Инфоурок Классному руководителю Научные работыИсследовательская работа "Искужинские чтения"

Исследовательская работа "Искужинские чтения"

Скачать материал

Республиканская научно-практическая конференция обучающихся и                

 педагогов « III Искужинские чтения »

 

                                       Номинация:  “Соратники и современники М. Искужина

                              “М. Исҡужиндың замандаштары һәм фекерҙәштәре”

                                                             (Эҙләнеү эше)                     

                                       

 

                                          Подготовила:

                                                             Давлетшина Айсылу Ильшатовна

                                                             ученица 9 класса Новомусятовского 

                                                             филиала МОБУ СОШ с.

                                                             Старосубхангулово

                                                             Бурзянского района РБ

                                                             Руководитель:

                                                             Ахметова Нафиса Абдулловна

                                                             учитель башкирского языка и  

                                                             литературы     

                                                             Новомусятовского филиала МОБУ СОШ  

                                                             с. Старосубхангулово

                                                             Бурзянского района РБ         

                                                                  т. 8(34755)3-47-02

                                                                  nafisa.akhmetova.2017@mail.ru

                                                                   

                                        

 

 

                                           Новомусятово-2019

 

                                                 Йөкмәткеһе

Инеш.

Төп өлөш.

Мөхәмәт Исҡужиндың эшмәкәрлеге.

Мөхәмәт Исҡужиндың замандаштары эшмәкәрлеге    

Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тикшеренеү эшенең актуаллеге.
Мөхәмәт Исҡужиндың  туған тел, милләт рухы хаҡындағы фекерҙәре,  ҡараштары  бөгөн  актуаль проблемаларҙың береһе . Беренсенән, бөгөнгө оптималләштереү шарттарында мәктәптәрҙе ябыу, статусын түбәнәйтеү кеүек мәсьәләләр хафаға һалһа, икенсенән,   хәҙерге быуын телем, халҡым тип янып йөрөгән Мөхәмәт Исҡужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлы, йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында  мотлаҡ белергә тейеш тип иҫәпләйем.

 

Маҡсаты.

Балаларға милли рух һәм тәрбиә биреү өсөн ең һыҙғанып көрәшеүсе Мөхәмәт Исҡужиндың бөйөк шәхес булып күтәрелеүенә  булышлыҡ итеүсе сәбәптәрҙе асыҡлау; 

Туған телгә, халҡыңа ҡарата мөхәббәт хисе, арҙаҡлы шәхестәргә хөрмәт тәрбиәләү;

Милли үҙаңды үҫтереү;

 

Бурыстар.

Тикшеренеү эше ошондай бурыстарҙы билдәләй:

Мөхәмәт Исҡужиндың һәм уның фекерҙәштәренең эшмәкәрлеген баһалау;  

Туған тел , милли мәктәптәрҙе һаҡлау темаһы бөгөн дә мөһим бурыстарҙың береһе икәнен иҫбатлау;

 

Объекты һәм предметы.

Шуға күрә тикшеренеү эшенең объекты – туған телгә ,белемгә, һөнәргә эйә булыу, хеҙмәт һөйөү кеүек сифаттар.

Тикшеренеү эшенең  предметы – башҡортомдоң арҙаҡлы шәхестәре.

 

Гипотеза.

Тикшеренеү эше киләсәктә лә халҡыбыҙҙың данлы шәхестәре, зыялы ул-ҡыҙҙары илебеҙҙе данлар , Мөхәмәт Исҡужин, Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев  кеүек аҫыл заттарыбыҙҙың мәғрифәтселек эшен дауам итерҙәр,   алға әйҙәүселәр рәтенә  баҫырҙар тигән ышанысты алға ҡуя.

Метод.

Эҙләнеү.

 

Эштең этаптары

     1.Тема буйынса арҙаҡлы шәхестәр тураһында материалдар туплау, өйрәнеү;

2. Материалды системаға һалыу.

3. Эҙләнеү эшен яҙыу, һығымтаға килеү.

4. Эҙләнеү эше буйынса презентация төҙөү

 

 

Структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт  исемлегенән һәм  ҡушымтанан тора. 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                Инеш

 

 

                                           М. Исҡужин , мәғрифәтсе, йәмғиәт  белгесе:“Милләтебеҙҙе рухи тарҡаулыҡтан ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы – балаларҙы туған телебеҙҙә тәрбиәләү һәм уҡытыу”.

