Инфоурок Начальные классы ПрезентацииОҫталыҡ дәресе " Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу"

Ҫталыҡ дәресе " Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу"

Скачать материал
Скачать материал "Оҫталыҡ дәресе " Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу""

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Психолог-консультант

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу Оҫт...

    1 слайд

    Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу
    Оҫталыҡ дәресе

  • Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы ҡулланыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа а...

    2 слайд

    Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы ҡулланыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:
    Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, белем, оҫталыҡ, күнекмәләрҙе практикала ҡулланыу;
    Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләрен үҫтереү;
    Хеҙмәт күнекмәләрен арттырыу.

  • Тәрбиәүи маҡсаттар:  уҙаллылыҡ, ихтыяр көсөн, хеҙмәттәшлек, коллектив тойғоһо...

    3 слайд

    Тәрбиәүи маҡсаттар: уҙаллылыҡ, ихтыяр көсөн, хеҙмәттәшлек, коллектив тойғоһо, аралашыусанлыҡ тәрбиәләү.

    Үҫтереүсе маҡсаттар: иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, фантазияны, ижади һәләтте үҫтереү.

  • Уйындарҙың классификацияһы:Уҡыу уйындары (фонетик, лексик, грамматик уйындар)...

    4 слайд

    Уйындарҙың классификацияһы:
    Уҡыу уйындары (фонетик, лексик, грамматик уйындар)

    Комбинаторлы уйындар (кроссворд, чайнворд, ребус һ.б.)

    Аналитик уйындар. (факт һәм законлыҡтарҙы табыу)

  • Контекслы уйындар (төшөп ҡалған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр табыу,текст төҙөү)

И...

    5 слайд


    Контекслы уйындар (төшөп ҡалған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр табыу,текст төҙөү)

    Ижади уйындар (төрлө шарттарҙа бәйләнешле һәм йор һүҙле текст төҙөү).


  • Уйындарға ҡуйылған төп талаптарҙы түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:Уйындар бөтө...

    6 слайд

    Уйындарға ҡуйылған төп талаптарҙы түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:

    Уйындар бөтөһе өсөн дә аңлайышлы, ҡыҙыҡ булырға һәм балаларҙа ыңғай хистәр тыуҙырырға тейеш.
    Уйында ҡатнашыусыларҙың күберәк, ҡарап ултырыусыларҙың мөмкин тиклем әҙерәк булыуы һәйбәт.
    Уйынға ярыш характерын биреп, уҡыусыларҙың дәртләндереп ебәреү кәрәк.
    Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн матур аксессуарҙар, предмет-ҡулланмалар булдырыу мөһим.
    Уйын һуңында уның һөҙөмтәләрен тикшереп, уҡыусыларҙың уңыштарын билдәләп үтеү мотлаҡ.

  • Уйындар

    7 слайд

    Уйындар

  • Мәҡәлдәрҙе дауам итЕгет кешегә етмеш …
Тырышҡан - ташҡа …
Ялҡаулыҡ - хурлыҡ,...

    8 слайд

    Мәҡәлдәрҙе дауам ит
    Егет кешегә етмеш …
    Тырышҡан - ташҡа …
    Ялҡаулыҡ - хурлыҡ, …
    Ҡалған эшкә …
    Яҡшы һүҙ- …
    Ололарға кесе бул, …
    Бер рәхмәт мең бәләнән …
    Батыр бер үлер, …

  • Мин нидәй өн уйланым?•        Бөрө, Өфө, өкө, көс, өс. 

•        Әсәй, сәскә...

    9 слайд

    Мин нидәй өн уйланым?
    •        Бөрө, Өфө, өкө, көс, өс.

    •        Әсәй, сәскә, Әлфиә, әтәс, мәктәп.

    •        Ағай, юйғыс, йылға, ҡарға.

  • Хәреф йомаҡтарКешелә бар – хайуанда юҡ,
Күлдә бар – йылғала юҡ.

Тауҙа бар –...

    10 слайд

    Хәреф йомаҡтар
    Кешелә бар – хайуанда юҡ,
    Күлдә бар – йылғала юҡ.

    Тауҙа бар – ерҙә юҡ,
    Һыуҙа бар – өйҙә бар.

    Һыйырҙа бар – кешелә юҡ,
    Һарыҡта бар – эттә юҡ.

  • Ниндәй хәреф төшөп ҡалған?Ҡуйы ҡыуаҡ – урман тара ғ ы. Ябағаһын таҙартмайынса...

    11 слайд

    Ниндәй хәреф төшөп ҡалған?
    Ҡуйы ҡыуаҡ – урман тара ғ ы. Ябағаһын таҙартмайынса, бер кейекте лә үткәрмәй.
    Ҡуяндың аҡ мамығ ынан, төлкөнөң ерән сәсенән, айыуҙың һоро йөнөнән йөн йомға ғ ы барлыҡҡа килә.
    Әлморон, дунала ҡыуағ ы яҙын ялбыр урман кейе г енә оҡшап ҡала.

  • Кем күберәк һүҙ табыр?БАЛАҠАТАЙ

    12 слайд

    Кем күберәк һүҙ табыр?
    БАЛАҠАТАЙ

  • Дөрөҫ парын тап!Эт                                       һөт бирә
Әтәс...

    13 слайд

    Дөрөҫ парын тап!
    Эт һөт бирә
    Әтәс йорт һаҡлай
    Һыйыр йомортҡа һала
    Тауыҡ уята
    Ат йөк ташый

  • Һүрәт буйынса фразеологизмды әйт!

    14 слайд

    Һүрәт буйынса фразеологизмды әйт!

  • 15 слайд

  • 16 слайд

  • 17 слайд

  • Аукцион Баш               Тел

    18 слайд

    Аукцион
    Баш Тел

  • Рефлексив анализ 1. Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды?
2.Алған белемдәрег...

    19 слайд

    Рефлексив анализ
    1. Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды?
    2.Алған белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ?
    3. Ниндәй алымдар, эш төрҙәре һеҙҙең өсөн бигерәк тә оҡшаны?
    4. Аңлау өсөн нимәһе ауыр булды? Оҫталыҡ дәресенән һуң ниндәй һорауҙар, идеялар тыуҙы?
    5. Дәрес буйынса үҙегеҙҙең уйҙарығыҙ, ҡарашығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

  • Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

    20 слайд

    Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Һаумыһығыҙ коллегалар! Мин Әхмәткәримова Гөлшат Рафил ҡыҙы. Минең оҫталыҡ дәресемдең темаһы: Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу.

Белеүебеҙсә, уҡытыу ул – баланы белем алыу эшсәнлегенә өйрәтеү. Ә белем алыу эшендә уҡыусы ябай тыңлаусы ғына түгел, әүҙем ҡатнашыусы ла ул. Быға ирешеү өсөн уҡытыусынан предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, дәресте төрлөләндереп ебәреү, эшкә ижади яҡын килеү талап ителә. Ошо шарттарҙы үтәү өсөн дәрестәрҙә төрлө алымдар ҡулланыу мөһим.

Уҡыу процессын интенсивлаштырыуҙың, телгә өйрәтеүҙең иң уңыщлы алымдарының араһында уйын технологияһы төп урынды алып тора. Уйын – уҡыу процессын балаларға күңелле һәм эшлекле рәүештә телде өйрәтеүгә ҙур этәргес биреүсе сара. Уйын алымдарына таянған дәрес ялыҡтырғыс, мәжбүри процесстан ҡотҡара һәм ләззәт, йәм табып уҡыуға әйләнә.

Бөгөнгө көндө балаларҙың уйын уйнамауы хәүеф тыуҙыра, сөнки улар уйнай белмәй, ә күмәкләп уйнай торған, ҡатмарлы ҡағиҙәле уйындарҙы бөтөнләй яратмай. Яҡшы итеп ойошторолған уйын уҡыусыларҙан маҡсатҡа ириешеү, уйын процессында килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн ныҡышмалыҡ, татыулыҡ һәм башҡа төрлө көсөргәнешлектәр талап итә.

Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы файҙаланыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:

  • Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, белем, оҫталыҡ, күнекмәләрҙе практикала ҡулланыу;
  • Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләрен үҫтереү;
  • Хеҙмәт күнекмәләрен арттырыу.

Тәрбиәүи маҡсаттар: уҙаллылыҡ, ихтыяр көсөн, хеҙмәттәшлек, коллектив тойғоһо, аралашыусанлыҡ тәрбиәләү.

Үҫтереүсе маҡсаттар: иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, фантазияны, ижади һәләтте үҫтереү.

Ошо маҡсаттарҙан сығып, беҙ башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн Л.В. Петрановсаяның классификацияһын урынлы тип таптыҡ.

Уҡыу уйындары. Был төр уйындарҙы ауыр материалды иҫтә ҡалдырырға кәрәк булғанда ҡулланыу эффектлы. Уҡыу уйындарына фонетик, лексик, грамматик уйындар инә.

Комбинаторлы уйындар. Һүҙ менән эш итә торған киң биләдле уйындар: кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, башватҡыстар һ.б. был төр уйындар уҡыусыларҙың тиҙ варианттар табыуын талап итә һәм балаларҙың һүҙ байлығын әүҙемләштерә.

Аналитик уйындар. Бындай уйындар уҡыусыларҙың аналитик һәм логик фекерләүен үҫтереүгә, уларҙың факт һәм законлыҡтарҙы үҙ аллы анализлап,уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын табыу һәләттәрен үҫтереүгә нигеҙләнгән.

Контекслы уйындар. Уҡыусыларҙың иғтибарын, мәғәнәле, бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындар. Уйындың маҡсаты булып тексты аңлау, мәғәнәһе буйынса төшөп ҡалған һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәрҙе табыу, йә булмаһа текст төҙөү блырға мөмкин.

Ижади уйындар. Ижади уйындар уҡыусыларҙың фантазияһына нигеҙләнә. Был уйындарҙың үҙенсәлеге булып төрлө шарттарҙа бәйләнешле һәм йор һүҙле текст төҙөү тора.

Дәрескә һайланған уйындарҙы методик яҡтан дөрөҫ итеп үткәреү бик әһәмиәтле. Уйындарға ҡуйылған төп талаптарҙы түбәндәгесә биләләргә мөмкин:

  • Уйындар бөтөһе өсөн дә аңлайышлы, ҡыҙыҡ булырға һәм балаларҙа ыңғай хистәр тыуҙырырға тейеш.
  • Уйында ҡатнашыусыларҙың күберәк, ҡарап ултырыусыларҙың мөмкин тиклем әҙерәк булыуы һәйбәт.
  • Уйынға ярыш характерын биреп, уҡыусыларҙың дәртләндереп ебәреү кәрәк.
  • Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн матур аксессуарҙар, предмет-ҡулланмалар булдырыу мөһим.
  • Уйын һуңында уның һөҙөмтәләрен тикшереп, уҡыусыларҙың уңыштарын билдәләп үтеү мотлаҡ.

Дәрестә уйын технологияларын ҡулланғанда һынамыштар, көйлө минуттар, башҡорт халыҡ йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен ҡулланыу уҡыусыларҙа халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй. Мәҡәл-әйтемдәр буйынса әңгәмәне төркөмдәрҙә уйын рәүешендә үткәрергә мөмкин. Уҡытыусы мәҡәлдең яртыһын, ә уҡыусылар төркөмө ярышып мәҡәлдең ҡалған яртыһын әйтәләр.

.Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы файҙаланыу уҡыусының шәхес булараҡ үҫешенә булышлыҡ итә, эшлекле мәғлүмәт менән алмашырға, билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәүгә өйрәтә. Дәрестә ҡатмарлы ҡағиҙәле һәм ғәҙел уйындар ҡулланыу уҡыусыларҙа тормошта кәрәк булған реаль тәжрибәне бирә, ниндәйҙер ҡағиҙәләргә буйһоноп йәшәргә, аныҡ итеп үҙ фекерен әйтергә, иптәштәрен тыңларға өйрәтә. Шуны ла һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк: уйынды ойошторғансы тҡп бурысты билдәләү, уның шарттары һәм ҡағиҙәләре менән таныштырыу, уҡыусыларҙы теоретик яҡтан әҙерләү бик мөһим. Ҡуйылған бурыстар үтәлеп, уйынға йомғаҡ яһалһа ғына, ул уңышлы була һәм белем алыу процессында ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 068 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.09.2016 3711
    • PPTX 1.4 мбайт
    • 27 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметкаримова Гульшат Рафиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 6
    • Всего просмотров: 73177
    • Всего материалов: 26

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 63 человека из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 353 человека

Курс повышения квалификации

Внедрение Федеральной образовательной программы начального общего образования

36/72/108 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 285 человек из 55 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 104 человека

Курс повышения квалификации

Инклюзивное и интегративное образование детей с ОВЗ в условиях введения и реализации ФГОС НОО ОВЗ

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 303 человека из 61 региона
  • Этот курс уже прошли 1 201 человек

Мини-курс

Организация образовательного процесса в современном вузе

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Комплексный подход к работе с детьми с тяжелыми нарушениями развития

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Судебные процессы и взыскание убытков: правовые аспекты и процедуры

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 14 регионов
  • Этот курс уже прошли 12 человек