Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому языку (1 класс)
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям рекомендуем принять участие в Международном конкурсе «Я люблю природу», приуроченном к году экологии. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

СЕГОДНЯ (15 ДЕКАБРЯ) ПОСЛЕДНИЙ ДЕНЬ ПРИЁМА ЗАЯВОК!

Конкурс "Я люблю природу"

Рабочая программа по башкирскому языку (1 класс)



Московские документы для аттестации!

124 курса профессиональной переподготовки от 4 795 руб.
274 курса повышения квалификации от 1 225 руб.

Для выбора курса воспользуйтесь поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВА).

ДИПЛОМ от Столичного учебного центра: KURSY.ORG


библиотека
материалов

Аңлатмалы яҙыу

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғәриф министрлығының 2014 йылдың 6-cы майында 824-се номеры менән раҫланған Региональ базис уҡыу планы талаптарына тура килә, Тәтешле районы Шүлгән муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 2015-cе йылдың 31 авгусында 228-се номерлы приказ менән раҫлаған «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.


Башланғыс мәктәптә туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:


- туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;


- уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;


- башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы-ныу тәрбиәләү;


- дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;


- башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;


- уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.


Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙ- ҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрле- ген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде:


1) һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;


2) фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;


3) уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;


4) баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.


Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.


Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

  • предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

  • уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

  • яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

  • тел тураһында бел ем алыу һәм системалаштырыу;

  • орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;

  • башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

  • телде тойомлауҙы үҫтереү.

Фонетика һәм графика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

-өндәргә характеристика биреү:һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы

һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).

Башланғыс класты тамамлаусы укыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф

анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөм-кинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-башҡорт теленең нормаларын үтән уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

Һүҙ составы

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә

була:

-үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

-һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе составы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә әйә була.

Лексика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:

-һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

-һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы та

быу һәм ҡулланыу;

-сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдар ҡулланыу;

-текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

- ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә

ҡулланыу;

-һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

-аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлал алыу.

Морфология

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә бу

лырға тейеш:

-исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфологик анализ яһау;

-ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын бил-

дәләү, морфологик анализ яһау;

-рәүештәрҙең грамматик билдәләрен таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн,төрөн, дәрәжәһен белеү;

-алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;

-һандарҙың грамматик билдәләрен белеү: төрөн, төркөмсәләрен һ. б.

«Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт» предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше

1класта бөтәһе 102 сәғәт - аҙнаһына 3-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып һәм байрам көндәрен иҫәпкә алып .)

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Туған (башҡорт) телен һәм әзәбиәтен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре

Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхөс итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.

Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлашты- рыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.

Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында арала- шырға өйрәнеүҙе ойоштороу ға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

1-се класс

Шәхси үҫеш кимәле

Предметты үҙләштергәндә, уҡытыусы шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурысын ҡуя:

-телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

-тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

-кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

-укылған әҫәрҙәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

-уҡытыусы ярҙамында әшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

-дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

-дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

-коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеғе:

-дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

-дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

-бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

-фекереңде телдән формалаштырыу;

-кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

-тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

-тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

-уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле

-тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

-бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

-тексты ентекле һөйләй белеү;

-хикәйә төҙеү;

-һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

-һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

-һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

-баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.

«Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт» укыу предметының йѳкмәткеһе

1-се класс

Грамотаға ѳйрәтеү. Әлифба

  1. Графика. Ѳн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, ѳндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ҡ, к, п ѳндәренең ғ, г, б ѳндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә ѳн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. Ѳн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.

  2. Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, ѳҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ. б. дѳйѳм исем аҫтында туплатыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренә ҡарап, кем? нимә? ни эшләй? ниндәй? һорауҙары буйынса тѳркѳмләү, уларҙы һѳйләмдән табып, һорау ҡуйыу, телмәрҙә ҡулланыу.

Һѳйләм. Телмәрҙән һѳйләмде айырып алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һѳйләмдәртѳҙѳү. Һѳйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һѳйләм аҙағында нѳктә (йыл аҙағында - һораү һәм ѳндәү) билдәләре ҡуйыу.Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәд, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.

Башҡорт теле

Фонетика. Әлифба осоронда «Ѳн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы ѳндәр. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йѳ, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Ьэм, менән, да-дэ, ҙа-ҙэ, ла-лэ, та-тэ, ғына- генэ, тсына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.

Һѳйләм. һорау һѳйләм. Ѳндәү һѳйләм. Хәбәр һѳйләм. О-ѳ хәрефле һүҙҙәр. Ьѳйләмдең сиктәрен билдәләү.

Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем- фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.

Универсаль уҡыу эш тѳрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә ѳйрәнеү. Хәреф һәм ѳндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һѳйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.

Хәрефтәрҙе айырым һәм бер береһе менән тоташтырып яҙыу. Һүҙ һәм һѳйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау, уҡытыусы ҡушҡанды аңларға ѳйрәнеү. Үҙ-ара һѳйләшеү (диалог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға ѳйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.


Программаны тормошҡа ашырыу формалары:


-фронталь;

-парлы;

өркөм менән;

-индивидуаль.


Программаны тормошҡа ашырыу алымдары:

- практик;

ңлатыу;

ҙләнеү;

үҙәтеү;

.

Ҡулланыу саралары:

-моделдәр и таблицалар;

- һүрәттәр;

-дидактик материал.















Грамотаға өйрәтеү. Әлифба


Дәрес

темаһы

Сәғәт

һаны

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Үтк. ваҡ.

