Инфоурок Классному руководителю КонспектыВнеклассное мероприятие "Я дитя природы"

Внеклассное мероприятие "Я дитя природы"

Скачать материал

Мин  тәбиғәт балаһы

 

                   Башҡорт халҡы тәбиғәтте үҙ йорто тип ҡараған . Тәбиғәттәге һәр үҫемлек, һәр йән эйәһе, йылға күле уның өсөн бик ҡәҙерле булған. Бала бәләкәйҙән уларҙың ҡәҙерен белһен, яҡын итһен, иғтибарлы булһын өсөн әкиәттәренә ҡушҡан, йырҙарға һалған, улар хаҡында матур легендалар сығарған, күркәм атамалар ҡушҡан. Уларҙың йәшәйешен өйрәнгән һәм шуларҙы хикәйәләгән. Баланың күҙ алдында һәр сәскә, һәр таш, ағас, йылға, күл тере йән булып баҫҡан.

         Әммә тәбиғәткә ҡараш, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт материалдарын дөрөҫ файҙаланыу хәҙерге ваҡытта ҙур проблемаға әйләнде. Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ләкин уның ҡалын урмандары, йылғалары, күлдәре һаҡлауға мохтаж.

1.А.Б. Тәбиғәттә үҙеңде нисек тотоу тураһында беҙ күп  кенә ҡағиҙәләрҙе беләбеҙ. Мәҫәлән: ағастарҙың һәм ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын һындырырға, сәскәләрҙе өҙөргә, күбәләктәрҙе, бөжәктәрҙе, ҡош балаларын үлтерергә ярамай.

2.А.Б. Ағастың бер-нисә ботағын һындырғандан, йәки 3-4 сәскә өҙгәндән, йәки бер күбәләк тотҡандан тәбиғәткә насар буламы ни тип һорарһығыҙ бәлки.

1.А.Б. Әлбиттә насар булыр. Бер ҙә юҡҡа һындырылған ботаҡ, өҙөлгән һәр сәскә, тотолған ҡош балаһы тәбиғәткә бәләкәй яра ул. Әгәр шундай бер яраны-һин, икенсеһен һинең иптәшең, өсөнсөһөн, дүртенсеһен, бишенсеһен кемдер башҡа берәү эшләһә, тәбиғәт ҙур зыян күрер.

2.А.Б. Беҙҙең тирә-йүндә ер йомарт һәм гүзәл булып ҡалһын,унда таҙа һыулы шишмәләр сылтырап аҡһын, сәскәләр сәскә атһын, ҡоштар һайраһын өсөн ырышып йәшәйек.

1 уҡыусы сыға:

                   Болон буйлап киләбеҙ, ишетәбеҙ

                   Ҡыштыр, ҡыштыр килә бөжәктәр.

                   Урман буйлап киләбеҙ, һоҡланабыҙ

                   Ҡоштар моңон тыңлай тирәктәр.

2 уҡыусы:

                   Тәбиғәттең илаһи мөғжизәһен

                   Киләбеҙ һоҡланып та ҡарарға.

                   Хайран ҡалып, гүзәллек доньяһын

                   Кәрәк беҙгә, кәрәк һаҡларға.

Сүп-сар өйөмөнә тап булалар:

-Бында нимә ята ул, тәбиғәтте насарлап?

- Ниндәй тәртипһеҙҙәр бәреп китте икән ул быны?

- Уҡыусылармы икән?

- Туристар микән әллә?

- Оло кешеләр микән?

-Кем генә бәреп китһә лә, бик ҙур хата эшләгән?

Сүп-сар тороп баҫа:

                   Мин сүп-сар! Мин сүп-сар

                   Мине бәреп киттеләр.

                   Ерҙе, күкте ҡаплайым.

                   Дарманым бар, дәртем бар.

                   Эх! Кәнфит ҡағыҙы

                   Тәмәке төпсөгө

                   Быяла ваиығы

                   Чупа-чупс, Марс, Сникерс.

3 уҡыусы:

                   Аяҡ аҫтына

                   Сүп-сар ташлама

                   Донъя таҙартыу

                   Беҙҙән башлана.

4 уҡыусы:

                   Таҙалыҡ, сафлыҡ

                   Барыһына дауа-

                   Саф булһын һыуҙар,

                   Саф булһын һауа.

2.А.Б Ошондай сүп-сарҙы бәре китергә ярамай, сөнки:

● ер өҫтөндә ҡалған ҡағыҙ 2 йылдан һуң ғына серей;

● быяла 1000 йыл буйына ятасаҡ;

● полиэтилен иһә бөтөнләй серемәй, ә уның аҫтында ҡалған тереклек һәләк була

1.А.Б. Хәҙер бөтәгеҙ ҙә шымығыҙ әле, тәбиғәтте тыңлайыҡ (ҡош тауыштары)

1 уҡыусы: Ҡоштар һайрай, кәкүк, сыйырсыҡ, һандуғас тигән исемдәрҙе йырға ҡушып йырламаған кеше һирәктер ул.

