләсәй: -Эй, уландарым, һеҙ Ҡыҙҙар ташы кисеүендә нишләп йөрөйһөгөҙ?Беҙ балаҫ йыуып алайыҡ тип төшкән булған инек тә, ә бында ней ...малай-шалай тулған.Барығыҙ-бар, китегеҙ үҙегеҙҙең кисеүегеҙгә.Беҙҙең заманда ней  ҡыҙҙар айырым, егеттәр үҙҙәренең Әхмәт кисеүендә була торған инеләр.Егет менән ҡыҙҙарға бергә һыу төшөү тыйылған бит элек.

Дим: - Эй, Өләсәй, беҙ бит һеҙгә мищәт итмәйбеҙ. Бына аттарыбыҙҙы йыуып алдыҡ та, хәҙер ҡайтышмаҡ уйнайбыҙ.

Рифат: - Дим, һин ниңә бөтәһе өсөн яуап бирәң әле. (малайҙар бер-береһе менән шыбырлашалар) Әйҙә ошолай итәйек. Әйҙәгеҙ әле, егеттәр!(«Тимербайҙың 5 балаһы» бейеүен башҡарыу: Дим, Рәим, Илмир,Илгиз, Рифат. Өләсәй биҙрә сиртә башлай, ә ҡыҙҙар – ҡалаҡ һуғалар.)

Егеттәр: - Инде беҙҙең бында ҡалыуыбыҙға рөхсәт  булғандыр,ибет, ҡыҙҙар?(ҡыҙҙар сырҡылдашалар)

Өләсәй: -Ҡана, улай булғас, ҡаҙанға һыу ҡояйыҡ та, йылытырға ултыртайыҡ.Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!Гөлназ, һин миңә аҫтан алып бир, мин ҡаҙанға ҡояйым.

Егеттәр: - Өләсәй, беҙ үҙебеҙ, ә һин ултырып тор.(малайҙар һыу ташый)

Өләсәй: - Рәхмәт яуһын үҙегеҙгә, ҡолонсаҡтарым.Тик иҫегеҙҙә тотоғоҙ : һыуҙы йылғаның ағымына  ҡаршы алығыҙ.Ә кисен, һуңға ҡалып китһәгеҙ, Һыу хужаһынан рөхсәт һорарға кәрәк:«Һарысәс,һарысәс, беҙгә ҡунаҡ килде, һыу алырға рөхсәт ит»-тип әйтергә кәрәк.Сөнки эңер төшкәс һыу үҙенең көсөн юғалта, ул да бит ҡояш менән бәйле.

Егеттәр: Өләсәй, ә йылға ағышы ыңғайына һыу алһаҡ нимә була?

Өләсәй: Ундай  һыу менән мәйетте йыуалар, балалар.Йылға ағышына ҡарап теләктәр әйтһәң, шул алдыңа килә.

     Малайҙар:  - Ҡайғы-хәсрәттәр китһен.

                           -  Ауырыу-һыҙланыуҙар китһен.

                            -Яуыз уй-ниәттәр ағып бөтһөн.

--Эйе, шулай булһын. Амин. Эй, балаҡайҙарым, доңъялар имен булһын.Олатайҙарығыҙ ҙа һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас та, ошо ерҙән тубыҡланып һыу эскәндәр бит.

    Бына ҡаҙан да тулды, ә һеҙ күмәкләшеп уйнап алығыҙ, барығыҙ.Мин ут яғып, һыуҙы йылытырға ҡуйып, аяғтарымды яҙҙырып ултырып алайым.(Галоштарын сисә, аяҡтарын яҙып ултыра, ыуып ебәрә.)

Рифат: -Әйҙәгеҙ,егеттәр, ҡыҙҙар, «Ҡул бирешеү» уйынын уйнап алайыҡ.Мин үҙем –башлаусы.(Егеттәр –бер яҡҡа, ҡыҙҙар- икенсе яҡҡа ултыралар.Рифат  ҡыҙҙарға ҡаршыла ултырған егеттәрҙең исемдәрен ҡушып сыға.Һәр бер ҡыҙға бер егеттең исеме билдәләнә.Һуңынан егеттәр ҡыҙҙарға күрешәләр.Тап килһә –урындарын алмашалар, тура килмәһә, яза бирелә.Йә йырларға, йә бейергә. )

     Яза –Азамат- ҡурайҙа уйнай .

Рифат: Уйна әле, уйна әле,     

Уйнағаның юҡ әле.