план факт

план

факт

1

Белем байрамы.

Бәйләнешле

телмәр.

1

Мәктәп, уҡытыусы, класташтар менән танышыу. Әңгәмәләшеү. Темаға ярашлы «Әлифба» дәреслегендә бирелгән сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.






(1.09)

4.09



2

Предметтың атамаһын , хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

1

Предмет һәм һүҙ төшөнсәһен сағыш-тырыу. Уларҙың айырмалыҡтарын табыу. Һорауҙарға яуап биреү, һорау ҡуйыу, диалогта ҡатнашыу. Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр менән һүҙ бәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.


3

Кем нимә эшләй?

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Тикшереү эше.

1

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һәм үҙенсәлек- тәре. Предметҡа хас булған билдәләрҙе әйтеү, уларҙы күҙәтеү һәм сағыштырыу.

7.09


4

Һүҙбәйләнеш. Һөйләм.


1

Һүҙбәйләнештәр төҙөү. Уларҙы телмәрҙән айырып алыу. Һүрәттәр йөкмәткеһенә ярашлы һүҙбәйләнештәр төҙөү. Һөйләм тураһында төшөнсә. Һөйләмде күҙәтеү, һүҙбәйләнештәр менән сағыштырыу. Уҡытыусының һорауҙарына тулы һәм асыҡ

яуап биреү, диалогта ҡатнашыу. Һөйләмде дөрөҫ интонация менән әйтеү. Телмәрҙән һөйләмде айырып алыу. һөйләмде

8.09


5

Һөйләмгә һүҙ өҫтәү. Ярҙамсы һүҙҙәр


1

Һөйләмде дөрөҫ интонация менән уҡыу (баҫымһыҙ). Һөйләмгә һүҙҙәр өҫтәргә өйрәтеү, уларҙы айырып алыу, һыҙмала билдәләү.

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һәм үҙенсәлек- тәре. Предметҡа хас булған билдәләрҙе әйтеү сағыштырыу.

11.09


6

Өн. Һүҙ. Һүҙҙә нисә өн?

Тикшереү эше.



1

Һүҙбәйләнештәр төҙөү. Уларҙы телмәрҙән айырып алыу. Һүрәттәр йөкмәткеһенә ярашлы һүҙбәйләнештәр төҙөү.

14.09


7


Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек.

1

Һүҙҙе әйтеү, тыңлау. Уны ижектәргә бүлеү. Ьүҙҙә төрлө юл дар менән ижектәр һанын билдәләү. Өндәрҙе күҙәтеү, уларҙы айырыу ысулдарын һәм юлдарын табыу. Ьуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе әйтеүҙә үпкәнән өрөлгән һауаның хәрәкәт итеүен күҙәтеү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын аңлата белеү.

Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижек тәргә, ижекте өндәргә бүлеү. һүҙҙе әйтеү, тыңлау. hүҙҙән кәрәкле өндө айырып алыу. Ьүҙҙең һәр өнөн айырып әйтеү һәм һәр өндө шаҡмаҡтар ярҙамында билдәләү.


15.09


8

Нәҙек , ҡалын, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын әйтелешле һүҙҙәр.


1

Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле өндәрҙе сағыштырыу, айырыу. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙәге сингармонизм законын күҙәтеү. Һүҙҙәргә анализ әшләү, өн моделей һыҙыу.

18.09


9

Һаңғырау,

яңғырау

тартынҡылар.

Өн.Һүҙ.


1

Тартынҡыларҙы күҙәтеү. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы сағыштырыу һәм уларға хас айырмалыҡтарҙы билдәләү, һығымта яһау. Һүҙ моделендә уларҙы билдәләү.

21.09


10


Баҫым.

Һүҙҙең өн моделе

Хәреф өндөң тамғаһы.

Тикшереү эше.


1

Һүҙҙәрҙә баҫымлы ижекте көслө тауыш менән айырып әйтеү, уны билдәләү. Һуҙынҡы өндәргә баҫым төшөүе, Башҡорт теленең баҫым үҙенсәлектәре.

Һүҙҙе әйтеү, тыңлау, һүҙҙең һәр өнөн ишетеү һәм тауыш ярҙамында әйтеү. Һүҙҙең өн моделен төҙөү, анализлау.

22.09



11

[ә] өнө. Әә хә- рефе.


1

Эә өн хәрефен үҙләштереү. Һүҙҙәрҙә өндөң урынын билдәләү. Нәҙек һәм ҡалын өндәрҙе сағыштырыу, һығымта яһау. Әә хәрефтәрен яҙыу.

25.09






12

[а] өнө. Аа хәрефе.

1

Аа өн хәрефен үҙләштереү. [а] өнөн әйтеү, тыңлау. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен аңлау.аА хәрефтәрен яҙыу

28.09



13


[ө] өнө. Өө. хәрефе.


1

Өө өн-хәрефен үҙләштереү. Өндө тыңлау, ишетеү, сағыштырыу, дөрөҫ әйтеү. Өө хәрефтәрен яҙыу. Хәреф диктанты.

29.09




14

[о] өнө. Оо хәрефе.

1

Оо өн'хәрефен үҙләштереү. [о] өнөн әйтеү, тыңлау, ҡылыҡһырлама би- реү. Оо хәрефтәрен дөрөҫ матур каллиграфия менән яҙырға өйрәнеү. 0-ө өндәрен һәм хәрефтәрен сағыштырыу.

2.10




15

[ү] өнө. Үү хәрефе.

