Инфоурок Начальные классы КонспектыРазработка урока башкирского языка на тему: " Салауат Юлаев. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ иcемдәр." ( 3 класс)

Разработка урока башкирского языка на тему: " Салауат Юлаев. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ иҫемдәр." ( 3 класс)

Скачать материал

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ дэрес презентацияхы.ppt

Скачать материал "Разработка урока башкирского языка на тему: " Салауат Юлаев. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ иcемдәр." ( 3 класс)"

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Техник-конструктор

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • 1     16    1     27    1    29  
                
41            16...

    1 слайд


    1 16 1 27 1 29

    41 16 1 8 3
    Ребус

  • Дәрестең темаһы:

“Салауат Юлаев һәйкәле. 
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр”

    2 слайд

    Дәрестең темаһы:

    “Салауат Юлаев һәйкәле.
    Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр”

  • Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарбуҙ ҡуйҙым,
Ҡоштар килде һәр яҡтан.
Ҡара ҡарға, ҡабаланып,...

    3 слайд

    Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарбуҙ ҡуйҙым,
    Ҡоштар килде һәр яҡтан.
    Ҡара ҡарға, ҡабаланып,
    Ҡайтып китте ҡунаҡтан.

    Ниндәй өн йыш ҡабатлана?
    Ул ниндәй өн?
    Пары бармы был өндөң?

  • Салауат Юлаев һәйкәле

    4 слайд

    Салауат Юлаев һәйкәле

  • ҡунаҡсыл- гостеприимный 
юлсы- путник 
шағир- поэт
Бөйөк Ватан һуғышы- Велика...

    5 слайд

    ҡунаҡсыл- гостеприимный
    юлсы- путник
    шағир- поэт
    Бөйөк Ватан һуғышы- Великая Отечественная война
    һоҡлана- восхищается
    ҡыҙыҡһына- интересуется
    һыбайлы- всадник
    әүерелде- превратился

  • Салауат Юлаев һәйкәле

    6 слайд

    Салауат Юлаев һәйкәле

  • Салауат  Юлай улы Аҙналин  1754 йылдың Шайтан-Күҙәй олоҫо Тәкәй ауылында тыуғ...

    7 слайд

    Салауат Юлай улы Аҙналин 1754 йылдың Шайтан-Күҙәй олоҫо Тәкәй ауылында тыуған.
    Бәләкәй сағынан ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу егет булып үҫә. 14 йәшенән айыу һунарына йөрөй. Йәшләй үк шиғри һәләттәре лә асыла. . 1773 йылда Яйыҡ йылғаһы буйында Емельян Пугачев етәкселегендә ихтилал (восстание) башланып киткәс, Салауат башҡорт халҡын яуға күтәргән.

  • 8 слайд

  • 9 слайд

  • 10 слайд

  • 11 слайд

  • Эстонияла  Рогервик  төрмәһе

    12 слайд

    Эстонияла Рогервик төрмәһе

  • 13 слайд

  • Сосланбәк Дафаевич Тавасиев  (25.12.1894 – 10.04.1974)Күренекле  совет  монум...

    14 слайд

    Сосланбәк Дафаевич Тавасиев (25.12.1894 – 10.04.1974)
    Күренекле совет монументаль скульптуралар оҫтаһы,
    Төньяҡ Осетин АССР-ының (1955) һәм Башҡорт АССР- ының халыҡ рәссамы (1967) ,  СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1975),
    Өфөләге  Салауат Юлаев һәйкәленең авторы. Һәйкәл өҫтөндә егерме йылдан артыҡ эшләй.

  • 15 слайд

  • Салауат Юлаевтың ижады«Зөләйха»
«Уралым»
«Тыуған илем»
«Тирмәмдә»
«Уҡ»
«Егетк...

    16 слайд

    Салауат Юлаевтың ижады
    «Зөләйха»
    «Уралым»
    «Тыуған илем»
    «Тирмәмдә»
    «Уҡ»
    «Егеткә»
    «Яу»
    «Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып...» һ. б. 500-ләп шиғыры билдәле

  • Тирмәмдә

    17 слайд

    Тирмәмдә

  • Һандуғас

    18 слайд

    Һандуғас

  • Уҡ

    19 слайд

    Уҡ

  • Егеткә

    20 слайд

    Егеткә

  • 21 слайд

  • Һүҙҙәрҙән һөйләмдәр  төҙөСалауат Юлаев,- данлыҡлы,булған, халҡының, башҡорт,...

    22 слайд

    Һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙө
    Салауат Юлаев,- данлыҡлы,булған, халҡының, башҡорт, батыры. Ул, өсөн, көрәшкән, азатлыҡ. Юлаевҡа, Өфөлә ,һәйкәл, Салауат, куйылған. Батырҙың ,эштәр, исемен, өсөн, мәңгеләштереү, күп, башҡарыла. Һәр, йыл, һайын, көнөндә, Салауат, йыйыны, уның, тыуған, уҙғарыла.

  • Салауат Юлаев- башҡорт халҡының  данлыҡлы батыры булған. Ул азатлыҡ...

