Инфоурок Начальные классы КонспектыРабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Скачать материал

Башҡорт теле

 I. Аңлатма һүҙ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы төп нигеҙҙәргә таянып эшләнгән:

·         Башҡорт теле программаһы “Мәғариф тураһындағы закон”ға,

·          Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына (2009 йылдың 6 октябрендәге Рәсәй Федерацияһының Мәғәриф һәм фәндәр Министрлығының № 373  бойороғо)

·         Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа  Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының Уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла

·         Темәс урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһының  уҡыу программаһына таянып башҡарыла

·         Мәктәп уставы

Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү

Маҡсат:Дүртенсе класс программаһы уҡыусының өс йыл буйы үҙләштергән тел ғилеме өлкәһендәге белемдәрен тулыландырыу һәм бөтөн бер системаға килтереү, телмәр эшмәкәрлеген тулыһынса формалаштырыу, универсаль уҡыу оҫталығын сифатлы кимәлгә күтәреү

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен предмет булараҡ уҡытыуҙың төп характеристикаһы.

          1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

·         предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

·         уҡыу техникаһын үҫтереү, тестарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

·         яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

·         тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

·         орфография һәм пунктуацияны ҡулланыу;

·         башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

·         телде тойомлауҙы үҫтереү.

Фонетика һәм графика 

  • өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;
  • өндәргә характеристика биреү, һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы һәм баҫым-һыҙ); тартынҡылар (яңғырауһәмһаңғырау, парлыһәмпарһыҙ);
  • башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ.б.).

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөмкинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия          

·         башҡорт теленең нормаларын үтәп уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

·         белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙаллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү

 Һүҙ составы

·         үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

·         тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

·         һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙараҙы табыу.

        Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә эйә була.

  Лексика   Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш: 

·         һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк белған һүҙҙе айырып алыу;

·         һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү;

·         бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы табыу һәм ҡулланыу;

·         сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдарҙы ҡулланыу;

·         текстағы телмәрҙә ҡулланылған ткура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

·         ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә кулланыу;

·         һүҙҙәрҙә урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

·         аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлап алыу.

 

Морфология  Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш: 

·         исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

·         сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфологик анализ яһау;

·         ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын билдәләү, морфологик анализ яһау;

·         рәүештәрҙең грамматик билдәләрен  таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн, төрөн, дәрәжәһен белеү;

·         алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;

һандарҙың грамматик билдәләрен таныу: төрөн, төркөмсәләрен һ.б.

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

             Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең  бер йүнәләше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи киммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар биреү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте – үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу,кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте– аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы бу-лыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булы-уын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу

эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте – үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте– үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

 Фәндең уҡыу планында урыны

    Уҡыу программаһы бөтәһе 105 сәғәткә билдәләнгән, аҙнаһына 3 сәғәт, йылына 35 уҡыу аҙнаһы тап килә, был Темәс урта белем биреү  мәктәбенең  2014 – 2015 уҡыу йылының талаптарына тап килә

 Башҡорт теле программаһын үҙләштереүгә әҙерлек кимәленә талаптар.

1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

 -үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға;

 -мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

 -һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

 -атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

 -тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға.

 2. Предмет буйынса белем алырға:

 -өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характеристика бирергә;

 -һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;

-өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған 70-80 һүҙҙән торған тексты, каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталы яҙа белергә;

-һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә, һүҙгә фонетик, морфологик анализдар эшләргә;

-һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләргә, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табырға, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;

-70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға, инша ижад итергә, тирә- яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл- ваҡиғаларҙы эҙмә- эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

ҡыу процесына яуаплы ҡарарға, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белергә, уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;

-теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә;

-мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булырға, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итергә, әңгәмәсенең уй- тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә;

 -билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик- фразеологик минимумын үҙләштерергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә

II. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Фонетика һәм орфоэпия. Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен системаға һалыу. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше (орфоэпия). Һүҙгә тулы фонетик анализ.

Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар.Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау (һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.

Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәй алырға бурыслы.

Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр,һорау һәм өндәү һөйләмдәргә айырыу. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.

Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Исемдең предметты атау функцияһы. Исемдең һорауҙары.  Уртаҡлыҡ  һәм  яңғыҙлыҡ  исемдәр.  Исемдең  һан  менән  үҙгәреше.  Исемдең  эйәлек  заты  менән үҙгәреше.  Исемдең  килеш менән  үҙгәреше.  Килеш  һорауҙары.  Ҡалын  һәм  нәҙек  килеш  ялғауҙары. Рус  теленән  ингән  һүҙҙәрҙең  килеш  менән  үҙгәреше.  Исемгә  морфологик  анализ.

Алмаш.   Уның  төркөмсәләре.  Зат  алмаштары.  Килеш  менән  үҙгәреше.  Һорау  һәм күрһәтеү  алмаштары.  Алмашҡа  морфологик  анализ.

Сифат.  Тамыр  һәм  яһалма сифаттар.  Сифаттарҙың  үҙгәреше.  Сифат  дәрәжәләре.  Төп  һәм  шартлы  сифаттар.   Сифатҡа  морфологик  анализ.

Рәүеш.   Рәүештең  яһалышы.  Рәүеш    төркөмсәләре.  Рәүеш  һәм  сифат.  Рәүешкә  морфологик  анализ.

Ҡылым.  Ҡылымдың  яһалышы.    Тамыр,  яһалма,  ҡушма  ҡылымдар.  Ҡылымдың  үҙгәреше (заман,  зат,  һан,  барлыҡҡлыҡ).  Үткән  заман  ҡылымдары.   Уларҙың  зат,  һан  менән  үҙгәреше, барлыҡҡлыҡ,  шаһитлы-шаһитһыҙ  формалары.  Хәҙерге  заман  ҡылымдары.   Уларҙың  зат,  һан  менән  үҙгәреше, барлыҡҡлыҡ  формалары. Киләсәк  заман  ҡылымдарының  төрҙәре.  Ҡылым  һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше  ҡылымдары.  Уларҙың  зат,  һан  менән  үҙгәреше, барлыҡҡлыҡ  формалары. Шарт  һөйкәлеше  ҡылымдары. Теләк  һөйкәлеше  ҡылымдары.   Ҡылымға  морфологик  анализ.

Һан.  Ябай  һәм   ҡушма  һандар.  Һан  төркөмсәләре.  Һандарҙың  дөрөҫ  яҙылышы.  Һандарҙың  башҡа  һүҙҙәр  менән  оҡшашлығы.  Һанға  морфологик  анализ.

Лексика.  Һүҙҙең  лексик    һәм  грамматик  мәғәнәләре. Һүҙҙең  күп  мәғәнәлелеге.  Тура һәм  күсмә  мәғәнәле  һүҙҙәр.  Омонимдар.  Синонимдар. Антонимдар.  Нығынған  һүҙбәйләнештәр.  Уларҙы   телмәрҙә  ҡулланыу.Телмәр  үҫтереү.

III. Башҡорт теле программаһын үҙләштереүгә әҙерлек кимәленә талаптар.

Шәхси үҫеш кимәле

  «Башҡорт теле» предметын үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:             

  • башҡорт теленең матурлығын һәм тасуирлығын тоя белеү, телде ихтирам итеү;
  • үҙ телеңде камиллаштырырға ынтылыу;
  • тыуған ереңә, халҡыңа һәм мәҙәниәтеңә ихтирамлы булыу;
  • белеем алыу менән ҡыҙыҡһыныу, уҡыуға ихтыяжлы булыу

 

Метапредмет кимәле:

Ойоштороу эшмәкәрлеге

·         дәрестең темаһын һәм маҡсатын уҡытыусы ярҙамында билдәләү;

·         уҡытыусы менән бергә проблеманы хәл итеү планын төҙөү;