1

Үү өн-хәрефен үҙләштереү. [ү] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, өнгә ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Үү хәрефтәрен дөрөҫ итеп яҙыу.

5.10




16

Уу өн-хәрефе. Умарталыҡ.

1

Уу өн-хәрефен үҙләштереү. [у] һуҙынҡы өнөн тыңлау, сағыштырыу, уға ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Уу хәрефтәрен яҙыу. Хәреф диктанты.

6.10




17

Уу-Үү хәрефтәре.

1

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу һәм һығымта яһау, Һүҙҙәрҙең өн моделей төҙөү. Уу, Үү хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу. Уу, Үү хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе график һыҙманан уҡыу. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырыу.





18

[э] өнө. Ээ(е) хәрефе.

Тикшереү эше.

1

Эә өн-хәрефен үҙләштереү. [э] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Э хәрефенең һүҙ башында ғына яҙылышы тура-һында һығымта яһау. Ээ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диалог тураһында башланғыс төшөнсә алыу.

9.09







19

[ы] өнө. Ыы хәрефе.

1

Ыы өн-хәрефен үҙләштереү. [ы] өнөн тыңлау, сағыш- тырыу, анализ яһау, дөрөҫ әйтеү. Ыы хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. һүҙҙәргә хәрефтәр өҫтәп яҙыу.

12.10



20

[и] өнө. Ии хәрефе.

1

Ии өн-хәрефен үҙләштереү. [и] нәҙек һуҙынҡыһын тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү һәм матур яҙыу. Нәҙек һуҙынҡыны күҙәтеү. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр уҡыу һәм күсереп яҙыу.

13.10



21

[м] өнө. Мм хәрефе.

1

Мм өн-хәрефен үҙләштереү. [м] өнөн күҙәтеү, сағыш тырыу, өн анализы эшләү. Мм хәрефтәрен яҙыу, яңы хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр яҙыу. Күсереп яҙыу. Мм хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

16.10



22

[н] өнө. Нн хәрефе.

1

Нн өн-хәрефен үҙләштереү. [н] өнөн тыңлау, сағыш- тырыу, өн анализы яһау. Нн хәрефтәрен яҙыу, хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Дәреслектән күсереп яҙыу. Нн хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән бәйләп яҙыу.

19.10



23

[ң] өнө, ң хәрефе.

1

ң өн-хәрефен үҙләштереү. [ң] өнөн тыңлау, сағышты рыу, ҡылыҡһырлама биреү, һүҙҙәрҙә ң өн-хәрефенең урынын билдәләү. Был өндөң һүҙҙең беренсе өнө бу- лып бер ваҡытта ла килмәүе тураһында һығымта яһау. ң хәрефен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр уҡыу һәм күсереп яҙыу.

20.10



24

Лл хәрефе.

1

Лл өн-хәрефен үҙләштереү. [л] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Тартынҡы өндәрҙең үҙенсәлектәрен билдәләү. Лл хәрефтәрен яҙыу, башҡа хәрефтәр менән бәйләү. Был хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр уҡыу һәм яҙыу.

23.10




25

[р] өнө. Рр хәрефе.

1

Рр өн-хәрефен үҙләштереү. [р] өнөн тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡһыр- лама биреү, дөрөҫ әйтеү. Рр хәреф- тәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

26.10




26

Тикшереү эше

1

Лл, Мм, Уу, Эә, Аа, Өө, Оо, Үү, Ыы, Ии, Ээ(е) хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу. Был хәрефтәр менән һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу.

27.10






27

[й] өнө. Йй хәрефе.

1

Йй өн-хәрефен үҙләштереү. [й] өнөн тыңлау, сағыш -тырыу. Йй хәрефтәрен яҙыу. Ике-өс хәрефтән торған һүҙ- ҙәрҙән диктант яҙыу. Күсереп яҙыу.

30.10






28

[г] өнө. Гг хәрефе.

1

Гг өн-хәрефен үҙләштереү. [г] өнөн тыңлау, күҙәтеү, сағыштырыу. Гг хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Хәр. диктанты .

6.11






29

[к] өнө. Кк хәрефе.

1

Кк өн-хәрефен үҙләштереү. [к] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, ҡылыҡһыр- лама биреү, дөрөҫ әйтеү. Кк хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Яҙғанды уҡыу һәм тикшереү.

9.11






30

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе.

1

Ғғ өн-хәрефен үҙләштереү. [ғ] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Ғғ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

10.11






31

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе.

1

Ҡҡ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҡ] өнөн тыңлау, сағыш- тырыу, ҡылыҡ- һырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Ҡҡ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Ҡыҫҡа диктант.

13.11






32

Ғғ, Ҡҡ хәрефтөре.

1

Гг, Ғғ, Ҡҡ өндәрен башҡа өндәр менән сағыштырыу. Гг, Ғғ, Ҡҡ хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу. Уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

16.11






33

[б] өнө. Бб хәрефе.

1

Бб өн-хәрефен үҙләштереү. [б] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өнгә ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Яңғырау тартынҡының әйтелешен күҙәтеү. Бб хәрефтәрен каллиграфик яҡтан дөрөҫ яҙыу.

17. 11










34




Үтелгәндәрҙе

нығытыу.

Күсереп яҙыу.



1


Өндәргә анализ биреү. Өйрәнелгән хәрефтәр менән һүҙҙәр, һөйләмдәр, ҡыҫҡа текстар уҡыу. Күсереп һәм ишеткәнде яҙыу. Картиналар буйынса һорауҙарға яуап биреү, һорауҙар ҡуйыу, текстар төҙөү.