    23 слайд










    Салауат Юлаев- башҡорт халҡының данлыҡлы батыры булған. Ул азатлыҡ өсөн көрәшкән. Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл куйылған. Батырҙың исемен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Һәр йыл һайын уның тыуған көнөндә Салауат йыйыны уҙғарыла.

  • Ял минуты 


Салауат ҡурай тартҡан,
Моңло итеп уйнаған.
Ҡурай тартҡан саҡта у...

    24 слайд

    Ял минуты



    Салауат ҡурай тартҡан,
    Моңло итеп уйнаған.
    Ҡурай тартҡан саҡта ул
    Тыуған ерен уйлаған.

  • ИсемЯңғыҙлыҡ исемдәр
предметтың  берәү генә
 булыуын  аңлата.
-исем , фамилия...

    25 слайд

    Исем
    Яңғыҙлыҡ исемдәр
    предметтың берәү генә
    булыуын аңлата.
    -исем , фамилия
    ҡушаматтар
    -хайуан исемдәре
    -китап-журнал исемдәре
    -географик атамалар
    Ҡалған исемдәр- уртаҡлыҡ исемдәр була

  • 26 слайд

  • Баһалау– Кем үҙен һәйбәт, әүҙем эшләнем тип иҫәпләй, шул үҙенә           смай...

    27 слайд

    Баһалау
    – Кем үҙен һәйбәт, әүҙем эшләнем тип иҫәпләй, шул үҙенә смайлик һайлай.
    – Кем уртаса эшләнем тип уйлай, шул үҙенә смайлик һайлай.
    – Кем әҙ эшләнем, тырышырға кәрәк тип уйлай смайлик һайлай.

  • 28 слайд

  • САЛАУАТ ЮЛАЕВәҙәбиәтСәнғәт һәм скульптуратеатрХәҙерге көндәХоккей клубымузейҠ...

    29 слайд

    САЛАУАТ ЮЛАЕВ
    әҙәбиәт
    Сәнғәт һәм скульптура
    театр
    Хәҙерге көндә
    Хоккей клубы
    музей
    Ҡала, район,
    урам
    дар исеме
    символика
    премия

  • « Мин киткәнгә, илап ҡайғырмағыҙ,
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла....»...

    30 слайд



    « Мин киткәнгә, илап ҡайғырмағыҙ,
    Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла....»


    САЛАУАТ ЮЛАЕВ –
    ИСЕМЕ МӘҢГЕЛЕК!

  • 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо,...

    31 слайд

    1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы 1775 йылда яубаҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге выҡытта урыны Башҡортостандың Салауат районына тура килә. Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы, халыҡ араһында ихтирам яулаған, ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы кеше. Салауат бала сағында уҡ төрки телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын хәтирәләр бәйән итә. Йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле.

  • Салават Юлаев был воином и поэтом. Он возглавлял башкирские дружины в Крестья...

    32 слайд

    Салават Юлаев был воином и поэтом. Он возглавлял башкирские дружины в Крестьянской войне 1773-1775, защищая родные просторы Урала. Он писал прекрасные стихи, например "Стрела" ("Ук"), "Юноше-воину" ("Егеткэ"), "Мой Урал" ("Уралым").
     
    На гербе Башкортостана изображен памятник Салавату Юлаеву. На его родине создан музей. Его именем назван город Салават, район, улицы, дворец Спорта в городе Уфе и т.д.
     
    «Ни каждый народ может выдвинуть из своей многоликой и многослойной толщи того единственного представителя, который стал бы бесспорным символом данного этнического образования. На такую недосягаемую высоту вознесен своей благодарной и многострадальной нацией легендами овеянный Салават»

  • Салауат Юлаевҡа бағышланған картиналар

    33 слайд

    Салауат Юлаевҡа бағышланған картиналар

  • ТЕСТ Автор картины    "Поимка Салавата":
а)А.    Кузнецов;
б)А.   Лежнев;
в)Г...

    34 слайд

    ТЕСТ
    Автор картины "Поимка Салавата":
    а)А. Кузнецов;
    б)А. Лежнев;
    в)Г. Мустафин.

    Режиссер кинофильма "Салават Юлаев":
    а)Я. Протазанов;
    б)А. Мубаряков;
    и) С. Злобин.
    Исполнитель главной роли в фильме
    "Салават Юлаев":
    а)А. Зубаиров;
    б)Б. Имашев;
    в)А. Мубаряков.

    Автор памятника Салавату Юлаеву, установленного в селе Малояз Салаватского района:
    а)3. Басиров;
    б)Т. Нечаева;
    в)С. Тавасиев.






    В каком году был установлен памятник Салавату Юлаеву в городе Палдиски (Эстония)?
    а)1997;
    б)1999;
    в)1998.
    Автор либретто оперы Загира Исмагилова "Салават Юлаев":
    а) М. Карим;
    б) С. Злобин;
    в) Б. Бикбай.
    Автор балета "Горный орел":
    а) Н. Сабитов;
    б) X. Ахметов;
    в) 3. Исмагилов.
    Автор книги "О башкире-певце и
    бесстрашном бойце":
    а)В. Сидоров;
    б)И. Гвоздикова;
    в)М. Идельбаев.
    Когда была учреждена премия имени
    Салавата Юлаева?
    а)1968;
    б)1967;
    в)1969.

  • 1929 год – опубликована историческая повесть «Салават».
1935 – Злобиным напис...

    35 слайд

    1929 год – опубликована историческая повесть «Салават».
    1935 – Злобиным написан одноименный исторический рассказ для детей.
    1936 – первый кинотеатр Уфы был переименован в «Салават»
    1939 – правительство республики объявляет конкурс на проект памятника Салавату.
    1941 – вышел в прокат художественный фильм «Салават Юлаев»; Малоязовский район Башкирии переименован в Салаватский; издан роман «Салават Юлаев»
    1949 – поселку, позже ставшему городом, присвоено имя Салавата.
    1952 – широко отмечается 200-летие Салавата Юлаева; создан первый в республике бронзовый памятник-бюст Салавату.
    1961 – хоккейная команда названа именем Салавата Юлаева.
    1967 – установлен памятник Салавату (Телецентр); учреждена высшая в республике государственная премия им. Салавата Юлаева.
    1982 – первая (она же и последняя) биография Салавата Юлаева.
    1989 – открыт памятник Салавату в г. Палдиски (Эстония ).
    1991 – открытие музея Салавата в Салаватском районе (п. Малояз).
    1993 – утвержден герб республики с изображением памятника Салавату Юлаеву.
    1994 – площадь у памятника Салавата Юлаева (Телецентр) названа именем Салавата Юлаева…
    1994 – по приглашению ГТРК «Башкортостан» творческой группой Свердловской киностудии был снят фильм «Я – Салават».
    1996 – документальный фильм «Оран» (посвященный Салавату); установлен памятник Салавату в здании Курултая – Госсобрания.
    1998 – учреждена высшая награда республики – орден Салавата Юлаева.
    2000 – памятник Салавату Юлаеву на ул. Фрунзе, перед Госсобранием (Курултаем).
    2004 – улица Воровского переименована в проспект Салавата Юлаева; сад, основанный в 1901-м (сегодня его помнят как им. Крупской), переименован в сквер Салавата Юлаева.
    2005 – премьера киностудии «Башкортостан» новейшего документального фильма о Салавате Юлаеве «Несломленный дух».

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Выбранный для просмотра документ Салауат Юлаев һәйкәле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. 3 класс.docx

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенең технологик картаһы

3-cе класс

Дата – 17.02.2017

57-се дәрес.

Дәрестең темаһы:    Салауат Юлаев һәйкәле.   Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Маҡсат.1. Салауат Юлаев тураһында мәглүмәттәрҙе арттырыу, Салауат Юлаев һәйкәле менән танышыу, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр тураһында мәғлүмәт биреү.

2. һөйләмдәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәтеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙлекте байытыу.

3. Тасури уҡыу аша мәҙәниәтлекте үҫтереү.

Планлашттырылған шәхси һөҙөмтәләр:

- башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;

- яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телендә үҙләштереү кимәле һәр бер кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлай башлау;

- үҙенең туған телендә һөйләшеү кимәлен баһалай белә башлауы.

- аралашыу маҡсатына, шартына ҡарап, әңгәмәселәрҙең башҡарған ролдәренә ярашлы уй-фекерҙе һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр аша дөрөҫ ҡора белә башлауы;

- әңгәмәсенең телмәрен уның мәғәнәһенә төшөнөп, тауыш аша әйтелеү маҡсатын билдәләүҙе һиҙемләй, һорауҙар биреп асыҡлай белә башлауы;

- уҡытыусы ярҙамында әйтелгән фразала терәк һүҙҙәрҙе табырға тырышыу, интонация ярҙамында һөйләмдең йәки текстың тамамланыуын һиҙемләй башлауы;

- уй-фекер әйтелешендә өндәрҙең дөрөҫ яңғырауына ирешергә тырышыу;

- нәфис һүҙҙең матурлығын тойорға, уны тирә-йүндә күрә белергә, уға ҡарата үҙ фекереңде һөйләү һәм яҙма телмәрҙә һүрәтләргә өйрәтеү;

- башҡортса уҡырға, яҙырға һәм һөйләшергә өйрәнгәндә рус телендә үтелгән материалдарға таянып, уларҙы сағыштырып, һығымталар яһай белеү;

- бер-береһе менән һөйләшкәндә телмәр этикетын һаҡлап, бер-береһенә ҡарата ихтибарлы булырға, һәр кемдең фекерен тыңлап, кәңәшләшеп эш итергә өйрәтеү.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

- аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙы һөйләм итеп төҙә, һорау бирә, үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белеү;

- үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалаша башланыуы;

- һорауҙар бирә һәм бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтара белеү оҫталығын үҫтереү.

- алдан әҙерләнеп, йәки әҙерлекһеҙ килеш текстың мәғәнәһен аңлап һәм тасуири итеп  башҡортса уҡый белеү күнекмәләрен үтәү;

- тейешле ҡағиҙәләрҙе һаҡлап, уҡытыусы ярҙамындә йәки үҙаллы өйрәтеү һәм тикшереү маҡсатында бирелгән эштәрҙе үтәй белеү;

- башҡорт теленән үҙ эшен үҙаллы тикшереп, баһалай белеү һәләтенә эйә булыу;

Предмет һөҙөмтәләре:

- башҡорт әҙәби теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе программа кимәлендә үҙләштереү;

- башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә аралашҡанда дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;

- аралашыу ҡағиҙәләрен аңлы рәүештә һәм тейешле кимәлдә үҙләштереү;

- орфографик дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү (программаға ярашлы);

- өйрәнелгән кимәлдә өн, хәреф, һүҙ, һүҙ өлөшө, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра, анализлай белеү;

- уҡыу барышында үҙләштерелгән белемдәрҙе һәм күнекмәләрҙе көндәлек аралашыуҙа ҡуллана белеү: һорауҙарға яуап биреү; үҙаллы һорау ҡуя белеү; тексты эҙмә-эҙлекле, мәғәнәһен һаҡлап, һөйләп сығыу; бирелгән тематик өлгөләр буйынса һөйләмдәр төҙөү; төрлө темалар буйынса ҡыҫҡа ғына һүрәтләү, хикәйәләү, фекерләү формаһындағы монологтар төҙөү;

- һөйләмдәрҙе йәки бирелгән тексты ҡысҡырып, эстән үҙаллы уҡыу; тасуири итеп, тауышты үҙгәртеп уҡыу;

- башҡортсанан рус теленә йәки киреһенсә рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү;

- предметтарҙы, күренештәрҙе һүрәтләй белеү;

- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ-аллы билдәләй белеү, уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеү планын төҙә белеү;

- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу барышында үҙ эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерергә күнегеү;

- текстағы мәғлүмәттең бөтә төрҙәре менән дә эш итә белеү;

Йыһазлау. Компьютер, интерактив таҡта, тема буйынса презентация, Салауат Юлаевтың шигырҙары, уның тураһында нәшер ителгән китаптар күргәҙмәһе, “Уралым” көйөнөң аудиояҙмаһы, “Ай-һай , Салауат” йырының көйө,  туп, смайликтар, алфавит.

Уҡытыусы өсөн

1.Дәреслек З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф. Мортазина . Башҡорт теле. 3 класс. (Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү  оойошмаларында туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек.) Өфө, Китап, 2016 йыл

2. Уҡыусылар өсөн

1.Дәреслек З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф. Мортазина . Башҡорт теле. 3 класс. (Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү  оойошмаларында туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек.) Өфө, Китап, 2016 йыл.

2.Эш дәфтәре

Яңы һүҙҙәр

Хәтерҙә ҡалдыр

Ҡунаҡсыл- гостеприимный, юлсы- путник, шағир- поэт, Бөйөк Ватан һуғышы- Великая Отечетвенная война, һоҡлана- восхищается, ҡыҙыҡһына- интересуется , һыбайлы- всадник, әүерелде- превратился.

Арнап- посвятив, һын- скульптура, мәңгеләштереү- увековечить

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дәрес барышы

I. Уңыш ситуацияһын ойоштороу

-Һаумыһығыҙ, балалар. Бүген беҙҙең дәрестә ҡунаҡтар. Әйҙәгеҙ уларҙы сәләмләйек.

-Уңыш ситуацияһын ҡорайыҡ

Мин, һин, ул,

Беҙ –  уҡыусылар!   

Тағын килдек дәрескә

Башҡортса һөйләшергә!

Уҡып белем алырға

Ҙур кешеләр булырға!

                  (Зәкиә Нафиҡова)

- Кәйефтәр нисек, балалар?

Балаларҙың сәләмләүе

 

 

Шиғырҙың һүҙҙәренә ярашлы хәрәкәттәр башҡарыу.

 

 

 

 

 

-Шәп!

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

Мониторҙа һанлы  ребус.

24   1  16  1   27   1    29

41   16   1     8      3

-Балалар, ошо ребусты сисеп, бөгөн дәрестә кем тураһында  һөйләшкәнебеҙҙе беләйек.

– Дөрөҫ , балалар беҙ бөгөн Салауат Юлаев тураһында һөйләшәсәкбеҙ, уға арнап ҡуйылған һәйкәл тураһында  белербеҙ.

-Дәрестең темаһын уҡығыҙ:

-Салауат Юлаев тураһында белгәндәребеҙҙе  тулыландырырбыҙ, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр менән танышырбыҙ.

 Слайд

 

 

 

- Балалар яуабы.  Салауат Юлаев.

 

 

 

Балалар уҡыйҙар  Слайд

 

III. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

1.       Тел шымартыу

Телдәрҙе уйнатып, шымартып алайыҡ. Үткән дәрестә өйрәнгән шиғырҙы ҡабатлайыҡ:

Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарбуз ҡуйҙым, ҡоштар килде һәр яҡтан. Ҡара ҡарға ҡабаланып, ҡайтып китте ҡунаҡтан.

–Ниндәй өн йыш ҡабатлана?

– Ул  ниндәй өн?

- Пары бармы был өндең?

 

Балалар, Салауат Юлааев  ниндәй булған?

