Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Н.Мусин. Етемәк болан балаһы.

Н.Мусин. Етемәк болан балаһы.


  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа с.Шулганово муниципального района Татышлинский район РБ


Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Шүлгән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе


Республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвященной 85-летнему юбилею народного писателя Республики Башкортостан Нугумана Мусина


Республиканың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 85 йыллыҡ юбилеена бағышланған методик эшкәртмәләр конкурсы



Дәрес темаһы:

Ноғман Мусин “Етемәк болан балаһы”




Тема урока:

Нугуман Мусин “Етемәк болан балаһы”








Выполнила : учительница башкирского языка и литературы муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа с.Шулганово муниципального района Татышлинский район РБ

Усманова Гулфира Маратовна


Башкарҙы: Тәтешле районы муниципаль районы Шүлгән ауылының урта дөйөм белм биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Усманова Гөлфирә Марат ҡыҙы





Дәрес темаһы: Ноғман Мусин “Етемәк болан балаһы”


Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү

Маҡсат : Н.Мусиндың ижады менән таныштырыу; әҫәрҙәрҙе тасуири,йүгерек уҡыу күнекмәләрен нығытыу; йәнле тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: Н.Мусин портреты, китаптары күргәҙмәһе, болан балаһы һүрәте, Н.Мусин тураһында видеояҙма.

1. Дәрес барышы:

Психологик инеш.

Бик күңелле ял иттек,

Дәрес башалана хәҙер.

Беҙ инде матур итеп

Яуап бирергә әҙер.

2.Маҡсатҡа сығыу.

Бөгөн беҙ тәбиғәтте, уның байлығын, матурлығын данлаусы, “тәбиғәт йырсыһы” – талантлы яҙыусы әҫәре менән танышырбыҙ.

Дәфтәргә әҫәргә ҡарата тышлыҡ эшләйек. Иң өҫкә нимә яҙыла:

  • Әҫәрҙең авторы ул – Ноғман Мусин.

Н Ноғман Мусин


  • Әҫәр ниндәй жанрҙа яҙылған?

    Хикәйә
  • Был әкиәт түгел, сөнки башланышы тура килмәй.

  • Тимәк, уртаға хикәйә тип яҙабыҙ. Унан әҫәрҙең исемен дә яҙып ҡуябыҙ.

Е Етемәк болан балаһы


  • Портретты танып белеү

  • Был кем?

  • Яҙыусы тураһында нимә беләбеҙ?

  • Биография һөйләтеү

Республиҡабыҙҙа билдәле шәхестәр бик күп. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Шуларҙың береһе – танылған яҙыусы Ноғман Сөләймән улы Мусин.

Н.Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Стәрлетамаҡта педагогия институтын тамамлағандан һуң Маҡар ауылында эшләй. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң мәктәптә уҡыта, әҫәрҙәр яҙа башлай.

Н.Мусин – романист .Уның геройҙары – беҙҙең арала йәшәгән ябай, хеҙмәт кешеләре. Улар тыуған ерен, тәбиғәтен яраталар, тырышып хеҙмәт итәләр.

Хөкүмәтебеҙ яҙыусының оло хеҙмәтен юғары баһалай. Яҙыусы – Салауат Юлаев премияһы лауреаты. Ул Халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Оло яҙыусыға 85 йәш.

  • Тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?( “Ҡарағай башында бер төн”, “Татлы тамаҡ һуҫар”, “Ҡоролайҙар”, “Йыртҡыс тиреһе”, “Бүленгән – бөлөр” һ.б.)

(Яҙыусы тураһында өҙөк ҡарау. “Автограф ” видеояҙмаһыннан)

3. Маҡсатты хәл итеү.

Таҡтала болан һүрәтен ҡарау.

  • Ни өсөн ул берүҙе?

  • Уның атаһы, әсәһе бармы?

  • Атай, әсәй булмаһа, етем балалы кешеме ул, кейекме, боланмы етемәк, тип әйтәбеҙ. Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә Н.Мусиндың “Етемәк болан балаһы” хикәйәһен өйрәнәсәкбеҙ.(Уҡыусыларҙан маҡсатты әйттергәс, әҫәрҙе өйрәнеү, анализ эше башлана).


4.Әҫәр өҫтөндә эш. Һүҙлек эше:

Һайғау, өнһөҙ ҡалдым, үҙәк буйыма йәш тығылды, аҡшайып һораны, ирмәккә әйләнде, хөкөм сығарҙы, ғәйеп булды, бүтәнсә әмәле юҡ, ҡәһәр һуҡҡыры.

Һайланма уҡыу

5.Әҫәрҙе бүлектәргә бүлеү һәм исем ҡушыу

1.Етемәк болан балаһы

2. “Күксә” тип исем ҡуштыҡ

3.Болан балаһы ғәйеп булды...

4.Олатайҙың хөкөмө...

2. Әҙәбиәт теорияһын ҡабатлау

Ни өсөн был әҫәрҙе беҙ хикәйә тип әйтәбеҙ?

Ниндәй темаға яҙылған?

Тәбиғәт һәм кеше.

Әҫәрҙең идеяһын табыу. (Китаптан) .

Йыртҡыстан ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ...

6.Хикәйә буйынса төҙөлгән планды тәртипкә килтереү.(Парҙар менән эшләү).


Етем болан балаһын өйгә алып ҡайтыу.


Олатайым менән һарына йыйабыҙ.


Инә болан – бүреләр ҡорбаны.


Олатайым урманға йыйына.

Күксә башҡа ҡайтманы.


Яҙ халыҡты аслыҡтан ҡотҡарыр.


Олатай, бүреләр!”


Болан балаһының әсәһе янына килеүе.


Ҙурайған күксәне иреккә ебәреү.


Күксәне юғалтыу.


7. Уҡыусылар парлашып эште дауам итәләр. Хикәйәнең йөкмәткеһен моделләү. (Төркөмдәрҙә эш).

Уҡытыусы алдан аҡ ҡағыҙ битендә түңәрәк дүртмөйөштәрҙе һәр балаға етерлек итеп әҙерләп алып килә, дәрестә ошо моделдәр эсенә һүҙ яҙырға ғына ҡала.








.











8.Рефлексив анализ.

9.Йомғаҡлау. Баһалау.

Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә ниндәй фекергә киләбеҙ?

Беҙгә аҙыҡты ла, кейемде лә, дарыуҙы ла, ғөмүмән, йәшәү өсөн бөтә нәмәне тәбиғәт бирә. Шулай булғас, урманды һаҡлау, йәнлектәрҙе, кейектәрҙе, ҡош-ҡорттарҙы һаҡлау – беҙҙең эш. Кеше – үҙе лә тәбиғәт балаһы. Тәбиәғәтте, йылға-күлдәрҙе, урмандарҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлайыҡ! Уларға мираҫ итеп ҡалдырайыҡ! Тәбиғәттең йәмен боҙма, йәнлектәрҙең йәнен ҡыйма!

10.Өйгә эш. Хикәйәнең дауамын икенсе төрлө уйла.



Автор
Дата добавления 08.10.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров301
Номер материала ДБ-246093
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх