Инфоурок Классному руководителю СтатьиЕйәнсурам – тыуған ерем

Ейәнсурам – тыуған ерем

Скачать материал

 

Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районы Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева исемендәге  Башҡорт гимназия – интернаты муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

Ейәнсурам – тыуған ерем

 

            

 

 

 

 

 

                                                      

 

 

                                                                  Эште әҙерләне: 10-сы кл уҡыусыһы

                                                            Айдашев Ильсур Марсель улы

                        Етәксеһе:

                                                              Айдашева Юлиә Мирғәли ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Иҫәнғол 2023

 

 

 

Башҡорт халҡының  “Үҙенең үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ” тигән әйтеме бар. Тыуған яғым ерҙәре атамалары уның тарихы тураһында  материалдар  йыйыу,  өйрәнеү, эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм киләсәк быуындарға топонимик атамалар хаҡында  мәғлүмәт еткереү минең маҡсатым.

Теманың актуаллегенә килгәндә: минең өсөн башҡорт халҡы тарихын,  йәшәгән ерҙәренең атамаларын, тәбиғәтен, көнкүрешен, талантлы шәхестәренең тормошон өйрәнеү әһәмиәте ҙур. Һәр кем өсөн тыуған илгә оло һөйөү үҙенең бәләкәй Ватанынан башлана. Был тема һәр ваҡытта актуаль буласаҡ.

Тыуған төйәгебеҙ тәбиғәте сикһеҙ бай һәм мөғжизәле, шулай уҡ ер-һыу атамаларының борондан килгән легендалары  булыуы һоҡландырғыс. Тик матурлыҡҡа һоҡланыу ғына  аҙ, уны киләсәк быуындарға еткерергә кәрәк. Ошо уйҙар менән мин үҙемдең эҙләнеү эшендә  тыуған яғым, ерем ер-һыу атамаларын ныҡлап өйрәнергә, урындарын билдәләргә булдым.

 Ни өсөн район үҙәген  “Иҫәнғол” тип атағандар? Ә саф таҙа һыулы, йәйрәп аҡҡан йылғабыҙҙың исеме ни өсөн “Эйек”? Ә Иҙәш ауылындағы мөғжизәле “Яҡшылар йылғаһы”, Сәғит яҡтарындағы көмөштәй ялтырап аҡҡан “Көнбикә шишмәһе” нимәһе менән әһәмиәтле? Бына ошо һорауҙар минең ҡыҙыҡһыныуымды тағы ла арттырҙы.

Иҫәнғол ауылына, һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәр буйынса, Иҫәнғол тигән кеше нигеҙ һалған. Ошо урында торған хәрби гарнизондың етәксеһе булған ул. Бик уҡымышлы, белемдең ни тиклем ҙур хазина икәнен аңлаған, алдынғы ҡарашлы уҙаман үҙе лә мәҙрәсә асҡан. Хәрби хеҙмәт менән бер рәттән донъя көтөүгө лә әүәҫ, егәрле булған. Иген дә иккән, тирмән дә тотҡан. Йылдар үткән һайын, эргәләге бәләкәй ауылдарҙың кешеләре күсеп  ултырыуы иҫәбенә, ауыл ҙурая барған һәм гарнизон башлығы исеме менән “Иҫәнғол” тип аталған. 1935 йылдың мартынан алып Иҫәнғол Ейәнсура районы үҙәге булып тора.

Эйек беҙҙең районда иң ҙур йылғаларҙың береһе булып һанала. Йылғаның русса яҙылышы Большой Ик. Республикала русса ошондай уҡ яҙылышлы ике йылға бар,  башҡортса иһә  улар Ыҡ һәм Ыйыҡ. Лингвист  ғалимдарҙың фекеренсә, Эйек, Ыйыҡ, Ыҡ йылғаларның исемдәре “йылға” тигәнде аңлатҡан йог//йоҡ тигән пермь һүҙенән барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип һанайҙар. Ә был яҡтың ололары  йылға исемен: “эйелеп кенә, эйеп кенә (тыныс ҡына, яйлап ҡына) аҡҡанға Эйек тип аталған”, - тиҙәр.

Шайтантау  теҙмәһе райондың Йылайыр һәм Хәйбулла менән сикләнгән ерҙәрендә урынлашҡан һәм иң бейек нөктөһе 619 метр.  Инәй-олатайҙар тарихы буйынса: –элек, Яутү­бәлә башҡорт һәм  ҡаҙаҡтар араһында ҡаты һуғыш була һәм ҡаҙаҡтар ҡаршы тора алмай. Был еңелеүҙән һуң улар бер-береһе менән башҡаса һуғышмай. Шунан һуң был һыртты “Яутүбә”  тип, йә ҡайһы берҙәре “Яутигән” тип тә йөрөтә башлайҙар.
Шайтантау тигән атаманы сәйәхәт­селәр биргән, тип фаразлана. Ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары ара­һында булған һуғышта күп ке­шенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың йән­дәре әлеге ва­ҡытта ла Шайтантауға менгән кеше менән шаяра, тиҙәр, ҡайтыу юлын табыуы еңел түгел, сөнки ҡайһы яҡҡа барһаң да, барыбер шул уҡ урынға килеп сы­ғаһың, ҡо­рамалдар эш­ләүҙән туҡтай, бәй­ләнеш ҡапыл өҙөлә. Хатта көн дә был урында тиҙ үҙгә­реүсән: йә көслө ел сыға, йә ҡапыл ҡояшлы, йылы булып китә. Был ғә­жәйеп урында, ысынлап та, аңлатып булмаған тойғо кисе­рәһең, шуның өсөн дә ҡурсаулыҡ Шайтантау тигән атама алған.