 

                  Был фәнни-тикшеренеү эшенә тотоноуым юҡтан ғына булманы.         

      Ошондай күп яҡлы эшмәкәр, бөйөк кеше хаҡында күберәк белеү теләге

      миңә этәргес бирҙе.  Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн тыуған телебеҙгә хәүеф

      янай:   мәктәптәрҙә башҡорт теле  сәғәттәре кәмей, балалар күберәк урыҫ

      телендә  аралаша, башҡортса китаптар тик кәштә йәме генә...

Эш барышында Мөхәмәт Исҡужиндың тормошо һәм эшмәкәрлеге (1-се фото) , уның фекерҙәштәре һәм замандаштары хаҡында күп материалдар таптым,  матбуғатта баҫылып сыҡҡан  мәҡәләләрен өйрәндем. Фәнни эшемдең материалына “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужин” тигән йыйынтыҡ (Өфө, 2013), үҙе яҙған мәҡәләләре, китаптары нигеҙ булып хеҙмәт итте.

 

            Республикабыҙҙың тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Мөхәммәт Исҡужин 1927 йылдың 23 мартында Көйөргәҙе районының Мотал ауылында тыуған. Туғыҙ йәштә сағында атайһыҙ ҡалғас, уға бәләкәйҙән барлыҡ ауыр эште башҡарырға, икмәкте әсе тир түгеп, тырышып-тырмашып табырға тура килә.  1954 йылда Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһы университетын тамамлай. 1960 йылдан алып Өфөләге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернаты уҡытыусыһы булып эшләй.
           Халҡының үҙ телендә белем ала алмауына, милли рухтың һүнә барыуына көйөнөп йәшәгән Мөхәммәт Исҡужин ғүмерен уҡытыусылыҡҡа, башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары асыуға арнай. Уның хеҙмәт емеше булып баш ҡалабыҙҙа Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, 136-сы башҡорт лицейы, шулай уҡ төрлө районда, Салауат, Нефтекама ҡалаларында милли тәрбиә һәм белем усаҡтарына нигеҙ һалынды. «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге ағзаһы, «Аҡтамыр» ижтимағи ойошмаһы етәксеһе булып эшләй.

             Мөхәмәт Исҡужин башҡорт милли мәғарифын үҫтереү мәсьәләләре буйынса матбуғат биттәрендә үткер публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әсә телендә уҡытыу: бөгөн һәм иртәгә», «Туған телде өйрәтергәме, әллә туған телдә уҡытырғамы?», «Башҡортостан халыҡ мәғарифын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр» һ.б. мәҡәләләрендә автор туған телде уҡытыу менән бергә туған телдә белем биреүҙең башҡорт милли яҙмышы өсөн ни тиклем мөһим булыуын асып һала. Уның публицистик әҫәрҙәре вафатынан һуң «Аҡтамыр» исемендә айырым китап булып донъя күрә.

             Остазыбыҙҙың изге өмөтө аҡланды: телебеҙ дәүләт теле кимәленә күтәрелде, һәр белем усағында өйрәнелә. Халҡыбыҙ ҙа бөйөк улын онотмай:                                                                                                           Күмертау ҡалаһының бер урамы, Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейы Мөхәммәт Исҡужин исемен йөрөтә, баш ҡалала ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған (2-cе һүрәт).
            Эйе, кешенең ғүмере йәшәлгән йылдар менән түгел, ә изге ғәмәл, туған халҡы өсөн күрһәткән хеҙмәте менән баһалана. Мөхәммәт Исҡужин, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә туған телдә белем биреүсе уҡыу йорттары, балалар баҡсалары асып, башҡорт телен һаҡлауға ифрат ҙур өлөш индерҙе, халҡына үлемһеҙ алтын мираҫын ҡалдырҙы.

 

 

            Мөхәмәт Исҡужиндың замандаштары, фекерҙәштәре

 

Тел яҙмышы өсөн борсолоп, уны һаҡлау һәм артабан үҫтереү өсөн ең һыҙғанып көрәшеүсе түбәндәге зыялыларыбыҙ хаҡында бер-нисә һүҙ:

 

Уларҙың береһе Мөхәмәт Исҡужиндың  замандашы-  мәғрифәтсе  Иҙел Агишев. 