Күсереп яҙыу ҡағиҙәһен үҙләштереү. Һүҙҙәр теҙмәһен иғтибарлы күсереп яҙырға өйрәнеү.

20.11





35

[п] өнө. Пп хәрефе.


1

Пп өн-хәрефен үҙләштереү. [п] өнөн тыңлау,

Сағыш тырыу, ҡылыкһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Пп хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Диктант. Яҙғанды уҡыу.

23.11




36

[з] өнө. Зз хәрефе


1

Зз өн'хәрефен үҙләштереү. [з] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Зз хәрефтарен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Телефон аша аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

24.11




37

[с] өнө. Сс хәрефе.


1

Сс өн-хәрефен үҙләштереү. [с] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өн анализы яһау, дөрөҫ әйтеү. Сс хәрефтәрен яҙыу. Ижек- тәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән диктант яҙыу.

27.11




38

Телмәр үҫтереү. Ҡоштар.Диктант.

Тикшереү эше.


1

Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Ҡоштарға ярҙам итеү мөмкинлеген һәм сара ларын билдәләү. Уҡыу һәм һөйләү, күсереп яҙыу.

1.12




39

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе.


1

Ҙҙ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҙ] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өн анализы яһау. Ҙҙ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙ ҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

4.12





40



[ҫ] өнө, ҫ хәрефе.


1


ҫ өн-хәрефен үҙләштереү. [ҫ] өнөн тыңлау, сағыштырыу һәм был өн- дөң һүҙҙең беренсе өнө булып бер ваҡытта ла килмәүе тураһында һы ғымта яһау. ҫ хәрефен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

7.12




41


[д] өнө. Дд хәрефе.


1

Дд өн-хәрефен үҙләштереү. [д] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Дд хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм кү сереп яҙыу. [д] һәм [т] өндәрен сағыштырыу, һығымта яһау.

8.12




42


[т] өнө. Тт хәрефе.


1

Тт өн-хәрефен үҙләштереү. [т] өнөн тыңлау, сағышты рыу, өнгә ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Ѕаңғырау тартын ҡының әйтелешен күҙәтеү. Тт хәрефтәрен яҙыу. Тт хәрефле ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр уҡыу һәм күсереп яҙыу.

11.12




43


[уы], [үе] тартынҡы өндәре. Уу, Үү хәрефтәре.


1

У,ү хәрефтәренең тартынҡы өндәрҙе белдереүе, уларҙың һүҙҙәге урынын билдәләү. Был хәрефтәр менән һүҙҙәр уҡыу һәм яҙыу. У,ү хәрефле һүҙҙәрҙең моделен төҙөү.

14.12





44

[ж] өнө. Ж ж хәрефе.


1

Жж өн-хәрефен үҙләштереү. [ж] өнөн тыңлау, сағыштырыу, ҡылыҡ- һырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Жж хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. Шиғыр күсереп яҙыу үҙенсәлектәре.

15.12





45

[ш] өнө. Шш хәрефе.


1

Шш өн-хәрефен үҙләштереү. [ш] өнөн тыңлау, сағыш тырыу, өн анализы яһау, дөрөҫ әйтеү. Ѕаңғырау өндө күҙәтеү. Шш хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

18.12





46

[в] өнө. Вв хәрефе.


1

Вв өн-хәрефен үҙләштереү. [в] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Ьүҙ башында, һүҙ уртаһында һәм аҙағында дөрөҫ әйтеү, уҡыу. Вв хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөй ләмдәр күсереп яҙыу.

21.12





47


[ф] өнө. Фф хәрефе.

Диктант.

Тикшереү эше.


1

Фф өн-хәрефен үҙләштереү. [ф] өнөн тыңлау, сағыш тырыу. Фф хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

22.12





48

Яя хәрефе.


1

Яя хәрефен яҙырға өйрәнеү. Яя хәрефенең ике өндө белдереүен үҙләштереү. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу, яҙма тексты уҡыу,һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

25.12




49

Ее хәрефе.


1

Ее хәрефенең ике өндө белдереүен үҙләштереү. Ее хәрефе булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Был хәреф менән һүҙҙәр яҙырға өйрәнеү. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

28.12





50

Юю хәрефе.


1

Юю хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ике өндө белдереүен күҙәтеү. Тексты етеҙ һәм тасуири уҡыу. Текст буйынса диалог ҡороу. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

29.12





51

Ёё хәрефе.

Тикшереү эше.


1

Ёё хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ёё хәрефе булған рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөү.

15.01





52

Нәҙек, ҡалын айырыу билдәләре.


1

Һүҙ аҙағында һәм уртаһында нәҙек һәм ҡалын (ь, ъ) айырыу билдәһе булған һүҙҙәрҙе күҙәтеү, дөрөҫ уҡыу һәм әйтеү. ь, ъ хәрефен яҙырға өйрәнеү. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе яҙырға өйрәнеү.

18.01





53

[һ] өнө. ҺҺ хәрефе.


1

һ өн-хәрефен үҙләштереү. [һ] өнөн тыңлау, сағыштырыу, өн анализы яһау, дөрөҫ әйтеү. Һһ хәрефтәреи яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу. ҺҺ хәрефтәре менән һүҙҙәр, һөйләмдәр һәм текстар уҡыу. Етеҙ уҡыу һәм дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

19.01






54


[х] өнө. Хх хәрефе.