Уйнағаның булмаһа ла,

 Оҫта уйнайһың әле.

Рәим – йомаҡ ҡоя,Илгиз –йырлай.

Регина: -Күмәкләшеп йыр ҙа йырлап алмайыҡмы, ҡыҙҙар?

             1. Эх, дуҫҡайым, дуҫҡайым

              Оноттоң микән мине.

               Бөтә дуҫтар алдында

               Оят түгелме һиңә.

2.Табылғашты  аръяғынан

 Йөҙөп килдегеҙме әллә?

Ауыҙығыҙҙы энә менән

 Тегеп килдегеҙме әллә

 3.Желтый һары, желтый һары,
Һарынан да һап-һары.
Мин һарғаймай кем һарғайһын,
Юҡ бит сәләм хаттары.

4.Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Әхмәтйән.
Бер аяғы бейеп тора,
Ә береһе шаҡ ҡатҡан.

5.Күк йөҙөндә ай күренә,
Ай түгел ураҡ бит ул.
Елкендерә, тулҡындыра,
Йәш йөрәк дурак бит ул.

6.Килмәк буйы тал-тирәк,

 Муйыл ағасы һирәк.

Минең янда күп йөрөмә-

Миңә ағайың кәрәк.

 

7.Мейесеңә яғыр булһаң,
Усағыңдан ут алам.
Бер беҙ генә йырламайыҡ,
Йырлашайыҡ пополам
.

 

8.Бесән еткән, бесән еткән
Давай бесән сабабыҙ.
Был уйынды тамам итеп,
Икенсене табабыҙ.

9Симпатичный, заграничный
hине
ң ҡара күҙҙәрең.
Политика т
үгелмикән,
Люблю тиг
ән hүҙҙәрең?!. 

10.Урам беҙгә - улица,
Тауы
ҡ беҙгә - курица.
әтәс беҙгә - петуха,
ә егеттәр - ЧЕПУХА!!!

11.Стенала сәғәт һуға

Унды ла, һигеҙҙе лә.

Бешкән алмаға оҡшатам

Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә.

Өләсәй: Ҡыҙҙар, малайҙар! Ҡаҙанда һыу әҙер.Әйҙәгеҙ, балаҫты тотоп,йылғаның ситендә ятҡан үҙебеҙҙең ташҡа төшәйек.Йылғаға төшөрә күрмәгеҙ инде.

Рифат: Беҙ ҙә ярҙам итәйек, малайҙар.(Күмәкләшеп йылға яуына китәләр).

Ситтән тауыш ишетелә: Рифат, һөйөнсө- бейәң ҡолонлаған.(Рифат сыға, уңға ҡарай, һулға ҡарай)

Рифат:Һөйөнсөгә 1 самауыр сәй, йә тараҡан бото!(Ауыл яғына йүгерә)

                                         Һығымта
Рәсимә УРАҠСИНА һүҙҙәре, Әлфиә ЗИННУРОВА көйө.

                              БЫЛ МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕРЕМ

Тәмле һыу, тәмле һауа,
Көмөш ямғырҙар яуа.
Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ,
Урманы өҫкә ауа.
Күбәләк сәскәләр ҙә,
Еләкле сәхрәләр ҙә
Ем-ем, ем-ем йырлайҙар,
Ҡыуаныс сәсәләр.

Ҡушымта: Был минең тыуған ерем,
Был минең тыуған илем.
Бәхетле мин ошонда,
Ҙураям, алам белем. 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт
Башkорт халыk ижады. Т. I. — ¤фµ, 1995. 
Кудряшов П.М. Предрассудки и суеверия Башкирцев // Башкирия в русской литературе. Т. 1. — Уфа, 1989.
Нагаева Л.И. Башкирские народные праздники, обряды и обычаи. — Уфа, 1999. 
Сулейманов Р.С. Жемчужины народного творчества Урала. — Уфа, 1995.
Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. — Уфа, 2005.
Хисамитдинова Ф.F. Башkорттар
ҙың им-том китабы. — ¤фµ, 2006..

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "“Башҡортостан ынйылары” конкурсына тәғдим ителгән “Балаҫ йыуыу ” йолаһы ."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Страховой брокер

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 983 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.11.2015 1168
    • DOCX 26.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сулейманова Резеда Сальмановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5741
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Психология личностного развития: от понимания себя к творчеству

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 64 человека из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 30 человек

Мини-курс

Копирайтинг: от пресс-портрета до коммуникаций

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Фитнес: теория и практика

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 14 человек