Ҡ хәрефенән сыйфат уйлайыҡ,

Ғ  хәрефенән.

-Балалар, дәфтәрзәрҙе асабыҙ, бүгенге числоны яҙабыҙ. Матур яҙыу минуты.

2. Китап менән эш

Ә хәҙер, дәреслектәрҙең 36-сы битен асабыҙ, текст менән танышабыҙ. Һүрәтен ҡарағыҙ, нимә төшөрөлгән.

Дөрөс ултырабыҙ, тексты иғтибар менән  тыңлайбыҙ.

(Уҡытыусы тексты тасури уҡый.)

3. Һүҙлек эше

-ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр осраны?

Ҡунаҡсыл- гостеприимный, юлсы- путник, шағир- поэт, Бөйөк Ватан һуғышы- Великая Отечетвенная война, һоҡлана- восхищается, ҡыҙыҡһына- интересуется , һыбайлы- всадник, әүерелде- превратился.

-Балалар, һәйкәлдәрҙе кемдәргә ҡуйалар?

Ә Салауат Юлаев ниндәй батырлыҡ ҡылған? Ниндәй иҙге эштәре өсөн уға һәйкәл ҡуйылған? Беҙ  әлегә әйтә алмайбыҙ.

3. Уҡыусыларҙың ғамәли эштәре

-Өйҙә һеҙгә С.Юлаевтың тормош юлы, батырлығы тураһында мәғлүмәт әҙерләргә ине.

Яле, кем әҙер? Кемде тыңлайбыҙ?

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

-          Тимәк, балалар,  ни өсөн С. Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған?

 

 

-Дөрөс балалар, башҡорт халҡы ҡаһарман  улын онотмай, һәйкәл ҡуя.

 

-Һәйкәлдең авторы тураһында нимә белдегеҙ?

 

Балалар, һәйкәл ҡасан ҡуйылған?

 

 

Балалар , Салауат Юлаев батыр ғына түгел, ул яҙыусы ла. Уның 500- ләп шиғыры билдәле. Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә өйрәнгән шиғырҙарын искә төшөрөп үтәйек.

 

 

Салауаттың шиғырҙарында   тыуған яҡҡа һөйөү, дошмандарға нәфрәт уты яңғырай.

4.  дәреслек менән  фронталь эш.

      1. Салауат Юлаев образы.

- Салауат Юлаевтың батырлығын, уның образын  башҡорт халҡы онотмай. Уның исеме менән үзе тыуған олос Салауат районы тип атала, Салауат ҡалаһы лә бар республикабыҙҙа, башҡалабыҙ Өфөлә  Салауат урамы, Салауат Юлаев проспекты бар. Республикабыҙҙа Салауат Юлаев исемендәге премия булдырылған. Уны күренекле яҙыусыларға тапшыралар һәм республикабыҙҙың күрке- хокей клубы- С. Юлаев исемен йөрөтә.

     

   2. 1-се күнегеүҙе үтәү

-Тестан дәфтәрегеҙгә зур хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙә генә күсереп алығыҙ. Орфограмманы аңлатығыҙ.

Бер кеше таҡтала эшләй. Кем сыға?

-Зур хәреф менән яҙылған һүҙҙәр нимәне аңлата?

-Бындай һүҙҙәр яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала.

    3.   карточкалар менән үҙ аллы эш.

-Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар.

Һүҙҙәрҙән дөрөс итеп һөйләмдәр төҙөп, дәфтәргә яҙырға  кәрәк.

Салауат Юлаев- данлыҡлы булған халҡының башҡорт батыры. Ул  өсөн көрәшкән азатлыҡ. Юлаевҡа Өфөлә һәйкәл Салауат куйылған. Батырҙың эштәр исемен өсөн мәңгеләштереү күп башҡарыла. Һәр  йыл һайын көнөндә Салауат йыйыны уның тыуған уҙғарыла.

- Тикшереү.

 

 

 

 

5. Ә хәзер, балалар , ял итеп алайыҡ!

(Ҡурай моңо яңғырай)

Салауат ҡурай тартҡан,

Моңло итеп уйнаған.

Ҡурай тартҡан саҡта ул

Тыуған ерен уйлаған.

 6.“Туп” уйыны. – парлашып эшләү

- Ә хәҙе балалар, уйын уйнап алабыҙ.

Һеҙ яңғыҙлыҡ исемдәрҙе әйтеп, тупты бер-берегеҙгә ташларға тейешһегеҙ.

Беренсе пар-исемдәр, фамилиялар,

Иенсе пар- йылға, күл исемдәре

Өсөнсө пар- ауыл, ҡала атамалары

Дүртенсе пар-  ил , республикатамалары,

Бишенсе пар - хайуандар ҡушаматтары.

     Уйындан һуң уҡытыусы ҡағиҙәне дөйөмләштерә (мониторҙан һүрәттәр күрһәтеп):

- исемдәрҙең яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ формалары була. Яңғыҙлыҡ исемдәр предметтың тик берәү генә булыуын аңлата. Яңғыҙлыҡ исемдәргә кешеләргә ҡушылған исем, фамилиялар, ҡушаматтар, хайуан, китап-журнал исемдәре, географик атамалар инә. Улар ҙур (баш) хәрефтән яҙыла. Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә инә.

     Кластағы уртаҡлыҡ исемдәргә ингән предметтарҙы әйтеп һанап сығығыҙ.

Уҡытыусы артынан өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү.

Слайд

 

 

 

- Ҡ  өнө.

- Тартынҡы өн

- Бар: ҡ – ғ

 

 

Ҡ  ,  ҡыйыу (смелый, бесстрашный)

Ғ,  ғәйрәтле (доблестный,удалой, яростный)

-балалар дәфтәрҙәрҙә хәрефтәр , һүҙҙәр яҙалар

 

-Салауат Юлаев һәйкәле.

Слайд

Уҡыусылар тексты тыңлайҙар.

 

 

Слайд

 

 

 

 

 

-Батырҙарға, күренекле кешеләргә.

- Изге эштәр эшләүселәргә.

 

 

 

 

Бер уҡыусы уҡый. Слайдтар күрһәтелә.

Слайд Салауат Юлаев 1754 йылда элекке Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосының (хәҙерге Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.  Уның атаһы Юлай Азналин  үҙ волосында  старшина булған. Атаһы бәләкәй Юлайҙа батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләргә тырышҡан. Салауат йәштән үк һыбай йөрөгән, ҡорал менән  оҫта эш иткән.  Ул туған ерен, тәбиғәтен ныҡ яратҡан, үсә тошкәс үҙе йырҙар, шиғырҙар сығара башлаған. Ул башҡорт халкының ауыр тормошон, иҙелеп йәшәүен күреп үскән. Слайд

1773 йылда Яйыҡ йылғаһы буйында Емельян Пугачев етәкселегендә  ихтилал (восстание) башланып киткәс, Салауат башҡорт  халҡын яуға  күтәргән. Ул башҡорттар араһында яңа отрядтар ойоштора , Крәстиәндәр һуғышының иң мөһим алыштары менән етәселек итә. Әмма ихтилал баҫттырыла, Салауат Юлаев әсирлеккә төшә. Слайд

Уны каты яҙалағандан һуң ,Эстониялағы  Рогервик төрмәһенә мәңгелек һөргөнгә (каторгага) ебәрәләр. Слайд

 Салауат 1800 йылдың  26 –сы сентябрендә төрмәлә үлә. Слайд

 

 

-          Ул башҡорт халҡының азатлыгы өсөн көрәшкән

-          Ул туған илен  рус колонизаторзарынан  яҡлап  сыҡҡан.

Слайд

 

Һәйкәлдең авторы осетин халҡының улы, Сосланбәк Дафаевич Тавасиев. Слайд

1967 йылдың 17 ноябрендә

 

Балалар яттан шиғыр һөйләйҙәр

Тирмә-   Алетдинова В. Слайд

-Һандуғас- Бакирова С. Слайд

Уҡ- Садртдинов Л. Слайд

-Егеткә- Шаяхметов Н. Слайд

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Слайд Бер бала интерактив таҡтала эшләй, орфограммаларҙы аңлата.

Өфө, Салауат, Ағиҙел, Сосланбәк Дафаевич Тавасиев, Бөйөк Ватан, Башҡортостан

 

-кеше исемдәре, ҡала, республика исемдәре, йылға исемдәре.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Балаларҙың үҙ- аллы эше. Слайд

Салауат Юлаев- башҡорт халҡының  данлыҡлы батыры булған. Ул азатлыҡ өсөн көрәшкән. Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл куйылған. Батырҙың исемен  мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Һәр  йыл һайын уның тыуған көнөндә Салауат йыйыны уҙғарыла.

 

Слайд

-Балалар шиғырға ярашлы күнегеүҙәр яһайҙар.

 

 

 

 

Балалар бер- береһенә яңғыҙлыҡ исемдәр әйтеп, тупты бәрәләр.

 

 

 

 

 

Слайд

 

 

 

 

 

 

 

 

Сылбыр буйлап кластағы предметтарҙы күрһәтеп, әйтеп сығалар.

IV. Ғәмәли эштәр

3. Дәфтәрҙә эш.1- се күнегеү, 56-сы   бит

1.    а) Күсереп яҙығыҙ. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙығыҙ. Улар ниндәй һорауға яуап була?

Фәниә, Миләүшә, Ынйы урманға барҙылар. Улар урманда миләүшә, ынйы сәскәһе йыйҙылар.

Әминә, Гәүһәр, Гөлкәй, Гөлдәр тәҙрә төбөндә гөлдәргә һыу һибәләр.

б) 2- се күнегеү, 56-сы   бит

Кеше исемдәрендә йыш ҡына    иш, ил тамырҙары осрай. Шундай нисә исем яҙырһың икән?

Өлгө: Иштуған, Илшат.

Исем-фамилиялар нисек яҙыла? Яуап әҙерләгеҙ.

в) 3- се күнегеү, 56-сы   бит

Эт, бесәй исемдәрен айырып яҙ.

Аҡбай, Аҡтүш, Һоросай, Мыраубай, Муйнаҡ, Наҙлыҡай, Мыр-мыр, Аҡтырнаҡ, Мыяубикә.  

 

Ижади эштәрҙе яҡшы уҡыған, отҡор балаларға тәҡдим итеү ҡарала.

 

 

 

 

 

 

 

 

-балаларҙың яуабы

V. Рефлексив анализ

-Балалар, бүген дәрестә беҙ кем тураһында һөйләштек?

-Ниндәй яңа мәглүмәттәр белдегеҙ С. Юлаев тураһында?

 

 

 

 

 

-Яңғыҙлыҡ исемдәр нисек языла?

Балаларҙың яуабы

-С. Юлаев  башҡорт халҡының азатлыгы өсөн көрәшәкән

-ул  ҡыйыу, батыр булған

Ул шағир булған

Уға арнап Сосланбек Тавасиев һәйкәл ҡуйған

-Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр тураһында белдек.

 

VI. Баһалау

Балаларҙың эшмәкәрлеген үҙҙәренән баһалатыу.

-Ә хәҙер үҙебеҙҙең дәрестәге эшебеҙҙе баһалайбыҙ:

– Кем үҙен һәйбәт, әүҙем эшләнем тип иҫәпләй, шул үҙенә           смайлик һайлай.

– Кем уртаса эшләнем тип  уйлай, шул үҙенә              смайлик һайлай.

– Кем әҙ эшләнем, тырышырға кәрәк тип уйлай                 смайлик һайлай.

 

 

 

Смайликтар һайлау.

 

VII. Өй эше.

Салауат шиғыр яҙған

Тау – урмандар хаҡында,

Шиғырҙары ҙур бүләк

Илемә һәм халҡыма.

Бөгөн бөтәгеҙ ҙә һәйбәт эшләнегеҙ, шуның өсөн С.Юлаевтың шиғырҙарынан булет бүләк итәм.

Өйҙә үҙегеҙ ошо шиғырҙар менән танышып, үҙегеҙгә оҡшағанын ятлап килегеҙ.

Дәфтәрҙә  3- се күнегеү, 56-сы   бит

Эт, бесәй исемдәрен айырып яҙ.

Балалар өй эшен көндәлектәренә яҙалар

Йомғаклау

Балалар, дәресебеҙҙе Салауат батыр тураһында  дәртле йыр менән тамамлайыҡ

Балалар башҡарыуында “Ай- һай Салауат йыры”, бейеү.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Салауат Юлаев 1754 йылда элекке Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосының (хәҙерге Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.  Уның атаһы Юлай Азналин  үҙ волосында  старшина булған. Атаһы бәләкәй Юлайҙа батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләргә тырышҡан. Салауат йәштән үк һыбай йөрөгән, ҡорал менән  оҫта эш иткән.  Ул туған ерен, тәбиғәтен ныҡ яратҡан, үсә тошкәс үҙе йырҙар, шиғырҙар сығара башлаған. Ул башҡорт халкының ауыр тормошон,рус колонизаторзарынан  иҙелеп йәшәүен күреп үҫкән. 1773 йылда Яйыҡ йылғаһы буйында Емельян Пугачев етәкселегендә  ихтилал (восстание) башланып киткәс, Салауат башҡорт  халҡын яуға  күтәргән. Ул башҡорттар араһында яңа отрядтар ойоштора , Крәстиәндәр һуғышының иң мөһим алыштары менән етәселек итә. Әмма ихтилал баҫттырыла, Салауат Юлаев әсирлеккә төшә.Уны каты яҙалағандан һуң , Рогервикка мәңгелек каторгага (һөргөнгә) ебәрәләр. Салауат 1800 йылдың  26сенябрендә төрмәлә үлә.

 

 

 

 


Ай-һай, Салауат

Сабып сығып сал быуаттар аша, 
Сапсындырып суйын саптарын,
 
Оран һалып илгә, һай, Салауат,
 
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
 

Ҡушымта:
 
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,
 
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты,
 
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
 
Ай-һай, Салауат, уҙ халҡымдың даны.
 

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
 
Сукмәгәндәй ергә Уралтау,
 
Салауаттың йыры илде тынмаҫ,
 
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.
 

Ҡушымта.
 

Сит ил дошмандары хор халкымдың
 
Юлдарына күпме таш өймәҫ.
 
Батшаларға башын эймәгәндә,
 
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.
 

Ҡушымта.

 

 

 

 

 

 

 

 

Ай-һай, Салауат

Сабып сығып сал быуаттар аша, 
Сапсындырып суйын саптарын,
 
Оран һалып илгә, һай, Салауат,
 
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.
 

Ҡушымта:
 
Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,
 
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты,
 
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
 
Ай-һай, Салауат, уҙ халҡымдың даны.
 

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
 
Сукмәгәндәй ергә Уралтау,
 
Салауаттың йыры илде тынмаҫ,
 
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.
 

Ҡушымта.
 

Сит ил дошмандары хор халкымдың
 
Юлдарына күпме таш өймәҫ.
 
Батшаларға башын эймәгәндә, 
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ. 

Ҡушымта.

