Инфоурок / Классному руководителю / Конспекты / Сценарий праздника "Әсәләр көнө"

Сценарий праздника "Әсәләр көнө"

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов

«Изгеләрҙән изге әсәләр»

Әсәләр көнөнә арналған кисәнең сценарийы.

Маҡсат. Уҡыусыларҙа әсәләргә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, әсәләрҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеү, балаларға үҙ таланттарын асырға ярҙам итеү.

Сәхнә байрамса биҙәлгән. Презентация.

( ҡотлау открыткалары)

Сәхнәгә ике алып барыусы сыға.

1-се алып барыусы

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шундай шатлана.

2-се алып барыусы

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

1-се алып барыусы

Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар!

2-се алып барыусы

Хәйерле көн, ҡәҙерле әсәләр!

1-се алып барыусы

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Әсә көнөнә бағышланған байрам кисәһендә ҡайнар сәләмләйбеҙ.

2-се алып барыусы

Рәсәйҙә 1998 йылдан башлап Рәсәй Президенты ҡарары буйынса ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе Әсә көнө тип билдәләп үтелә.

1-се алып барыусы

Әсә көнөнә арналған « Изгеләрҙән изге әсәләр » тип аталған кисәбеҙҙе башларға рөхсәт итегеҙ.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ уҡыусыларға бирелә!


Рәвил: Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!


Ләйлә: Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.


Мансур: Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.


Земфира: Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,




Аделина: Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

Әсәй”тиеп уға әйтергә.



Азамат; Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.


Эмиль: Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Аш - һыуына, тәм - томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.


Рузалина: Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.

Арсен: Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!


Эльза: Бар донъяны яҡтыртҡан ҡояштан 
Йылыраҡтыр әсә күҙҙәре.
 
Бала – әсәләргә биргән ғәзиз,
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге.


Илһөйәр : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

Нияз: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Йыр “Бәхет өсөн”


1-се алып барыусы

Эй, һылыу ҙа буйҙары,

Серле лә ҡараштары

 Ул бейей башлаһа инде

 Китер иҫең-хуштарың. 

Яндырып баҫ, өҙҙөрөп баҫ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

 Һин бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

 Һеҙҙең алдығыҙҙа башҡорт бейеүе  менән 2 класс уҡыусыһы   Аделина.       



2-се алып барыусы

Әсә күңеле дингеҙ, тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар!

1-се алып барыусы

Әсә күңеле сәхрә, тиҙәр,

Унда күпме хозурлыҡ?

Нисек һүҙҙәр табырға һуң

Ошо сихри хозурлыҡты

Йырҙа тасуир ҡылырлыҡ?!

2-се алып барыусы

Ҡәҙерле Әсәләр! Һеҙҙе барығыҙҙы ла Әсә көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек,тыныс , матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.


1-се алып барыусы

Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк

Күстәнәсем башҡа юҡ минең ,- ти

Луиза һәм һеҙгә «Әсәйемә» исемле йырын бүләк итә.


2-се алып барыусы

Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.

Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.

Ябай ғына был һүҙҙән

Мәрхәмәтлек бөркөлә.

Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ!

Әсәйгә дан йырлайыҡ!

1-се алып барыусы

Мәрхәмәтле беҙҙең әсәләр!
Ергә матурлыҡты, илгә батырлыҡты,
Һеҙ бирәһегеҙ, гүзәл әсәләр.
Һеҙҙә йәшәй һүрелмәҫлек хистәр,
Йөҙөгөҙҙә шәфҡәт нурҙары.
Һеҙҙең йырҙар аша күсә беҙгә
Туған халҡыбыҙҙың моңдары.

2-се алып барыусы

Әйтәһебеҙ килә                     

Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,                    

Шатлыҡ йыры илем күгендә

Әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап,

Ҡоштар йырлай тыуған еремдә.

Бөгөн-әсәйҙәр байрамы,

Бөгөн - ҙур бер тамаша.

Бөгөнгө теләктәребеҙ, йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ – барыһы ла ысын йөрәктән,

күңелдәрҙең иң-иң түренән – әсәйҙәр өсөн.