·         план буйынса эшләү, эшеңде план менән сағыштырыу, төҙәтмәләр индереү;

·         уҡытыусы менән диалог барышында баһалау үлсәме критерийҙар төҙөү, үҙеңдең һәм башҡаларҙың эшенең уңышлылығын ошо үлсәм ярҙамында тикшереү

Танып белеү эшмәкәрлеге

·         текст мәғлүмәтенең бөтә төрҙәрен уҡыу (текстың үҙен, текстан һуңғы аңлатмаларҙы);

·         уҡыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу: өйрәнеү, ҡарап сығыу, танышыу;

·         төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү (тотош текст, иллюстрация, таблицалар, схемалар);

·         һүҙлектәр, белешмәләр менән ҡулланыу;

·         анализ һәм синтез эшләү;

·         сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре булдырыу

Аралашыу эшмәкәрлеге

·         Үҙеңдең фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә формалаштырыу

·         Кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау, телмәрҙең темаһын, терәк һүҙҙәрен билдәләү

·         Тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү

·         диалог һәм монолог телмәр төрҙәре менән ҡуллана алыу;

·         үҙ фекереңде әйтә һәм дәлилләй белеү;

·         башҡаларҙы тыңлау һәм ишетеү, үҙ фекереңде үҙгәртә алыуға әҙер булыу;

·         бер фекергә килеү һәм уртаҡ эшмәкәрлек тураһында килешеү, план төҙөү;

·         аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен өйрәнергә:

·         Уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;

·         өндәрҙе әйтергә, тыңларға, сағыштырырға, анализларға;

·         уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;

·         икешәрләп йәки төркөмләп класташтары менән эшләргә; этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;

·         диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға, уның темаһын күҙ уңында тотоп, үҙ фекерен әйтергә, кешенекен тыңларға;

·         дәрестең темаһына ярашлы уҡыу мәсьәләһе ҡуйырға, уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;

·         график – символик һыҙмаларҙы танырға; һүҙҙең өн (хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;

·         уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға;

·         үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшергә;

·         аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға, яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;

·         мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға;

 Предмет буйынса белем кимәле

  • Өндәр һәм хәрефтәрҙе, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы айырыу, фонетик анализ яһау;
  • һүҙ составы (тамыр һәм ялғауҙар) буйынса тикшереү, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы таныу;
  • ҡушма һүҙҙәрҙе, ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек айырыу билдәләрен, ялғауҙарҙы, нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙы, ҡуш тартынҡыларҙы, тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыу һәм яҙылмау осраҡтарын белеү һәм дөрөҫ яҙыу;
  • исемдәрҙе, ҡылымдарҙы, сифаттарҙы, ярҙамсы һүҙҙәрҙе таныу һәм программа кимә-лендә морфологик анализ яһау
  • һүҙҙәҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырыу, һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу;
  • һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмде өс төргә бүлеү һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;
  • һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен белеү;
  • һөйләмдең тиң киҫәктәрен күреү, теркәүестәр булмаған осраҡта тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу, телмәрҙә һаналып киткән һүҙҙәрҙе ҡулланыу;
  • һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһен айыра белеү, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе, синоним, антоним, омонимдарҙы белеү һәм телмәрҙә ҡулланыу;

IV. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау Башланғыс мәктәпте тамамлаусы уҡыусы алдына түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:

1.      Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.      Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.      Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.      Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.      Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Язма эштәр:16

Контроль язма эштәр: 4

V. Башҡорт теленән IV синыф өсөн тематик план.

Дәрес

         Дәрестең темаһы

Үтәлеү

вакыты

(план)

Үтәлеү

вакыты

(факт.)

 Искәрмә

1-2

Телмәр үҫтереү. һаумы, мәктәп.

3.09

6.09

 

 

3

Фонетика. Өн һәм хәреф.

7.09

 

 

4

Һүҙҙәргә фонетик анализ.

10.09

 

 

5

Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы.