1

Хх өн-хәрефен үҙләштереү. [х] өнөн тыңлау, сағыштырыу. Текстарҙы етеҙ һәм тасуири уҡыу. Йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү. Хх хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе күсереп һәм ишеткәнде яҙыу.

22.01









55

Һһ, Хх хәрефтәре.

1

[h], [х] өндәрен сағыштырып күҙәтеү. һығымта яһау.

25.01




56

[ц] өнө. Цц хәрефе.

1

Цц өн-хәрефен үҙләштереү. [ц] өнөн тыңлау, сағышты рыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Цц хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр.

һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.


26.01




57

[ч] өнө. Чч хәрефе.

1

Чч өн-хәрефен үҙләштереү. [ч] өнөн тыңлау, сағышты рыу. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Чч хәреф тәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙыу.

29.01




58

[щ] өнө. Щщ хәрефе.

Тикшереү эше.

1

Щщ өн-хәрефен үҙләштереү. [щ] өнөн тыңлау, сағышты рыу, ҡылыҡһырлама биреү, дөрөҫ әйтеү. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Щщ хәрефтәрен яҙыу. Ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.

1.02



59

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

Үткән дәрестәрҙә үҙләштерелгән күнекмәләрҙе артабан камиллаштырыу.

2.02




60

Үтелгәндәрҙе нығытыу.

1

Үҙ аллы, ижади эшләү күнекмәләрен нығытыу.

5.02



61

Мин уҡый беләм!

1

Дәреслектән шиғырҙар ятларға, мәҡәл-әйтемдәр уҡырға,оҡшаған битте уғып күрһәтергә.

8.02



62

Мин яҙа беләм!

1

Үткән дәрестәрҙә үҙләштерелгән күнекмәләрҙе артабан камиллаштырыу

9.02



63

Хәрефтәр иленә сәйәхәт.

1


Китап-мәғлүмәт сығанағы икәненә төшөнөргә. Китапхана менән дуҫлашырға.

12.02



64

Алфавит.

Диктант.

1

Алфавит хәрефтәренең исемдәрен дөрөҫ әйтеү. Уларҙың тәртибен иҫтә ҡалдырыу. Диктант яҙыу.

22.02



65

Тикшереү эше.

1

Үтелгәндәргә йомғаҡ яһау, уҡыусыларҙың белемен, өн дәргә анализ яһауын, уҡыу һәм яҙыуын, күнек мәләрен тикшереү.

26.02



66

Тикшереү эшенә анализ.

1

Хаталар өҫтөндә эш. Уларҙы иҫкәртеү.

29.02



Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт

Дәрес

темаһы

Сәғәт

һаны

Йөкмәткеһе



Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Үтк. ваҡ.

план

факт

67


Алфавит


Өн һәм хәреф

1


Алфавитта хәрефтәр һаны, тәртибе. Уның


ҡулланылыш әлкәләре. Алфавитты


ҡулланып бирелгән һүҙҙәрҙе алфавит


тәртибендә теҙеп яҙыу; төркөмдәге


балаларҙың фамилияларын алфавит


тәртибендә урынлаштырып яҙыу


Хәрефтәрҙең аталышы. Хәреф — өндөң


тамғаһы. Өндө һүҙҙә тауыш менән


айырып әйтеү. Өндәрҙе тартынҡы һәм


һуҙынҡыларға айырыу. Бирелгән моделгә


ярашлы һүҙҙәр йыйыу.


Алфавит хәрефтәрен


күҙәтергә; хәрефтәрҙе


сағыштырырға; уларҙы


үҙенсәлектәре буйынса


классификацияларға; алфавит


төҙөлөшөн өйрәнергә,


һуңынан һығымта яһарға


Һүҙҙә өндәрҙе ишетергә,


дөрөҫ әйтергә һәм график


моделдәр ярҙамында


тамғаларға.

1.03


68


Һуҙынҡы өндәр


һәм хәрефтәр



Тартынҡы өндәр



һәм хәрефтәр

1


Өндәрҙе һуҙынҡы һәм тартынҡыларға


айырыу. Һуҙынҡы өндәр таблицаһы төҙөү


(таблица бирергә). Нәҙек һәм ҡалын


һуҙынҡылар, уларҙың функцияһы. Бер


генә һуҙынҡылы һүҙҙәр йыйыу: айуй,


ҡар—'ҡор, -ҡурҡыр; байбэй, бал


болбөлбулбүлбилбыл; тар


тортөр—туртир; һатһөт


һутһыт; кирәкөрэ, курә һ. б.


Тартынҡы өндәрҙе төркөмләү. Уларҙың


таблицаһы. Тартынҡы өндәр ҡалын


һуҙынҡылар (а, о, у, ы) уратылышында.


Тартынҡы өндәр нәҙек һуҙынҡылар ураты


лышында. Һүҙҙә берәй тартынҡыны


алмаштырыумәғәнә үҙгәреүе йәки


һүҙҙең хәрефтәр йыйылмаһына әйләнеүе:


барпар, гөлкөл, йылҡыл, мулпул,


шаршат, таштап, супсүл, көр


көс, күсәкүбә



Һүҙҙе әйтергә, тыңларға,


ундағы өндәрҙе интонация


ярҙамында айырып алырға.


Характеристика бирергә.


Тел материалы нигеҙендә


аралашырға өйрәнергә: һорау


төҙөргә, уны бирергә, яуапты


тыңларға, уға ҡарата үҙ


фекереңде белдерергә. Диа


логта ҡатнашырға.


Һөйләшеүҙә этикет


ҡағиҙәләрен һаҡларға


Тартынҡы өндәрҙе күҙәтергә.