Йыр “Һандуғас”

2.А.Б. Тәбиғәткә матурлыҡты урманда, болонда һайраған ҡоштар, осоп йөрөгән күбәләктәр, хатта бөжәктәрҙең, сиңерткәләрҙең безелдәүе өҫтәй.

“Күбәләк” бейеүе

Сәскә сыға:  Мин сәскә, үҙемсә һағышым, ғәмем бар.

                   Тоямын барын да, минең дә йәнем бар.

                   Эй, бәләкәй дуҫтарым, ҡәҙеремде белһәгеҙ,

                   Ергәбер йәм биреп, үҫһен был тиһәгеҙ,

                   Сәскәне өҙмәгеҙ! Өҙмәгеҙ, йәлләгеҙ.

                   Аҙ ғына булһа ла, минең дә йәшәгем

                   Килә бит донъяла.

Бәшмәк:      Белмәйһегеҙ бәшмәк йыйырға,

                   Ниңә өҙәһегеҙ төптән үк?

                   Бында бәшмәк үҫмәйәсәк,

                   Ә үҫәсәк баы мүк.

Ҡайын:       Яуыз бер ҡул

                   Яра һалған

                   Ҡайынға

                   Күҙ йәштәрен

                   Мөлдөрәткән

                   Ҡайын төшкән ҡайғыға.

Бәшмәк:      Тәбиғәтте һаҡлайыҡ, дуҫтар!

                   Һаҡлайыҡ таҙа һыуҙарҙы!

Ҡош йомортҡаһы:

                   Бер ҡыҙыҡ булһын өсөн

                   Кеҫәгә генә һалып,

                   Ҡайтырға микән әллә

                   Ҡош йомортҡаһын алып?

                   Ю-юҡ!, улай итергә

                   Барманы минең йөрәк,

                   Йомортҡаларҙы алһам

                   Илар турғай, йә өйрәк.

                   Ояла ятҡан йомортҡа

                   Күктә осор ҡош булһын

                   Ҡоштарҙың бөтәһе лә

                   Минең менән дуҫ булһын.

Ҡош балаһы:

                   Ояһынан йығылып төшкән

                   Ҡоштоң балаһы

                   Ипләп кенә ҡараным мин

                   Юҡмы яраһы?

                   Ҡош балаһының да бит,

                   Килә йәшәйһе.

                   Сыр-сыр итеп өҙгөләнә

                   Уның әсәһе.

                   Йә уны уҫал бесәйҙәр

                   Ашап та китер.

                   Мин булмаһам, ярҙамды ул

Кемдәрҙән көтөр?

Ипләп кенә ҡош балаһын

Ҡулыма алып,

“Бүтән йығылма”, тип ҡуйҙым

Ояға һалып.

“Себештәр” бейеүе

1.А.Б. Тәбиғәттең матурлығы менән бер рәттән проблемалары ла етерлек. Хәҙер беҙҙе уратыа алған зәңгәр ялан, йәки һауа тураһында һөйләшеп китәйек.

2.А.Б. Завод-фабрикаларҙың төтөнө менән туйынған зарарлы матдәләр үҫемлектәрҙең япрағына ултыра. Әгәр ҡалала йәшеллек күп икән һауа таҙараҡ тигән һүҙ.

1.А.Б. Ҡала транспорты мең башлы аждаһаны хәтерләтә. Бер автомобиль тәүлегенә эшләп сығарған газда 20 килограмға тиклем төрлө ағыулы матдәләр булырға мөмкин.

1 уҡыусы ҡобайыр әйтә

Мин тәбиғәт балаһы

Зәңгәр Димдең, Иҙелдең,

Ҡото китте бөтөнләй.

Өфө тауы өҫтөндә

Тирә-яҡты һөрөмләп

Тут торбалар төтөнләй!

         Ашҡаҙар аҡҡоштары

         Әллә ҡайҙа олаҡҡан

         Ирәндектең битләүендә

         Болоҡһойҙар сәскәләр

         Һайрар ҡошон юҡһынып

         Зар илайҙар сәхрәләр!

Екән һулый, күл ҡорой

Эсер һыуҙар бысырай.

Шомлана ер, ағастар

Ҡуя ҡапыл дерелдәп

Бәндәнән ярҙам һорап,

Ҡарай кеүек мөлдөрәп!

2.А.Б. Бын шуның өсөн дә инде күп итеп ағастар, ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡалала күберәк ултыртырға кәрәк.

1.А.Б. Ләкин тәбиғәт гел генә йәшел тормай. Сүп-сарлы яландар ҙа осрай... Ни өсөн барлыҡҡа килгән улар? Сөнки кеше үҙен тәбиғәттә тота белмәгән. Ни эшләргә? Походҡа барғанда костер яҡһағыҙ аҙаҡ ни эшләргә? (уҡыусылар яуап бирә)

2.А.Б. Киләһе һөйләшеүебеҙ күк ялан, йәки һыу тураһында һөйләшеп китәйек.

1.А.Б. Берәү ҙә һыуһыҙ йәшәй алмай. Асыҡҡанда кеше үҙенең бөтә майын

50 % аҡһымын юғалтырға мөмкин, ә бына туҡымаларрҙың 10 % һыуын юғалтыуы үлемгә килтерә. Йәшәү үҙе ҡасандыр һыуҙа барлыҡҡа килгән, артабан ғына тере организмдар ҡороға сығалар һәм яңы мөхиткә яраҡлашалар.