13.09

 

 

6

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1409

 

 

7

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

17.09

 

 

8

Ярҙамсы  һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

20.09

 

 

9

Йомғаҡлау. Белемдәрҙе тикшереү

21.09

 

 

10

Диктант .Т:” Коз етте”

24.09

 

 

11

Хаталар өҫтөндә эш Нимә ул һөйләм  Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

27.09

 

 

12

Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр

28.09

 

 

13

Һөйләмдең тиң киҫәктәре

1.10

 

 

14

Телмәр үҫтереү. “Алтын көҙ”  картинаһы буйынса эш

4.10

 

 

15

Һөйләмгә синтаксик анализ. “Һөйләм” темаһын өйрәнеүҙе  проектлау

5.10

 

 

16

Ҡабатлау.Белемдәрҙе тикшереү

8.10

 

 

17

Нимә ул морфология?  Нимә ул исем? 

12.10

 

 

18-19

Исем. Һөйләмдә исемдәрҙе билдәләү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

13.10

15.10

 

 

20

Исемдәрҙең һан менән  үҙгәреше

19.10

 

 

21

Исемдәрҙең эйелек заты менән үҙгәреше

17.10

 

 

22

Телмәр үҫтереү. Изложение. «Иламаҫ»

19.10

 

 

23

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

20.10

 

 

24-25

Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

Контроль диктант “Ноябрь”

26.10

22.10

 

 

26

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙар я6ылышы

27.10

 

 

27

Исемгә морфологик анализ яһау

29.10

 

 

28-29

Ҡабатлау.Йомғаҡлау.

9.11

10.11

 

 

30

Телмәр үҫтереү. Һүрәт буйынса инша «Ҡыш»

12.11

 

 

31

Нимә ул алмаш? Уның төркөмсәләре.

16.11

 

 

32

Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары

17.11

 

 

 

 

33

Һорау һәм күрһәтеү алмаштары

19.11

 

 

34

Телмәрҙә алмаштарҙың ҡулланылышы. Алмашты килеш менән үҙгәртеү

23.11

 

 

35

Телмәр үҫтереү. Изложение. «Ҡышҡы уйындар»

24.11

 

 

36

Алмашҡа морфологик анализ

26.11

 

 

37

Нимә ул сифат?

30.11

 

 

38

Тамыр һәм яһалма сифаттар

1.12

 

 

39

Сифат дәрәжәләре

3.12

 

 

40

Төп һәм шартлы сифаттар

7.12

 

 

41

Ҡабатлау. Күнегеүҙәр

8.12

 

 

42

Телмәр үҫтереү. Тәүге ҡар картинаһы буйынса эш

10.12

 

 

43

Сифаттың һөйләмдең роле

14.12

 

 

44

Сифатҡа морфологик анализ

15.12

 

 

45

Йомғаҡлау

17.12

 

 

46

Нимә ул рәүеш? Уның яһалышы

21.12

 

 

47

Рәүеш төркөмсәләре

22.12

 

 

48

Рәүеш һәм сифат

14.12

 

 

49

Телмәр үҫтереү. Яңы йыл картинаһы буйынса эш

28.12

 

 

50-51

Диктант,Т.:”Сифат”

Йомгаклау

29.12

31.12

 

 

52

Нимә  ул ҡылым?

14.01

 

 

53

Ҡылымдарҙың яһалашы

18.01

 

 

54

Үтелгәндәрҙе нығытыу

19.01

 

 

55

Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡюҡлыҡ)

21.01

 

 

56

Үткән заман ҡылымдары

25.01

 

 

57

Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше

26.01

 

 

58

Телмәр үҫтереү. “Хоккей майҙансығында” картинаһы буйынса  эш

28.01

 

 

59

Хәҙерге заман ҡылымдары

1.02

 

 

60

Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше

2.02

 

 

61

Киләсәк заман

4.02

 

 

62

Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө

8.02

 

 

63

Телмәр үҫтереү.

