Класс:
|
2Б(г)
|
Дата:
|
|
Дәрес
темаһы:
|
Минең
мәктәбем. Мәктәп ниндәй?
|
Дәрес
төрө:
|
Яңы
материалды өйрәнеү.
|
Дәрес
маҡсаттары:
|
Белем
биреү:
тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү.
Үҫтереүсе:
тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.
Тәрбиәүи:
уҡыған мәктәптәренә ҡарата ихтирам, ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.
|
Көтөлгән
һөҙөмтәләр:
|
Предмет
УУЭ һөҙөмтәләре: мәктәп – темаһына яңы һүҙҙәр өйрәнү, телмәрҙә ҡулланыу.
Метапредмет
(предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а)
регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә
күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;
б)
танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;
в)
коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири
уҡый белеү.
Шәхес
булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙәре уҡыған мәктәпкә ҡарата ыңғай
ҡарашлы, иптәштәрен уҡытыусыларҙы, мәктәптең традицияларын ихтирам итеүсе,
класс эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ
тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусышәхес тәрбиәләү.
|
Йыһаҙландырыу:
|
“Башҡорт
теле” дәреслеге, “Беҙҙең мәктәп” темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт
алфавиты, электрон дәреслек.
|
Дәрес
этаптары
|
Уҡытыусы
эшмәкәрлеге
|
Уҡыусылар
эшмәкәрлеге
|
Дәрестең
һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив,
шәхес булараҡ формалаштырыу)
|
I.
Уҡыу
эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.
|
1.
– һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!
-
һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙмы?
2.
Артикуляцион күнегеү.
Бүлмә
тып-тын,
Дәрес
бара.
Яңы
тема бик ҡыҙыҡ.
Уҡытыусы
һөйләгәнде
Беҙ
тыңлайбыҙ йотлоғоп.
(М.
Дилмөхәмәтов)
|
Уҡытыусы
менән башҡорт телендә һаулашалар.
Уҡыусылар
яуап бирә. Хор менән ҡабатлайҙар.
|
Р.:
үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш
формалаша.
Т.б.
: яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр.
Ш.:
белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.
|
II.
Өйгә
эште тикшереү.
|
Өйгә
эштәрҙе тикшереү.
|
Уҡыусылар
үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.
|
III.
Уҡыу
мәсьәләһен ҡуйыу.
|
1.
Шиғырҙы хор менән уҡыу. Шиғырҙан таныш һүҙҙәрҙе табыу.
-
Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
Атай оҙата маҡтап,
Әсәй оҙата маҡтап, -
Ҡаршлай бөгөн беҙҙе,
Ҡаршылай яҡты мәктәп.
Беҙҙең мәктәптә яҡшы,
иркен бүлмәләр яҡты.
Шундай матур мәктәптә
Уҡырға кәрәк яҡшы!
(С. Әлибай)
-
Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбез?
-
Әйе , “Мәктәп” темаһына яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр белербеҙ, үҙебеҙҙең мәктәп
тураһында һөйләргә өйрәнербеҙ.
|
Шиғырҙы
хор менән уҡыйҙар. Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр.
Дәрестә
нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр.
|
Ш.:
уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,
ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.
Р.:
уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.
Т.б.:
логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.
|
IV.
Яңы
материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
|
1.
Яңы һүҙҙәр менән танышыу (дәреслектең 39-сы бите, 1-се күнегеү).
2.Һүҙбәйләнештәр
төҙөү.
3.
40-сы бит, 4-се күнегеү (һин нисәнсе мәктәптә уҡыйһың? Һорауын үҙләштереү).
|
Эш
дәфтәрендә эшләйҙәр.
Яңы
һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.
Өлгө
буйынса һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр.
Диалогты
уҡыйҙар, өлгө буйынса, парлап диалог төҙөйҙәр.
|
К.:
диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә
ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.
Т.б.:
яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.
|
V.
Ял
минуты.
|
Сәп-сәп-сәпәкәй
Минең
ҡустым бәләкәй
Ҡулын
күтәргән була,
Сәпәкәй
иткән була.
|
Уҡытыусы
артынан хор менән эшләп ҡабатлайҙар.
|
Ш.
: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.
|
VI.
Белемде
нығытыу. (практикала ҡулланыу).
|
1.
Элетрон
дәреслек менән эш. Тыңлап аңлау өсөн текстар, 2-се блок, 3 -сө күнегеү
(дәреслектең 39-сы битендәге 2-се күнегеү).
–
Тексты иғтибар менән тыңлағыҙ.
–
Аңлағандарын белеү өсөн, һорауҙарға яуап алыу:
а)
мәктәп ниндәй?
б)
мәктәптә ниндә кабинеттар бар? в) кабинеттар ниндәй?
г)шундай
ҙур, матур мәктәптә нисек уҡырға кәрәк?
2.
Эш
дәфтәренең 32-се битендәге 3-сө күнегеүҙе башҡаралар. Үҙҙәренең эштәрен
баһалау.
3.
Дәреслектең
40-сы битендәге 5-се күнегеү башҡарыу.
|
Тексты
тыңлайҙар, унда нимә тураһында һүҙ барыуын әйтәләр.
Һорауҙарға
яуап бирәләр.
Үҙҙәренең
мәктәбе тураһында һөйләмдәр төҙөйҙәр. Эш дәфтәрендә күнегеү эшләйҙәр.
Шиғырҙы
тасуири уҡыйҙар, һорауҙарға яуап бирәләр.
|
Р.:
уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу,
ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.
К.
: һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә
ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.
Т.б.:
шиғырҙан кәрәкле яуапты таба, аңлы яуап бирә, һығымта яһай, үҙҙәренең эштәрен
баһалай белеү формалаша.
|
VII.
Өйгә
эш.
|
1.Яңы
һүҙҙәрҙе ятларға.
2.
“Беҙҙең мәктәп” темаһына һүрәт төшөрөргә.
3.
40-сы биттәге 5-се күнегеү – шиғырҙы тасуири уҡырға.
|
Көндәлеккә
өйгә эште яҙалар.
|
VIII.
Дәресте
йомғаҡлау.
|
-
Шулай
итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
-
Нимәгә
өйрәндегеҙ?
-
Һөйләмдәрҙе
тултырып әйтегеҙ.
Дәрестә
мин ... белдем.
Мин
... өйрәндем.
Миңә
... оҡшаны (оҡшаманы).
Уҡытыусы
баһаһы.
|
Уҡыусыларҙың
яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.
-
Уҡыусылар
үҙҙәренең эштәрен баһалай.
|
Р.:
үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш
формалаша.
Ш.:
үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.
|
|
|
|
|
|
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.