Сураштан алыҫ түгел, Абзан – Һарыҡташ юлында, әллә ҡайҙан ҡайҡайып, ғорур торған  “Алъян гора” тигән  ҙур тау бар. Уның дөрөҫ атамаһы – Ғәлийән тауы.

Ололар һөйләүе буйынса, Салауат яуында ҡатнашҡан Ғәлийән тигән  ҡаһарман,  эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, ошо тауҙың мәмерйәһендә йәшеренеп ятҡан һәм халыҡ ирке өсөн көрәшкән. Ә яҡташтары, уның ҡайҙалығын белһә лә, власть вәкилдәренә һиҙҙермәгән. Аҙаҡтан шул батыр хөрмәтенә тауҙы “Ғәлийән тауы” тип йөрөтә башлағандар. Ул мәмерйә хәҙер ҙә бар.

Сәғит – Бишөйлө. Ауыл башланып киткәндә биш йорттан торғанға “Бишөйлө” тип атағандар. Һуңғары рәсми ҡағыҙҙарҙа  Сәғит тип теркәлгән. Сәғит ауылы янында сылтырап аҡҡанКөнбикә шишмәһе” тураһында риүәйәт тә бар. Ул риүәйәттә әйтелгәнсә, йәш, егәрле килен  сүмесе менән ер ҡаҙып һыу сығарғаны өсөн, аҙаҡтан урғылып шишмә сыҡҡан урынды халыҡ йәш килен хөрмәтенә “Көнбикә шишмәһе”, тип атай башлайҙар. Сәғит ауылында тап шундай матур кешеләрҙән торған үҙенсәлекле “Көнбикә” исемле фольклор ансамбле лә эшләп килә.

 Иҙәш буйының матур тәбиғәте сит-ят кешеләрҙең  куңелен арбай,  үҙенә тарта. Ауылдан алыҫ түгел  “Яҡшылар йылғаһы” бар икән. Унда бөтөн яҡтан киләләр. Тауҙың морононан һыу ағып ята. Унда бер әүлиә әбей ерләнгән ҡәберлек тә бар. Ҡышҡыһын да туңмай ул. Кешеләр унда “ҡырҡ баҫҡыс” та яһап ҡуйғандар. Тауҙы тишеп сыҡҡан йылғаның йыланы ла бар, насар күңелле кешеләргә ул һыу бирмәй, уралып ҡына ята шунда тиҙәр. Күп кешеләр күргән уны.

Әүлиә әбей һыуға гел барып йөрөгән, бер барғанында үлеп ҡалғас, шунда ерләгәндәр”, - тип бәйән итә ололар.

Ейәнсура районында ҡыҙыҡлы тарихтар менән бәйле ер-һыу атамалары бик күп. Уларҙы бер көн эсендә генә һөйләп тә, яҙып та бөтөп булмай. Беҙҙең тыуған яҡты  өйрәнеүсе Марат Сәйфулла улы Түләбаев бик күп көсөн һалған был ер-һыу атамаларын бергә туплау өсөн.

Максатымды тормошҡа ашырҙым, тик өйрәнә, эҙләнә торған эштәр күп әле. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Сәйфулла улы Түләбаев әйткән һүҙҙәре, яҙған китаптары беҙгә һәм киләсәк быуынға  бик кәрәкле, әһәмиәтен әйтеп бөткөһөҙ.  Заман үҙгәреү, ваҡыт үтеү менән күп кенә балыҡлы күлдәр, ат йөҙҙөрөрлөк йылғалар, хуш еҫле болон-аҡландар, мөһабәт тауҙар яйлап юҡҡа сығалар. Улар менән бергә тарихты белгән ата-бабаларыбыҙҙың да ғүмерҙәре мәңгелек түгел. Шуға күрә ер-һыу атамаларын, уларға ҡағылған тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуындарға еткереү – изге бурысыбыҙ!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ейәнсурам – тыуған ерем"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Психолог-консультант

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 667 985 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 17.04.2024 111
    • DOCX 19.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Айдашева Юлия Миргалиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Айдашева Юлия Миргалиевна
    Айдашева Юлия Миргалиевна
    • На сайте: 13 дней
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 178
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Медиаграмотность как форма работы с современным родителем

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 127 человек

Курс повышения квалификации

Работа классного руководителя по организации взаимодействия семьи и школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 404 человека из 63 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 549 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы профориентационной работы в деятельности педагога

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 97 человек из 36 регионов
  • Этот курс уже прошли 123 человека

Мини-курс

Эффективная самоорганизация и планирование

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 115 человек из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 47 человек

Мини-курс

Стрессоустойчивость и успех в учебе: практические методики и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 52 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Мини-курс

Театральная педагогика: творческое развитие и воспитание

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 24 человека