               Иҙел Миһран улы Агишев — һис ҡасан башын түбән эймәгән, башҡорт телен, мәктәбен, донъяһын ҡурсалап көрәшкән, көслө елдәргә лә бирешмәгән ирмен тигән ирҙең уяуы була. Илдә милли үҫеште сикләү, ҡыҫырыҡлау һәр йәһәттән көсәйгән осор.  Башҡортостанда башҡорт мәктәптәренең, башҡорт теленең аяныс хәле һәм кисекмәҫтән туған тел уҡытыла башлауҙы талап итеп КПСС Үҙәк Комитетына мөрәжәғәт яҙа. Иҙел Миһран улын дөрөҫтө яҙмағанлыҡта ғәйепләп, үҙ фекерҙәренән баш тартырға өндәйҙәр , милләтселектә ғәйепләргә  маташалар. Тик ул баш тартмай.  Өфөлә үҙәктән килгән комиссия ағзалары менән осрашып, үҙ фекерҙәрен әйтә, ике тапҡыр Мәскәүгә КПСС-тың Үҙәк Комитетына, РСФСР Мәғариф министрлығына барып ҡайта. Эйе, милләтеңдең аҫыл зиннәтәрен һаҡлау, үҫтереү, киләсәк быуындарға аманат ҡылыу —  изге эш икәнен аңлап эш итә ҡыйыу остаз.

              XXI быуат башында, Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә

     башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, башҡорт ауылдарында байтаҡ  

     фәндәр башҡорт телендә уҡытыла.

               Башҡорт тел белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы профессор,

     Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы, Рәсәй  

     Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Зиннур Ғәзиз

     улы Ураҡсин  :”Туған телдә яҙыша, уҡый һәм һөйләшә белеү башҡорт  

     милләтенән булған кешеләрҙең әхлаҡи бурысы”,- тигән. Милләтебеҙҙең,

     телебеҙҙең яҙмышы беҙҙең ҡулда икәнен аңлап, шул мөмкинселекте мөмкин

     ҡәҙәр ҡулланып илһөйәр , телһөйәр балалар тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған

     ул.  

        “ Ул ғүмере буйы телебеҙгә, туған һүҙебеҙгә хеҙмәт итте. Сәсте, үҫтерҙе, урҙы. Бәйләгән тығыҙ көлтәләре тос башаҡлы, уңыштары милләтебеҙҙең рухи бураларына байлыҡ өҫтәне”,- тип яҙған уның хаҡында тел белгесе  ғалим Рауил Бикбаев.  З. Ураҡсин тел ғилеме өлкәһендә генә туҡталып ҡалмай,  Президент советында, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетында ла һөҙөмтәле эшләй.

 

            Йыһат Солтанов — шиғырҙар, хикәйәләр, повестар, романдар, эсселар яҙған күп яҡлы, тәрән мәғәнәле, егәрле ижадсы.

Ул үҙенең роман-ҡисса, эссе кеүек тәрән йөкмәткеле, киң мәғәнәле эпик әҫәрҙәре ("Йәдкәр”, "Ерем, кешеләрем", "Башҡорт хәтере", "Хәтер-хитап", "Башҡорттарҙан башлана" һәм башҡалар) менән уҡыусы хәтерен яңыртырға, донъя картинаһын танып белеүҙә иҫ-миҫен теүәлләргә, аңды-тоңдо айырыу һәләтен үҫтерергә тырыша. Үҙ нәҫелең тамырҙарын белергә саҡыра, халыҡтың төпкөл хәтерен (миҫен) уятырға, улай ғына ла түгел, таланған, урланған, йәбер-золомға дусар булған хәтерҙе тергеҙергә, донъябыҙ тарихын халыҡ күңеленә һалырға өмөтләнә. Башҡорт тарихының ҡайһы бер өлгөләрен дә бирә. Мәҫәлән, йәнтөйәгебеҙҙән башланып тармаҡлана барған юлдарҙы, ырыуҙарҙың тәбиғи ҡоролошон, тәбиғи хәлен, йәшәйешен, тарихи биләмә сиктәрен, теленең тарихын һәм башҡа бик тә әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙе, ғилми сығанаҡтарҙы сағылдыра, юғары фәнни кимәлдә тасуирлай әҙип үҙенең әҫәрҙәрендә. 

 

              Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева  актив йәмәғәтсе, оҫта тәрбиәсе лә. Ул һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна, һәр саҡ иленә, теленә хеҙмәт юлында яңы алымдар уйлап таба, йәше-ҡарты араһында ҡайнап йәшәй. Уй-ниәттәрен кешегә аңлатып биреп кенә ҡалмай  , ә бөтә пландарын ғәмәли, аныҡ эштәр менән тормошҡа ашыра бара. Ейәнсура башҡорт гимназияһын асып ебәреү, балалар өсөн «Йәйләү» лагерын, милли ризыҡтар – талҡан, буҙа етештереүҙе ойоштороу, « Тормош һабаҡтары» дәреслеген яҙыу, уны мәктәптәрҙең уҡыу планына индереүгә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәттән, Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылынан перспективаһыҙ мөһөрөн алдырып ташлауға өлгәшеү... Хәйер, уның ҡаҙаныштарын бик оҙаҡ һанарға була . Арғымаҡ” әҙәби-публицистик әҫәре үҙе ни тора- тотош тәрбиә һәм аҡыл мәктәбе! Мәрйәм Бураҡаеваның асылын ошо китапты уҡып та беләбеҙ.

 

 

                                            Йомғаҡлау

 

            Шулай итеп, Башҡортостанда милли мәғарифты, шул иҫәптән башҡорт телен, һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә күп көс һалған, халыҡ мәғрифәтсеһе дәрәжәһенә күтәрелгән аҫыл заттарыбыҙ эшмәкәрлеге оло батырлыҡҡа тиң икәнлегенә инандым.

             Ныҡышмалылыҡ, белемгә, яңылыҡҡа ынтылыш сифаттары менән бергә үҙ заманының алдынғы ҡарашлы шәхестәре йоғонтоһо Мөхәмәт  Исҡужинды данлыҡлы, бөйөк шәхес итеп үҫтерә. Был  эҙләнеү эше миңә илде , телде ҡәҙерләргә, һаҡларға һәм уның хаҡында хәстәрлек күрергә  өйрәтте,   күп файҙалы мәғлүмәттәр бирҙе,  милләтем теле һағында тороусы олуғ шәхестәребеҙгә хөрмәтемде бермә-бер үҫтерҙе.

 

Ә үҙем өсөн киләсәккә түбәндәге бурыстарҙы маҡсат итеп алдым:

 

            1.  Иптәштәрем араһында   аңлатыу эштәре алып барыу;   

            2.  Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте сәғәттәрен арттырып, тик үҙ туған телеңдә белем һәм тәрбиә алырға өндәү, саҡырыу;

            3.Ата- бабаларыбыҙ йолаларын үҫтерергә, тарихыбыҙҙы өйрәнергә;

             4.Балаларҙы ғаиләлә, балалар баҡсаларында, уҡыу йорттарында туған телеңдә тәрбиәләү;  

              5.  Арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мөхәмәт Исҡужиндың изге педагогик мираҫына хыянат итмәҫкә, ә киреһенсә,   уны артабан үҫтерергә, дауам итергә бурыслыбыҙ икәнлеген онотмаҫҡа.

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

 

1. Ханова З. Ҡ. Мәғрифәтсе. Өфө, 2006;

2. Яңы заман  мәғрифәтсеһе. Башҡортостан гәзите.10 март,2019

3.  “Халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужин”   (Өфө, 2013)

4. М.Исҡужиндың мәҡәләләре

5. Интернет мәғлүмәттәре.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                            Ҡушымта       

   

1-cе фото .     М. Исҡужин , мәғрифәтсе, йәмғиәт  белгесе.

 

 

 

 

 

 

2-се фото. М.Искужинға һәйкәл.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

3-сө фото. М. Исҡужиндың эшен дауам итеүселәр.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа "Искужинские чтения""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист органа опеки

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 265 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.04.2019 805
    • DOCX 272.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметова Нафиса Абдулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахметова Нафиса Абдулловна
    Ахметова Нафиса Абдулловна
    • На сайте: 6 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8251
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 22 регионов

Курс повышения квалификации

Особенности реализации Федеральной рабочей программы воспитания в школе

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 92 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 252 человека

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы взаимодействия образовательной организации с семьями обучающихся

72/108 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 41 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 88 человек

Курс повышения квалификации

Работа классного руководителя по организации взаимодействия семьи и школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 400 человек из 62 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 557 человек

Мини-курс

Эффективная работа с Wildberries: от создания личного кабинета до выбора продукта

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 19 регионов

Мини-курс

Продвинутые техники нарративного подхода в психологии

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 16 регионов

Мини-курс

Маркетинг в сфере услуг: от управления до рекламы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 14 регионов