1-се алып барыусы

Һеҙҙең өсөн 1-4-се класс малайҙары башҡарыуында бейеү.

2-се алып барыусы

Әсә! Ошо һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята. Беҙҙең бар булмышыбыҙ уға бәйләнгән. Ул беҙгә ҡояш, тыныслыҡ һүҙҙәре кеүек яҡын. Яҡын ғына түгел, алтын һүҙ.

1-се алып барыусы

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә,

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ.

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан,

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.



Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныстар, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Һеҙҙең өсөн 7 класс Йылмайып алайыҡ әле миниатюраһы менән сығыш яһай.


2-се алып барыусы

Матур   булһын   ерҙә   һәр  бер  нәмә,

    Матур   булһын   уйҙар – хыялдар,

    Матур,    ихлас   булһын   йылмайыуҙар

    Шул  саҡ  хистәр  бергә  үрелер.

Әсә бәхете-балала.Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә терәк,таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ.Ундай әсәләр беҙҙең арала бик күптәр һәм улар бөгөн беҙҙең менән.

Был йырым һеҙҙең өсөн ти Юсупова Гөлсибәр -------------------------------------------------

1-се алып барыусы

Һөйҙөргән дә бала, көйҙөргән дә бала,- ти халыҡ. Тыуған илде үҙҙәренең хеҙмәттәре менән данларлыҡ, егәрле, күркәм холоҡло балалар үҫтереү – һәр әсәнең бурысы. Бала изгелеген күреү – ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет.

2-се алып барыусы

Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

1-се алып барыусы


Ә хәҙер 8а класы уҡыусыһы “Әсә һәм бала” исемле шиғыр уҡыясаҡ.

Әсә һәм бала


Бар донъяны яҡтыртҡан ҡояштан 
Йылыраҡтыр әсә күҙҙәре.
 
Бала – әсәләргә биргән ғәзиз,
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге.

Бала башҡайына бәлә килһә,
Әсә бөйөк Урал тауындай,
Бар хәленсә ярҙам юлын эҙләй,
Ғазап упҡынында ҡалдырмай.
Йомшаҡ елдәй һыйпай
 сәстәренән,
Йырҙар йырлап бишек тирбәтә,
Үҫә килә, балаҡайын әсә
Тәрбиәгә, эшкә өйрәтә.

Ваҡыт үтә, күпме һыуҙар аға,
Балалар ҙа үҫеп етәләр,
Тик әсәгә әле һаман кескәй,
Иркә генә сабый кеүектәр.
Әсә менән бала – ике ҡояш,
Илаһи көс бәйләй уларҙы,
Бер-береһенә ярҙам, терәк булып
Үтә улар ауырлыҡтарҙы.





Алыҫ йылдар, юлдар ята, бала
Һәр саҡ һиҙә әсә йылыһын,
Ул ашҡына ғәзиз кешеһенә
Еткерәм тип күңел яҡтыһын.

2-се алып барыусы

Тәрбиәле бала- өйҙөң күрке,
Ата-әсәйҙәрҙең көҙгөһө.
Нигеҙендә әҙәп, иман булған
Матур ғаилә һәр саҡ өлгөлө.
Тәрбиәһе өсөн балаларҙың
Атай-әсәйҙәр бит яуаплы.
1-се алып барыусы

Әсәләр хаҡында бик күп әҫәрҙәр, поэмалар, йырҙар яҙылған. Улар тураһында күпме генә һөйләнһә лә, йырланһа ла, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бирә белеүсе әҫәр һаман юҡ кеүек.

2-се алып барыусы

Берҙән-берем, күҙ нурым, тип

Сирләгәндә төн йоҡламай,

Иркәләй һине, һөйә,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул – һөйөклө әсәй.

1-се алып барыусы

Әйе, әсәй һәр бер кеше өсөн дә иң яҡшыһы, иң ҡәҙерлеһе. Әсә - ул донъяла иң изге кеше! Уларҙың ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!

2-се алып барыусы

2 класс уҡыусыһы Фахретдинова Ләйлә “ ” исемле йыр бүләк итә.

1-се алып барыусы

– “Әсәй, әсәкәйем!” Ошо һүҙ эсендә генә әллә күпме хис-тойғолар йәшеренгән. “Әсәй” тигән һүҙҙе ишетеү менән, күңелдәр йылынып, нурланып китә.

2-се алып барыусы
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа, тибеҙ. Әсә булыу – ҙур яуаплылыҡ. Барыбыҙ ҙа ғәзиздәрҙән-ғәзиз бөйөк әсәйҙәргә баш эйәбеҙ. Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, данлайыҡ, бер ҡасан да
  рәнйетмәйек.

1-се алып барыусы

Йыр үлемһеҙ, йәшәй, көрәшә.

Бар доньяға шатлыҡ өләшә.

2-се алып барыусы

4-се класс уҡыусылары барлыҡ әсәләргә “ ” йырын бүләк итәләр.

1-се алып барыусы

Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

2-се алып барыусы
Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.

1-се алып барыусы.
2 класс уҡыусылары башҡарыуында « » бейеүе.
2-се алып барыусы

Иң йомшаҡ ҡулдар,
Иң көслө иңдәр-
Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.

1-се алып барыусы
Әсәйҙәр күҙе –


Иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе-

Иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр
Иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар
Иң яҡшы серҙәш.

2-се алып барыусы

Әсәкәйем,
Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпынып оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды беҙ киткәс.
Һеҙҙең өсөн Калимуллина Наҙгөл башҡарыуында йыр “ ” .


1-се алып барыусы

Әсә наҙы – ерҙә ул мәңгелек,
Мәңгелек йыр – бишек йырығыҙ.
Беҙ уҙаһы юлда маяҡ булып
Ғүмер буйы балҡып тороғоҙ.

2-се алып барыусы
Йәшәү йәмен һеҙ
Биргән бит беҙгә,
Әсәйҙәр, рәхмәт,
Мең рәхмәт һеҙгә!

1-се алып барыусы

Әйе, Әсә – бөйөк исем,

Нимә етә әсә булыуға!

Шуға күрә

Ҙур ғорурлыҡ менән

Беҙ һөйләйбеҙ Әсә хаҡында.

2-се алып барыусы

Ни булыр ине доньяла

Әгәр ҙә йыр булмаһа

Кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа. 

Ә хәҙер һеҙҙең өсөн ___________________________________________________

1-се алып барыусы

Әсә күңеле кеүек йылы, нурлы

Күк йөҙөндә ҡояш, йондоҙ юҡ.

Әсә һөйөүе кеүек сикһеҙ тәрән

Ер йөҙөндә һис бер диңгеҙ юҡ.

Һинең турала ҡайғыртыусы әсәң булыуы ниндәй ҙур бәхет ул. Уны яратыу ғына етмәй, уның ҡәҙерен белергә, һүҙен тыңларға, яҡшы уҡыуың, үҙеңде үрнәк тотоуың, эшкә өйрәнеп үҫеүең менән уны шатландырырға кәрәк.

2-се алып барыусы

Ишетелһен беҙҙең сәләмебеҙ

Әсә торған барлыҡ йорттарға.

Йыйылдыҡ ҡәҙерле әсәләрҙе

Әсә көнө менән ҡотларға.

1-се алып барыусы

Ҡәҙерле тәрбиәселәребеҙ, уҡытыусыларыбыҙ, әсәйҙәребеҙ!

Әсә көнө –һеҙҙең көнөгөҙ.

Һеҙ тәрбиәләгән балаларҙан бөгөн

Ҡайнар ҡотлау ҡабул итегеҙ.

2-се алып барыусы

______________________________________________________________________






1-се алып барыусы

   Әсә  һәм бала! Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.

2-се алып барыусы

    Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!









Рәвил: Ғүмерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!




Ләйлә: Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.




Мансур: Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.




Земфира: Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,




Аделина: Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

Әсәй”тиеп уға әйтергә.




Азамат; Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.




Эмиль: Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

һырлап сәскә төшөрә.

Аш - һыуына, тәм - томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.


Рузалина: Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй миңә.


Арсен: Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!




Илһөйәр : Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.


Нияз: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.





Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 29 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДВ-483318
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>