 

 

 

 

 

Һандуғас

 

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта 
Һандуғас моңо. 
Күктеме, ерҙеме данлай? 
Кем белә уны. 
Йырлаймы күктә балҡыған 
Ҡояштың нурын? 
Әллә айға арнағанмы 
Һандуғас йырын? 
Әллә арналғанмы ул йыр 
Яҡты йондоҙға? 
Йәйрәп ятҡан яландарға, 
Хәтфә болонға? — 
Мин белмәйем.

 

Егеткә

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош, 
Унан бейек осар ыласын бар. 
Ыласындан да бейек оса торған 
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар. 

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул, 
Тайғаныңда таян дуҫтарға. 
Яуҙа, арыҫландай ажғырып, 
Йән аямай ташлан дошманға!

 

 

 

 

 

 

 

Тирмәмдә
Тирмәм тора көмөш кеүек 
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.

 

Уҡ

 

Һауаларға уҡ сойорғоттом, 
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.
 
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
 
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.
 
Һауаға атҡан уҡҡайым
 
Тау, урмандар аша уҙһасы.
 
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
 
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.

 

 

 

 

 

Салауат Юлаев- данлыҡлы булған халҡының башҡорт батыры. Ул  өсөн көрәшкән азатлыҡ. Юлаевҡа Өфөлә һәйкәл Салауат куйылған. Батырҙың эштәр исемен өсөн мәңгеләштереү күп башҡарыла. Һәр  йыл һайын көнөндә Салауат йыйыны уның тыуған уҙғарыла.

Карточка № 1


Салауат Юлаев- данлыҡлы булған халҡының башҡорт батыры. Ул  өсөн көрәшкән азатлыҡ. Юлаевҡа Өфөлә һәйкәл Салауат куйылған. Батырҙың эштәр исемен өсөн мәңгеләштереү күп башҡарыла. Һәр  йыл һайын көнөндә Салауат йыйыны уның тыуған уҙғарыла.

 

Карточка № 1

Салауат Юлаев- данлыҡлы булған халҡының башҡорт батыры. Ул  өсөн көрәшкән азатлыҡ. Юлаевҡа Өфөлә һәйкәл Салауат куйылған. Батырҙың эштәр исемен өсөн мәңгеләштереү күп башҡарыла. Һәр  йыл һайын көнөндә Салауат йыйыны уның тыуған уҙғарыла.

 

Карточка № 1

Салауат Юлаев- данлыҡлы булған халҡының башҡорт батыры. Ул  өсөн көрәшкән азатлыҡ. Юлаевҡа Өфөлә һәйкәл Салауат куйылған. Батырҙың эштәр исемен өсөн мәңгеләштереү күп башҡарыла. Һәр  йыл һайын көнөндә Салауат йыйыны уның тыуған уҙғарыла.

 

Карточка № 1

Салауат Юлаев- данлыҡлы булған халҡының башҡорт батыры. Ул  өсөн көрәшкән азатлыҡ. Юлаевҡа Өфөлә һәйкәл Салауат куйылған. Батырҙың эштәр исемен өсөн мәңгеләштереү күп башҡарыла. Һәр  йыл һайын көнөндә Салауат йыйыны уның тыуған уҙғарыла.

 

Карточка № 1

Салауат Юлаев- данлыҡлы булған халҡының башҡорт батыры. Ул  өсөн көрәшкән азатлыҡ. Юлаевҡа Өфөлә һәйкәл Салауат куйылған. Батырҙың эштәр исемен өсөн мәңгеләштереү күп башҡарыла. Һәр  йыл һайын көнөндә Салауат йыйыны уның тыуған уҙғарыла.

 

Икенсе пар- йылға- күл исемдәре:

Танып, Башкый, Ар, Караиҙел, Дим, Юрүҙән, Әй, Аслыкүл, Кандрыкүл, Аккүл.

Өсөнсө пар: -ауыл, ҡала атамалары: Тусыбай, Ҡарғалы, Ҡанһөйәр, Һәйтәк Иске Балтас, Борай, Бөрө, Янауыл, Дүртөйлө.

Дүртенсе пар- ил, республика атамалары:

Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй, Үзбәкстан, Казахстан, Ҡырғыҙыстан, Төркмәнстан, Төркия, Алжир,

Бишенсе пар:хайуандар ҡушаматтары:

Аҡтырнаҡ,Аҡтүш,Муйнаҡ,Аккүҙ, Дүрткүҙ, Буян, Сыуарҡай, Алаҡай

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока башкирского языка на тему: " Салауат Юлаев. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ иcемдәр." ( 3 класс)"

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 176 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.03.2017 2853
    • RAR 7.8 мбайт
    • 27 скачиваний
    • Рейтинг: 3 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Султанова Рушания Фаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Султанова Рушания Фаритовна
    Султанова Рушания Фаритовна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 2989
    • Всего материалов: 1

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по русскому языку у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 484 человека

Курс повышения квалификации

Ресурсы библиотерапии в работе с детьми дошкольного и младшего школьного возраста

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 49 человек

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по литературному чтению у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 166 человек

Мини-курс

Продвижение экспертной деятельности: от личного сайта до личного помощника

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Состав и анализ финансовой отчетности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие коммуникации и речи у детей раннего возраста

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 19 человек