Уларҙы төркөмләргә,


сағыштырырға. Бирелгән


тартынҡыларҙан


(ижектәрҙән) һүҙ төҙөргә

4.03


69



Һаумы, мәктәп!


Көҙ килгән, көҙ


килгән,



Көҙ быйыл бик



тиҙ килгән!

1

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары,

уларҙы бөхтә тотоу. Көн

режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта

дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында

һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.





Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре,

уйындары тураһында һөйләшеүҙәр,

әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.


Мәктәптә уҡытыусыларға, класташтарға ихтирамлы булырға Көҙгө матурлыҡты күрә, тоя белеү..

7.03


70


Нәҙек һәм


ҡалын әйтелеш


ле һүҙҙәр. Һүҙҙе


ижеккә бүлеү



1


Һүҙҙең берәй тартынҡы йәки һуҙынҡы


хәрефен тейешле хәреф менән ал


маштырыу һәм уның мәғәнә менән


үҙгәреүе. Бирелгән ижеккә тейешле ижек


өҫтәп һүҙ яһау. Һүҙҙәрҙе тел законына


(сингармонизм) ярашлы төркөмләү


Уҡыу ситуацияһы: ниндәйҙер предметты


өлөштәргә бүлеү (алма, пластилин, -ҡағыҙ


бите һ. б.). Һүҙҙе ритмлап һәлмәкләп


әйтеү, ижеккә бүлеү.


Һүҙҙе күҙәтергә, уға хас


үҙенсәлекте билдәләргә,


һығымта яһарға. Бер


һуҙынҡы йәки тартынҡы


менән айырылыусы һүҙҙәр


төҙөргә. Уларҙың әйтелешен


тыңларға, уларға хас


үҙенсәлек тураһында


һөйләргә


Һүҙҙе һалмаҡлап ижеккә


бүлергә. Ижектәр һанын


билдәләргә.


(8.03)







71


Һүҙҙе


юлдан


юлға


күсереү



1


Һүҙҙе һамаҡлап (ритмлап) ижеккә бүлеү.


Ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштереү:


ритм лап ҡул сабыу, аяҡ менән иҙәнгә


туҡылдатыу, ручка менән партаға һуғыу,


эйәккә ҡулдың һыртын ҡуйып,


һәлмәкләп әйтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү


күнекмәһе.



Һүҙҙе әйтергә, ижектәргә


бүлергә, юлдан юлға дөрөҫ


күсерергә. Күсереп яҙырға,


орфограммаларҙы һыҙырға,


яҙылышын аңлата белергә

11.03


72



Көҙгө уңыш.


Ҡоштар-беҙҙең


дуҫтар!




1



Ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр

тормошо, яҙғы байрамдар тураһында

әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы

моңдар” темаһына әҙәби монтаж

әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә

экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр

үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.




Тәбиғәт тураһындағы фән


менән ҡыҙыҡһыныу,


ҡоштарҡа иғтибар, уларға


ярҙам итеү тойғоһо.

14.03


73



Тикше-

реү эше



1


«Тикшереү эштәре» дәфтәренән эш


(26 б.,11 вариант)



Уҡытыусыны иғтибар менән


тыңларға.Һүҙҙе дөрөҫ


әйтергә,


ижектәргә бүлергә, юлдан


юлға дөрөҫ күсерергә.


Күсереп яҙырға,


орфограммаларҙы


һыҙырға


15.03




74


Ҙур


хәреф.Исем-


фамилияларҙың


яҙылышы



1


Һөйләмдән, текстан баш хәреф менән


яҙылған һүҙҙәрҙе табыу (һөйләм башы,


кешенең исеме- фамилияһы). Кешенең


исем-фамилияларының яҙылышы.



Һүҙҙәрҙең баш хәрефтән


яҙылыу сәбәбенә төшөнөргә.


Ундай һүҙҙәрҙең моделен


һыҙырға (график билдәләне


шен).

18.03


75



Хайуандарҙы



рәнйетмәйек,



Уларҙы беҙ



һаҡлайыҡ!



Зоопаркта.




1


Хайуандар тураһында әңгәмәләшеү.


Уларҙың ҡушаматтары. Йорт хай


уандарына ҡушамат һайлауҙың


үҙенсәлектәре. Әкиәт геройҙары (ҡыр


хайуандары) ҡушаматтары.




Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш.

21.03


76


Тәңкә-тәңкә


ҡарҙар яуа,


Аҡ юрғанға


төрөнә донъя.



1



Башҡортостанда ҡыш, уньщ билдәләре.

Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы

эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар

тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр,

шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы

тәбиғәткә экскурсия ойоштороу,

альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.




Ҡышҡы тәбиғәт менән


һоҡланыу, иғтибарлылыҡ


сифаттары.

22.03


77


Хайуан


ҡушаматтары


Ер-Һыу


атамалары



1


Хайуандар тураһында әңгәмәләшеү.


Уларҙың ҡушаматтары. Йорт хай


уандарына ҡушамат һайлауҙың


үҙенсәлектәре.


Ер-һыу атамалары. Ауыл, ҡала,


республика, ил исемдәренең баш


хәрефтән яҙылыуы



Хайуандарҙы төркөмләргә.


Уларға ҡушаматтар бирергә


һәм теге йәки был ҡушамат




хайуандың ниндәй


билдәләре, үҙенсәлектәре


нигеҙендә һайланыуын


аңлатырға


Диалогта ҡатнашырға. Ер-


Һыу атамаларын, ауыл,


ҡала, республика, ил


исемдәрен дөрөҫ яҙырға


4.04


78



Һөйләм


Хәбәр



Һөйләм



1


Һөйләм, Уның башы, аҙағы. Һөйләм


аҙағында тыныш билдәләре. Бәләкәй һәм


ҙур һөйләмдәр. Ике һүҙҙән торған


һөйләм. Уға һүҙ өҫтәү, киңәйтеү


Хәбәр һөйләм. Уны дөрөҫ интонация


менән уҡыу. Хәбәр һөйләм аҙағында


тыныш билдәләре



Һөйләм төҙөргә.


Уның мәғәнәһен


тулыландырырға, һөйләмгә


һүҙ өҫтәргә. Уҡытыусының


хәбәр һөйләмде тейешле ин


тонация менән уҡыу


өлгөһөн үҙләштерергә.



79


Яңы йылды


көтәбеҙ.


Саф һауа-йәнгә


дауа.




1


Уҡылғн әҫәрҙәр буйынса, Яңы йылға


ҡарата һүрәттәр төшөрөү.


Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш,


матурлыҡҡа һоҡланыу.

5.04


80


Һорау һөйләм


Өндәү һөйләм



1


Һорау һөйләмдең әйтелеү маҡсаты.


Уның аҙағында һорау билдәһе. Һорау


һөйләмде тейешле интонация менән


уҡыу. һөйләмде киңәйтеү (һүҙ өҫтәү)



Өндәү һөйләмдең әйтелеү маҡсаты.


Уның аҙағында өндәү билдәһе. Өндәү


һөйләмде тейешле интонация менән


уҡыу. Һөйләмде киңәйтеү




Хәбәр, һорау, өндәү


һөйләмдәрҙе сағыштырырға.


Әйтеп яҙғанда һөйләм




аҙағында тейешле тамғалар


(.?!) ҡуя белергә

8.04


81



Тикшереү эше




1



«Тикшереү эштәре» дәфтәренән эшләү



(30б., 11 вариант)



Уҡытыусыны иғтибар менән тыңларға. Һөйләмдәге һүҙҙе дөрөҫ әйтеп яҙырға, юлдан юлға дөрөҫ күсерергә, һөйләм аҙағында тейешле тамғалар (.?!) ҡуя белергә. Матур яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға

11.04


82

Мин уҡый беләм!




1

Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу.

Телебеҙҙең бай булыуы менән ҡәнәғәтләнеү хисе.

12.04


83


Оо—Өө


хәрефле



һүҙҙәр.


Уу-Үу хәрефле



һүҙҙәр



1


Оо—Өө хәрефле һүҙҙәр йыйыу.



ОоӨө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу



У уҮу хәрефле һүҙҙәр йыйыу.



У уҮу хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу

Оо—Өө хәрефле һүҙҙәре ,У уҮу хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға

15.04


84



Ээ хәрефе һүҙ

башында. һүҙ



уртаһында е хәрефе, [э] өнө

Йй хәрефе ҡайҙа һәм ҡасан яҙыла?



1



Ээ хәрефе һүҙ башында ғына яҙылыуы.


[э] өнөнөң һүҙ уртаһында е хәрефе менән



тамғаланыуы.



Һүҙҙең башында, уртаһында


[э] өнө булған һүҙҙәрҙе


тыңларға, сағыштырырға


һәм һығымта яһарға.


Һүҙлектән Ээ хәрефенә


башланған һүҙҙәр табырға,


һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.


18.04


85



Әкиәттә ҡунаҡта.




1



Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә



кешеләрҙең яҡшы һәм насар



сифаттарының сағылышы.




Бирелгән ситуацияға ярашлы



бәләкәй әкиәттәр төҙөү.

19.04


86



Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә Ее, Ёё, Юю, Яя хәрефтәре



1

Ее, Ёё, Юю, Яя хәрефтәре үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең башында, уртаһында, аҙағында. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә Ее, Ёё, Юю, Яя хәрефтәренең функцияһы. Һүҙҙең өн моделен төҙөү, транскрипцияла яҙыу

Ее, Ёё, Юю, Яя хәрефле һүҙҙәрҙе (рус теленән үҙләштерелгән) тыңларға, әйтергә һәм уларҙың өн моделен эшләргә, транскрипцияла яҙырға. Орфографик һүҙлектән кәрәкле һүҙҙе эҙләргә, күсереп яҙырға.

22.04


87


Юю



Хәрефе


Ее



Хәрефе



1


Һүҙҙә [йу] өнөн хәрефтәр менән тамғалау.


Юю хәрефе. Һүҙҙә [йә] өнөн хәрефтәр


менән тамғалау. Ее хәрефе. Уның ҡалын


һүҙҙәрҙә яҙыл ыуы. Һүҙҙең өн моделе.


Уны транскрипцияла яҙыу. Хәреф менән


тамғалау


Юю хәрефле һүҙҙәрҙе


өйрәнеү . Ее хәрефле


һүҙҙәрҙе өйрәнеү объекты


булараҡ күҙәтергә,


сағыштырырға, анализларға,

25.04


88


Яя



хәрефе





1


Һүҙҙә [йа] өнөн хәрефтәр менән



тамғалау. Я я хәрефе. Уның ҡалын


һүҙҙәрҙә яҙыл ыуы. Һүҙҙең өн моделе.


Уны транскрйпцияла яҙыу. Хәреф менән


тамғалау



Яя хәрефле һүҙҙәрҙе өйрәнеү



объекты булараҡ күҙәтергә,


сағыштырырға, анализларға,


тикшереү эше үткәрергә.

26.04


89


Һүҙҙә [йа]


өндәрен


хәреф


менән

тамғалау




1


Яя хәрефе. Уның ҡалын һүҙҙәрҙә яҙылыу


ы. Һүҙҙең өн моделе. Уны


транскрипцияла яҙыу. Хәреф менән


тамғалау


Яя хәрефле һүҙҙәрҙе өйрәнеү


объекты булараҡ күҙәтергә,


сағыштырырға, анализларға,


тикшереү эше үткәрергә.

29.04


90



Беҙҙең татыу



ғаилә!




1

Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.



Матбуғат саралары менән ҡыҙыҡһыныу.

2.05




91

92



Тикшереү эше.

Хаталар өҫтөндә эш.




1


«Тикшереү эштәре» дәфтәренән эшләү


(34б., 11 вариант)


Уҡытыусыны иғтибар менән


тыңларға. Һөйләмде дөрөҫ


әйтеп яҙырға, юлдан юлға


дөрөҫ күсерергә, орфо


граммаларҙы һыҙырға


3.05


93



Предметты белдергән

һүҙҙәр



1



Һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмдәргә




бүлеү. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен,


билдәһен белдергән ярҙамсы һүҙҙәр.


Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте



Һүҙҙәрҙе төркөмләргә.


Уларҙың нимә белдереүен



аңлатырға. Башҡа


төркөмдәрҙән айыра белергә

6.05


94

95



Яҙ, яҙ, яҙ килә,



Ҡояш та бөгөн

көлә...




1



1



Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре,ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре.



Яҙғы матурлыҡты эмоциональ ҡабул итеү, тәбиғәт менән һоҡланыу.

10.05


96


Предметтың


хәрәкәтен


(эшен) белдер


гән

һүҙҙәр



1


Һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмдәргә


бүлеү. Предметтың хәрәкәтен (эшен)


белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың


телмәрҙәге әһәмиәте



Предметтың хәрәкәтен


белдергән һүҙҙәрҙе


предметтың атамаһын,


билдәһен белдергән һүҙҙәр


менән сағыштырырға.

13.05


97


Ярҙамсы һүҙҙәр:


һәм, менән



1


Ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдә тотҡан


роле, функцияһы. Һәм, менән ярҙамсы


һүҙҙәре менән һүҙбәйләнештәр төҙөү.



һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре


менән һүҙбәйләнештәр


төҙөргә.

16.05


98



Һаумы,йәй!



1



Йәйге күренештәр; уҡыу йылының



һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-



хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һөйләү.




Тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

17.05


99





Ярҙамсы

һүҙҙәр: да—дэ, ҙаҙэ, татэ, лалэ



1


Дадэ, ҙаҙэ, татэ, ла—лэ ярҙамсы


һүҙҙәрҙең һөйләмдәге роле, функцияһы.


Һөйләмдә ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ


интонация менән уҡыу. Да, дэ, ҙа, ҙэ, та,


тэ, ла, лэ ярҙамсы һүҙҙәренең айырым


яҙылыуы


Ғынагенэ, ҡынакенә ярҙамсы




Дадэ, ҙаҙэ, татэ,


лалэ ярҙамсы һүҙҙәренең


һөйләмдә әйтелешен


күҙәтергә. Уларҙы -да, -дэ, -


ҙа, -ҙэ, -та, -тэ, -ла, -лэ


ялғаулы һүҙҙәр менән


сағыштырырға.


Ғынагенэ, -ҡынакенә


ярҙамсы һүҙҙәренең


яҙылышын тикшерергә.


20.05


100



101



Тикшереү эше.

Хаталар

өҫтөндә эш.


1



1


«Тикшереү эштәре» дәфтәренән эшләү



(39 б., 11 вариант)


Уҡытыусыны иғтибар менән


тыңларға. Һөйләмде дөрөҫ


әйтеп яҙырға, юлдан юлға


дөрөҫ күсерергә.


23.05


102



Йомғаҡлау.




1



Үҙ аллы, ижади эшләү



Иғтибарлылыҡ.

24.05


«Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт» дәрестәрендә тикшереү эштәре

Диктант текстары, тикшереү эштәре 1-се кластың беренсе сирегендә 5-7 минут тирәһе, икенсе сиректә 15-20 минутта, икенсе ярты йыллыҡта диктант һәм эштәр 20-25 йәки 25-30 минутта үтәлә. Диктант текстары һәм тестар Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф. авторлығындағы “ 1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре “Туған ( башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” уҡытыусылары өсөн ҡулланманан алына.


Әҙәбиәт.

1.Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар. Р.Д. Салауатова. Өфө.Китап,2011.(Икенсе быуын стандарттары)

2.«Әлифба»дәреслеге.СынбулатоваФ.Ш., Исламғолова Ы.Ә Өфө..2011

3«Әлифба эш дәфтәре» Ф.Ш.Сынбулатова Өфө Китап.2011

Мәүлийәрова Ә. Т.

4. Сынбулатова Ф.Ш. ,Нурыева Р.Ф., Ғәлиуллина Г.Б. 1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланмана.-“ Өфө. Китап,2011.

5. “Әҙәби уҡыу» дәреслеге.Ф.Ш.Сынбулатова һ.б. Өфө. Китап,2011.

6. «Башҡорт теле” дәреслеге. Ф.Ш.Сынбулатова һ.б. Өфө.Китап, 2011.





Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 65% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДВ-022290

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>