2.А.Б. Ҡалалар барлыҡҡа килә, завод, фабрикаларҙың торбалары төтәй һәм таҙа зәңгәр йылғаларға, күлдәргә ағыулы матдәләр ултыра башлай. Йылғаларҙың бәләкәйҙәре, уртаса һыулылары ғына түгел, ҙурыраҡтары ла ауырый, кибә, ҡорой. Игенселек һәм малсылыҡ берҙәй үҫкән төбәктәрҙә быға, билдәле, йылға буйҙарында мал көтөү, һыу һаҡлар зоналарға кереп, ағас ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу, баҫыуҙарҙа химик утауҙар уҙғарыу, һаҙамат урындарҙы ҡоротоу кеүек эштәр “булышлыҡ” итә.

1.А.Б. Ғөмүмән, тәбиғәткә булған һөжүм, уны тәләфләү, байлыҡтарын һаҡсыл файҙаланмау үҙ “емештәрен” бирә.

2.А.Б. Бына һеҙгә миҫал итеп үҙебеҙҙең ауылды ғына алайыҡ. Шиҙе йылғаһы йылдан-йыл күҙгә күренеп кәмей. Сәбәбе лә бар-тирәһендәге ерек ағастарын күпләп ҡырыу, сүп түгеү.

1.А.Б. Ошо фактҡа иғтибар итегеҙ. Һыу тупланған  уранда урмандың ныҡ йоҡарыуы арҡаһында, яҙғы ташҡын һыуҙың йыллыҡ күләмен, хатта 70 % алып китеүе ихтимал. Фажиғалар бына ҡайҙан башлана.

2.А.Б. Һыуҙың бысраныуы хаҡында һүҙ сыҡһа күбебеҙ: “Ә минең ни ҡыҫылышым бар?”-тип ихлас аптырай, сөнки иң тәүҙә йыуан-йыуан торбаларҙан ағып сыҡҡан сәнәғәт һыуҙарын күҙ алдына килтерергә күнеккәнбеҙ. Ә белгестәр әйтеүенсә һыуҙы бысратҡан матдәләрҙең бары өстән бер өлөшө генә завод-фабрикаларға тура килә.

1.А.Б. Кем йылға буйҙарындағы ағастарҙы ҡырҡа, ярға сүп-сар, тиҙәк түгә? Һанап китһәң аҙмы ни?

2.А.Б.  Балыҡҡа-һыу

           Ҡошҡа һауа

           Йәнлектәргә-дала, тауҙар,

           Ә кешегә Тыуған ил кәрәк,

           Тәбиғәтте һаҡлау-Ватанды һаҡлау ул.

Йыр “Был минең тыуған ерем”

1.А.Б. Һәр кеше өсөн Ватан төшөнсәһе тыуған тәбиғәт менән бәйләнгән. Йылға һәм иген баҫыуы, ағаслыҡ һәм күлдәге томбойоҡтар, тауҙар йәки ҡара урман-былар бала саҡтан таныш күренештәр, берҙәм оло Тыуған ил образына берләшә.

         Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Л.Н.Толстой “Тәбиғәт менән бергә булыу, уны күреү, уның менән һөйләшеү-ҙур бәхет  ул”, тигән. Әйҙәгеҙ, шул бәхетте юғалтмайыҡ, тәбиғәтте һаҡлайыҡ.

         Тәбиғәткә килмә хужа булып,        

Бөйөк кешеләй һин күренмә.

Ялан, болондарҙы буйһондороп,

Баш эйҙерәм, тиеп, үрелмә.

Табын теләп, туғайҙарға кермә,

Бер нәмә лә көтмәй өйөлөп.

Емеш-еләктәре үҙе килер,

Өҙөп алыр булһаң эйелеп.

Аҡырма ла уға, екермә лә...

Һис кенә лә һине ишетмәҫ.

Ҡара эсле, яуыз кешеләрҙе

Тәбиғәткәй инде иш итмәҫ.

Хөрмәтләһәң тыуған тәбиғәтте,

Изгелегең мәңге күрерһең.

Наҙ-моңдарын татып йөрөрөһөң дә,

Күңелеңдә нағыш үрерһең.

Башҡорт бейеүе.

 

        

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие "Я дитя природы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Юрист

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 009 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.04.2017 1238
    • DOCX 24.8 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хисматуллина Гульшат Гаязовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хисматуллина Гульшат Гаязовна
    Хисматуллина Гульшат Гаязовна
    • На сайте: 7 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11064
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Медиаграмотность как форма работы с современным родителем

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 127 человек

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 147 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы профориентационной работы в деятельности педагога

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 98 человек из 36 регионов
  • Этот курс уже прошли 121 человек

Мини-курс

Введение в медиакоммуникации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

ЕГЭ по биологии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы психологических трансформационных игр

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 55 человек из 33 регионов
  • Этот курс уже прошли 32 человека