Изложение”Кышкы уйындар”

9.02

 

 

64

Ҡылым һөйкәлештәре.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше

11.02

 

 

65

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше

15.02

 

 

66

Үтелгәнде нығытыу

16.02

 

 

67

Телмәр үҫтереү. Инша. “Батырлыҡ

18.02

 

 

68

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары

22.02

 

 

69

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары

25.02

 

 

70

Морфологик анализ

1.03

 

 

71

Контроль диктант”Коштар”

2.03

 

 

72

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау

4.03

 

 

73

Нимә ул һан? Ябай һәм ҡушма һандар

8.03

 

 

74

Һан төркөмсәләре

9.03

 

 

75

Өйрәтеү изложениеһы “Бесэй”

11.03

 

 

76

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы

15.03.

 

 

77

Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы

16.03

 

 

78

Морфологик анализ

18.03

 

 

79

Контроль диктант”Язгы матурлык”

22.03

 

 

80

Хаталар өҫтөндә эш

23.03

 

 

81

Телмәр үҫтереү. “Ҡоштар ҡайта”

5.04

 

 

82

Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

6.04

 

 

83

Омонимдар

8.04

 

 

84

Синонимдар

12.04

 

 

85

Антонимдар

13.04

 

 

86

Нығынған һүҙбәйләнештәр

15.04

 

 

 

87-88-

Контроль изложение. Утрауҙағы ҡуян

19.04

20.04

 

 

89

Хаталар өҫтөндә эш

22.04

 

 

90

Фонетика. Һүҙьяһалыш

26.04

 

 

93-94

Һөйләм

29.04

27.04

 

 

95

Исем

3.05

 

 

96

Алмаш

4.05

 

 

97

Сифат

6.05

 

 

98

Рәүеш

10.05

 

 

99

Һан

11.05

 

 

100

Үтелгәнде ҡабатлау

20.05

 

 

101-102

103-105

Комплекслы предмет-ара тикшереү эше

 

Резерв дэрестэр

24.05

25.05

 

 

 

VI. Методик һәм материаль-техник тәьмин итеү

 

·         компьютер;

·         интерактив таҡта;

·         дидактик һәм таратма материалдар;

·         предмет буйынса таблицалар, плакаттар;

·         учебное электронное издание «Башкирский язык» для 4 класса на башкирском языке, Министерство образования РБ, 2012

VII. Әҙәбиәт теҙмәһе

Дәреслек:

1.      Ф.Ш.Сынбулатова.Башҡорт теле-Офо “Китап”,2013

2.      Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы. 1-4-се  класс уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. Сынбулатова Ф.Ш, Нурыева Р.Ф.

3.      Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.

 

 

·         Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар. Р.Д.Салауатова. Өфө: Китап, 2011.

·         Башҡорт теле, 2 киҫәктә. Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева. Өфө, Китап, 2012.

·         Электронное пособие для учащихся 2,3,4 класса

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель ремонтной службы

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 898 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.01.2016 798
    • DOCX 44.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Биктимирова Люция Гумеровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Биктимирова Люция Гумеровна
    Биктимирова Люция Гумеровна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5456
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Активизация познавательной деятельности младших школьников с ограниченными возможностями здоровья (ОВЗ) как стратегия повышения успешной учебной деятельности

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 124 человека из 46 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 524 человека

Курс профессиональной переподготовки

Теория и методика преподавания в начальных классах компенсирующего и коррекционно-развивающего вида

Учитель начальных классов компенсирующего и коррекционно-развивающего образования

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 54 регионов
  • Этот курс уже прошли 888 человек

Курс профессиональной переподготовки

Теория и методика обучения информатике в начальной школе

Учитель информатики в начальной школе

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 96 человек из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 222 человека

Мини-курс

Стратегии B2B маркетинга: от анализа до продаж

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Классики и современники: литературные портреты и психология творчества

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек

Мини-курс

Разработка и проведение онлайн-обучения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 21 региона
Сейчас в эфире

Консультация эксперта в сфере высшего образования. Как подготовиться к поступлению в вуз: простые ответы на сложные вопросы

Перейти к трансляции