Инфоурок Внеурочная деятельность Другие методич. материалыБашҡорт теле йылына бағышланған сценарий

Башҡорт теле йылына бағышланған сценарий

Скачать материал

 

Башҡорт  теле  йылы бағышланған сценарий

Маҡсаттар:Башҡорт  теленә ҡарата һөйөү, туған телдәргә ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың  йырҙары, бейеүҙәре  аша  байытыу, туған телгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

(Ҡурай моңо уйнай)
Уҡытыусы: Хәйерле көн барығыҙға,
Хәйерле көн, ҡәҙерле балалар, ҡунаҡтар!

 Алып  барыусы: Бөгөн беҙ  бергәләшеп ошо залға йыйылдыҡ. 2020 йыл -  Башҡортостан  Республикаһында  «Башкорт  теле”  йылы тип иғлан  ителде  . Был бик ҙур  күркәм, һәм  беҙҙең  тыуған телебеҙгә  дан йырлау йылы булыуын  теләйбеҙ . . 

Моң  шишмәһе  һандуғастай  моңло ла  һин,                                                    Һығылма  бил  тал  сыбыҡтай  нәфис тә һин,                                                       Аллы-гөллө  гөл  сәскәләй  наҙлы  ла һин,                                                                      Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле  башҡорт теле!

Уҡытыусы:

Беҙҙең  Рәсәй күп милләтле дәүләт. Әйтегеҙ әле балалар, ниндәй милләт кешеләре йәшәй беҙҙең туған еребеҙ Башҡортостан республикаһында?

 (татар, башҡорт, рус, сыуаш, латыш, h.б).

Ниндәй тел Башҡортостанда  милләт теле тип һанала?

 (рус hәм башҡорт теле).

Алып  барыусы :

Күп милләтле республикабыҙҙа иң күбе рус, татар hәм башҡорт халҡы.
Туған тел… Кеше  тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай”  һүҙҙәрен  әйтә. Ошо тел ярҙамында  үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр  менән  аңлаша. Әхләҡ  төшөнсәләрен  әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.    

“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә    халыҡ   сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.

.


Уҡыусылар  шиғырҙар һөйләй.

1-се уҡыусы  Наҙгөл

Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,

“Телһеҙ” башҡорт тип көлдөләр,

Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,

Йөрәгебеҙ булды яралы.

Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,

Ләкин ауыр яза татыныҡ.

Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,

Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.

Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар

Даръяларҙан тәрән, киң ине.

Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,

Ирек таңы тыуыр бер, тинек.

Рус туғаным менән бергәләп

Азат иттек изге еремде

Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ

Минең туған башҡорт телемде.

                                    (Б.Бикбай)

2-се уҡыусы  Динар

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Минән ҡоштар көнләшә.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Бар булмышым нур ғына

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Күңелкәйем йыр ғына…

                        (Д.Талхина)

3-сө уҡыусы   Ислам

“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,

“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.

Берҙән-берем, айым, ҡояшым,

Тип  әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.

Салауат та ғорур башҡортон

Туған теле менән данлаған.

Киң Уралын – данлы төйәген

Һаҡлар өсөн ерен данлаған.

                         (К.Кинйәбулатова)

 

 

4- се  уҡыусы Ләйсән

                       Эй, туған  тел, нәфис  телем һин,

                      Наҙлы  моңоң  мине  һуғарған.

                     Күңелдәрем һүнмәҫ-һүрелмәҫ,

                      Әсә  телкәйенән нур  алған.

Алып  барыусы:Башҡорт  халҡы – тәбиғәт балаһы, ул йыр-моңға бай, бейеүҙәре  генә ни тора!  Башҡорт милли  бейеүен  данлап  мин  проект эше  эшләгәйнем. Салауат ҡалаһында  республика  кимәлендә  уҙғарылған  «Фәнгә бер  аҙым”   фәнни-ғәмәли  конференцияһында    икенсе  урын  яуланым һәм  һеҙҙең  алдығыҙҙа  ла ошо Тыпырҙаҡ бейеүен   бейеп  күрһәтәм.

Алып  барыусы:

Шиғыр М.Кәрим  Рус  түгелмен, ләкин  Россиянмын

5-се уҡыусы  Морат

 Алып  барыусы : Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин! Гүзәлһең, күркәмһең, йыйнаҡһың; һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ  ил  ағаһы  булған  сәсәндәрҙең ялҡынлы  тапҡыр  һүҙен  яу ҡыйыр булат ҡылыс  үткерлеге  менән         сағыштырған  да инде.

 Уҡыусылар;

 1-се уҡыусы  Гөлфизә

   Тыуған ояһынан      айырылған ҡош

         Ҡанатына  мәңге ял тапмай.

         Туған телен яратмаған кеше,

         Башҡаларҙың телен   яратмай.

3-сөуҡыусы   Рүзилә

                              Ваҡыт менән бергә үҙгәрә бел

         Телдәр өйрән, донъя күр.

         Йөҙ сөйөрмә һин үҙ телеңдән:

         Был – Ватанды һатыу менән бер.

4-се уҡыусы  Ильяс

 

        Һин тыуғас та, әсә һөтө менән

         Иренеңә тамған туған тел.

         Туған телең юйһаң, әсәйеңде

         Онотоуың булыр шуны  бел!

 

Алып  барыусы:

-   Башҡортостан, башҡорт  теле  тураһында  шиғырҙар, йырҙар  тыңланығыҙ, ә хәҙер  уҡыусылар  кроссворд та  сисеп  алайыҡ.

(Таҡтала күрһәтелә)

 

 

 

 

 

 

Концерт номеры  бейеү  «Башҡорт  балы”, Замандаш  менән

7-се уҡыусы  Айһылыу

Мин  халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да — йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдәндә телем кәм түгел-

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел.

 

Айгүзәл(7 кл )

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

 

Уҡытыусы:

Хәҙерге башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең  береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте  сағыла.

Беҙҙең телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы.

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға  ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, илем бар.

.

Уҡыусылар башҡарыуында М.Сәлимовтың  Р.Шәкүр  һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем”  йыры  башҡарыла.  

     Ерем, илем, телем

1. Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт  ерендә.

2. Туған телем, һин халҡымдың,

Был был тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

3. Киң  Уралым, йырлап  аға

Һинең  һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ  яңғырайҙар

Һинең  моңдарың.

 

  Алып  барыусы:

Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыуғандан  алып һуңғы һулышына тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй.Һәр халыҡтың         үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе  әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның  һорауҙарына  яуап  биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә  өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала ла инде !!!!!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башҡорт теле йылына бағышланған сценарий"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор десткого сада

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 097 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Методическая рекомендация по воспитательной работе: "Уровень развития психических процессов обучающихся с ОВЗ" (4класс)
  • Учебник: «Мир природы и человека (для обучающихся с интеллектуальными нарушениями) (в 2 частях)*», Матвеева Н.Б., Ярочкина И.А., Попова М.А. и др.
  • 15.05.2020
  • 194
  • 0
«Мир природы и человека (для обучающихся с интеллектуальными нарушениями) (в 2 частях)*», Матвеева Н.Б., Ярочкина И.А., Попова М.А. и др.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.05.2020 3451
    • DOCX 30.4 кбайт
    • 101 скачивание
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Салишева Раиса Минегареевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Салишева Раиса Минегареевна
    Салишева Раиса Минегареевна
    • На сайте: 8 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 35159
    • Всего материалов: 31

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Образовательный интенсив с элементами майнд-фитнеса

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 23 человека

Курс профессиональной переподготовки

Физическая культура: теория и методика преподавания в дополнительном образовании

Тренер-преподаватель

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 60 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности педагога дополнительного образования при обучении академическому вокалу

Преподаватель академического вокала

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Мини-курс

Расстройства пищевого поведения: обзор и основы психологической работы

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 22 человека

Мини-курс

Проведение и применение трансформационных игр

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 107 человек из 47 регионов
  • Этот курс уже прошли 56 человек

Мини-курс

Российское движение школьников (РДШ): воспитательная работа

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 12 человек